Махсус биттәр
8 Сентября , 17:00

Яҙмыштарҙан уҙмыш юҡ (Хикәйә)

Сая тулҡындарын таштан ташҡа бәреп шарлап аҡҡан Нөгөш йылғаһы буйына, бер урам булып, Ҡарағаслы ауылы өйҙәре теҙелгән. Ауылдың тирә-яғын бейек-бейек тауҙар уратып алған. Ҡаршыла – Масаҡ, түбәһенә менеп ҡараһаң, ауыл ус төбөндә генә һымаҡ күренә, хатта кешеләрҙең һөйләшкәне лә асыҡ ҡына ишетелеп тора. Һул яҡта – әтлек, һарына, ҡымыҙлыҡ, йыуаға бай Артыштау, әҙ генә уңға боролһаң, Шаулама түбәһе, Нөгөштө аша сыҡһаң, теп-текә, бейек, ҡыйғыр бөркөттәр төйәге Турахан ҡаялары теҙелгән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яҙмыштарҙан уҙмыш юҡ (Хикәйә)Яҙмыштарҙан уҙмыш юҡ (Хикәйә)
Яҙмыштарҙан уҙмыш юҡ (Хикәйә)


Оло юлға сығыр алдынан Масаҡтың иң бейек түбәһенә менеп, аҡ томандар эсендә иҙерәп кенә ятҡан тыуған төйәген, тирә-яҡ тәбиғәтен күҙәтергә ярата Хәмит. Бөгөн Ҡарағаслы ир-егеттәре һалға баҫып, алыҫ сәфәргә юлланырға йыйын­ған. Хәмит тә күршеһе Әбдерәхим менән дүрт кәшмәкле һал әҙерләп ҡуйҙы. “Быйыл йыл ауыр килергә оҡшай, ҡышын ҡар әҙ яуҙы, ер дымға туйманы, ҡар тиҙ генә иреп бөттө лә ҡуйҙы, ҡоролоҡ булмаһа ярар ине, тағы ла әллә ниндәй ҡурҡыныс ауырыу таралған, ауылдары менән кешеләр ҡырыла, тип һөйләйҙәр. Кәртә-ҡураны, ҡап­ҡаларҙы, ин­дектәрҙе, ул афәт кер­мәһен тип, таҙа дегеттәргә буяп бөттөк. Аллам һаҡлаһын, беҙҙең яҡтарға ла килеп етмәһен ул ауырыу. Һалымды, эшләгән әйберҙәремде һата алһам, ярма, иген, балаларымдың өҫтөнә кейем-һалым алыр инем”, – тигән уйҙар менән ауылы яғына ыңғайланы. Өйөнә ҡайтып ин­гәндә, улдары йоҡонан торған, кәләше урындыҡҡа сәй ултыртып йөрөй, әсәһе ғәҙәттәгесә намаҙын уҡып бөткән дә тәсбих тартып ултыра ине. Сәй эскән арала атаһының алдында ултырған кесе улы Сабит:
– Атай, һин беҙгә һалдан муйынға тағып ашап йөрөй торған ҡалас, тәмле кән­фиттәр алып ҡайтырһың, йәме, – тип, иркәләнеп кенә тәтелдәне. Өлкән улы, Сәғите, бик етди ҡиәфәттә:
– Атай, миңә айыуға һунарға йөрөргә мылтыҡ алып ҡайтһаң, яҡшы булыр ине, – тигән булды.
– Айыуға һунарға йөрөргә иртәрәк бит әле һиңә, улым, ярар, ҡарармын, моғайын, һиңә тигән мылтыҡ баҙарҙың берәй мөйөшөндә яталыр ул, – тип йылмайып, улының арҡаһынан һөйҙө атаһы.
Улы оҙон юлға сығыр алдынан Мәүлиҙә әбей юл доғаһы уҡығанда, бөтәһе лә, ҡулдарын күтәреп, шым ғына тыңлап ултырҙы ла:
– Юлдарыңда Хызыр Ильяс юлдаш булһын, кәсебең уңып торһон, бәлә-ҡазалар урап үтһен, иҫән-һау ғына әйләнеп ҡайт, улым, – тип, доғаларын тамамлап, теләктәрен теләп бөтөүгә “Аллаһу Әкбәр” тип, биттәрен һыпырып ҡуйҙылар.
– Ярар, мин ҡуҙғалайым инде, иҫән-һау тороғоҙ. Сәғит, Сабит, өләсәйегеҙгә, әсә­йегеҙгә ярҙам итешеп йөрөгөҙ. Һеҙ хәҙер ҙур үҫеп еткән егеттәрһегеҙ, донъя­ны һеҙгә ышанып ҡалдырып китәм, – тине Хәмит, улдарының арҡаһынан һөйөп. Кәләшенә яғымлы ғына ҡараш ташлап:
– Һау булып тор, һөйөклөм, бирешмә! Мин оҙаҡ йөрөмәм, тиҙ әйләнеп ҡай­тырмын, – тине. Сабира балалары менән Хәмит­те оҙатырға сыҡты.
Нөгөш йылғаһы буйлап бер-бер артлы һалдар теҙелеп киткән. Һалсылар йыраҡ сәфәргә юлланыр алдынан баҙарға сығарып һатырға ҡыш буйына әҙерләгән ағас күнәктәрен, батмандарын, туҫтаҡ- сеүәтәләрен, көрәк-һәнәктәрен, сеп­тә­ләрен, арҡандарын һалдарына ны­ғытып бәйләп йөрөйҙәр. Хәмит тә әҙерләгән әйберҙәрен уңайлы ғына итеп урынлаштырып ҡуйҙы. Ҡарағаслылар һәр йыл яҙ һайын ана шулай, һалға сығып, кәсеп­ләнеп ҡайта. Һалдар яйлап ҡуҙғала башланы. Хәмит үҙе алғы ишкәктә, Әбде­рәхимде артҡыһына ҡуйҙы. Сабира һәм балалары яр башында, ҡулдарын болғап, Хәмитте оҙатып тороп ҡалды.
Ирен оҙатҡандан һуң, Сабира өйҙә бер ҙә толҡа тапманы, үҙен ниндәйҙер бушлыҡ уратып алған кеүек хис итте, ары һуғылды, бире һуғылды, һис юғында улдарымдың күлдәк-ыштандарын булһа ла йыуып алайым әле, тип ҡаҙанға һыу эҫетергә ҡуйҙы. Ҡәйнәһе:
– Килен, өй эсенән берәйһе оҙон юлға сыҡһа, тәүге көндә үк кер, иҙән йыу­майҙар. Был – борондан ҡалған йола, иртәгә йыуырһың әле. Бик булмаһа, малайҙарыңды эйәрт тә ана Артыштауға барып, йыуа, оҫҡон йыйып алып ҡай­тығыҙ. Мин һеҙҙең килеүегеҙгә ыумас бешереп ҡуйырмын, – тине. Килене:
– Ярар, ҡәйнәм, ҡышҡылыҡҡа оҫҡон да тоҙлап ҡуйырбыҙ әле, – тине. Үҙе:
– Иртә лә генә томан, кис тә томан,
Был томанҡайҙарға ни булған?
Тауға ла менеп, ташҡа баҫып,
Һин ҡарарһың, бәғерем, мин булмам, – тип эстән генә көйләй-көйләй, улдарын эйәртеп, Артыштауға йүнәлде. Мәүлиҙә әбей:
– Хәмитем – кәләшенән, мин килендән уңдым, Аллаһҡа шөкөр. Киленем – етем бала, өләсәй тәрбиәһендә генә үҫһә лә, эшкә бик тилбер. Бәхеттәре ғүмерлек булһын инде балаҡайҙарымдың. Тауышы бигерәк моңло. Тик әллә ниңә гел ошо йырҙы көйләй ҙә йөрөйсө. Элек ололар, күп моңланмағыҙ, тип киҫәтеп торор ине. Мин дә йәш сағымда был йырҙы яратып йырлай торғайным шул, – тип, Заһи­ҙул­лаһын иҫенә төшөрөп, күҙенә йәш алды.
Бер-береһен һөйөп туя алмаҫлыҡ, тал сыбығындай, йәш кенә, матур ғына саҡ­тары. Заһиҙуллаһының урманға бүрәнә ҡырҡырға киткәне бөгөнгөләй күҙ алдында Мәүлиҙәнең, ҡапҡа тышына сығып оҙатып ҡалғайны һөйгәнен. Тик төшкә табан “Заһиҙулланы бүрәнә баҫып үлтер­гән” тигән йән өшөткөс хәбәр килде. Ҡайныһы үрһәләнеп:
– Һеҙ, йәштәр, бер тотонғас, ағасты йыҡҡансы ҡырҡырға кәрәк икәнен белмәйһегеҙ шул. Кисә Заһиҙулламдың балтаһының һабы һынып, ҡырҡылған ағасты йыға алмайынса, шул көйөнә ҡалдырып ҡайтып киткәндәр. Ҡайһы­лайтып булһа ла, йығырға кәрәк булған да бит. Нисек ағастың хәтере юҡ тип әйтәһең? Шул йыуан ағас бөгөн улымдың өҫтөнә йығылған бит, – тип, башын баҫып илап ултырҙы.
Йәш кенә көйө тол ҡалған Мәүлиҙәне һоратыусылар күп булды, ләкин береһенә лә күңеле ятманы. Ҡайныһының, ата­һының ҡурсалауы, ярҙамы арҡаһында Хәмите бынамын тигән ир-егет булып үҫеп етте.
Һалсылар юлға сығып, өс-дүрт көн үткәс, һауа боҙолдо, дауыл ҡупты, ҡайһы бер ағастарҙы төбө-тамыры менән аҡта­рып ташланы. Бигерәк тә Шаулама түбәһенең урманы дауыл менән бергә олоно. Мәүлиҙә әбей:
– Боронғолар: «Шаулама түбәһенең урманы ел-дауылда ҡотора, изгелеккә генә булһа ярар ине», тип теләктәр теләрҙәр ине, – тип, донъяға тыныслыҡ, һалсы­ларҙың имен-аман ҡайтыуҙарына доғалар бағышланы.
Урамда уйнап йөрөгән Сәғите ашығып килеп керҙе лә:
– Әсәй, өләсәй, Әбдерәхим ағайым һалдан ҡайтҡан, соланының тупһаһында башын түбән эйгән дә йомарланып ҡына ултыра. «Атайым ҡайҙа, ниңә һинең менән ҡайтмаған?» – тигәйнем, миңә башын күтәреп, күҙҙәрен ҙур асып ҡараны ла бер нәмә лә өндәшмәне, – тип хәбәр һалды. Мәүлиҙә әбей шомланып:
– Әйҙә, килен, барып, Әбдерәхимдең хәлен белеп киләйек әле, – тине.
Сабира, ҡәйнәһе, малайҙар килгәндә лә Әбдерәхим һаман да шул рәүешле ултыра ине.
– Һаумы, Әбдерәхим? Ағайың ҡайҙа? Ниңә бер үҙең генә ҡайттың? – тип, бер- бер артлы һорауҙарын теҙҙеләр ҡәйнә менән килен. Оҙаҡ ҡына ултырғандан һуң Әбдерәхим:
– Ағайым, ағайым, – тине лә илап ебәрҙе.
– Ни булды ағайыңа? Тиҙерәк әйт, – Сабираның да күҙҙәренән йәш тәгәрәне.
– Күк йөҙөн ҡап-ҡара болоттар ҡап­ланы, бөтә донъя ҡараңғыланып китте, ел-дауыл ҡупты. Ағайым һалды бороп өлгөр­мәне. Һал текә торҙо ла ҡаяға барып бәрелде. Һалыбыҙ селпәрәмә килде, аға­йым үҙе лә, ҡыш буйына ыҙалап эшләгән әйберҙәре лә, һалыбыҙҙың бүрәнәләре лә ағып китеп бөттө. Үҙем саҡ йөҙөп сыҡтым. Ағайымды икенсе көнөнә генә эҙләп табып, Ташлы тигән ауылдың зыяратына ерләнек, – тине һыңҡылдап. Илаш китте.
– Балаҡайымдың һөйәге сит ерҙәрҙә ятып ҡалды, үҙе етем үҫте, балаларына ла шул яҙмыш яҙған икән, – тип иланы Мәүлиҙә әбей. Сабира ике балаһын ҡосаҡлап:
– Һинһеҙ ҡалайтырбыҙ, нисек йә­шәр­беҙ? Донъябыҙҙың йәме, рәте китте бит, – тип иланы.
Барлы-юҡлы ғына ризыҡтарын йыйып, Хәмиттең өсөн, етеһен, ҡырҡын уҡыт­тылар. Көн һайын әтлеккә, һарынаға, емеш-еләккә йөрөнөләр. Ҡаза бер килһә, килә лә килә бит ул, шуға ла “Ҡайғы килһә, ишегеңде ас”, – тигән боронғолар. Күҙ терәп кенә торған Аҡбаш һыйырҙы ла айыу ашап ҡуйҙы.
Ә бер көндө күрше ауылдан Хәмиттең ике туған ағаһы Әбүшахман, Ғәйзулла ҡарт килеп төштө. Ғәйзулла ҡарт килештереп бер аяғының балағын төшөрөп ебәргән булған. Уларҙы күреп, Мәүлиҙә әбейҙең йөрәге “жыу” итеп ҡалды.
– Һаумы, еңгә? Хәлдәрегеҙ нисек? Һеҙҙең яҡтарға тана-торпо эҙләп килеп сыҡтыҡ әле, – тине Ғәйзулла ҡарт.
– Хәлдәрҙең нисек икәнен белеп тораһығыҙ бит, беҙҙә һатлыҡ тана-торпо юҡ, – тине Мәүлиҙә әбей, ҡаты ғына итеп.
– Тана-торпо тип ни, киленең Сабираны әйтәм инде. Бына Әбүшахманға өсөнсө бисәлеккә һоратырға тип килгәйнек.
– Әстәғәфируллаһ, ике бисәһе, балалары бар, шул етмәгәнме ни уға? Хәмитемдең ҡайғыларынан йөрәктәребеҙ һарһылып, һыҙланып йөрөгәндә нисек батырсы­лығың, оятың етеп яусы булып килдең? Әле генә атаһын юғалтҡан Сәғит менән Сабитты нимә тип уйлайһың? Шыпа етем ҡалалар бит, – тип илап ебәрҙе Мәүлиҙә әбей.
Ошоға тиклем шым ғына тыңлап торған Әбүшахман телгә килде:
– Эйе, хәлегеҙҙе белеп торабыҙ, һы­йырығыҙҙы ла айыу ашаған икән. Ике бисә эргәһенә өсөнсө бисә лә балалары менән бергә һыйыр ул. Беҙ былай арыу ғына йәшәп ятабыҙ, бисәләремде, балаларымды асыҡтырғаным юҡ. Сабира киленде өсөнсөгә бисә итеп алһам, ҡус­тымдың да балаларын ҡаҡмам, һуҡмам, ел-ямғыр ҙа тейҙермәй ҡарап үҫ­те­ре­шермен, – тине, сөсө телләнеп.
– Йылдар ҙа ауыр бит, еңгә, аслыҡ, ауырыу таралған. Кешеләр аслыҡтан да, ауырыуҙан да ауылдары менән ҡы­рыла, – тине Ғәйзулла ҡарт. – Сабира килен йәш бит әле, ғүмере буйы һине ҡарауыллап ултырмаҫ инде. Ҡасан да булһа, барыбер иргә барыр. Ир балаларҙы тәрбиәләп үҫте­рергә ир ҡулы кәрәк. Алам тигән ышаныслы кеше барҙа, киленеңде урынлаштырып ҡалыу хәйерле булыр.
Ошоға тиклем ҡаты ғына һөйләшеп торған Мәүлиҙә әбей икеләнеп, тәрән уйға ҡалды. “Заһиҙуллам үлгәндә, атайым, ҡайным Хәмитемә ҡанат булды. Үҙем утын-бесәнһеҙ интекмәнем. Ысынлап та, ир балаларҙы тәрбиәләп үҫ­те­решергә ир ҡулы кәрәк шул. Киленемдең ышаныслы бер кеме лә юҡ”, – тип уйланы. Башын түбән эйеп, ҡайғыһынан да, аптырауынан да ни тип әйтергә белмәй аңҡы-тиңке булып ултырған килененә:
– Яҙмыштан уҙмыш юҡ. Әллә риза булаһың да ҡуяһыңмы, килен? – тине Мәүлиҙә әбей.
Ир ҡулыһыҙ тормоштоң ауырлығын, улдарының киләсәген уйлап, Сабира Әбүшахманға өсөнсө бисә булып барырға риза булды. Күҙҙәре йәш менән тулы Сәғите әсәһенең яңғыҙ ғына ултырған сағын тап килтереп, эргәһенә килде лә:
– Әсәй, әллә был ямаҡай бабайға бармайһыңмы? Күҙҙәре ҡайһылай ҡур­ҡыныс. Өләсәйем, һин, мин, ҡустым – үҙебеҙ генә йәшәйек. Мин ҙур үҫкәнмен, утынын, бесәнен ташышырмын. Атайым да: «Һеҙ ҙур үҫкәнһегеҙ, өләсәйеңә, әсәйеңә ярҙам итеп тороғоҙ», – тигәйне бит, – тине лә, күҙҙәренән гәрәбәләй эре-эре йәштәре тәгәрләп китте. Сабира улын ҡосаҡлап үкһеп-үкһеп иланы.
Әбүшахман, малайҙарҙы бер аҙнанан килеп алырбыҙ, тигән булып, Сабираны үҙе менән алып ҡайтып китте. Аҙна түгел, ай үтте, балаларҙың килеп хәлен белгән кеше лә булманы. Сабира улдарын ныҡ һағынды, өҙгөләнде, төндәрен илап сыҡ­ты. Балаларын алып килеү тураһында Әбүшахманға әллә нисә тапҡыр өндәшеп ҡараны, ләкин уныһы Сабираның илап ялбарыуҙарын ҡолағына ла элмәне. Әсә йөрәге һиҙмәй торғаны бармы инде, улдарының, ҡәйнәһенең дә хәле бик мөшкөл ине, әтлек, һарынанан башҡа тәғәм ризыҡ күргәндәре булманы.
– Был Әбүшахмандың атаһы ла торғаны бер бысаҡһыҙ әҙәм ине, алма ағасынан алыҫ төшмәй, тигәндәре дөрөҫ инде. Шул кешенең таҫма теленә ышанып, киленемде тоттороп ебәрҙем бит, – тип ныҡ үкенде Мәүлиҙә әбей. – Мин ҡартай­ғанмын, ашарын ашағанмын, эсәрен эскәнмен, балаларҙы нисек булһа ла әсәһенә ебәрергә кәрәк, – тигән ҡарарға килде.

 

Бер көндө:
– Балаҡайҙарым, әсәйегеҙҙең барып хәлен белеп килегеҙ. “Ят ярлыҡамаҫ, үҙеңдеке үлтермәҫ”, – тигәндәр бо­ронғолар. Әбүшахман бабайығыҙ үҙе­геҙҙеке бит, шунда, әсәйегеҙ янында, бәлки йәшәргә лә ҡалырһығыҙ. Һеҙҙе эйәртеп ебәрергә, исмаһам, иптәшкә кешеһе лә юҡ бит, бына ошо юлдан бараһығыҙ, бер ергә лә боролмайһығыҙ, аҙашмаҫһығыҙ әле, – тине. Малайҙар ҡыуанышып риза булдылар һәм шунда уҡ юлға сыҡтылар.
Әбүшахман ҡапыс күҙҙәрен алартып Сабираға өтөрҙәй итеп ҡарап алды ла:
– Ана, теге йолҡош әрәмтамаҡтарың килеп тә еткән. Мин һинең ул әсемәк­тәреңде тығындырып ултыра торғаным юҡ. Үҙеңде аҫрағаным да еткән, бына һиңә сыбыртҡы, һыҙыра һуғып ҡайтар емтектәреңде. Ҡайҙан килгәндәр, шунда табандарын ялтыратһындар, – тип, улдарының аслыҡтан һурылған йөҙҙәрен күреп, йөрәге һыҡрап, ни эшләргә лә белмәй аптырап торған Сабираға сыбыртҡыһын тотторҙо.
Был көтөлмәгән хәлдән Сабира шаңҡып ҡалды, балалары ҡурҡыштан, бер – береһенә һыйынып, артҡа сигенделәр. Сабира күҙ йәштәренә быуылып йән әсеүенә:
– Ни йөрәгем менән мин йәндәй генә күргән балаҡайҙарымды сыбыртҡыларға тейешмен? Улар һинең яҡын ғына ҡустыңдың балалары түгелме? Миңә өйләнгәндә ҡәйнәмә:”Ҡустымдың балаларын ҡарап үҫтерешермен”, – тигәйнең бит. Һинең балаларың һыйған ергә ҡустыңдың балалары һыймаймы ни?– тип сеңләп илап ебәрҙе.
– Яҡшы саҡта әйткәнде үтә, тейем бит. Һинең Хәмитең һәр саҡ минең юлымда арҡыры торҙо. Хәмит түгел, өсөнсө бисәлеккә мин алырға тейеш инем һине. Хәҙер миңә уның көсөктәрен ҡарап үҫтерергәме? Юҡ, – тип ҡырт киҫте, көрәктәй ҡулдары менән Сабираның елкә сәсенән эләктереп алды Әбүшахман.
– Ая балаҡайҙарымды, ярлыҡа бер үк, улар һинең йомоштарыңды йүгереп йөрөп үтәрҙәр. Ҡалдыр улыҡайҙарымды, үтенеп һорайым, эй Аллам, үҙем сәсем менән ер һеперергә лә риза, – тип, Әбүшахмандың аяғына йығылды меҫкен әсә.
Күҙҙәренә ҡан һауған яһил Әбүшахман сыбыртҡыһы менән балаларының кү­ҙенең алдында Сабираны һыҙырырға тотондо.
– Әгәр ҙә әйткәнемде тыңламаһаң, һине анау йөрөгән алйот Кәли менән тоттом, тип, бөтә халыҡ алдында рисауай итәсәкмен, – тип ыҫылданы.
Балалар илай – илай ҡурҡыштарынан килгән юлдарына кире һыпырттылар. Бер ни тиклем бара биргәс, арттарына боролоп ҡараһалар, сыбыртҡыһын болғай – болғай әсәләре йүгереп килгәнен абайланылар. Малайҙар әсәйебеҙ беҙҙең менән кире ауылыбыҙға ҡайта икән, тип, эй, ҡыуанып киткән булдылар.
– Әсәй, һин беҙҙең менән ҡайтаһыңмы? Ҡайһылай шәп. Бына өләсәйебеҙ ҡыуаныр инде, – тигән булдылар, бер – береһен уҙышып. Сабира ҡоро ғына:
– Юҡ, мин һеҙҙең менән ҡайта алмайым, башҡа бында ике аяғығыҙҙың береһен дә баҫмағыҙ, – тип малайҙарына сы­бырт­ҡыһы менән һыҙыра тартып алды. Балалары көтөлмәгән хәлдән шаңҡып ҡалдылар ҙа ҡысҡырып илап ебәрҙеләр:
– Уй, әсәй, әсәкәйем, ауырта бит. Ни эшләүең был? Һин хәҙер беҙҙең әсәй түгелме ни? Ошо ямаҡай бабайҙың балаларына әсәй булдыңмы инде? Ә беҙ хәҙер ҡайҙа барырбыҙ, кемде әсәй тип әйтербеҙ? – тип үкһенеләр. Улар әсә­ләренең йөҙөндә, яғымлы йылмайып, күҙҙәренән нур сәселеп торған, хәс­тәрлекле, элекке һылыу Сабираны күр­мәнеләр. Уның урынына йән өшөткөс һалҡын ҡарашлы таш һын баҫып тора ине.
– Хәҙер үк күҙемдән юғалығыҙ, тейем бит, – тип ҡысҡырып ебәрҙе таш һын.
– Әйҙә, ҡустым, ҡайтайыҡ, беҙҙең әсәйҙе мәсекәй алыштырған икән, ҡур­ҡынысҡа әйләнгән, – тип, Сәғит ҡустыһын һөйрәтеп тигәндәй алып китте. Сабиты артына боролоп ҡарайым тиһә лә, Сәғите ҡустыһын елтерәтеп атлауын дауам итте.
Сабира, ҡатҡан бағаналай, аслыҡтан хәлһеҙләнгән балаларының етәкләшеп, аяҡтарын саҡҡа шылдырып баҫып, сайҡала – сайҡала атлап китеп бар­ғандарын күҙҙән юғалғансы күҙәтеп тора бирҙе. “Һис юғында тамаҡтарына ла ашаттырманы бит ҡарун. Ас ҡына көйөнә нисек ҡайтып етерҙәр, ҡайтҡас нимә ашарҙар? Ҡәйнәм астан үлеп ҡуйма­һындар, тип ебәргән бит уларҙы. Ҡарт алашаның алйот Кәлигә ҡушып һөйләйем тигәненән ҡурҡып, харап иттем бит балаҡайҙарымды”, – тип, һыҡтап ергә ауҙы. Балаларының: “Беҙҙең әсәйҙе мәсекәй алыштырған, ул ямаҡай ба­байҙың балаларына әсәй булған”, – тигән һүҙҙәре бер туҡтауһыҙ ҡолағында яңғырап йөрәген әрнетте. Ул шул хәлдә күпме ятҡандыр, бер Хоҙай үҙе генә белә.
– Әйҙә, ҡайттыҡ, мин һине балаларың артынан ҡайтып киткән икән, тип уйлағайным, – тигән тауышҡа һиҫкәнеп китте, эргәһендә Әбүшахмандың оло бисәһе тора ине. Сабира үҙ балаларына ҡарата ҡылған гонаһтарынан йөрәге әрнеп һыҙлауынан түҙерлек хәлдә түгел ине. Бер туҡтауһыҙ аҡҡан күҙ йәштәренән күҙҙәре сыбарланды. Ятҡан еренән әкрен генә тороп өҫтөн ҡаҡҡыланы ла, башын түбән эйеп, оло бисәнең артынан эйәрҙе. Улар ҡайтып кергәндә, Әбүшахман, уртансы бисәһе, балалары менән туйынып ултыра ине. Ялан аяҡ, ас, хәлһеҙ генә сайҡала – сайҡала атлап китеп барған улдары Сабираның күҙ алдына килеп баҫты. Был ҡорға ултырып туйынырға уның тамағына аш барманы, йөрәге болғанды, шым ғына оло бисә йәшәгән өйгә йүнәлде. Төн йоҡоһо йоҡо булманы уның. Таң алдынан ҡәйнәһен, ирен, балаларын төшөндә күреп уянды. Имеш, ул өйөнә ҡайтҡан. Ире утын яра, ҡәйнәһе, балалары ишек алдында ярылған утынды ҙур итеп өйөп йөрөйҙәр. Хәмитем иҫән саҡта ниндәй бәхетле булғанбыҙ, их, кире ҡайтырға ине шул саҡтарға. Туҡта, ниңә улар береһе лә миңә боролоп та ҡа­раманылар әле, тип уйланы, йөрәген ниндәйҙер шом, ҡурҡыу солғап алды. Шым ғына тороп тышҡа сыҡты. Әбү­шахман, ике бисәһе, тағы ла уларҙың ауылынан килгән Мортаза ағай шыбырлашып ҡына нимә тураһындалыр һөйләшәләр. Мортаза ағай Сабираның эргәһенә килде лә ҡулын яурын башына һалып:
– Килен, һинән йәшереп булмай инде, ҡайғылы хәбәр алып килдем. Ат эҙләргә сыҡҡайным, һинең уландарыңа юлыҡ­тым. Юлда ҡосаҡлашып ҡына үлеп яталар бит, өҫтәренә үлән ябып киттем, яҙмыштары шулай булғандыр инде бахырҙарҙың, – тине лә йәшле күҙҙәрен һөртөп алды. Был ҡайғылы хәбәр Сабираға аяҙ көндә кинәт йәшен атҡан һымаҡ тәьҫир итте. Илай ҙа алманы, таш һымаҡ ҡатты ла ҡуйҙы.
Әбүшахман, Мортаза ағай, арбаларына көрәк – балталарын тейәп, Сабираны, ауылдан тағы ла күршеләрен дә алып, малайҙарҙы ерләргә Ҡарағаслыға юлландылар. Юл буйына;” Улымдың гүр эйәһе булыуына күп тә үтмәне бит, ейәндәремде һаҡлай алмағанһың, тип рәнйер инде ҡәйнәм”, – тип һыҡтаны Сабира. Мәйеттәр ятҡан ергә килеп тә еттеләр. Мортаза ағай улдарының өҫтөнә ябылған үләндәрҙе һыпырып төшөрҙө. Эх... яталар бит үгәй атанан йәбер күргән, ғәзиз әсәһенән яҡлау ҙа, һаҡлау ҙа таба алмаған, бер телем икмәккә зар – интизар булып, аслыҡтан йән биргән Хәмитенең йәндәй генә күргән ҡәҙерле балаҡайҙары. Сабира,үкереп илап, балаларына ташланды, тәндәренә һырып өлгөргән себендәрҙе ҡыуып маташты.
Ирҙәр шым ғына балаларҙы арбаға һалдылар ҙа Ҡарағаслыға юлландылар. Бына күгәрсендәр кеүек гөрләшеп йәшәгән, иң бәхетле, шатлыҡлы көндәре үткән, килен булып төшкән йорто. Ирҙәр эш ҡоралдарын барлағансы, Сабира өйгә кереп китте, тик ҡәйнәһен тапманы.
– Ҡәйнәм, ҡәйнәм, – тип, ҡысҡырып күпме эҙләһә лә, яуап биреүсе булманы. Кәртә артына сыҡҡайны, ҡәйнәһенең үле кәүҙәһенә тап булды. Сабираның әсе итеп ҡысҡырып илауына ирҙәр килеп еттеләр.
– Өсөһөн дә бергә һалып ерләрбеҙ инде, – тинеләр ирҙәр. Сабира ҡәйнәһенең ҡулында үлгән турғай балаһын күреп:
– Ҡәйнәм аслыҡтан турғай балаһын бешереп ашармын тигәндер инде, – тип, тағы ла нығыраҡ үкһене.
Мәйеттәрҙең бөтәһен дә бер соҡорға һалып ерләнеләр ҙә, Сабираның ғаиләһе менән ҡыуанып ҡына йәшәгән йортоноң тәҙрәләрен, ишеген ҡаҙаҡлап ҡайтырға сыҡтылар.
Әбүшахмандың ике бисәһенән тыуған ҡырым сиреүендәй балаларының сыр –сыу килеп уйнап йөрөгәндәрен күргән һайын йөрәге әрнеп янды Сабираның. Был ҡотһоҙ донъяла үҙен ниндәйҙер шыҡһыҙ утрауҙа үҫкән яңғыҙ ҡайын кеүек хис итте. Төндәрен килен булып төшкән йортон, ғаиләһен төштәрендә күреп, шыбыр тиргә батып уянды. “Был хәтлем дә ауыр гонаһтарҙы күтәреп, был һөмһөҙ Әбүшахман, уның бисәләре, балалары менән бер ҡыйыҡ аҫтында нисек итеп йәшәргә? Әллә Уҡлы ҡаянан осоп ҡына үләйем дә ҡуяйыммы икән, бөтәһе лә онотолор ине”? – тип уйланы. Бер көн йыйынды ла мәтрүшкә йыйып килтерәм тигән һылтау менән Уҡлы ҡаяға юл тотто. Мазһар шишмәһенә туҡтап, ҡулдарын, битен йыуып алды, уртлап һыу эскәйне, әҙерәк хәл кергәндәй булды. Шишмә буйындағы муйылдар, талдар иркәләп Сабираның сәстәрен һыйпаны. Урман – һәр йән эйәһен үҙенә тартып ылыҡтырыр, аңлап бөтмәҫлек мөғжизәле лә, серле лә илаһи донъя бит ул: ағастары шыбырлашып үҙ – ара серләшәләр, ботаҡтарына ҡунып ҡоштары сутылдашалар, шулар араһында йәшкелтерәк төҫлө ике бәләкәй генә ҡошсоҡ айырата йөрәк өҙөрлөк, моңло итеп һайрайҙар инде, ҡайҙалыр тумыртҡа туҡылдай. Сабира тирә – яҡты күҙ ҡараштары менән байҡап торҙо ла юлын дауам итте.
Өләсәйем:” Ауырлыҡтарға баш эймә, кешегә бәләңде һалма, балам, эсеңдә эсәгең өҙөлһә, үҙең ялға. Тормош матур ҙа, ауыр ҙа ул, сабыр бул. Сабырлыҡ ике төрлө була: береһе – бәлә һәм бәхетһеҙлектәргә ҡарата түҙем була белеү, икенсеһе тыйғандарҙан тыйыла белеү”, – тип әйтер ине. Ә минең эсемдәге эсәгем берҙе генә лә түгел, әллә нисә өҙөлгән бит. Балаларыма ҡарата ҡылған енәйәттәрем, гонаһтарым йөрәгемде телгеләп, әрнетеп торғанда, сабырлыҡты ҡайҙан алырға? Сабыр булһын балам тип, миңә Сабира исемен биргәнме икән әллә өләсәйем?” – тип, уйланып килә торғас, нисек итеп Уҡлы ҡаяға килеп еткәнен дә һиҙмәй ҡалды. Ҡая өҫтөндә күктәргә үрелеп үҫеп ултырған мөһабәт ҡарағай ботағында йәшкелт төҫтәге ике бәләкәй генә ҡошсоҡ, тынысһыҙланып, тирә – яҡты яңғыратып сырҡылдашалар. Сабира ҡая ситенә килеп баҫты. Бына ул упҡын, ҡайһылай бейек, текә. Нөгөш, ҡаяларға бәрелә – бәрелә, ҡот осҡос ажғырып үкерә генә. Сабира түбәнгә ҡарағайны, үҙен әллә ҡайҙа юғарыла аҫылынып торған һымаҡ хис итте. Туҡта, күкрәгем аҫтында тағы бер йән ҡыбырлай бит. Йә Раббым, үҙемде лә, хәҙер инде өсөнсө баламды ла юҡ итергә килгәнмен түгелме? “Сабырлыҡтың икенсе төрө – тыйғандан тыйыла белеү. Аллаһ һәр кешегә йәнде аманат итеп биргән. Аманат – ул һаҡларға бирелгән әйбер. Кеше Аллаһ биргән йәнде ғүмер буйы һаҡларға тейеш. Үҙ –үҙеңде үлтереү – ҙур гонаһ. Үҙ – үҙен үлтергән кеше тамуҡ киҫәүе була”, – тигәйне бит өләсәйем. Мин Аллаһ бүләк иткән үҙ йәнем менән бергә тыуасаҡ баламдың да йәнен ҡыйырға килгәнмен. Атаһы Әбүшахман булһа ла, әсәһе мин дә инде. Ни хәтлем ауыр булһа ла, ғүмерем буйына ҡылған гонаһ­та­рымды күтәреп, тыуасаҡ балам хаҡына йәшәргә тейеш булам бит”,– тигән уйҙар башынан бер – бер артлы теҙелеп үттеләр. Сабира бер нисә бөртөк мәтрүшкә өҙөп алды ла әкрен генә ҡайтыр яҡҡа йүнәлде.
Йыл артынан йылдар үттеләр. Сабира өс ул, ике ҡыҙ балаға әсә булды. Бөтә йөрәк һағыштарын, ҡайғыларын балаларына баҫты, уларҙы матур итеп тәрбиәләп үҫтерергә тырышты. Тормош бер көйө генә бармай шул. Әҙәм балаһының яҙмышы ил яҙмышы менән бәйләнгән.
Һуғыш... Сабираның өс улы ла бер – бер артлы ил һаҡларға яуға күтәрелделәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың береһе лә яу яланынан тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта алманылар. Сабира:” Был донъяла бер нәмә лә эҙһеҙ юғалмай икән. “Изгелек изгелек булып, яуызлыҡ яуызлыҡ булып әйләнеп ҡайта”,– тип әйтә торғайны бит өләсәйем. Яуызлыҡ, ҡара шәүлә булып, был фани донъянан киткәнсе артыңдан эйәреп йөрөй икән. Яралы йөрәгем әрнеп, йығылып китер саҡтарымда ике ҡыҙым, ейән – ейәнсәрҙәрем йәшәргә көс бирҙе. Йәшлегемдә ҡылған гонаһтарымдың әсе язаһын ҡартлығымда татыйым. Хә­ми­темдән тыуған ике баламдың күҙ йәштәре төштө. Теге ваҡыт Әбүшахман улдарымды ҡыуып ҡайтармай, тәрбиәләп үҫтерешкән булһа, һис юғында, өс баламдың береһе генә булһа ла, был ҡанлы һуғыштан әйләнеп ҡайтыр ине. Биш улым ҡара ер ҡуйынында ята бит. Тән яраһы китһә лә, йән яраһы китмәй икән шул”, – тип, ғүмеренең ахырына тиклем үкенеп йәшәне Сабира әбей.

Шәһүрә Әхмәҙиева
Учалы районы.

Автор:Гөлнур Ҡыуатова