Махсус биттәр
28 Июля , 17:00

Бәхетле кеше (Юмористик хикәйәләр)

***

Бәхетле кеше (Юмористик хикәйәләр)Бәхетле кеше (Юмористик хикәйәләр)
Бәхетле кеше (Юмористик хикәйәләр)

Назагөл ханым үҙен бик-бик бәхетле кеше һанай. Тик шул тиклем бәхетле икәнеңде үҙеңдә генә йәшереп йөрөтөү бик килешеп бөтмәҫ ул. Һинең бик-бик бәхетле булып, матур итеп биҙә­неп, һөрмә һөртөп, ирен­дәреңде бүлтәйтеп, төрлө-төрлө күлдәк кейеп йәшәүеңде, ирең­дең йыш-йыш сәскәләр бүләк итеүен бөтә әҙәм белергә тейештер. Назагөл ханым тап шулай уйлай һәм эшләй ҙә. Бер ҡараһаң, бәхетле булыу өсөн күп тә кәрәкмәй, нәфсене ҙурҙан һуҙырға түгел. Был ханыма үҙенең бәхетле булыуын иҫбат­лау өсөн форсаты ла сығып ҡына тора.
Күптән түгел эшләгән ерендә бер ҡыҙҙың тыуған көнөн бил­дәләнеләр. Коллектив һы­лыу­ҙы сәскәгә күмде. Мәжлес тамам­ланмаҫ элек үк Назагөл ханым да ошо гөлләмәләргә килеп йәбеш­те.
– Ҡалай матур сәскәләр! Ә еҫе һуң! Еҫе! – ул сәскәләрҙе еҫкәп-еҫкәп туя алманы. Унан телефонын шундағы ҡыҙҙарға һондо. – Мине төшөрөгөҙ әле!
Ултырғысҡа килешле итеп ултырып, барлыҡ теше күренерлек итеп матур йылмайып, күҙен упайтып, сәскәләргә күмелеп, тегеләй ҙә ултырып, былай ҙа ҡыланып фотоға төшөп маз кил­де. телефонын алып, нисек төш­кәнмен икән, тип, фотоларҙы энә күҙәүенән үткәрҙе.
– Әллә нисек төшөргәнһең бит! Әллә юрамал ҡыланаһың? Күҙем бигерәк ҡыҫыҡ һымаҡ, йәмрәйеп торам. Кеше күрһә, был ниндәй бисура, бигерәк бахыр, тип уйлар. Юҡ, былай булмай, яңынан төшөрөгөҙ әле, – тип был юлы телефонын икенсе әхирәтенә һуҙҙы.
Тағы бер нисә тапҡыр төшөп, йәнә лә бер нисә тапҡыр тик­шергәс кенә үҙен оҡшатты, ахы­ры – бәхетле булыуы йөҙөнә сыҡ­ты. Шунда уҡ “Бәйлә­неш­тә”ге сә­хифәһенә ҡосағы тулы гөл­­ләмәләр менән төшкән фотоларын һалып та ҡуйҙы. Аҫтына: “Берҙән-беремдән, йөрәк майымдан бүләк. Хоҙай ошо бәхе­темдән айырмаһын! Ҡәҙер­ле дуҫ­ҡайҙарым, һеҙ ҙә шулай һөй-гәндәрегеҙҙең һө­йөүе­нә, иғ­ти­барына шатланып йәшәгеҙ”, – тип яҙып ҡуйырға ла онотманы.
Бер нисә көндән һеңлеһе Сә­сәкгөл өр-яңы күлдәген Наза­гөл апаһына күрһәтергә килде. Бик матур кейемде нисек инде баш­ҡаларға күрһәт­мәйһең?! Апа­­һы ла оҡшатты уны.
– Бик матур, бик матур, йылы тәнеңдә туҙһын, – тине.
Һеңлеһе күлдәген һалғас, ҡай­ҙа, миңә килешәме икән, тип, Назагөл ханым да күлдәкте кейеп, көҙгө янында тегеләй баҫып ҡараны, былай баҫып ҡараны, ирендәрен бүлтәйтте. Унан биҙәнгестәрен сығарып, ҡаштарын, керпектәрен буяны, ирененә мул ғына ҡыҙыл һөрттө. Һеңлеһенә телефонын биреп, аяҡтарын ҡыя баҫып, арт һынын ҡыйшайтып, түшен алға киреп, килешле генә итеп баҫып, тағы шарт-шарт фотоға төштө. Төштө тиеү генә аҙ булыр. Тағы ла ҡараны, оҡшатманы, тағы төш­тө. Шулайыраҡ төшөр, была­йыраҡ төшөр, тип өйрәтеп тә торҙо.
Ахырҙа үҙенә иң оҡшағанын һайлап, сәхифәһенә һалып та ҡуйҙы. “Әхирәткәйҙәрем, бөгөн берҙән-берем, йөрәк майым, бәхетем Питерҙан матур, затлы күлдәк алып ҡайтып бүләк итте. Йә, миңә ярағанын ғына һайлап ала белеүен әйт әле. Мең йәшәһен инде йөрәккәйем! Һәр беребеҙ ҙә бәхетле булайыҡ! Ә күлдәк килешәме?” – тип яҙып ҡуйырға онотманы.
Бәхетле кеше, һис шикһеҙ, диңгеҙ буйында ла булырға тейеш. Отпуск алыу менән кредит йүнләп, күршеләренән бер аҙ аҡса ла алып, йылы яҡҡа билет хәстәрләне. Был бәхетле миҙгелде лә шунда уҡ сәхи­фәһенә һалып ҡуйҙы. “Дуҫҡай­ҙарым, мин диңгеҙгә барам. Бер­ҙән-берем, бәхетем тыуған көнө-мә бүләк итте. Хоҙай ошо бәхе­темдән айырмаһын”, – тигән яҙыу ҙа хасил булды. Ялда һыу инеүҙәре, нимәләр ашауы ха-ҡын­да ла фотолар тыпылдап торҙо... Һуңғы йылдарҙа белгән-белмәгән кешеләрҙең дә нисек йәшәүен, нимә ашауын тикшереп барырға харап оҫтарып алдыҡ бит.
– Был ҡатын ниндәй бә­хет­ле! – Назагөл ханымдың сәхифәһен күҙәтеп барыусы таныш-тоноштары, дуҫ-иштәре, хатта уны белмәгәндәр ҙә шулай тел шартлатты.
Кемдер уның шундай бәхетле булыуына һоҡланды, хатта көн­ләшеүселәр ҙә, уның фотоларын күреп, ирҙәренең ҡолаҡ итен ашаусылар ҙа табылды.
– Ана, кеше донъяның артына тибеп йәшәй. Бер ҡараһаң – диң­геҙҙә! Икенсе ҡараһаң – ҡунаҡта. Кейгән кейемдәре ниндәй бит әле!
– Кеше ҡатындарын ҡәҙерләй белә! Ана, сәскәләргә күмелеп ултыра. Ә һин миңә һыңар сәскә лә бүләк иткәнең юҡ. Ҡуй инде, ҡуй, мәңге ҡәҙер булманы.
– Диңгеҙҙе мин мәңге күрмәй үлермен инде. Бер бәхетем булманы! Анау ҡатын шайы ла була алмайым.
...Ире менән көнөнә әллә нисә тапҡыр сеймә-сей килеп талашып, ҡайһы ваҡыт тас та тос һуғышып, йылына бер нисә тап­ҡыр айырылышып, ҡабат ҡауы-шып бәхетле ғүмер кисер­гән Назагөл ханымдың өйө бөгөн дә Мамай яуын хәтерләтте. Эсеп ҡайтҡан Муллагил­деһен күреү менән уның ене ҡоторҙо ла китте.
– Алкаш, ҡайҙа эсеп йөрөйһөң ул? Шул бер туймаҫ тамағың булды инде! Ҡасан ғына дөмө­гөрһөң! Исмаһам, ҡолағым ты­нып ҡалыр ине. – Назагөл ханым иренең ауыҙына сәпәп ебәрергә лә күп һораманы.
– Кем алкаш, кем алкаш! Нишләп миңә йоғонаһың? Әллә күптән ауыҙыңа эләккәне юҡ­мы? – ире ҡатынының еңенән эләктереп төртөп ебәрҙе.
Назагөл ханым да бирешергә теләмәне. Уның әсе тауышынан тәҙрә быялалары зыңлап ките:
– Әллә миңә көсөң етәме, башмаҡ! Шәп булһаң, ана, ирҙәр менән сығып һуғыш. Бирешеп торормон һиңә, бапаҡ! Ҡара, кеше булған.
– Ә шулаймы? Ҡара, нимә тигән була? Бына һин миңә сығып кеше булдың!
– Әллә һиңә сыҡҡанға тиклем кеше булмағанмы? Салыш күҙ!
– Хәҙер мин һиңә күрһәтәм салышты, бетле баш! – ире Назагөлгә һелтәнде.
– Әле һин шулаймы әле!
Назагөл ханым бирешеп торманы – өҫтәлдә ултырған сәй­нүкте эләктереп иренә елләне. Уныһы ишеккә барып бәрелеп, тәҙрәһен селпәрәмә килтерҙе. Шул мәл улдары ҡайтып инмәһә, был алыш нимә менән тамамланыр ине, әйтеүе ҡыйын.
Бер аҙҙан Муллагилде хырлап йоҡлап та китте. Ә Назагөл компьютерын ҡабыҙып, бығаса бер ҡайҙа ҡуймаған иң матур фотоларын һайлап алып, үҙенең сәхифәһенә ҡуйҙы ла: “Иремдән матур бүләк, Хоҙай бәхетемдән яҙҙырмаһын”, – тип яҙып ҡуйҙы...

Венер ИСХАҠОВ.

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас