Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Сентябрь 2021, 13:30

Радий Хәбиров Көнсығыш сығыу юлы тураһында һөйләне

- Әле бында эштәр әүҙем бара, 30 проценттан ашыу күләме тамамланған. Төҙөүселәр эстакаданың 66 таяуының 38-ен ҡуйған, буласаҡ күперҙең 110 бурсаһын һалған. ⏬

Радий Хәбиров Көнсығыш сығыу юлы тураһында һөйләне
Радий Хәбиров Көнсығыш сығыу юлы тураһында һөйләне

Төҙөлөш күләме менән шаҡ ҡатыра. Бында бер юлы 2400 кеше, 170 берәмек техника эшләй. Күпер өсөн 5 900 тонна металл килтерелгән. Йыл аҙағына тиклем эштең 40 процентына етергә ниәтләйбеҙ, был графиктан күпкә алда барыу тигән һүҙ. Көнсығыш сығыу юлын 2023 йылдың аҙағында тулыһынса тапшырырға ниәтләйбеҙ.

Проект буйынса юлдан Федоровка-Шаҡша йүнәлешенә һәм М5 трассаһына төшөү боролоштары бар. Магистраль өҫтөнән юл үткәргестәр аша кешеләр баҡсаларға һәм өйҙәренә йөрөй аласаҡ, - тине төбәк етәксеһе.

 

 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: