Новости
28 Август 2021, 03:00

Баллы торт

Сәй табынына еңел генә әҙерләнә торған торт.

3 йомортҡаға 1 стакан шә­кәр, 2 ҡалаҡ бал, 1 балғалаҡ сода ҡушып, яҡшылап ту­ҡыр­ға, 200 г аҡ май йәки маргарин иретеп һалырға. Шәкәре яҡшылап иреһен өсөн ҡамырға әҙерләгән массаны һыуы ҡайнап ултырған кәстрүл өҫтөндә тотоп алыр­ға. Һуңынан 3 – 3,5 стакан он һалып, йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫырға, бер аҙ һыуытҡыста тотҡандан һуң, 8 өлөшкә бүлеп, йоҡа ғына итеп йәйергә. Йәймәләрҙе пергамент ҡағыҙына һалып, ҡыҙ­ған мейестә бешерергә. Корж­дар һыуынғас, крем һылап, ҡатлап  өйөргә.

Крем бик яйлы әҙерләнә. Ярты литр ҡуйы ҡаймаҡҡа 0,5 стакан шәкәр һалып, яҡшылап болғатырға. Ҡу­йыртылған һөткә аҡ май ҡушып та әҙерләргә була.

Татлыраҡты яратыусылар бер-ике ҡатҡа ҡуйы ҡай­натма, джем да һылай ала.

Автор:Электронное Издательство
Читайте нас