Махсус биттәр
27 Июля , 17:00

Парлы булыу – бәхет

Венера һауып ингән һөтөн һөҙөп алды ла, Фәритенең яратҡан бокалына тултырып ҡойҙо. Йоҡонан уянғас та ярты телем икмәк менән төп күтәреп эсеп ҡуя бабайы. Уға улдары былтыр ошо ярты литрлыҡ һауытты бүләк иткәйне, ҡатынға көлөр өсөн сәбәп булды.

Парлы булыу – бәхетПарлы булыу – бәхет
Парлы булыу – бәхет


– Һыра һауыты менән иртәнге ҡуйы һөттө эсәһең-эсәһең, үҙең һаман арыҡ ҡынаһың. Һыра эсһәң, ҡорһаҡ үҫер ине үҙеңә...
– Һинең янда йәш күренер өсөн һимермәҫкә тырышам бит. Ә һөт – таҙа аҙыҡ, тәнгә көс-ҡеүәт бирә. Ишек алдында рәхәтләнеп 3 – 4 сәғәт эш менән булырға мөмкин!
Эйе, эшкә шәп Фәрите. 70-те ашатлаһа ла, һаман донъя көтөргә тырышып ята. 14 йыл элек, 46-һын яңы тултырған Венераны уға кейәүгә сығырға димләгәндә: “Ниндәй кейәү булһын инде, бабайға әйләнгән бит инде...” – тип кире ҡаҡҡайны. Юҡ, кәмселек эҙләүҙән түгел. Дөрөҫөн әйткәндә, үрге оста йәшәгән ирҙең ҡиәфәтенә матурлап күҙ ҙә һалғаны юҡ ине, бары тик уның үҙенән күпкә өлкән икәнен самалап белә – ул мәктәпкә уҡырға барған йылды Фәритте ауыл йәштәре әрме хеҙмәтенә оҙатҡаны ғына иҫендә ҡалған. 11 йәшкә оло булып сыҡты “бабайы”. Ә баш тартыуы ир затына күңеле ҡатып, ышанысы бөткәнгә ине.
...Венера 28 йәшендә ике улын ҡосаҡлап тол ҡалды. Яратып, дүрт йыл дуҫлашып йөрөп сыҡҡан ире уны йән ғазабына дусар итеп, яҡты донъянан китте. Һөйгәнен, ныҡлы терәген юғалтып илар урынға, ҡатын кеше күҙенә күренергә оялып, ғәрләнеп иланы, балаларының намыҫы өсөн борсолдо. Ҡыҙыу, яндырай ине Фуаты. Ошо холҡо башына етте лә инде – ике ир менән һуғышҡан. Тегеләрҙең береһе ҡарап тормаған, ҡулына нимә эләккән, шуның менән (аҙаҡ асыҡланыуынса, артһыҙ ултырғыс булған) башына һуҡҡан. Венераның ғәрләнгәне – һөйәркәһенең йортонда, уйнаш иткән урындыҡта ятып йән бирҙе ире. Юҡ, ул саҡта уның хыянатын белмәй ине. Тормош тәжрибәһе булмаған, ауылдың мең мәшәҡәте һәм кескәй генә ике бала менән ваҡыты ла ҡалмаған йәш ҡатын иренең “һулаҡайға” йөрөүен белмәне лә, күрмәне лә. Уныһы ла бит эсеп, аҙып-туҙып йөрөгән кешегә оҡшамағайны. Шуға ла ул мәхшәр көндө Венера йылдар буйы оноторға тырышһа ла, бөгөнгә тиклем яҡшы хәтерләй. “Фуатты туҡмағандар! Тиҙ генә юғары остағы Миңсараның өйөнә бар!” – күрше ҡатын шулай тип кенә тупһанан ҡысҡырҙы ла, юҡҡа сыҡты. Төшкө ашты ашап, эшкә, тип сығып киткән иренең киске эңерҙә яңғыҙ ҡатын йортонда булыуына аптыраманы – тракторист булараҡ ул гел дә кешегә утын-бесән ташыны.
Бары тик Миңсараның Фуатты ҡосоп, үкһеп-үкһеп илауы, мәйетте алып китергә килгән милицияларға ҡаршы тороп: “Бирмәйем, алып китмәгеҙ!” – тип ҡысҡырыныуы ғына уның “күҙен асты”. Нимә эшләргә белмәй шаңҡып торғанда, шаһит булып ингән ике ҡатындың:
– Йөрөүе генә етмәгән, үлгәнендә лә нимә ҡылана бит, ә? Ер бит! Ике йыл буйы ғаиләле ирҙе аҙҙырҙы, ә үҙенең әллә күпме һөйәре булды. Үлтерә һуҡҡан ир ҙә бит былтырҙан бирле килеп йөрөнө. Уныһы ла бисәһен айырып, күсеп киләм, тип йөрөгән, ти. Ике ирҙең башына етте, хайуан! Береһе үлде, икенсеһенең башы төрмәгә китә инде, – тип һөйләшкәнен дә ишетте.
Хистәренең бысраҡҡа буталыуына, кеше алдында һүҙгә ҡалыуына ғәрләнеп, оҙаҡ ҡайғырып йөрөнө Венера. Рәнйегәйне, ирен һуңғы юлға оҙатырға теләмәне, мәйетте өйөнә индерергә лә ҡаршы ине. Тик әсәһе менән ҡәйнәһе илай-илай:
– Кешесә ерләйек инде, балаҡайым. Ҡылған гонаһтары өсөн теге донъяла былай ҙа яуап тотор, – тип үтенгәс кенә ыҡҡа килде.
– Ҡыҙым, кешегә эсең тулы ут булһа ла һиҙҙермә! Һөйләрҙәр ҙә оноторҙар. Аҡыллылар һинең хәлде былай ҙа аңлай, алйоттарға ем бирмә, ауыр, тип күңелеңде асма, сереңде һөйләмә. Башыңды ғорур тотоп йәшә, – тип әсәһе иҫән сағында гел әйтә килде.
Бирешмәҫкә тырышты ул. Әммә яңғыҙ ҡатынға ике баланы үҫтереү ҙә, тәрбиәләү ҙә бик ауыр булды. Етем балаларға килгән пенсия аҡсаһы ғына ҡотҡарҙы. Ауыл советы рәйесе ярҙамы менән үҙенә лә түләү юллап алғайны. Колхоз тар­ҡалып, тере аҡса күрмәгән ауыл халҡы араһында көнләшеүселәр ҙә табылды. Иң тәүҙә Миңсараның сәләме килде: “Ире үлгәнгә ниңә ҡайғырһын ул: көрәп аҡса алып ята. Биш йыл йәшәп өлгөрмәне, бер көн стажы юҡ – ә пенсия юллай белде! Шәп булһа, иргә барыр ине...”
“Биш йылмы, биш аймы – уйнаш иткән түгел, законлы ирем булды. Нимә юллаһам да – хәләл. Кеше иренә ымһын­ғандарҙан кәңәш һорап ултырмам!” – тип, магазинда күргәндә йөҙөнә бәреп, уйлағанын әйтеп китте. Мәүеш тигән даны сыҡҡан ҡатындан тегеһе бындай ҡылыҡ көтмәй ине, нимә әйтергә белмәй, бағаналай ҡатып ҡалды.
Ә ир затына Венераның ышанысы ҡалмағайны. 18 йыл буйы бер кемгә лә күтәрелеп ҡа­раманы, һората килеүселәрҙе ҡапҡанан да индермәне. Кеше һүҙенә ҡалмаҫ өсөн, ир-атты мөмкин тиклем эшкә лә ҡушманы. Шуға ла улдары бик иртә ҡул араһына инде, үҙе менән бергә йөрөп, быуындары ултырыр-ултырмаҫ бесән, утын әҙерләргә, мал ҡарарға өйрәнде. Юғары уҡыу йортона инергә теләһәләр ҙә, ҡулығыҙ һөнәр белһен, тип икеһен дә шофер, иретеп-йәбештереүсе, электрик, механикка уҡытып сығарҙы. Аталары менән булған хәлде йәшермәй һөйләне. “Әгәр ҡатынығыҙҙың минең хәлдә булыуын теләмәһәгеҙ, уны йәберләп, битенән көлөп йөрөмәҫһегеҙ, тип уйлайым. Кемдеңдер ғәзиз балаһын йәр итеп алаһығыҙ икән, ихтирам менән йәшәгеҙ! Балаларығыҙ етем үҫмәһен!” – тип әйләнгән һайын тылҡып ҡына торҙо.
Улдарым, тип, балалары хәстәре менән йәшәне-йәшәне лә, улары башлы-күҙле булып, ҡалаға күсеп киткәйне, бер яңғыҙы торҙо ла ҡалды. Ваҡыт күбәйҙе, ә эше аҙайҙы – улдары өйөнә газын, һыуын үткәреп бирҙе, ишле итергә тырышҡан малын да бер һыйырға ғына ҡалдыртты. Шул мәлдә уны тол ҡалған Фәриткә димләнеләр ҙә инде. Үҙе яҡын да юлатмаҫ ине инде, оло улы кеше аша ишетеп, ипләп кенә үҙ фекерен еткерә һалды:
– Шәп ағай бит ул! Кесе улы менән дуҫ булдыҡ бит, гел мине тәмлекәстәр менән һыйлай торғайны. Хәтереңдәме икән, Радиктың иҫке сәпитен йүнәтеп, буяп миңә бүләк иткәйне. Ул саҡта беҙҙең кейем алырға ла аҡса юҡ саҡ, эй, шатландым! Миһырбанлы кеше, һине лә, беҙҙе лә йәберләмәҫ. Ризалыҡ бир ҙә ҡуй, иптәшле булырһың!
Бер аҙ уйланып йөрөнө лә, риза булды ҡатын. Үҙе һаман күңел яраһын онотоп бөтмәгәйне. “Ярай, 60-ты ҡыуалаған ир сит бисәләр менән сыуалмаҫ, битемдән көлмәҫ”, – тип фекерләне. Бары тик бергә йәшәй башлағас ҡына парлы тормоштоң оло бәхет икәнен аңланы ул. Быға тиклем үҙ иңендә булған барлыҡ мәшәҡәттән азат ителеп, ирәйеп кенә көн күрә хәҙер. Элек ауылға, тәү сиратта, әсәһенә ярҙам кәрәк, тип ҡайтҡан улдарының да ҡулы бушаны. Башҡалар кеүек ауыл тормошоноң рәхәтен күреп ҡалдылар: иркенләп мунса инеп, дуҫ-иштәре менән аралашырға ваҡыт табалар. Фәриттең балалары ла шатлығын йәшермәй: “Өйгә ҡайтҡанда йылы, тәмле аш менән көткәндә күңелле бит ул. Аҙналыҡ булһа ла бешеренеп китергә, кейем-һалымын әҙер­ләргә, тип сабып-сабып йөрөй инек тә, ултырып һөйләшергә лә ваҡыт ҡалмай ине”, – ти.
Ҙур эштәрҙе күмәкләп ҡайтып бергә башҡаралар ҙа, атай-әсәйгә мәшәҡәт тә ҡалмай.
– Беҙ ҡайтҡанда сөкөрҙәшеп кенә йөрөп ятһағыҙ, беҙгә шул еткән. Донъя артынан ҡыумағыҙ, пенсия аҡсағыҙ етә, етмәһә, үҙебеҙ өҫтәрбеҙ. Хәлегеҙҙән килгәнсә генә йәшәгеҙ, – тип торалар.
Күңеле бөтөн Венераның, ҡартлыҡ бәхетенән ҡәнәғәт. Әммә Фуатына ғына үпкәһе үтмәне. Быға тиклем ятҡан ерен дә барып күрмәгәйне. Былтыр ата-әсәһенең ҡәберен тәр­биәләргә барғанда, иренең нәҫеле ерләнгән яҡҡа ла үтте. Ҡәйнәһенең ҡәберен дә таҙартты, ә бына Фуаттыҡына ҡулы барманы. Фотолағы матур, әммә күңеле өсөн ят кешегә әүерелгән иренә ҡарап:
– Йәшәү ҡәҙерҙәрен белмәнең шул... Ғаиләң өсөн өҙөлөп торһаң, яттарға күңел һалмаһаң, бөгөнгө бәхетле тормошто һинең менән бергә парлашып үтер инек. Үҙең дә әрәм булдың, мине лә, улдарыңды ла ауырлыҡтарға дусар иттең, – тип үпкәһен белдереп алды...

Гөлнур ҠЫУАТОВА.

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас