Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Сентябрь 2021, 07:40

Кем ғәйепле? Көҙгөләге, әлбиттә!

Ҡәйнәмде күрә алмайым! Уның менән бергә йәшәйбеҙ, шуға күп нәмәгә күҙ йомоп ҡарарға тырышам.

 Әммә ул, убырлы ҡарсыҡ, һәр нәмәгә ҡыҫылып, һарыуымды ҡайната! Ирем дә уның һүҙенән сыҡмай! Хатта, әсәһенең ғәйбәтенә төшөп, мине  уртаҡ йортобоҙҙан ҡыуып та маташты. Балалар өсәү, мәктәп уҡыусылары. Һеҙ миңә әйтегеҙ, өйрәтегеҙ – нисек ҡәйнәне еңергә? Улын аҡылға ултыртырға? Артабан тыныс һәм бәхетле йәшәү өсөн ошо икәүҙе төҙәтеү ҙә етә, тип уйлайым. Һеҙҙән яуап көтәм, сөнки түҙер әмәлем юҡ, шартлармын тип ҡурҡам.

 

Ошондай хат килеп төштө бер заман. Күптән кешеләрҙең үҙҙәрен түгел, ә башҡаларҙы үҙгәртеүгә көс һалыуына аптырамайым. Кеше шулай – башҡа кешене үҙенә яраҡлаштырғансы “тәрбиәләй”. Ҡайһы берәүҙәр хатта ошо тәрбиәүи эшкә бар ғүмерен бағышлай. Иң ҡыҙығы – ни тиклем тырышып “тәрбиәләһәләр” ҙә ҡәнәғәт була алмайҙар – “тәрбиәләнеүсе”нең барыбер ҙә нимәһелер оҡшамаясаҡ. Парадокс, шулай бит? Тағы ла, ҡатын миңә һорау яуҙырһа ла, үҙе бөтөнләй ишетмәй – үҙ туҡһаны туҡһан. Сөнки мин ул көткән яуаптарҙы әйтмәйем. Сабыр бул, түҙ, тип өмөтләндермәйем. И-и-и-и, меҫкенкәй, һин ни тиклем бәхетһеҙһең, тип йәлләмәйем. Кил, тыңла, үҙем хәҙер үк ярҙам итәм, тип уның тормошо өсөн яуаплылыҡты үҙемә алмайым. Һинең тормош – һинең ҡағиҙәләр, нисек теләйһең – шулай йәшә, тигән яуап уны албырғата. Ҡатынға уныңса ғына итеп йәшәү өсөн теүәл инструкция һәм, һис шикһеҙ, гарантия кәрәк. Ә мин белмәйем! Белгем дә килмәй! Үҙемдең килен булғаныма 30 йыл, һәм ҡәйнәм менән бер ҡасан да бер нәмә лә бүлешеп, ирешеп-талашып йөрөмәгәс, ундай тәжрибәм юҡ! “Һин ниндәйһең – тормошоң да шулай” тигән әйтем бар. Мин быны инҡар итә алмайым. Киреһенсә, уның дөрөҫ икәненә инанам. Тимәк, кем менәндер “борсағың” бешмәһә, көҙгөгә ҡарап ал. Эйе, шунда күрерһең ғәйеплене. Юғиһә өйрәнгәнбеҙ – “улар  яман, ә мин  яҡшы”. Ғөмүмән, тормош юлыңда осраған бөтә кешенең дә һиңә генә тәғәйенләнгән үҙ роле бар. Ә бына был кеше һине нимәгә өйрәтәсәк – уйла инде.

Мөрәжәғәтте үҙемдең битләүемә ҡуйыуым ғаилә ситуацияһына ҡарата башҡа кешеләрҙең дә фекерен ишеткем килеүҙән. Алдан уҡ шуны әйтеп үтәйем – комментарийҙарҙың тап ошолайыраҡ йөкмәткеле булырын күҙаллағайным. Әммә һиҙемләү генә аҙ, миңә дәлилдәр дауай! Әйтергә кәрәк, килен-ҡәйнә темаһы бик актуаль булып сыҡты: кемдәрҙер, фаш булырға ҡурҡыптыр, ахыры, изге кәңәштәрен шәхсән еткерҙе. Аҡыллы, төплө, итәғәтле, ипле фекерҙәр бер ҡулдың бармаҡтарына ғына һыйырлыҡ! Ҡалғандары... Көйөп тә алдым, рәхәтләнеп көлөп тә... Тема ҡайһы бер кеше тикшерергә яратҡандар өсөн “һөс” булып сыҡты. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, әммә мин пост аҫтында комментарий өҫтәгәндәрҙең һәр береһенең тап ошо ваҡыттағы мимикаһын, эмоцияһын күҙ алдыма килтерҙем. Асыу, нәфрәт, күрә алмау, мыҫҡыллау, үҙеңде өҫтөн ҡуйыу – барыһын да йыйҙы ла ҡуйҙы бер бәхетһеҙ ҡатындың хаты. Уйланмай түгел уйланырһың – кешеләр бөтөнләй ҙә сит, башҡа кеше тормошо менән йәшәргә ярата. Ни өсөнмө? Сөнки үҙҙәренеке ҡыҙыҡ түгел. Ә, бәлки, киреһенсә, үтә ҡыҙғаныстыр. Шуға бында булһа ла яҙып күңелемде бушатайым, мөһимлегемде күрһәтеп ҡалайым әле яйы тап килгәндә, тигән ынтылыш менән телефон клавиатураһын “көсләй” кеше. Ошо мәлдә бер мәҫәл иҫкә төшә: “Кеше – туп-тулы көршәк. Һәм ошо көршәкте саҡ ҡына “эләктерһәң”, ул нимә менән тулы, шул сайпыла ла инде”.

Шулай ҙа, хөрмәтле гәзит уҡыусым, бик мөһим бер фекеремде әйтеп өлгөрәйем: шатланырға-ҡыуанырға, рәхмәтле, тимәк, бәхетле булырға өйрәнеүе еңел ул. Бының өсөн тормоштоң фанилығына төшөнөү ҙә етә. Һин бит әле тереһең, һауһың, шулай булғас, йәшәйешеңде үҙеңә оҡшағанса үҙгәртә алаһың. Бөтәһе лә  – үҙеңдең ҡулыңда.

 

Психолог Әлмира ИСХАҠОВА әҙерләне.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: