Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Сентябрь 2021, 05:10

Яуап бирер ай етә

Донъя хәстәре, ил эше Булһын күңелеңдә, кеше. «Юлдаш» радиоһы тапшырыу­ҙарының төп йөкмәткеһе, ҙурҙан алғанда, ошонан ғибәрәт тә.

Бында мәғлүмәтләү генә түгел, ҡатмарлы ижтимағи-сәйәси мәсьәләләргә асыҡ­лыҡ индереү, төрлө, шул иҫәптән бер-береһенә ҡаршы ла, фекерҙәргә эфир биреү, китек тә булыуы ихтимал майҙанды шулай түңәрәкләндереү күҙҙә тотола. Дәүләт менән йәмғиәт бәйләнешен нығытыу, маҡсат-теләктәрҙе мә­лендә еткереү, кәрәктә тәрәнгә төшөп ентекләү ҙә мөһим.

«Асыҡ студия» проектында, ми­ҫалға, йәниҫәп темаһы йыш күтә­релә. Сөнки уға яҡынбыҙ – 15 ок­тябрҙә башлана. Стационар участка­­ларҙа – 14, «Дәүләт хеҙ­мәттәре» порталында 8 ноябргәсә бара. Былтырғы октябрҙә үт­кә­релергә тейеш булып та, бы­йылғы көҙгә ҡалыуы сәбәбе – «таж­зәхмәт», төшмәһен уға рәхмәт. Хәйер, бәлки, файҙаһы ла тейгән­дер – ваҡыт күберәк булды. Бер нисә йыл элек тә алыҫ тойолманы, сөнки үҙенә ғайәт ҙур әҙерлек талап ителә – ни тиклем алда­ныраҡ башлана, ә тимәк, бөтә ваҡлығынаса диҡҡәт ҡылына, шул хәтлем камилыраҡ башҡарыла. Ифрат мөһимлеге әйтмәһәк тә билдәле: иҫәпһеҙҙең ҡуйы те­үәлдер ҙә, әммә ысын теүәллекте һанау бирә.

Яңы, күп каналлы форматта уҙыры мәғлүм – яуап ҡылыу «Дәү­ләт хеҙмәттәре» порталында үҙал­лы, йәнә лә күп функциялы үҙәк­тәрҙә һәм стационар участкаларҙа мөмкин. Ғәҙәти рәүеш тә һаҡлана: хисап алыусылар өйҙәр буйлап та йөрөр.

Ҡайһы һорауҙарға яуап бирергә кәрәк булыр һуң? Ошоға ла асыҡ­лыҡ өҫтәү ифрат урынлы – ваҡыты ҡәҙерле торһон алдан әҙерле.

– Ғөмүмән, йән иҫәбен алыу анкеталау бит. Йәште һорашалар, милләтте белешәләр, ғаилә хәле, белем, табыш, торлаҡ шарттары һәм башҡалар менән ҡыҙыҡ­һы­налар, тинек ошо арала, мә­ҫәлән. Анкеталарҙы тура эфирҙа тултырып ҡарағаныбыҙ ҙа булды, быны дауам да итеү ниәтендәбеҙ.

– Кемдәрҙең иҫәпкә алынырына диҡҡәт ҡылғанда, илдең бөтә кешеләре лә, Рәсәй гражданымы ул, юҡмы – мөһим түгел, тиелде.  Шарт бер генә – сит ил кешеләре бында бер йылдан ашыуыраҡ йә­шәргә йә шуны планда тоторға тейеш. Ситтә – командировкала, да­уаланыуҙа, сәйәхәттә булған рә­сәйҙәр ҙә ҡатнаша. Һуңлап ҡуябыҙ ҡайһы саҡ. Йәниҫәп тамамланғас, барһаҡ, сәбәбен аңлатһаҡ, мәҫәлән, ай буйы дауаханала ятҡаныбыҙҙы атаһаҡ, хәлебеҙгә инерҙәрме? Юҡ. Сөнки былай иҫәп алыу прин­циптарының береһе – бер мәл­ле­лек боҙола. Йәғни дәүләткә ха­лыҡтың тәғәйен ошо ваҡытта нисек йәшәгәне тураһында ҡыҫҡа арауыҡта мәғлүмәт туплау мөһим, оҙаҡҡа китһә, теүәллек кәмей. Ә был ваҡытта сит илдә командировкала икәнһең, заман уңайлығын файҙалан – дистанцияла тултыр. Сир­ләһәң, бергә йәшәгән яҡын­дарың яуап бирә ала.

Иҫәп алыусы исем-атыңды һо­рашыр, әммә анкетаға индермәҫ. Бер үк кешегә ҡабат-ҡабат мөрә­жәғәт итмәҫ өсөн генә был. Паспорт йә башҡа документ таптыра алмайҙар. Башҡаһын да – миҫалға торлаҡ йә табыш тураһындағы ҡағыҙҙарҙы талап итеү хоҡуғы юҡ. Кеше нисек яуап бирә, шулай яҙыла. Бер яҡтан, был һәйбәт – нимә әйтһәң дә иреклеһең, әммә азатлыҡ ипле булһынсы – мил­ләтеңде туҙға яҙмаған һүҙ менән билдәләп ултырма инде. Кире­һенсә, ғорурланып белдер, киләсәк быуындар өсөн яуаплылыҡ той, сылбырҙы өҙмә. Асыҡлыҡ юҡ икән, шәжәрәңде барла, документаль сығанаҡтарға төбәл.

Йәниҫәп – һандар, иҡтисади, социаль фаразлау ысулы ғына түгел, ә ил, халыҡ йылъяҙмаһы ла. Тарихты шул иҫәптән ана шул һанауҙар һөҙөмтәләре буйынса ла анығыраҡ күрәбеҙ бит бөгөн, үҙебеҙҙең дә киләсәк өсөн яҡты ҡалыуыбыҙ мөһим. Ҡыҙыл еп булып эфирҙа үткән фекер — ошо ла.

 

Рәсүл Сәғитов,

хәбәрсе һәм яҙыусы.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: