Махсус биттәр
12 Сентября , 19:00

Йондоҙнамә (14–20 сентябрь)

Ылаҡ ( 22.12 – 20.01) Һеҙҙең тирәләге ваҡиғалар үтә яй барған һымаҡ тойолор. Һәр осраҡта ла уларҙы ашыҡтырмаҫҡа ҡушыла. Аралашыуҙа ҡайсаҡ ҡыйынлыҡ кисерерһегеҙ. Шаршамбыла һеҙҙе тәнҡитләүҙәре лә мөмкин, түҙемлек күрһәтегеҙ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Йондоҙнамә (14–20 сентябрь)Йондоҙнамә (14–20 сентябрь)
Йондоҙнамә (14–20 сентябрь)

 

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)

Шишәмбелә кемдер һеҙгә ниндәйҙер дәғүә белдерер кеүек. Был хәл әллә ни зыян килтермәҫ, ләкин кәйефегеҙҙе ныҡ ҡына боҙор. Шаршамбыла бәғзеләр етди ҡаршылыҡҡа осрар. Кәрәк саҡта ярҙам табыуы еңел булмаҫ.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)

Мәл тыныс һәм ашыҡмай эш итеү өсөн уңайлы. Был арала эшлекле һөйләшеүҙәр файҙалы һәм өмөтлө үтер. Матди ҡыйынлыҡ кисергәндәрҙең хәле ыңғай яҡҡа үҙгәрер. Кемдер өҫтөмә килем алыу юлдарын табыр.

Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)

Тормошоғоҙҙоң ыңғай яҡҡа үҙгәргәне асыҡ беленер. Йондоҙҙар киләсәккә маҡсаттарығыҙҙы әлегә белдермәҫкә ҡуша. Кесе йомала төп эшегеҙгә ҡағылған яңылыҡ ишетеүегеҙ бар. Был арала уйламаған аҡса килер.

Буға ( 21.04 – 21.05)

Мәл күптән уйығыҙҙа булған маҡсаттарҙы бойомға ашырыу өсөн ҡулай. Был арала һеҙгә бер ни ҙә ҡамасауламаҫ, ҡыйынлыҡтар ҙа көтөлмәй. Һәр хәлдә алға табан етди аҙым яһарһығыҙ.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)

Был көндәрҙә ниндәйҙер рәсми ойошманан яуап алыуығыҙ бар. Ул мотлаҡ ыңғай булмаһа ла, һеҙҙе борсоған мәсьәләләргә асыҡлыҡ индерер. Бәғзеләр элек боҙолған мөнәсәбәттәрҙе яҡшы яҡҡа үҙгәртер. Аҡса менән һаҡ булығыҙ.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)

Был арала яҡын кешеләр ҙә аралашыуҙа ҡыйынлыҡ кисерер. Ҡайсаҡ хәл үпкәләшеүгә тиклем барып етер. Йондоҙҙар был көндәрҙә етди мәсьәләләрҙе тикшереүҙе тыя.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)

Аҙна араһында аҡса-милек мәсьәләләре менән үтә һаҡ эш итергә кәңәш ителә. Бурысҡа аҡса алмауығыҙ хәйерле. Әгәр үҙегеҙ үтескә бирһәгеҙ, уны бик оҙаҡ көтөргә тура килер. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, күберәк ял итергә тырышығыҙ.

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)

Дүшәмбелә уйламаған эш менән булышырһығыҙ. Беыл хәл бер аҙ күңелегеҙҙе ҡырыр, моғайын. Борсолор өсөн башҡа сәбәптәр булмаҫҡа тейеш. Осор уҡып йөрөгәндәр, фән менән булышҡандар өсөн уңышлы.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)

Иң яуаплы эштәрегеҙҙе шишәмбе һәм шаршамбыға күсереүегеҙ файҙалыраҡ булыр. Әүҙемлегегеҙҙе күрерҙәр һәм онотмаҫтар. Бәғзеләр бик тиҙ өмөтлө тәҡдимдәр ҙә алыр. Аҙна аҙағына күптәрҙе ниндәйҙер күмәк сараға саҡырырҙар.

Саян ( 24.10 – 22.11)

Был арала ҡыйынлыҡтарға йыш осрарһығыҙ һымаҡ. Ҡайсаҡ ярҙам эҙләргә лә тура килер. Дөйөм эшкә бөтөнләй уйламаған кешеләрҙе лә йәлеп итерһегеҙ кеүек. Йомалағы яңылыҡ мотлаҡ ҡыуандырыр.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)

Шишәмбелә үтә иғтибарлы булыуығыҙ мөһим. Ҡайһы бер һүҙҙәрҙе яҡындарығыҙҙың дөрөҫ аңламауы ла ихтимал. Ерле-юҡтан кәрәкмәгән бәхәстәр ҙә килеп сығыр. Йомалағы икеләнеүҙәрегеҙ оҙаҡҡа бармаҫ.

ӨМӨТБАЙ.

Автор:Рөстәм Илтенбаев