Махсус биттәр
8 Сентября , 06:10

Ҡышҡа әҙерләнәбеҙ

Әле баҡсаларҙа уңыш өлгөргән мәл. Уңған хужабикәләр үҫтергән йәшелсәһен эшкәртеп, ҡышҡа етерлек салаттар, тоҙламалар ябыу менән булыша. Бөгөн аш-һыуын төрлән­де­рергә тырышҡан уңғанбикә­ләргә ярҙам йөҙөнән үҙебеҙ эшләп ҡараған рецептарҙы тәҡдим итәбеҙ.

Помидор тоҙлау

3 литрлыҡ стерилләнгән банка төбөнә укроп сатыры, керән япрағы, 6 – 7 бүлкәт һарымһаҡ, 5 – 6 бөртөк ҡара борос, бер киҫәк әсе борос, йыуылған помидорҙарҙы һалырға. Буш еренә ваҡ итеп туралған болгар боросон тултырырға. 
1 литр һыуға 1 ҙур ҡалаҡ шәкәр, 1 ҡалаҡ өймәләм тоҙ һалып, тоҙлоҡ ҡайнатырға һәм помидорҙар өҫтөнә ҡойорға. 1 балғалаҡ 70 процентлы һеркә эссенцияһын өҫтәгәс, банканың ҡапҡастарын нығытып ябырға һәм баш түбән әйләндереп, өҫтөн ҡалын юрған менән ҡаплап, бер тәүлек тоторға. Һыуынғас, баҙға ҡуйырға. 
Был ысул менән тоҙланған йә­шелсәне лә, һыуын да ҡалдыр­маясаҡһығыҙ. 

«Телеңде йоторлоҡ»

Стерилләнгән 1 литрлыҡ банка­ларҙың һәр береһенә 3-әр ҡалаҡ еҫһеҙ көнбағыш майы, 1 – 2 ҡалаҡ туралған укроп, петрушка, 1 укроп сатыры, теш таҙартҡыс менән бер нисә ерҙән тишеп, поми­дорҙарҙы тултырырға. 
3 литр һыуға 3 ҡалаҡ тоҙ, 7 ҡалаҡ шәкәр, 10 бөртөк хуш еҫле борос, 7 лавр япрағы һалып,  10 минут ҡайнатырға. Уға 1 стакан 9 процентлы аш һеркәһен ҡойғас, 2 минут утта тоторға. 
Помидорҙар өҫтөнә ошо тоҙлоҡто ҡойғас, банкаларҙы 15 минут сте­рилләргә һәм ҡап­ҡастарын ябырға. 

Ҡышҡа салат

Ҡалын ҡабыҡлы ҡатыраҡ поми­дорҙарҙы йыуып, эрерәк итеп турап, йыуылған 0,5, 0,7 литрлыҡ банкаларға тултырырға һәм һәр береһенә һалҡын һыу ҡойоп, ҡайнап сыҡҡандан һуң 15 минут стерилләргә. Ҡапҡастарын ябып нығытырға. 
Ҡышҡыһын банкалағы һыуын түгеп, поми­дорҙарға һуған, һарымһаҡ, үҫемлек майы ҡушып салат эшләргә, щи, борщ бешергәндә ҡулланырға мөмкин. 


Ҡыяр маринадлау

3 литрлыҡ таҙа банканың төбөнә керән япрағы, 2 – 3 бүлкәт һарымһаҡ, әсе борос, укроп сатырын, ҡыярҙарҙы һалғас, ҡайнар һыу ҡойоп, 10 минут тоторға. 
Һыуын кәстрүлгә ауҙарып, 1 литрға 1,5 ҡалаҡ тоҙ, 1 ҡалаҡ шәкәр һалып ҡайнатырға һәм йәнә ҡыярҙарға ҡойорға, 1 ҡалаҡ 70 процентлы һеркә эссенцияһын өҫтәгәс, банкаларҙың ҡапҡастарын нығытып ябырға һәм баш түбән әйләндереп, өҫтөнә ҡалын юрған ябырға. 

Мискәләге кеүек ҡыяр

3 литрлыҡ таҙа банканың төбөнә укроп, ҡарағат, керән, имән япраҡ­тары, 3 – 5 бүлкәт һарымһаҡ һалғас, ҡыярҙарҙы тултырырға. 
1 литр һыуға 2 ҡалаҡ тоҙ иҫәбенән банкаларға еткәнсе тоҙлоҡ ҡайнатырға һәм йәшелсәгә ҡойоп, ике көн бүлмәлә тотоп әсетергә. Өҫтөнә сыҡҡан күбеген йыйып алырға онотмағыҙ. 
Өсөнсө көндә тоҙлоҡто яңынан ҡайнатып, банкалағы ҡыярҙарға ҡойғас, ҡапҡастарын нығытып ябырға. 
Был ысул менән тоҙланған ҡыяр мискәләге кеүек тәмле һәм кетерҙәк була. 

Еңел салат

3 кг ҡыярҙы йыуып, уртаға ҡырҡырға һәм ярым түңәрәкләп, 300 г башлы һуғанды ярым балдаҡлап турарға һәм 2-шәр ҡалаҡ тоҙ, шәкәр, 3 ҡалаҡ 9 процентлы аш һеркәһе, 200 мл еҫһеҙ көнбағыш майы ҡушып бутарға. Ҡыярҙың һуты сыҡҡансы 40 минут өҫтәлдә тоторға. 
Шунан талғын утта биш минут ҡайнатырға ла, стерилләнгән бан­каларға һалып, ҡапҡастарын ябып, баш түбән әйләндерергә. Ҡалын юрған менән ҡаплап, һыуынғансы тоторға. 
Һалҡынса ҡараңғы урынға ҡуйырға. 

Ҡыяр, болгар боросо һәм 
помидорҙан салат

5 кг ҡыяр, 2 кг помидор, 2 баш һарымһаҡ, 3 ҙур ҡыҙыл болгар боросо, стакандың өстән ике өлөшө шәкәр, 3 ҡалаҡ тоҙ, 1 стакан еҫһеҙ көнбағыш майы, 50 мл 9 процентлы аш һеркәһе алына. 
Таҙартып туралған борос, помидор һәм һа­рымһаҡты ит үткәргестән үткәреп, түңәрәкләп туралған ҡыярҙы, тоҙ, шәкәр, майҙы һалып, яҡшылап бутарға һәм талғын утҡа ҡуйырға. 
Ҡайнап сыҡҡас, 7 минут бешерергә лә алыр алдынан аш һеркәһен өҫтәргә. 
Салатты эҫеләй генә алдан сте­рилләнгән бан­каларға тултырырға, ҡапҡастарын ябып, баш түбән әйлән­дереп, юрған аҫтында тоторға. 

Болгар боросонан лечо

3 кг болгар боросо, 2 кг помидор, 1 баш һарымһаҡ, 1 әсе борос, 2 аш ҡалағы тоҙ, 100 г шәкәр, 100 мл еҫһеҙ көнбағыш майы, 50 мл 9 процентлы аш һеркәһе кәрәк. 
Әгәр әсе салат яратмаһағыҙ, һа­рымһаҡты һалмаһағыҙ ҙа була. 
Боростоң орлоғон алып йыуғандан һуң, 1х1 см ҙурлығында шаҡмаҡлап йәки 0,5 см яҫылығында һаламлап турарға. 
Помидорҙы, әсе боросто йыуып, ит үткәргестән үткәрергә. 
Йәшелсәне бергә ҡушып кәстрүлгә һалғас, тоҙ, шәкәр, үҫемлек майы өҫтәп, борос бешкәнсе талғын утта бешерергә. 
Әҙер булыр алдынан аш һеркәһен өҫтәргә һәм алдан стерилләнгән банкаларға тултырып, ҡап­ҡастарын ябып нығытырға. 
Баш түбән әйләндереп, өҫтөн ҡалын юрған менән ҡаплап, һыуынғансы тоторға. 
Аш һеркәһен яратмаһағыҙ, ҡуш­маһағыҙ ҙа ярай. 

«Тәмлетамаҡ» салаты

2,5 кг помидор, 2,5 кг болгар боросо, 1,5 кг кишер, 100 г шәкәр, самалап тоҙ, 1 стакан көнбағыш майы, 3 – 4 баш һарымһаҡ, 50 мл 9 процентлы аш һеркәһе, 1 – 2 әсе борос кәрәк. 
Помидор менән болгар боросон турарға. Кишерҙе ит үткәргестән үткәрергә. 
Йәшелсәнең бөтәһен дә бергә ҡушып, тоҙ, борос өҫтәп бутарға һәм үҫемлек майында әҙер булғансы быҡтырырға. 
Уттан алыр алдынан иҙелгән һарымһаҡты, аш һеркәһен, ваҡ итеп туралған әсе боросто һалып, йәнә 10 минут бешерергә һәм стерилләнгән банкаларға һалып, ҡапҡастарын нығытып ябырға. Баш түбән әйлән­дереп, өҫтөн юрған менән ҡаплап ҡуйырға. 

Баклажандан салат

3 кг помидор, 1,5 кг баклажан, 1 кг болгар боросо, 2 баш һарымһаҡ, 0,5 стакан 9 процентлы аш һеркәһе, 0,5 стакан һыу, 1 стакан шәкәр, 0,5 стакан көнбағыш майы, 2 ҡалаҡ тоҙ алына. 
Помидорҙарҙы ит үткәргестән үткәрергә. 
Баклажандарҙы эре шаҡмаҡлап, болгар боросон ярым балдаҡлап турарға. 
Помидорҙарға тоҙ, шәкәр, май, һыуҙы, аш һеркәһен өҫтәп, бак­лажандарҙы, боросто һалып бутап, 30 минут ҡайнатырға. 
Әҙер булырға 5 минут ҡалғас, иҙелгән һарымһаҡты өҫтәп, утта бер аҙ тоторға һәм стериль банкаларға һалып ябырға. 
Баш түбән әйләндереп өҫтөн йылы юрған менән ҡаплап тоторға. 

Баклажандан «бәшмәк»

Баклажандарҙы йыуып, түңәрәкләп турарға һәм әсеһе бөтһөн өсөн бер сәғәт һалҡын һыуҙа тоторға. 
1 литр һыуға 2-шәр ҡалаҡ тоҙ менән шәкәр, 1 ҡалаҡ 9 процентлы аш һеркәһе һалып тоҙлоҡ ҡайнатырға. 
Йәшелсәне һыуҙан алғас, салфетка менән ҡоротоп, һәр түңәрәкте үҫемлек майында ҡыҙҙырырға. 
Ҙурыраҡ кәстрүлгә баклажандарҙы өҫтөнә туралған һарымһаҡ, укроп сатырын һалып, бер нисә ҡат итеп сиратлаштырырға. 
Шунан өҫтөнә тоҙлоҡто ҡойорға ла тәрилкә һалып, уны һыу тултырылған өс литрлыҡ банка менән баҫтырып, өс сәғәт кухняла тотҡандан һуң, бер тәүлек һалҡын ергә ҡуйырға. 
Ошо ваҡыт үткәс, йәшелсәне стериль бан­каларға һалып ябырға. 
Был салат тәме буйынса тоҙло бәшмәккә оҡшаш һәм бик тәмле була. 

Ашҡабаҡтан икра

3 кг ашҡабак (кабачки), 1 кг кишер, 800 г башлы һуғанды турағас, төбөнә ярты стакан һыу ҡойолған кәстрүлгә һалып, 40 – 59 минут быҡтырырға. 
Ошо ваҡыт үткәс, блендер менән иҙергә һәм 250 мл томат соусы йәки һыу менән шыйыҡ­латылған паста, 7 ҡалаҡ шәкәр, 3 ҡалаҡ тоҙ, 150 мл еҫһеҙ көнбағыш майы, самалап ҡара борос өҫтәп, тағы 25 минут болғата-болғата бешерергә. 
Әҙер булғас, 60 мл 9 процентлы аш һеркәһе ҡойоп бутарға һәм стериль банкаларға тултырып ябырға. 

Универсаль сөгөлдөр

3 кг сөгөлдөр, 3 ҡалаҡ шәкәр, 2 ҡалаҡ тоҙ, 200 мл еҫһеҙ көнбағыш майы, 3 ҡалаҡ 9 процентлы аш һеркәһе кәрәк. 
Ҡабығы әрсеп йыуылған сөгөлдөрҙө эре тишекле ҡырғыста ҡырғас, тоҙ менән шәкәрҙе, аш һеркәһен һалып бутарға һәм май ҡойолған ҡаҙанда болғата-болғата әҙер булғансы бешерергә. 
Стериль банкаларға һалып япҡандан һуң, өҫтөн йылы әле менән ҡаплап, һыуынғансы тоторға. 
Ошолай әҙерләнгән сөгөлдөрҙө "Тунлы сельдь" салаты йәки борщ бешереү өсөн ҡулланырға мөмкин. 
Ә инде иҙелгән һарымһаҡ, грек сәтләуеге, ҡара емеш ҡушһаң телеңде йоторлоҡ тәмле була. 
Бер ни ҙә ҡушмаһаң да тәмле була. 

Борщ

Уны әҙерләү өсөн 3 кг сөгөлдөр, 1 кғ кишер, 1 кг башлы һуған, 1кг болгар боросо, 1 кг помидор,    0,5 стакан шәкәр, 3-4 ҡалаҡ тоҙ, 1 стакан еҫһеҙ көнбағыш майы, 125 мл 9 процентлы аш һеркәһе кәрәк. 
Сөгөлдөр менән кишерҙе эре тишекле ҡырғыста ҡырырға. 
Һуғанды –  ярым балдаҡлап, боросто һаламлап турарға. 
Помидорҙарҙы ит үткәргестән үт­кәрергә. 
Йәшелсәнең бөтәһен дә ҙур кәстрүлгә һалғас, тоҙ, шәкәр, майҙы өҫтәп, талғын утта 30 минут бешерергә. 
Аш һеркәһен ҡойғас, йәнә 5 минут утта тоторға. 
Стериль банкаларға тығыҙлап тултырып, ҡап­ҡастарын ябырға, баш түбән әйләндереп, юрған аҫтында тоторға. 

Кәбеҫтәнән солянка

2 кг ҡышҡы сортлы кәбеҫтәне һаламлап турағас, 2 кг үткәрелгән помидор, 1 кг туралған башлы һу­ған, 1 кг эре тишекле ҡырғыста ҡырылған кишер, 0,5 литр еҫһеҙ көнбағыш майы, 2 ҡалаҡ 9 процентлы аш һеркәһе, 2 ҡалаҡ тоҙ, 1 ҡалаҡ шәкәр, 15 бөртөклө ҡара борос, 5 лавр япрағы һалып, 1 сәғәт бешерергә. 
Әҙер булғас, стериль банкаларға тығыҙлап тултырып, ҡапҡастарын ябып, баш түбән әйлән­дереп, өҫтөн юрған менән ҡаплап, һыуынғансы тоторға. 
Помидор урынына томат пастаһы йәки соусын, шәкәр менән тоҙҙо үҙегеҙгә оҡшаған күләмдә ҡуша алаһығыҙ. 

Рассольник

500 г башлы һуған, 1 кг помидор, 2 кг ҡыяр, 500 г кишер, 300 г арпа ярмаһы, 2 ҡалаҡ шәкәр, 2 ҡалаҡ тоҙ, 100 мл һыу, 60 мл 9 процентлы аш һеркәһе, 10 бөртөклө ҡара борос, 80 мл еҫһеҙ үҫемлек майы кәрәк. 
Һуғанды ваҡ итеп турап, майҙа ҡыҙҙырырға. 
Уға ҡырылган кишерҙе өҫтәргә. Шунан туралған помидорҙы, шәкәрҙе, тоҙҙо, боросто һалып, ҡайнау хәленә еткәнсе утта тоторға ла алдан һыуға һалып бүрттерелгән ярманы, уртаса шаҡмаҡ итеп туралған ҡыярҙы һалып, яҡшылап бутарға. 
Ҡатнашманы болғата-болғата 40 минут бешерергә. Әҙер булырға 10 минут ҡалғас, аш һеркәһен ҡойорға. 
Әҙер булғас, стериль банкаларға тултырып ябып, баш түбән әйләндереп, юрған менән ҡапларға. 

Щи

1 кг кәбеҫтә, 500 г кишер, 300 г помидор, 300 г башлы һуған, булһа, петрушка менән укроп, 50 мл еҫһеҙ көнбағыш майы, 1,5 ҡалаҡ шәкәр, 1 ҡалаҡ тоҙ, 10 бөртөклө ҡара борос, 50 мл 9 процентлы аш һеркәһе. 
Кәбеҫтәне – һаламлап, һуғанды – ярым балдаҡ­лап, помидорҙы, йәшел тәмләткестәрҙе вағыраҡ итеп турарға. 
Бөтә ингредиентты кәстрүлгә һалып бутағас, талғын утта болғата-болғата 20 – 25 минут беше­рергә һәм стериль банкаларға һалып япҡас, баш түбән әйләндереп, өҫтөн юрған менән ябырға. 

Ҡышҡа корейса кишер 
салаты

3 кг кишер, 0,5 кг башлы һуған, 2 ҡалаҡ тоҙ,     200 г шәкәр, 100 мл еҫһеҙ көнбағыш майы, 100 мл 9 процентлы аш һеркәһе, 1 ҡап корейса кишер өсөн тәмләткес, 2 баш һа­рымһаҡ алына. 
Йыуылған кишерҙе махсус ҡырғыста ҡырырға. Һуғанды ваҡ итеп турарға. Һарымһаҡты иҙергә. 
Ошо йәшелсәгә тоҙ, шәкәр, тәм­ләткесте, аш һеркәһен, майҙы, һа­рымһаҡты өҫтәп бутағас, бер төн кухняла тоторға. 
Иртән стериль банкаларға тығыҙлап тул­тыр­ғандан һуң, ярты литрлыҡ банкаларҙы – 10, 750 миллилитр­лыҡтарын 13 – 15 минут сте­рил­ләргә. Ҡапҡастарын япҡас, йылы юрған ябып, һыуынғансы тоторға. 

Ассорти салат

1 кг кишер, 1 кг башлы һуған, 1 кг ҡышҡы сортлы кәбеҫтә, 1 кг болгар боросо, 1 кг помидор, 1 кг ҡыяр, бер 200 г укроп менән петрушка, 2 стакан еҫһеҙ көнбағыш майы, 2 ҡалаҡ тоҙ, 1 стакан шәкәр, 125 мл 9 процентлы аш һеркәһе йәки 2 ҡалаҡ 70 процентлы һеркә кислотаһы кәрәк. 
Йәшелсәнең барыһын да үҙегеҙ теләгәнсә турағас, тоҙ, шәкәр, май, аш һеркәһен өҫтәп, талғын утта болғата-болғата 30 минут бешерергә. 
Стериль банкаларға тултырып, ҡапҡастарын япҡас, йылы юрған аҫтында тоторға. 

Махсус сығарылышты Ә. ХЫЗЫРОВА әҙерләне. 

Читайте нас