Новости
9 Сентябрь 2021, 08:05

Сибайҙа белем усағы яңыртыласаҡ

Иртәгә Сибайҙа  «Урал аръяғы-2021»  өсөнсө Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы асыла.  Мәртәбәле сараның программаһында  6-сы ҡала мәктәбе бинаһын  төҙөй башлау уңайынан иҫтәлекле капсула һалыу ҙа ҡаралған.

Сибайҙа белем усағы яңыртыласаҡСибайҙа белем усағы яңыртыласаҡ
Сибайҙа белем усағы яңыртыласаҡ

 Мәғариф учреждениеһы проектының яҡынса хаҡы 8 миллиондан ашыу. Әлеге көндә төҙөлөш майҙаны билдәләнеп, проект эштәре әҙерләнә.  Яңыртыласаҡ мәктәп 725 уҡыусыға  иҫәпләнгән.

  Сибайҙа 1953 йылда төҙөлгән  белем усағы ныҡ иҫкергән. Вентиляция, электр һәм һыу менән тәьмин итеү системаларын алмаштырыу талап ителә, матди- техник базаны ла яңыртырға кәрәк. Техник экспертиза үткәреү дөйөм бинаның туҙған күләме  70 процент тәшкил итеүен асыҡлаған.

 

 

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас