Новости
11 Сентябрь 2021, 06:00

"Бер йыл ғына эшләүгә ҡарамаҫтан үҙәк төбәктә абруй яулаған"

Йәмәғәт ойошмаларына ярҙам итеү маҡсатында Башҡортостан Хөкүмәте башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә Тарихи-мәҙәни үҙәктәр булдырыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Уға ярашлы үткән йыл Свердловск өлкәһендә лә үҙәк эшен башлап ебәрҙе.

"Бер йыл ғына эшләүгә ҡарамаҫтан үҙәк төбәктә абруй яулаған""Бер йыл ғына эшләүгә ҡарамаҫтан үҙәк төбәктә абруй яулаған"
"Бер йыл ғына эшләүгә ҡарамаҫтан үҙәк төбәктә абруй яулаған"

 Етәксеһе - Ҡулмырҙина Светлана Ринат ҡыҙы, Руслан Рөстәм улы Саубанов - методист вазифаһында.

Бер йыл ғына эшләүгә ҡарамаҫтан үҙәк төбәктә абруй яулаған. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты уларға бүләктәр ҙә алып килгән ине. Ике сәхнә костюмы, йәкшәмбе башҡорт мәктәбе өсөн мультимедия ҡоролмалдары, күп һанлы китаптар киләсәктә тарихи мәҙәни үҙәктең эшен еңелләштер, әүҙемләштер тип ышаныстабыҙ.

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас