Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Сентябрь 2021, 14:40

Фекерләү ҡеүәгеҙ нисек?

Һеҙҙең фекерләү ҡеүәгеҙ нисек? Тикшереп ҡарайыҡ әле. Түбәндәге һорауҙарға яуап бирегеҙ. Профессор сәғәтте иртәнге туғыҙға ҡуйып, киске һигеҙҙә йоҡларға ята. Ул нисә сәғәт йоҡлай? Әхмәттең 10 һарығы булған. Туғыҙ һарығынан башҡа барыһы ла үлеп бөткән. Уның нисә һарығы ҡалған? Атаһы менән улы аварияға эләккән. Атаһы үлгән, малай дауаханаға оҙатылған. “Эй, Аллам! Был бит минең улым!” - тигән хирург. Былай булыуы мөмкинме? Төнгө ҡарауылсы көндөҙ вафат булған. Уға пенсия тейешме? Дөрөҫ яуаптар сайтта:

Фекерләү ҡеүәгеҙ нисек?
Фекерләү ҡеүәгеҙ нисек?

Яуаптар:1. Бер сәғәт. 2.  Туғыҙ һарыҡ. 3. Мөмкин, әгәр хирург уның әсәһе булһа. 4. Үлгән кешегә пенсия түләнмәй.

 

Фото: Яндекс.Дзен.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: