Махсус биттәр
14 Сентября , 17:00

Йөрәк әрней, йөрәк! (Юмореска)

Зөһрә ауылына хәҙер ҡунаҡ булып ҡына ҡайта. Егерме йыллап ҡалала йәшәй. Студент булып сығып киткәненән Өфөлә тороп ҡалды.

Йөрәк әрней, йөрәк! (Юмореска)Йөрәк әрней, йөрәк! (Юмореска)
Йөрәк әрней, йөрәк! (Юмореска)

Тыуған яҡтарын һағынып-һағынып ҡына ике йылға бер ҡайтып төшә. Был юлы ла ике көнлөк ялын бушҡа үткәрмәйем тип, ауылына юлланды. Яҙғы һауа шәп, урманға һыйынып ҡына ултырған атайсалында рәхәтләнеп ял итер.
Атай нигеҙендә хәҙер ҡус­тыһы менән килене йәшәй. Тамаҡ һыйлы, эшкә бер кем екмәй – туйғансы йоҡла, аяғың талғансы ауыл урамын ҡыҙыр. Зөһрә шулай итте лә. Ҡунаҡҡа килеп төшөү менән, шишмә һыуын эскем килә тип, килештереп көйәнтә аҫып, шишмә эргәһендәге ҡоҙоҡҡа китте.
Кәртәләнеп, буралып ҡуйыл­ған ҡоҙоҡто күреү менән иҫ-аҡылы китте ҡыҙҙың. Элек ҡандай матур ине: буралары һап-һары, йәшелгә буялған кәртәләре тип-тигеҙ... Хәҙер буяуҙар уңған, кәртәләр бер аҙ ҡыйшайған. Зөһрә, күп уйлап тормай, ялт та йолт килеп фотоға төшөрҙө. Видео ла яҙҙырырға онотманы:
– Бына, һағынып ауылыма ҡайттым. Ошо ҡоҙоҡтан һыу эсеп үҫтек. Ул шул хәтлем тәмле, шифалы... Ҡоҙоҡ ҡыш көнө лә туңмай! Ҡарағыҙ, хәҙер ҡоҙо­ғобоҙ ни хәлдә ҡалған? Уны тәрбиәләрлек кешеләр юҡмы ни, ауылдаштар? Ни өсөн шул хәтлем битарафһығыҙ, туған­дар? Был күренешкә йөрәгем әрней, – тип иламһыраған тауыш менән төшөрөлгән видеоны шунда уҡ ауыл чатына ебәрҙе.
Ауыл чаты, ошоно ғына көт­кәндәй, гөж килде:
– Мин ул ҡоҙоҡтан биш йыл һыу алғаным юҡ. Ана, кемдәр ала, шулар таҙалаһын.
– Һин миңә төрттөрәһеңме? Ул ҡоҙоҡ минең исемгә яҙыл­ғанмы әллә?
– Һинән башҡа унда йөрөгән кешене күргәнем юҡ!
– Атыу, әйҙә, кәртәләйем дә йоҙаҡ эләм! Раз мин генә йөрөгәс!
– Тыҡырыҡты шулайтып кәртәләп алыуың етмәнеме? Хәҙер ҡоҙоҡҡа ҡулын һуҙа, битһеҙ!
– Ауыл хакимиәте нимәһен ҡарап ята? Был – уның эше!
– Минең башҡа эш юҡмы? Күпме яҙҙым, өмәгә сығайыҡ тип, бер кем килмәне! Һеҙҙән башҡа минең тағы дүрт ауыл бар!
– Мәңге шул – бер кемгә кәрәгебеҙ юҡ! Башлыҡҡа хат яҙырға кәрәк!
– Әйҙәгеҙ, һыу ярына ҡайтҡас, өмәгә сығайыҡ. Кәртәләйек, буяйыҡ, техника табырмын!
– Минең өйөмә һыу үткән, душ бар, улайтып бушҡа бил бөгөп йөрөү замандары уҙған.
– Килештермә, бер көн бил бөккәнең булдымы? Ирең ел­кәһендә ғүмер буйы яттың...
Зөһрә чаттағы һәр хатты иғтибар менән уҡыны. Кәрәк урында яуап та яҙҙы:
– Ярай – мин. Ауылға башҡа кеше килһә оят бит!
– Тыуған еребеҙҙе беҙ һаҡ­ламаһаҡ, кем һаҡлар?
– Түрәләргә ышанып ятырға ярамай!
– Йөрәк әрней, йөрәк!
– Атай-әсәйҙәребеҙ ошо би­тарафлыҡты күрһә, ни тиер ине?!
Кискә табан чатта ни өсөн бәхәс башланғанын да оноттолар. Һәр кемде етенсе быуынына тиклем тикшергәс, бер-береһен былай ғына һүгә башланылар. Зөһрә туҡтауһыҙ бе­зелдәгән телефонының тауышын һүндерҙе. “Ҡуйсы, иртәгә кире юлға, йоҡларға кәрәк”, – тип уйланы ул.
Ә юлда сағында Зөһрә видеоны социаль селтәргә ҡуйҙы. Башлыҡты, министрлыҡтарҙы, президентты ла билдәләргә онотманы. Тыуған ере өсөн йөрәге әрней шул Зөһрәнең, йөрәге...


Заһиҙә МУСИНА.

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас