

Ҡабартма
300 мл йылы һыуға 8 – 10 г ҡоро сүпрә, 30 г он, самалап тоҙ һәм 60 г шәкәр һалып бутарға ла, бер аҙ ултыртып торорға. Уға туғылған бер йомортҡа, 30 г иретелгән аҡ май һәм 500 г он һалып, ҡамыр баҫырға. Ҙурыраҡ табаҡты үҫемлек майы менән майлап, ҡамырҙы шунда бушатырға ла, өс сәғәт тирәһе ҡабартырға. Был арала уны ике-өс тапҡыр баҫып алырға кәрәк.
Йәймә йәйергә һәм уларҙы йә шаҡмаҡ, йә түңәрәк киҫәктәргә ҡырҡырға. Ҡабартмаларҙы үҫемлек майында ике яҡлап ҡыҙҙырырға. Бешеп сыҡҡас, ҡағыҙ йәки туҡыма салфеткаларға һалып, артыҡ майын һарҡытырға кәрәк буласаҡ. Ҡабартмаларҙы табынға өҫтөнә шәкәр онтағы һибеп бирергә.
Көршәктәге аш
Дүрт порцияға махсус мейестә бешереү өсөн тәғәйенләнгән дүрт көршәк алырға. Һәм бөтә ризыҡтарҙы ла бер үк күләмдә бүлеп һалырға.
Дүрт ҡалаҡ йәшел борсаҡты йыуырға. 600 г һарыҡ итен артыҡ ваҡламай ғына турарға. Өс баш һуғанды ярым түңәрәкләп турарға. Уларҙы көршәккә һалғас, өҫтөнә икешәр стакан һыу һалып, ҡапҡасын ҡаплап, ярты сәғәткә 190 градус эҫелектәге мейескә ултыртырға.
Ике помидор менән өс картуфты таҙартып, эре итеп турарға. Көршәктәргә туралған йәшелсәләрҙе, шулай уҡ икешәр бөртөклө борос, берәр лавр япрағы, самалап тоҙ һәм башҡа тәмләткестәр һалып, һурпаһы кәмегән булһа тағы ла 50 мл тирәһе һыу өҫтәп, тағы ла 40 минутҡа мейескә оҙатырға.
Табынға көршәк менән ҡайнар килеш бирергә. Өҫтөнә йәшел тәмләткестәр, ҡырылған сыр һибергә мөмкин.
Ҡара емештән
татлы
ҡабымлыҡ
200 г һөйәкһеҙ ҡара емеште йыуып, ҡайнаған һыуҙа бүрттереп алырға һәм эслек һалырлыҡ итеп буйға саҡ ҡына ярырға. 100 г әстерхан сәтләүеген ваҡларға һәм уға бер ҡалаҡ лимон һуты, иҙелгән ике бүлкәт һарымһаҡ ҡушып бутарға. Был эслекте ҡара емеш эсенә тултырып, тәрилкәгә теҙеп һалырға. Өҫтөнә ҡаймаҡлы соус ҡойоп бер сәғәт тирәһе һыуытҡыста тоторға.
Соус өсөн 100 г ҡаймаҡҡа ике балғалаҡ шәкәр һәм семтем генә тоҙ һалып бутарға.
Тәмле булһын!
Гөлнур ҠЫУАТОВА яҙып алды.