

Гөлфинә СӘЛИМОВА 1951 йылда Илеш районының Яңы Нәдир ауылында тыуған. Алабуға педагогия институтының филология факультетын тамамлап, оҙаҡ йылдар “Маяҡ” гәзитендә эшләй. Тыуған районында эшләп килеүсе “Балҡыш” әҙәби түңәрәген етәкләй. Өс китап авторы. Журналистар һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы.
Элекке көнкүреш комбинаты бинаһының икенсе ҡатында урынлашҡан йорт кәрәк-ярағы магазинына менеп еттем генә тигәндә, фойела ултырған сал сәсле ир-уҙаманды күреп, Сәхилә бер аҙға туҡтап ҡалды. Ни әйтергә белмәй: “Һаумыһығыҙ!” – тине лә, тиҙерәк магазинға инеп китеү яғын ҡараны. Ләкин ул бында нимәгә килгәнен дә онотҡан ине. Бер аҙ һушын йыя алмай, тауарҙар теҙелгән кәштәләр буйлап йөрөштөрҙө, әммә ундағы бер генә әйбер ҙә күҙенә күренмәне. Мейеһен бары тик: “Ҡайҙан килеп сыҡҡан ул?” – тигән һорау ғына быраулай ине. Инде мәңгелеккә кире ҡайтмаҫлыҡ үткәндәрҙә ҡалған, онотолоп бөткән хәтирәләр ҡабат күҙ алдына килер, тип һис тә уйламағайны бит. Нисек килгән ул? Ниңә унда бер үҙе ултыра? Инде шаҡтай ваҡыт үтһә лә, ниңәлер уның артынан да инмәне. Шулай тип уйланы Сәхилә. Уңайһыҙ булып китте: бәлки, янына барырға, хәл һорашырға кәрәк булғандыр. Инде уларҙы күптән бер ни ҙә бәйләмәй бит. Бигерәк бала-саға кеүек килеп сыҡты, көтөлмәгән осрашыуҙан ҡаушаны ла ҡуйҙы. Нисә йылдар йөрәгендә йөрөткән һағыштың ҡабат шулай көтмәгәндә яңырырын ҡайҙан белһен инде?! Вәсимдең ғаиләһе менән алыҫ Себер яҡтарында йәшәгәнен ишеткәне бар ине. Тик ҡасан да булһа осратырмын, тип кенә уйлағаны булманы. Ә ундай саҡта юғалып ҡала торған ғәҙәте инде олоғайғас та һаҡланып ҡалған икән. Йүләр тимә инде шунан һуң!
Магазиндан сыҡҡанда ул кеше фойела юҡ ине инде. Ҡатын иркен һулап ҡуйҙы. Хәйер, уны тиҙ генә юғалтып, нисә йылдар буйы һағынып йәшәүе, бөгөн килеп осратыуы, бәлки, бер яҙмыш бүләге булғандыр. Ә ул, ебегән, сабый бала кеүек алдына килгәнде йота алмай, бәлтерәп төштө. “Туҡта, Сәхилә, инде үҙ-үҙеңде битәрләүҙән ни файҙа? Тыныслан, быға ҡәҙәр түҙеп йәшәнең бит, бынан һуң да Хоҙайҙан сабырлыҡ һора”, – тип үҙен тынысландыра-тынысландыра ҡайтыу яғына ыңғайланы ҡатын.
...Урта мәктәпте тамамлағас, Сәхилә медицина училищеһына юлланды – әсәһе кеүек шәфҡәт туташы булырға ине иҫәбе. Өсөнсө курстан һуң уларҙы төрлө дауаханаларға практика үтергә тәғәйенләнеләр. Гел “бишле” билдәләренә уҡыған Сәхиләгә теләгән дауахананы һайлау мөмкинлеге бирелде. Ә ҡыҙ үҙ районына ебәреүҙе үтенде. Үҙәк дауахана уларҙың ауылынан алыҫ түгел, көн дә өйҙәренә ҡайтып йөрөргә мөмкин. Практикаһы тамамланғас иһә, ҡулы эшкә килешеп торған студенттан тағы бер аҙға эшкә ҡалып тороуын үтенделәр. Хеҙмәт хаҡы түләргә лә вәғәҙә иттеләр. Аҡса ҡамасауламай ине, ризалашты ҡыҙ.
Шул мәлдә ауылда ураҡ осоро ла башланды. Ә был эшкә ситтән ярҙамға автомашиналар килә торғайны. Быйыл иһә колхозға водителдәр Мәскәүҙән үк килгән. Бер нисәүһе Сәхиләләрҙән бер өй аша ғына йәшәгән бер әбейгә фатирға урынлашты. Әлбиттә, ауылда ситтән килгән кешеләр һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә була. Баш ҡала шоферҙары ла ауыл халҡы менән ҡыҙыҡһынмай тормағандыр, моғайын.
Сәхилә, башҡа ҡыҙҙар кеүек йөк тейәүсе йәки ырҙын табағында ашлыҡ таҙартыусы булып эшләмәһә лә, көн һайын иртәнсәк дауаханаға юл тотҡанлыҡтан, ситтән килгән шоферҙар менән йыш ҡына осраша башланы. Сөнки улар яғыулыҡ һалырға яҡындағы заправкаға, йәғни район үҙәгенә йөрөйҙәр ине. Юлаусы ылау көтөп ауыл осонда баҫып торған ҡыҙҙы мәскәүҙәрҙең ҡайһыһы алдан юлға сыға, шуныһы ултыртып алып китә.
Ә ҡыҙҙың улар араһынан береһенә генә ултырғыһы килә ине шул. Оҙон буйлы, мыҡты кәүҙәле, зәп-зәңгәр күҙле, тулҡынланып торған һары сәсле, һәр ваҡыт таҙа һәм бөхтә кейенгән Олег тигәне иғтибарын тартты уның. Быға ҡәҙәр егеттәр ҡулын тотоп та ҡарамаған ҡыҙҙың күңелен бик тиҙ яулап алды уныһы. Сәхилә үҙенең хыялындағы егет һынын күрҙе унда: һөйгәне бына шундай булырға тейеш кеүек ине. Ул инде иртәнсәк тап ошо шоферҙың машинаһын ҡабыҙғанын көтөп кенә ҡапҡанан сыға башланы. Олег та уны күрһә, май ҡояшылай балҡып китә. Ә бер мәл ул Сәхиләнең ни өсөн район үҙәгенә йөрөүен һораштырҙы һәм башҡа көндәрҙә лә тик уны көтөп торорға ҡушты. Ҡыҙҙы дауахана ҡапҡаһына тиклем алып бара башланы. Нисектер һөйләшер һүҙҙәре лә табылып торҙо. Йәш ҡыҙ торған һайын егеткә нығыраҡ тартылды.
Сәхиләнең атаһы бригадир булып эшләй ине. Бер көндө ул Олегтың машинаһына һалам тейәп ҡайтартты. Ярҙамсыл егетте әсәһе киске ашҡа саҡырҙы. Мәскәү кешеһе Мәскәү кешеһе инде: шофер булһа ла, Олег өҫтәл артында үҙен бик инсафлы тотто. Ипле генә итеп, ашыҡмай ашауы, асыҡ итеп һөйләшеүе ҡыҙҙың күңелен тағы ла нығыраҡ яуланы. Табын артынан тороп, ҡайтып китергә йыйынғас, Олег Сәхиләгә: “Әйҙә, бер аҙ йөрөп киләйек”, – тип тәҡдим яһаны. Был миҙгелде күптән көткән ҡыҙ, әлбиттә, риза булды. Ай-һай, ул кистең матурлығы!.. Күктә емелдәшкән бихисап йондоҙҙо мәңге оноторлоҡ түгел. Ул минуттарҙа Сәхиләнән дә бәхетле кеше юҡ ине. Олег уны һаҡ ҡына ҡултыҡлап алғас, саҡ һуштан яҙманы. Бына нисек була икән ул мөхәббәт?! Шундай егет менән йәнәшә атлап барыуҙары үҙе бер мөғжизә кеүек тойолдо уға. Әкрен генә һөйләшә-һөйләшә күпме йөрөгәндәрҙер, Сәхилә:
– Олег, арығанһығыҙҙыр, иртә таңдан эшкә бараһығыҙ бит, – тип егеткә ҡайтырға кәрәклеген иҫенә төшөрҙө.
Уныһы:
– Ә һеҙгә эшкә түгелме ни? – тине лә, ҡапыл ҡыҙҙың биленән ҡосоп, үҙенә тартты.
Сәхилә шул минутта иреп китер ине мәгәр – ҡаршылыҡ күрһәтмәй, егеттең ҡуйынына һыйынды, ирендәр иренгә үрелде... Әммә иң татлы мәлдә генә Олег кинәт уны үҙенән айырып, ситкәрәк этәрҙе. Ҡыҙ аңламаны: ниңә егет унан ситләште һуң?
Ә Олегҡа был сибәр ҡыҙ бик тә оҡшай ине. Ләкин уның ҡалала ғаиләһе – ҡатыны менән улы бар шул. Ҡыҙҙа мөхәббәт хистәре уятып, ураҡ тамамланғас уны ташлап китеү ҙур гонаһ булыр ине. Ҡыҙ баланың күңеленә йәрәхәт һалырға ярамай, Олегҡа ундай гонаһ кәрәкмәй! Ә быға ҡәҙәр мөхәббәт ялҡынын татып ҡарамаған саф ҡыҙ уның ир кеше икәнен аңламай шул. Үҙе лә Сәхиләгә бер ни вәғәҙә итә алмай: улын етем итергә ярамай. Бына шулай, йөрәк – берҙе, күңел икенсене һайлай, тигәндәре ошолор, күрәһең...
(Дауамы бар).
Ә был дөрөҫлөктө белмәгән ҡыҙ ул төндө йоҡоһоҙ үткәрҙе. Күҙен йомоуы була, күҙ алдына гел йылмайып торған Олег килеп баҫа. Уның йылы ҡосағы, ирененең татлы тәме, йомшаҡ тауышы йөрәген елкетә. Тиҙерәк таң атһын ине лә, егет машинаһын тиҙерәк ҡабыҙып, килеп етһен ине... Әммә икенсе көндө иртәнсәк тороп юлға сыҡҡанда, ни өсөндөр Олегтың машинаһы йәшәгән фатирының ҡапҡа төбөндә күренмәне. Улай ғына ла түгел, егетте ул алдағы көндәрҙә лә осрата алманы. Осраҡлы хәл инеме был, әллә егеттең ҡасыуы инеме – Сәхилә быны аңламаны. Ҡыҙының ситтән килгән шоферға ғашиҡ булыуын һиҙемләгән әсәһе бер көндө:
(Дауамы бар).
– Ҡыҙым, һаҡ бул, уның Мәскәүҙә ғаиләһе бар икән. Һине юҡҡа алдап йөрөтөп, әҙәм көлкөһөнә ҡалдырмаһын, – тип әйтеп һалғас, уныһы артына ауа яҙҙы.
Бына нимәгә ҡасып йөрөй икән Олег?! Үҙ теле менән әйтһә була бит! Ҡыҙ уйға ҡалды. Беренсе мәртәбә мөхәббәт хистәрен кисерҙе бит ул. Тәненең бөтә күҙәнәге менән Олегты яратты. Был хистәр алдаҡсы булдымы? Ниндәй ҡыҙғаныс...
Уға хәҙер нимә эшләргә? Төнө буйы уйланды, балауыҙ һыҡты ҡыҙ. Иң яҡшыһы, уның менән башҡаса осрашмаҫҡа, тиҙерәк ауылдан сығып китергә! Һәм шулай итте лә: дауахананан эштән бушатыуҙы һорап ғариза яҙҙы ла, яҡындағы ҡалала йәшәгән туғандарына китеп барҙы. Ҡыҙының хәлен аңлаған әсәһе лә бығы ҡаршы килмәне. Әммә мөхәббәт хистәренән улай ғына ҡасып ҡотолоп буламы икән ул?!
Ғүмере буйы Олегҡа оҡшаған кешене эҙләп һағышланды Сәхилә. Медучилищены тамамлағас, күрше районға юллама алды һәм һәйбәт кенә эшләп китте. Күңелендә бары тик Мәскәү егетен йөрөткән ҡыҙ, уның кеүекте осратмай тороп, кейәүгә сыҡмаҫҡа ант иткәйне. Ләкин, һин берҙе уйлайһың, яҙмыш иһә икенсерәк булып сыға икән. Ситтән килеп, ауыл медпунктында эш башлаған йәш белгес егеттәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятмай буламы һуң? Сәхиләне бер әбейгә фатирға урынлаштырҙылар. Бында йәшәүе бик күңелһеҙ булыр, тип уйлағайны ла, Йәннәт инәһе бик асыҡ күңелле, шуҡ һүҙле ҡарсыҡ булып сыҡты. Ауылға килгән бер йәш белгес электән унда фатирҙа тора икән.
Эш башлап, аҙна-ун көн үткәс, ҡыҙ күршелә йәшәүсе колхоздың комсомол ойошмаһы секретары Диләфрүз менән танышты. Эше буйынса ул һәр көндө кис ауыл клубына сыҡмай булдыра алмай. Әкренләп Сәхиләне лә үҙе менән эйәртә башланы.
– Кешеләрҙә үҙеңә ҡарата ышаныс тыуҙырғың килһә, ауыл тормошона тиҙерәк инеп китергә тырыш, – тине ул йәш фельдшерға кәңәш биргәндәй.
Бер байрамда ауыл йәштәре спектакль сәхнәләштерергә булды. Төп ролдәргә Вәсим менән Сәхиләне билдәләнеләр. Был егетте күргәс, Сәхилә тертләп ҡуйҙы: ул тап Олегтың күсермәһе ине! Оҙон буй ҙа, зәңгәр күҙҙәр ҙә, тулҡынланып торған һары сәстәр ҙә... Улар ана шулай танышты. Ә бер көндө, шаҡтай оҙаҡҡа һуҙылған репетициянан һуң Диләфрүз менән икәү ҡайтырға сыҡҡас, уларҙы Вәсим ҡыуып етте. Өсәүләшеп ашыҡмай ғына атлап барған ерҙән ниңәлер Диләфрүз хушлашып китеп барҙы. Сәхилә аптырай төштө: быға тиклем Вәсимде уның егетелер тип уйлай ине. Шуны ғына көткән кеүек, егет һаҡ ҡына уны етәкләп алды. Ҡыҙ ҙа ҡаршылыҡ күрһәтмәне: әйтерһең, уның янына Олег килеп баҫты. Бәлки сәхнәлә егет менән ҡыҙ ролен башҡарырға йыйыныуҙары ла уларҙы яҡынайта төшкәндер.
Пьесаны сәхнәгә сығарғансы оҙатышып йөрөнө улар. Яратышыу тураһында һүҙ булмаһа ла, бер-береһенә һис тә битараф түгелдәр ине шикелле. Өҫтәүенә, унда Олегтағы һыҙаттарҙы күргәнгәме, ҡыҙ тиҙ арала егетте оҡшатып өлгөрҙө. Беренсе мөхәббәт һәр ваҡыт алдаҡсы була, тиҙәр бит. Әллә ҡайҙағы кешене уйлап ғүмер уҙғармаҫ бит инде. Вәсим ҡайһылыр предприятиела инженер булып эшләй, ауылға ҡайтып ҡына йөрөй. Аҡыллы, төплө егеткә оҡшаған, иң мөһиме – юҡҡа-барға ҡыҙып бармай. Инде хыялында йөрөткән кешеһен осраттым дигәндә, тағы Сәхиләнең күңелен өҙҙөләр. Бер көндө эшенә килеп кенә еткәйне, ишектән ҡупшы кейенгән, күҙ-башы буялған бер ҡыҙ килеп инде. Дорфа ғына иҫәнләшкәс:
– Һеҙ Вәсимгә иҫәп тотмағыҙ! Уның йәрәшкән ҡыҙы бар. Йәғни мәҫәлән, минең апайымдың йөрөгән егете. Әле ул уҡыуҙа булғанға ғына һине оҙатып йөрөй. Ләкин бынан һуң егет һеҙгә тәтемәйәсәк! – тип теҙеп китте.
Аптырап баҫып торған Сәхилә нимә әйтергә лә белмәне.
– Кемде һайларға Вәсим үҙе хәл итер, тип уйланым. Әлегә беҙҙең арала бер ни ҙә булғаны юҡ, – тине ул телен саҡ әйләндереп.
Яңы йән инә башлаған күңелгә ҡабат яра өҫтәлде. Бынан һуң ул аҙналар буйы күңелһеҙләнеп йөрөнө, эшенә барып ҡайтты ла өйгә бикләнде. Уның туңған йөрәген Диләфрүз дә иретә алманы. Улай ҙа уны Вәсим үҙе эҙләп килде фатирына. Әммә Сәхилә уның менән башҡаса һөйләшергә теләмәне. Эх, йәшлек, йүләрлек тигән! Ҡыҙы булһа ни, бәлки егет уны яратып йөрөгәндер... Ниңә шунда һөйләшмәҫкә инде? Аҙаҡ ҡына белде Сәхилә ауыл егеттәренең этлеген. Ысынлап та, Вәсимдең йәрәшкән ҡыҙы булған, ә ауыл егеттәре юрамал ғына, һынау өсөн уны ҡыҙ артынан ебәргән икән. Йәнәһе, егете бармы-юҡмы, шуны белгеләре килгән. Имеш, егете булһа, Вәсимде шунда уҡ кире ҡағасаҡ. Ҡыҙ ундай хәйләләрҙе ҡайҙан белһен инде? Уға Вәсим оҡшай ине, ә уға бөтөнләй икенсе егеттең күҙе төшкән булған. Уның менән дә бик ҡыҙыҡ ҡына танышып киттеләр. Ул ялда ауылға, әсәләре янына ҡайтып киткәйне. Икенсе көндө кисләтеп кенә ҡапҡа төптәренә таныш түгел машина килеп туҡтаны.
– Егетең килгән, ахырыһы, – тине әсәһе, тәҙрәнән сит кешеләрҙе күреп.
– Минең дуҫ егетем юҡ, – тиеүгә ишектән бер көтөү йәштәр килеп инде.
Улар араһында үҙе менән бергә спектаклдә уйнаған Әнәс тә бар. Йәштәрҙе сәй эсереп оҙатмаҡсы булғайны ла, араларынан берәүһе:
– Иртәгә эшкә түгелме ни һиңә? Бөгөн барып ҡунһаң, уңайлы булмаймы? – тине.
– Эйе шул, ҡыҙым, әҙер машина барҙа ултырып китһәң дә ярай инде, – тип һүҙгә ҡушылды әсәһе.
Егеттәр юҡҡа ғына килмәгәйне. Сәхиләгә күҙе төшөп йөрөгән Әнәс руль артында. Тора-бара уның менән дә дуҫлашып киттеләр. Хәйер, төшөп ҡалғандарҙан түгел ине егет. Тәртипле, эшсән. Әллә Сәхиләнән өлкәнерәк булғанғамы, тормошҡа ла ҡарашы төплө. Ул инде дуҫлаша башлау менән ҡыҙҙы өйләнешергә өгөтләй башланы. Ә ҡыҙҙың инде бөтөнләй кейәүгә сыҡҡыһы килмәй. Әнәсте белеп тә бөтмәй, өҫтәүенә, егет төҫө-башы менән Олегтың тап киреһе. Етмәһә, табиплыҡҡа уҡырға ла уйы бар ине үҙенең. Бер аҙ эшләп, тәжрибә тупларға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта егетте лә ҡулынан ысҡындырғыһы килмәне.
– Берәр йыл йөрөйөк әле, унан күҙ күрер, – тине.
Әммә бер йыл тигәне дүрт йылға һуҙылды һәм аралары әкренләп һыуынды. Әнәс ҡалаға китеп барҙы, шунда өйләнеп тә ҡуйҙы. Сәхилә һаман беренсе мөхәббәтен онота алмай, нимәгәлер өмөтләнә ине. Тик башҡаса Олегка оҡшаған егет осраманы. Кейәүгә һуңлап сыҡһа ла, бәхетле була алманы. Ире хыялында йөрөткән кешеһенең бөтөнләй ҡапма-ҡаршыһы булып сыҡты. Егерме йыллап йәшәгәс, уның хыянат итеүен дә белеп ҡалды ҡатын. Хәйер, иренең был ҡылығы уға ауыр булып тойолманы. Бер көндө эштән ҡайтыуына кейемен ҙур сумкаға тултырып ҡуйҙы ла:
– Бер-беребеҙҙе алдап йәшәмәйек. Теләгән кешең менән бәхетле бул, – тине.
Шуны ғына көткән тиерһең, ире тауыш сығармай ғына китте. Ләкин ишекте ябыр алдынан әйткеһе килгәнен әйтте:
– Һалҡын ҡатын һин. Ә минең яратҡым һәм яратылғым килә.
Был һүҙҙәрҙе ишетеү ҡатынға еңел түгел ине. Тик үҙ-үҙеңде алдап та оҙаҡ йәшәп булмай. Ярата алманы уны. Хәҙер бына улын яңғыҙы үҫтерә. Уға атай кәрәклеген дә аңлай, кирегә генә юл юҡ. Ире йәш ҡатынға китеп, балалары тыуыу менән аварияға осраны. Донъяла тағы бер етем артты.
Ә Сәхилә һаман да беренсе мөхәббәтен һағынып йәшәй...
Гөлфинә СӘЛИМОВА.