

Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, ҡуйған маҡсаттарыңа ирешеүҙең сере нимәлә? «Үҙ-үҙең булып ҡалыуҙа», – тип яуапланы сираттағы мәҡәләм геройы, йәш эшҡыуар, маркетолог Азамат Хәйруллин. Кескәй сағында йәйҙәрен юл буйында емеш-еләк һатып, аҡса эшләү серҙәренә төшөнгән, университетта уҡығанда көн дә дәрестән һуң, ашыҡ-бошоҡ ҡапҡылап, эшкә йүгереүе арҡаһында ашҡаҙаны ҡанһырап, дауаханаға эләккән, бынан башҡа бихисап ҡыйынлыҡ алдында юғалып ҡалмаған егеттең бөгөн ошондай фекергә килеүе һоҡландыра. Ни тиклем күберәк һынау аша үтһәң, шул тиклем ҙурыраҡ уңышҡа өлгәшәһең, ти ул.
Азамат Хәйруллин Белорет районының Абҙаҡ ауылынан. Ата-әсәһе ошо төйәктә тыуып үҫкән, икеһе лә эргәләге «Абҙаҡ» тау саңғыһы турбазаһында эшләй. Геройым яҡшы тәрбиә биргән яҡындарына сикһеҙ рәхмәтле. Бәләкәйҙән кәртә-ҡура тирәһендә ярҙамлашып, йәйгеһен бесән сабып, эшкә өйрәнеп үҫә ул. Каникулда атаһы менән һунарға йөрөү, автотрасса буйында емеш-еләк, бәшмәк һатыу кескәй малайҙың күңеленә ята. Һуңғыһы хатта уға мәктәпкә кейем-һалым алырлыҡ аҡса эшләү мөмкинлеге бирә. Тап шунда бизнес серҙәренә төшөнә башланым, тип йылмая әңгәмәсем.
Азамат, мәктәпте тамамлағас, ата-әсәһенең кәңәшен тотоп, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультетына уҡырға инә. Башҡорт телен ныҡлы өйрәнеп, журналист булырға ниәтләй. Әммә яҙмыш үҙенсә итә, егет күпкә ауырыраҡ, һикәлтәлерәк юлдан китә һәм үҙен төрлө өлкәлә һынарға тотона. «Бургер Кинг» ресторанында официант, риэлтор, һатыусы, төҙөүсе, йөк ташыусы, һаҡсы – ул башҡарған эштәрҙе һанап бөтөрлөк түгел. Ашҡаҙанындағы сей яра асылып, дауаханаға эләгеүе лә үҙ-үҙен аямауы арҡаһында килеп сыға.
– Университетта уҡығанда үҙемде-үҙем тәьмин итергә теләнем. Атай-әсәйҙән аҡса һорағым килмәй, оҙаҡ ҡына эҙләнгәндән һуң бер ойошмаға администратор булып эшкә урынлаштым. Дәрестән сығам да шунда йүгерәм, яҡшылап ашарға ла өлгөрмәйем. Бер нисә ай тирәһе шулай йөрөгәнмендер. Һөҙөмтәлә бер көн эшкә барғанда ҡапыл күҙ алдым ҡараңғыланып китте, ҡалғанын һәйбәтләп хәтерләмәйем, «Тиҙ ярҙам» машинаһында иҫемә килдем. Бынан һуң да үҙемде төрлө өлкәлә һынауымды дауам иттем, уҡыу икенсе планға күсеп киткән саҡтар ҙа булғыланы.
Азамат университетты тамамлағандан һуң яңы табыш алыу ысулдары эҙләй башлай. Йәнә лә үҙенең «күберәк һынау – ҙурыраҡ уңыш» девизына ярашлы эш итә. Батут шары һатып алып, уны йылға-күл буйҙарында ял итеүселәргә тәҡдим итә башлай. Легендаға ярашлы, әлеге лә баяғы «тәүге ҡоймаҡ» төйөрлө килеп сыға: йә көн торошо насарая, йә күлдә яҡшы урын тәтемәй... Һөҙөмтәлә Азаматҡа күңел асыу батутын һатып ебәрергә тура килә. Бына шулай башлана уның эшҡыуарлыҡ юлы.
Рәсәй миллионерҙары Аяз Шабутдиновтың, Шамил Әләүетдиновтың лекцияһын тыңлау, шәхесте үҫтереү курстары йәш эшҡыуарҙы тағы ла ҡанатландырып ебәрә. Мин үткән тренингтарҙың иҫәбе-һаны юҡ, ти Азамат. Алыпһатарлыҡ эшендә лә үҙен һынай йәш эшҡыуар.
– Хәтеремдә, студент саҡта бер фураны бушатҡан өсөн ни бары мең һум аҡса түләй инеләр. Тирләп-бешеп, төнө буйы эшләйһең, ә һиңә бер-ике тапҡыр ашханаға инеп ашарлыҡ ҡына аҡса тотторалар. Һуңыраҡ үҙем өсөн шуны астым: башты эшләтһәң, был аҡсаны күпкә еңелерәк табырға мөмкин бит. Мәҫәлән, йәйге осорҙа арзанға велосипед һатып алып, «Авито» сауҙа итеү сайтына урынлаштырһам, баяғы мең һумды бер нисә сәғәттә эшләй алам.
Йүнсел егет артабан аҡса эшләүҙең төрлө ысулын һынауын дауам итә. 8 Март байрамында ләлә сәскәһе һатыу – Азаматтың тәүге ыңғай эштәренең береһе. Миҙгел бизнесында һәйбәт табыш алып, эшен асыуға киткән сығымын ҡаплауға өлгәшә ул. Тимәк, тауар һатып ҡарарға кәрәктер, тигән фекергә килә.
Сауҙа бизнесы Азаматтың күңеленә ята. Бында ҡағиҙә ябай: арзанға алаһың, ҡыйбатыраҡҡа һатаһың. Ойоҡбаш булһынмы, хужалыҡ кәрәк-яраҡтарымы, егет төрлө тауар һатып ҡарай. Әлбиттә, бында ла еңел уңыш көтөп тормай. Үҙ-үҙеңде еңергә, «һалҡын баҙар» менән эшләргә, урам буйында сауҙа итергә лә тура килә. «Бер нисә көн урам буйында һатып ҡараным, быны үҙ-үҙемде еңер өсөн эшләнем, тиһәм дә була. Сөнки сауҙагәрлек беҙҙең ҡаныбыҙҙа юҡ, ә был кәсеп үҙеңде асырға, «комфорт зонаһы»нан сығырға ярҙам итә», – тип тәжрибәһе менән уртаҡлаша Азамат.
Әйткәндәй, Азамат 26 йәшендә ғаилә ҡора, хәләле Айгөл уның һәр башланғысын хуплап, ярҙам итеп тора. Төрлөсә үҙеңде һынап, ғаиләңде «тишек» кәмәлә ҡалдырыуҙан ҡурҡмайһыңмы, тип һорай ҡуйҙым әңгәмәсемдән. «Юҡ, сама менән эшләйбеҙ, бөгөн ике төрлө ир-егет бар: беренсеһе, ғаиләм өсөн ҡурҡам, шуға бизнес башлау хәүефле, ти. Икенсеһе, минең ғаиләм бар, улар хаҡына барыһын да эшләйәсәкмен, ти. Мин икенсе төркөмгә ҡарайым, күрәһең».
Азамат сауҙа бизнесына ингәс, бөтөнләй яңы йүнәлеш аса. Төрлө әйберҙе интернет селтәренә һатыуға ҡуйғанда ул маркетолог, йәғни интернетта тауар һатыусы һөнәренә әүәҫләнеп ала. Был өлкәлә егеттең аҙымдары күпкә ышаныслыраҡ һәм уңышлыраҡ килеп сыға. Һөҙөмтәлә ул төрлө ойошманың, шәхси эшҡыуарҙың тауарын рекламалау һәм популярлаштырыу менән шөғөлләнә башлай. Мәҫәлән, тәүге партнерының рекламаһын «Инстаграм» селтәренә урынлаштыра һәм уның килемен ике-өс тапҡырға арттырырға ярҙам итә, шул рәүешле улар бер нисә ай буйы емешле хеҙмәттәшлек итә. Бөгөн иһә Азаматтың был йүнәлештә эшләү өсөн үҙенең командаһы, кәңәшселәре бар. Улар тауар рекламалау менән генә сикләнмәй, ә төрлө ойошманың интернеттағы сайттарын эшләй, сәхифәләрен алып бара, продукцияһын популярлаштыра. Ҡыҫҡаһы, интернет-маркетингҡа бәйле бөтә хеҙмәтте башҡарыу мөмкинлегенә эйә.
Бер урында тапанырға яратмаған эшҡыуар йыл башында башҡорт егеттәре өсөн «Нигеҙ һалыусылар» дискуссия клубын аса. Бында егеттәр үҙ-ара тәжрибәһе менән уртаҡлаша, бер-береһенә ярҙам итә. Әйткәндәй, клубҡа ҡушылған һәр кем күпмелер ваҡыттан һуң үҙ эшен асыу мөмкинлегенә эйә була. Мәҫәлән, әлегә ике ағза ошондай уңышҡа ирешкән. «Дуҫыңдың кемлеген әйтһәң, һинең кемлегеңде әйтермен, ти мәҡәл. Ысынлап та, беҙҙе тирә-яҡ мөхит, эргә-тирәләге кешеләр үҙгәртә, уларға ҡарап үҫәбеҙ, маҡсаттарыбыҙға ирешәбеҙ. Әйткәндәй, тәүге уңыштарыбыҙҙың береһе – ике егетебеҙ үҙ бизнесын булдырырға тотондо. Барыһы ла беҙҙең аңдан тора. Әгәр был һиңә ҡыуаныс килтерә икән, «Газпром»да йә урам һепереүсе булып эшлә. Иң мөһиме – үҙ-үҙең булып ҡалыу», – ти Азамат.
Бына шундай бер туҡтауһыҙ алға ынтылған эшҡыуар менән таныштырҙым һеҙҙе, хөрмәтле гәзит уҡыусылар. Был яҙмыштың әсе-сөсөһөн татырға өлгөргән, юғары маҡсаттар ҡуйып йәшәгән йәш эшҡыуар Азамат Хәйруллиндың бәләкәй генә тарихы булды. Иң мөһиме, ул тарихтың дауамы булһын. Хыялдарыңа ҡарай талпынып осҡан саҡта ҡанаттарың талмаһын, йүнсел башҡорт егете!
Инсаф ХУЖАБИРГӘНОВ.