

Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Шишәмбелә файҙалы осрашыу булыуы ихтимал. Ҡайһы бер һүҙегеҙ ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыр, бәлки. Ниндәйҙер дөйөм эш тураһында ла килешеүегеҙ мөмкин. Кесе йомала еңел генә һиҙелерлек уңышҡа өлгәшерһегеҙ.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Һеҙҙең тирәләге ваҡиғалар йыбанырға форсат бирмәҫ. Алдығыҙҙа яңы мөмкинлектәр асылыр, өмөтлө осраҡтар ҙа күбәйер. Шаршамбыла үҙ көсөгөҙҙө дөрөҫ баһаламауығыҙ ҙа бар. Шулай ҙа был кәйефегеҙҙе һис төшөрмәҫ.
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Был көндәрҙә күптән күңелегеҙҙе өйкәп торған ниндәйҙер бурысты ҡайтара алырһығыҙ. Уның мотлаҡ аҡсалата булмауы ла мөмкин. Бынан һуң күңелегеҙ бер аҙ бушап ҡалыр. Шәхси мөнәсәбәттәр ыңғай яҡҡа үҙгәрер.
Буға (21.04 – 21.05)
Бер аҙ алға китеү һеҙҙән мотлаҡ түҙемлек талап итер. Теләгенә тиҙ өлгәшергә өйрәнгәндәр өсөн был көндәрҙең күңелһеҙ күренеүе лә ихтимал. Үҙ көсөнә артыҡ ышанғандар ҙа был арала әллә ни артыҡ ырата алмаҫ.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Тырыш кешеләр өсөн аҙна уңышлы булырға оҡшай. Бәғзеләр алдан уйлағандан күберәкте булдыра алыр хатта. Кесе йома ғына файҙаһыҙ үтер. Ул көндә бөтөнләй уйламаған һәм кәрәкмәгән эш менән булышырһығыҙ.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Йондоҙҙар ғәҙәти, үҙаллы хәл итерлек эштәргә төп иғтибарҙы бирергә ҡуша. Һауала йөҙгәндәр бер ни ҙә булдыра алмаҫ. Кемдер был арала өмөтлө тәҡдим ишетер. Уға тиҙ яуап бирмәҫкә ҡушыла, башта бар яҡтан да тикшерегеҙ.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Был арала аҡса менән бәйле эштәрҙә үтә иғтибарлы булырға кәңәш ителә. Шишәмбелә кәрәкмәгәнгә артыҡ сумманы тотоноуығыҙ ихтимал. Кесе йомала ниндәйҙер етди мәсьәләгә осрарһығыҙ. Бәғзеләргә ярҙам эҙләргә лә тура килер, бәлки.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Төрлө ваҡ һәм ҙур эш ҡапыл күбәйеп китер. Ҡайсаҡ ниндәйенә алдан тотонорға икәнен белмәҫһегеҙ. Янығыҙҙағылар менән ҡаршылыҡтар ҙа йышайыр. Уртаҡ фекергә килеү ауырлашыр. Йомаға табан хәл үҙгәрер.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Аҙна тыныс уҙыр. Үткән ваҡиғаларға баһа биреү һәм фәһем алыу өсөн мөмкинлек тыуыр. Зирәгерәктәр хәлдәрҙең ҡайҙа барғанын аңлар һәм уларға әҙер булыр. Ғаилә мөнәсәбәттәрен ыңғайға үҙгәртергә форсат сығыр.
Саян (24.10 – 22.11)
Был арала дәртегеҙ ташып торор. Эске тауышығыҙ нимәгә алдан тотонорға кәрәген күрһәтер. Үҙ көсөгөҙҙө лә дөрөҫ самаларһығыҙ. Шаршамбыла өмөтлө осрашыу ҙа көтөлә. Аҙна йомғаҡтары менән ҡәнәғәт булырһығыҙ.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Аралашыуҙа мотлаҡ уңырһығыҙ. Башҡаларҙы аңлау ҙа еңеләйер. Үҙегеҙҙең уй-фекерҙәрегеҙҙе яҡындарығыҙға аңлайышлы еткерә алырһығыҙ. Ниндәйҙер элекке бурысығыҙҙы ҡайтарыу тураһында иҫтә тотоуығыҙ мөһим.
ӨМӨТБАЙ.