

Аҙнанан ашыу йөрөнөм шулай, тәғәйенләгән дауаларым килешкәндер күрәһең, инәйем дә күҙгә күренеп теремекләнде, сәләмәтләнде һымаҡ. Һуңғы уколды ҡаҙарға тип барғанда ул рәхмәт йөҙөнәндер, бәләкәй генә табын хәстәрләгәйне, бар һыйын күргәҙмәгә ҡуйғандай итеп алдыма теҙгән, түрҙә ҡорһаҡ тирәһе йәмшәйеп бөткән еҙ самауыр борхоп ҡайнай, ыҡсым өҫтәлгә ни генә ҡуймаған: яңы айыртылған ҡаймаҡ, ватылған йомарсыҡ һыйыр майы, муйыллы ҡорот, майланған сейә, майланған бөрлөгән, еләк, ҡарағат ҡаҡтары, ҡурай еләге ҡайнатмаһы, талҡан, ҡомалаҡ икмәге, сөсө күмәс, бетәү картуф, һыуҙа бешерелгән бетәү йомортҡа… Иҫәпләй китһәң осо-башына сығырлыҡ түгел, хатта ки төрөк солтаны, Великобритания королеваһы бындай һығылып торған һыйҙы һис ҡасан татып ҡарамағандыр, төштәрендә генә күреп, ауыҙ һыуҙары ҡороп ымһынмаһалар, ысынлап әйтәм! Инәйем дә мәртәбәле ҡунаҡ ҡаршылағандай ҡыланып тилбер йүгергеләй. Аштан оло булыу килешмәгән эш, бындай ҙа балыуан ризыҡтан баш тартыу гөнаһ ғәмәл, шуға ҡыҫтатмай ғына түргә үтеп ултырҙым. Ҡаршымдан урын алған хужабикә ҡырҡ ҡоршау сәйнүгенә услап һинд сәйен һалып ебәрҙе лә бер сите китек сынаяҡҡа яһалған ҡуян ҡанылай ҡайнар, ҡыҙыл сәйҙе алдыма ҡуйып, ауыҙ итеп ҡара тип, уныһын-быныһын шылдырып тәҡдим итә башланы. Бер аҙҙан бер нигә ҡағылмай сәй һөрпөлдәтеүемә иғтибар иткән ҡарсыҡ үртәлгәндәй итеп ҡаҡ һөйәк усын маңлайына сәпелдәтте:
- Алйығанмындыр күрәһең, шыпа ла күрмәйем балам, әйтһәң ни була,
алдымда ҡабыр нимә һалмағанһың тип?! Мә, минеке менән аша улайһа! - Ул шулай тине лә бал ҡалағын эсле-тышлы ялап алып, уны мул итәген ҡайырып ентекләп ҡоротҡандан һуң миңә һондо. Мин дә үҙ сиратымда ҡалаҡты ихласлап ауыҙыма ҡабып һурып алдым да алдымдағы ризыҡтарға үрелдем.
Гөлғәйшә ҡарсыҡ ирәбе, һыйсыл, ауыҙындағы һуңғы телемен өҙөп ҡаптырырға әҙер йомарт кеше ине. Шул таҙанан таҙа бал ҡалаҡ, инәйҙең бешергән тәм-томо һаман булһа ла телем осонда!
Хәйҙәр Тапаҡов.