Махсус биттәр
29 Августа , 19:00

Йондоҙнамә (31 август – 6 сентябрь)

Ылаҡ ( 22.12 – 20.01) Мәл яңы ҙур эштәргә тотоноу өсөн уңайлы. Тик һәр саҡ ныҡышмалылыҡ күрһәтеүегеҙ мөһим. Шул осраҡта ғына һиҙелерлек уңыштарға өлгәшерһегеҙ. Шулай ҙа йомала бер аҙ артҡа сигенергә лә тура килер.

Добавить в предпочтительные источники Google
Йондоҙнамә (31 август – 6 сенттябрь)Йондоҙнамә (31 август – 6 сенттябрь)
Йондоҙнамә (31 август – 6 сенттябрь)

 

Һыуғояр ( 20.01 – 19.02)

Был арала кемдер ярҙам итергә вәғәҙә бирһә лә, һүҙендә тормаҫ. Шуның арҡаһында ниндәйҙер эшегеҙҙе кисектерергә мәжбүр булырһығыҙ. Шәхси тормошоғоҙҙа ыңғай үҙгәрештәр асыҡ беленер.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)

Аҙна көтөлмәгән ваҡиғалар килтереүе ихтимал. Бәғзеләрҙең бер аҙ аптырап ҡалыуы ла мөмкин. Ҡайсаҡ янығыҙҙа кәңәшләшер кеше лә булмаҫ һымаҡ. Шикләнгән, икеләнгәндәргә йондоҙҙар һәр саҡ ярҙам итеп торор.

Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)

Күптәр үҙ мөмкинлектәрен дөрөҫ баһаламаҫ кеүек. Был башта әллә ни һиҙелмәһә лә, ваҡыт үткәс кире хәлдәргә килтерер. Кемдәлер икенсе эшкә күсеү теләге тыуыр. Әлегә ашыҡмаҫҡа ҡушыла.

Буға ( 21.04 – 21.05)

Осор әллә ни ҙур үҙгәрештәр килтермәһә лә, ғөмүмән, һәйбәт уҙыр. Мәл ниндәйҙер ҙур эште башлау өсөн дә  уңайлы. Ошо көндәрҙә киләсәгегеҙ өсөн мөһим һөйләшеү булыуы ихтимал.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)

Һеҙҙең тирәләге ваҡиғаларҙы ашыҡтырмағыҙ, бөтәһе лә үҙ яйы менән барһын. Матди мәсьәләләр был арала етди иғтибар талап итер. Бәғзеләр элекке бурысығыҙ тураһында иҫегеҙгә төшөрөр.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)

Һәр эш алдынан ныҡлап әҙерләнеү мөһим. Шунһыҙ уңышҡа өлгәшә алмаҫһығыҙ. Шулай ҙа һеҙгә бер нәмә лә еңел бирелмәҫ. Әгәр тырышһағыҙ, уйлағандан күпте булдырырһығыҙ.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)

Һеҙҙе иҫтә ҡалырлыҡ һәйбәт көндәр көтә. Ярҙамға килергә теләүселәр табылыр, бәғзеләргә етди мәсьәләләрҙе лә ҡушырҙар. Төрлө кеше менән тиҙ уртаҡ тел табырһығыҙ. Элекке дошмандарығыҙҙың ҡарашы ыңғай яҡҡа үҙгәрер.

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)

Үҙгәрештәрҙән ҡурҡҡандарға аҙна яңы мөмкинлектәр асыр. Бәләкәйҙән башлағыҙ, артабан уңайлы мәлде көтөгөҙ. Ул мотлаҡ шаршамбыға тиклем киләсәк. Йомалағы ваҡиғалар үҙ көсөгөҙгә ышанысты тағы ла арттырыр.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)

Ниндәйҙер элек килеп сыҡмаған ҙур эште тағы ла урынынан ҡуҙғатып ҡарағыҙ. Был юлы мотлаҡ бер аҙ алға китә алырһығыҙ, моғайын. Ярҙам итеүселәр ҙә табылыр. Шәмбелә шәхси тормошоғоҙға ҡағылған мөһим ваҡиға булыр.

Саян ( 24.10 – 22.11)

Күберәк таныш эштәр менән булышырһығыҙ. Шишәмбелә ҡыйынлыҡтар тыуыр, ләкин уларҙы еңел хәл итерһегеҙ. Һәр осраҡта ла тәжрибәгеҙ ярҙам итер. Артыҡ ҙур сығымдар ҙа, һиҙелерлек килем дә көтөлмәй.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)

Аҙна барышында күңелегеҙ йыш үҙгәрер. Ныҡлап уйлағанда, әлегә һеҙгә бер ниҙә янамай. Һәр хәлдә яҡындарығыҙға таянығыҙ. Улар һәр саҡ ныҡлы ярҙам күрһәтер.

ӨМӨТБАЙ.

Автор:Рөстәм Илтенбаев