Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Сентябрь 2021, 15:25

Бала ковид менән ауырыһа нимә эшләргә?

 Был һорауға республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин  яуап бирҙе.

Бала ковид менән ауырыһа нимә эшләргә?
Бала ковид менән ауырыһа нимә эшләргә?

 

 Уның әйтеүенсә, балала ОРВИ, киҙеү һәм коронавирус инфекцияһының билдәләре күренеү менән табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.

 «Участка педиатры артабан нимә эшләргә, баланы нисек тәрбиәләргә, ниндәй дарыуҙар эсерергә  кәрәклеген аңлатыр.  Шулай уҡ ни эшләргә белмәгәндә, табипты өйгә саҡырырға мөмкин», – тип кәңәш бирә Вице-премьер. 

Шулай уҡ балаларҙың күбеһе  ауырыуҙы бер ниндәй билдәһеҙ еңел үткәрә,шул уҡ ваҡытта улар инфекция таратыусы булып тороуы ихтимал.

 «Коронавирус менән баланың ата-әсәһе сирләп киткән осраҡта, балалар баҡсаһына, мәктәпкә хәбәр итергә һәм уҡыусыны ваҡытлыса. дистанцион уҡыуға күсерергә кәрәк», — тип аңлата  министр.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: