

Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Ҡайһы бер ваҡиға күптәрҙе борсолорға мәжбүр итер. Был бигерәк тә шишәмбегә ҡағыла. Ғөмүмән, аралашыуҙа ыңғай үҙгәрештәр асыҡ беленер. Кесе йомалағы хәлдәр ҡайһы бер нәмәне тулыһынса аңларға ярҙам итер.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Мәл һуңғы осорҙа килеп сыҡмаған эшегеҙгә яңынан тотоноу өсөн уңайлы. Тик ашығығыҙ, шаршамбынан һуң мөмкинлектәрегеҙ сикләнер. Был арала бик оҙаҡ күрмәгән кеше үҙе хаҡында белдерер. Араларҙы яңыртыу файҙаға булыр.
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Үҙегеҙҙән һәм башҡаларҙан күпте талап итмәгеҙ. Күпме көс түкһәгеҙ ҙә, эшегеҙҙең йомғаҡтары әллә ни ҙур булмаҫҡа оҡшай. Шаршамбылағы ваҡиғалар эсегеҙҙе бер аҙ бошорор. Уларҙы барыбер үҙгәртә алмаҫһығыҙ.
Буға (21.04 – 21.05)
Иғтибар талап иткән эштәрегеҙ һәйбәт барыр. Шулай ҙа ҡамасаулап тороусылар ҙа табылыр. Шуға ҡарамаҫтан, алдан уйлағанығыҙҙы ваҡытында булдырырһығыҙ. Шаршамбыла алыҫтан яҡшы хәбәрҙәр килер.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Аралашыуҙа ҡыйынлыҡтар булмаҡсы. Бәғзеләр әллә ҡасан булған ваҡиғаларҙы иҫегеҙгә төшөрөр, бәлки. Был хәлдәрҙе дошманлыҡҡа еткермәҫ өсөн һеҙҙән түҙемлек талап ителер.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Әүҙем, үҙ көсөнә ышанғандар был аҙнала мотлаҡ уңыр. Артыҡ шикләнгән, икеләнгән кешеләр артығын булдыра алмаҫ, моғайын. Бәғзеләр элекке хаталарын төҙәтер. Йондоҙҙар иң ауыр хәлдә лә бурысҡа инмәҫкә ҡуша.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Киләһе көндәр ҡыйынлыҡтар килтерер. Эш урынығыҙҙа төрлө бәхәс йышайып китеүе лә ихтимал. Шаршамбыла фекерҙәштәрегеҙ менән дә уртаҡ тел табыуы ауырлашыр. Кесе йомала осраҡлы ғына өмөтлө танышыуҙар булдырырһығыҙ.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Етди мәсьәләләргә иғтибар йүнәлтеү ҡәҙимгенән ауыр булыр. Ваҡ мәшәҡәттәр күбәйер, ҡай саҡ ялҡаулыҡ та баҫыр. Йондоҙҙар тыныс ҡына яҡшы көндәр килеүен көтөргә ҡуша.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Кәрәкмәгән сығымдарығыҙ артып китеүе ихтимал. Шуға иғтибарлыраҡ булығыҙ. Был арала тәжрибәле кешеләр мотлаҡ урынлы кәңәш бирер. Кесе йомалағы һөйләшеү иҫегеҙҙә оҙаҡ һаҡланыр.
Саян (24.10 – 22.11)
Аҙна араһында күңелегеҙгә ятмаған эштәр менән йыш булышырһығыҙ. Шуға күрә һиҙелерлек уңышҡа өмөт итмәгеҙ. Шулай ҙа был көндәр фекерҙәштәр эҙләү өсөн уңайлы. Йомала ғаилә менән бәйле сығымдар көтөлә.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Һаҡ булыуығыҙ һеҙҙе ҡайһы бер хаталарҙан һәр саҡ ҡотҡарып торор. Эшегеҙҙә лә, өйөгөҙҙә лә юҡ-бар өсөн бәхәстәр йышайыр. Ҡайсаҡ быға үҙегеҙ ҙә сәбәп бирерһегеҙ. Кеше йомоштары менән дә йыш булышырһығыҙ.
ӨМӨТБАЙ.