

Кисә социаль селтәрҙә беҙгә Рита исемле ҡыҙ өләсәһен эҙләп табыуҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт итте.
26 сентябрҙә Ҡырмыҫҡалы районының Олокүл ауылында йәшәүсе 66 йәшлек Наталья Гейт өйөнән сыға һәм кире әйләнеп ҡайтмай. Яҡындары тиҙ арала полиция хеҙмәткәрҙәренә хәбәр итә. Әлеге ваҡытта эҙләү эшенә «Лиза Алерт» отряды ирекмәндәре ҡушылған.
Кисә инәйҙе Ҡырмыҫҡалы ауылында күреүселәр булған. Әгәр ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт белһәгеҙ, 88007005452 йә 112 телефон һандары буйынса шылтыратып хәбәр итеүегеҙ һорала.
Билдәләре: буйы 155 сантиметр, уртаса кәүҙәле, күҙҙәре зәңгәр, сәсе ҡыҫҡа ҡыҙғылт-көрән.
Юғалған көндә ҡара-күк куртка, һоро кардиган, ҡара салбар, ҡара итек кейгән булған.