Новости
10 Сентябрь 2021, 12:30

Балаһын үле килеш таба

Фажиғә Архангел районында була. Әсә кеше 11 йәшлек улын һарай эргәһендә үле килеш таба.

Балаһын үле килеш табаБалаһын үле килеш таба
Балаһын үле килеш таба

Бала көндөҙ оло апаһы менән өйгә эш эшләп ҡалған була. Атаһы эштә, ә әсәһе малдарҙы көтөүҙән алырға бара. Ә ҡайтҡас - асыҡ сейфты һәм улын маңлайына атылған килеш таба. Мәйет эргәһендә мылтыҡ та ята. Күршеләре ғаиләне тик яҡшы яҡтан ғына белә. Әле төбәктең Тәфтиш комитеты фажиғанең сәбәптәрен асыҡлай.

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас