

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)
Был арала йондоҙҙар аҡса менән бәйле мәсьәләләрҙә һаҡ булырға ҡуша. Еңел генә байып китеү мөмкинлеге тураһында уйлай күрмәгеҙ. Әлегә ҡиммәтле әйберҙәр һатып алмай тороуығыҙ дөрөҫ булыр.
Балыҡ ( 21.01 – 20.03)
Киләсәккә һәр саҡ өмөт менән ҡарағандар өсөн көндәр һәйбәт килмәксе. Ҡайһы бер ваҡиға һеҙ уйлағанса бармаһа ла, борсолмағыҙ. Быға ҡарамаҫтан, барыбер алдан уйлағанығыҙҙы тормошҡа ашырырһығыҙ. Кесе йомала алдығыҙҙа яңы мөмкинлектәр сылыр.
Буға ( 21.03 – 20.04)
Ҡайсаҡ аҡсаға ҡытлыҡ кисерерһегеҙ. Сығымдарығыҙға ҡарата иғтибарҙы кәметмәгеҙ. Бер аҙ түҙергә тырышығыҙ, тиҙҙән күптән көткән аҡса килер. Иң ҡатмарлы хәлдәрҙә яҡындарығыҙ ярҙам итер.
Буға ( 21.04 – 21.05)
Етди эштәр менән булышҡандар мотлаҡ уңыр. Бәғзеләр ниндәйҙер дөйөм эш тураһында һөйләшеп килешер. Ғаилә хәлдәре лә һәйбәтләнер, моғайын. Ҡайһы бер элекке үпкәләр ҙә яйлап онотолор. Кесе йома ғына бер аҙ буталсығыраҡ киле.
Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)
Еңел уңыштарға өмөт итмәгеҙ. Алдығыҙҙа һис тә уйламаған ҡаршылыҡтар килеп сығыуы ихтимал. Ситтән ярҙам алыу ҡыйынға тура килер. Элек булышлыҡ иткәндәр үҙ эше менән мәжғүл булыр.
Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)
Йыш ҡына тиҙ эш итергә кәрәк булыр. Шул осраҡта ғына уңышҡа өлгәшерһегеҙ. Шаршамбыла бик һирәк осрай торған мәлде күрергә тырышығыҙ. Кәрәк саҡта яҡындарығыҙ мотлаҡ ярҙам күрһәтер.
Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)
Еңел көндәргә өмөтләнмәгеҙ. Ҡайсаҡ уйламаған сит мәсьәләләр килеп сығыуы бар. Йондоҙҙар һәр хәлдә үҙ көсөгөҙгә ышанысты һаҡларға ҡуша. Йомала кемдер һеҙгә асыҡтан-асыҡ ҡаршы сығыр.
Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)
Яҡын арала ярҙамға мохтаж булырһығыҙ. Ошо көндәрҙә уҡ ышаныслы фекерҙәр эҙләй башлағыҙ. Бәғзеләр ҡайсаҡ икеләнә башлар. Яҡшы таныш эштәр менән булышырға кәңәш ителә. Бик тиҙҙҙән кәйефегеҙ күтәрелер.
Үлсәү ( 24.09 – 23.10)
Аҡса менән бәйле мәсьәләләрҙә һаҡ ҡыланығыҙ. Әлегә ҡиммәтле әйбер һатып алмауығыҙ дөрөҫ булыр. Бының өсөн тиҙҙән уңайы ваҡыт килер әле. Был арала һиҙелерлек уңыштар көтмәгеҙ.
Саян ( 24.10 – 22.11)
Әүҙем кешеләргә яҙмыш үҙе ярҙам итеп торор һәм ыңғай үҙгәрештәр килтерер. Һәр хәлдә һеҙҙән түҙемлек кәрәк булыр. Сөнки эшегеҙҙең йомғаҡтары тиҙ беленмәҫ, моғайын. Үткәндәрҙе мөмкин тиклем оноторға тырышығыҙ.
Уҡсы ( 23.11 – 21.12)
Бөтә көсөгөҙҙө аҙна башына йүнәлтергә кәңәш ителә. Шаршамбынан һуң икеле хәлдәр ҡапыл күбәйеп китер. Ҡаршылыҡтарға тап булғанда элек һеҙ ярҙам күрһәткән кешеләргә мөрәжәғәт итеүегеҙ дөрөҫ булыр.
ӨМӨТБАЙ.