Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Сентябрь 2021, 17:25

Элвин Грей арҡаһында Черниковкала юлдарҙы ҡаплайҙар

Иртәгә, 15 сентябрҙә кискә ҡарай билдәле йырсының концерты тип Беренсе Май һәм Машиналар төҙөүселәр урамдарынан хәрәкәт сикләнәсәк. ⏬

Элвин Грей арҡаһында Черниковкала юлдарҙы ҡаплайҙар
Элвин Грей арҡаһында Черниковкала юлдарҙы ҡаплайҙар

Атап әйткәндә киске сәғәт 6-нан 11-гә тиклем: – Беренсе Май урамы: Кремль урамынан Машиналар төҙөүселәр урамына тиклем;

– Машиналар төҙөүселәр урамы: Интернациональ урамынан Черниковская урамына тиклем ара ҡапланасаҡ.

Был ваҡыт арауығында йәмәғәт транспорты хәрәкәте схемаһы ла икенсе буласаҡ.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: