Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Сентябрь 2021, 20:20

Орхидея сәскәһен күсереп ултыртыу серҙәре

 Ағас ҡайыры менән мүктә генә үҫкән экзотик гөлдө нисек бүлеп ултыртырға? Һауыты ниндәй булырға тейеш?

Орхидея сәскәһен күсереп ултыртыу серҙәре
Орхидея сәскәһен күсереп ултыртыу серҙәре

 

Орхидеяны һауытынан сығарып, ҙур һауытҡа күсерергә. Еңел генә сыҡмаһа, тамырҙары һынмаһын өсөн һауытын аҙ генә ҡырҡырға кәрәк. Үҫкән гөлдө һауыттан сығарыуы ауыр, сөнки тамырҙары көслө була. Ә бына ауырыуын тиҙ генә һауыттан бушатып була. Күпселектә һыуҙы артыҡ күп ҡойғанда сирләй.

Күсергән ваҡытта бүлбеләрҙе  таҙартырға һәм йыуырға. Сырмалып бөткәндәрен ипләп кенә ысҡындырырға. Тамырҙары еңел генә ысҡынмаһа, 15 - 20 минутҡа йылы һыуға тығып торорға.

Серегән тамырҙарҙы ҡырҡып алырға. Аҙаҡ активлаштырылган кумерзе ыуаҡлап ҡырҡҡан тамырға һиберга.Һарғайған япраҡтарҙы ла алып ташларға. Сәскә ата торған олондо ла төбөнә 0,7 - 1 см еткермай ҡырҡырға кәрәк.Ҡырҡып ташлаған урындарҙы эшкәрткәндән һуң, орхидеяны яңы һауытҡа ултыртырға. Иң яҡшы ашлама - ҡарағай ҡабығы. Ә дым һаҡланһын өсөн мүк өҫтәргә онотмағыҙ. Ағас күмере ла ҡушырға була.  Был экзотик гөл тупраҡта үҫмәй.

Һауыт һайлаған ваҡытта тамырҙарҙың күләменә ҡарағыҙ. Сөнки тамырҙы төшөргән ваҡытта ул  1 - 2 см һауыт ситенә теймәҫкә тейеш.

Үтә күренмәле һауыттың төбөнә эре ҡабыктар, уның өҫтөнә әҙ - мәҙ ваҡтарын һалырға. Сәскәнең олонон ҡул менән тотоп тороп , тирә - яғын ҡабыҡтар менән тултырырға. Тамырҙарҙың иң өҫкө яғын еңелсә генә батырырға.Күсереп ултыртылған орхидея сәскәһен, тамырҙары нығынғанса, һалҡынса ергә ултыртырға. 1 аҙна һыу ҡоймаҫҡа ла була. Япраҡтарына ғына һыу һиптерерга мөмкин. Беренсе тапҡыр һыу ҡойған ваҡытта фитоспорин йә фунгицид ҡушырға кәрәк.

 

Фото:Яндекс.Дзен

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: