

Волость күрше Яҡуп ауылында ғына, ете саҡрым тирәһе. Нимә өсөн икәнен күҙаллай инде ул. Француздар Мәскәүгә яҡынлай. Башҡорттарҙан да был яуға утыҙҙан артыҡ полк әҙерләнде. Уларҙың һәр береһенә хәҙрәт ҡуйыла. Бер нисә полк беҙҙең кантондың бар йортонан йыйылғайны. Шунда полк имамдары кәрәк.
Хәлил ауылда – имам. Кинйә ауылы иллеләп йорттан тора. Бик матур ерҙә урынлашҡан. Эргәлә генә Көйөргәҙе йылғаһы аға, терәлеп үк иркен туғайлыҡ йәйелгән, арыраҡ – унар саҡрымдарға һуҙылған тауҙар. Былар – күпләп йылҡы малы тотҡан башҡорт өсөн иң мөһим уңайлыҡ. Ырымбур янындағы Ҡарғалы мәҙрәсәһендә уҡып ҡайтҡас, 24 йәштә ауылында имам булды Хәлил. Күрше ауылдан Өмөтбикәгә өйләнде. Ике ҡыҙҙары бар. Матур итеп йорт һалып инделәр, мең башҡа яҡын йылҡы малы, шул уҡ иҫәптә һарыҡтары бар.
Волоста уға ике ат, бер айға етерлек боҙолмай торған аҙыҡ әҙерләргә ҡушып ҡайтарҙылар.
Киптерелгән ҡаҙы, ҡаҡланған ит, ыҫлап, йомарлаҡтарға әүәләп киптерелгән ҡорот, икмәк киптереп, шөкәрә эшләнеләр. Шу-лай уҡ солоҡ балы тултырҙылар. Аттың артҡы бото тиреһенән эшләнгән бер нисә тире һауытҡа ҡымыҙ һәм яңы һаумал бейә һөтө лә ҡойолдо.
Һуғышҡа ауылдашы Үзбәк Аҡмырҙин, Яҡуптан Буранбай Сыуашбаев, Яҡшымбәттән Ғилман Хоҙайбирҙин менән бергә ҡуҙғалалар.
Бына Стәрле пристаны янындағы Торатау типһәнендә йыйылыу урыны. Был ер – бик тарихи урын. Башҡорттар ошо ерҙә оло йыйындар уҙғара, һуғышҡа туплана. Халыҡ байтаҡ йыйылған. Ҡайһылары атын ҡарай, икенселәре усаҡ яғып ашарға хәстәрләй. Ҡурай тартыусылар ҙа күренә. Тау яғындараҡ хатта уҡтан да атышып ярышалар.
Уларҙы штаб-офицер ҡаршы алды. Ҡайҙан килгәнде һорашты ла, артынан барырға ҡушты. Тирмәләр ҡоролған урында туҡтатты, көтөргә ҡушып, алдараҡ торған тирмәгә инеп китте. Хәрби кейемдәге кеше менән сыҡтылар. Уныһы полк командиры икән. Ул да, ҡайҙан килгәнде һорашҡас, штаб-офицерға урын күрһәтергә ҡушты, аттар ҙа, үҙҙәре лә ял итһен, тине.
Башҡорт полктары биш йөҙ сафсы, ун илле башынан, биш хорунжийҙан, биш йөҙбашы, биш яҫауылдан, полк командирынан һәм уның ярҙамсыһынан тора. Шулай уҡ бер писарь һәм бер полк муллаһы бар. Мулла – ҡораллы һуғышсы ла. Бер нисә көн күнекмә үткәс, яйлап Мәскәү яғына ҡуҙғалдылар.
Башҡорт һуғышсылары рус армияһында ышаныслылығы, ҡыйыулығы, таҫыллығы менән айырылап торҙо. Ҡурҡыу белмәҫ башҡорттарҙы һәр саҡ иң мөһим ергә тәғәйенләйҙәр ине. 1812 йылдың көҙөндә “Бәләкәй һуғыш” ваҡытында иррегуляр кавалерия булараҡ ҡыйыулыҡ күрһәттеләр. Полк командиры, майор Лачин етәкселегендә Жохово ауылы янында дошмандың 22 фуражирын ҡулға төшөрҙөләр. Бер нисә көндән ҡыйыу башҡорт полкына Вишневское ауылы янында 500 һуғышсыһы булған француз отрядын ҡыйратырға әмер бирелде. Полковник Ефримов полкты бер нисә өлөшкә бүлеп, дошманға ҡурҡыу һалып, уратып алырға, тигән план ҡорҙо. 300 сафсыны запаста ҡалдырып, 200 кешене 25 – 30-лап сафсынан торған алты өлөшкә бүлде. Һәр төркөмгә маршрут билдәләнде.
Төркөмдәр үҙ юлы менән китте. Француздар тирә-яҡ рельефын ныҡлап өйрәнгән, күрәһең. Тап Хәлил Һабансин булған төркөмдө уйламағанда уратып, ҡулдарҙы бәйләп, бар ҡоралды, аттарҙы, аҙыҡ-түлекте тартып алдылар. Тәүҙә ат эйәренә бәйләп һалырға уйлағайнылар. Ике сафсыны бәйләп өсөнсөгә тотонғанда, таһыл башҡорттар эйәрҙең айылын ысҡындырып ҡотолғас, икенсе төрлө эшләргә булдылар. Утыҙлаған башҡорт сафсыһын бер-береһенә аллы-арты бәйләп, аттар артынан йәйәү алып киттеләр. Саң, аттарҙың ҡалдырған һаҫыҡ еҫен һулап барҙы яугирҙар. Башҡа төркөмдәр белмәй, күрәһең, ярҙамға килеүсе булманы.
Хәлил ошонда үҙенә, әсирлектән иҫән-имен ҡотолһам, сит диндәге ҡыҙға өйләнеп, мосолман итер инем, тип нәҙер әйтте. Һәм һәр аҙымы һайын доға ҡылды. Күпме ваҡыт барғанын да иҫләмәй, бына бер ваҡыт француздар кемуҙарҙан ҡысҡы-рыша башланы. Баҡһаң, командирҙары аттан ҡолаған. Яҡын барып ҡараһалар, башҡорт уғы сикәһенән үтәнән-үтә тишеп сыҡҡан. Улар тауышһыҙ “мыл-тыҡ” – башҡорт уғынан ныҡ ҡурҡты. Паника башланды. Бер аҙҙан биш йөҙлө француз ғәскәре әсирлеккә алынғайны инде.
Мәскәү янында ғәскәрен юғалтҡан Напалеон тиҙ рәүештә кире сигенде. Дошманды ҡыуып, Европа илдәрен дә үтеп, Хәлилгә лә Париж ҡалаһын алыуҙа ҡатнашырға тура килде. Унда ла башҡорт полктары бик мөһим алыштарҙа ҡатнашты. Француздар башҡорттарҙың тауышһыҙ ҡоралынан ныҡ ҡурҡа. Ҡайҙа күпме кеше һөжүм иткәнен белмәйҙәр. Аҡ еләндә, ҡулдарына уҡ-һаҙаҡ тотҡан башҡорттарҙы шуға ла “төньяҡ амурҙары” тип атанылар.
Еңеү иғлан иткәс, байрам башланды. Башҡорттар ҡурайҙа һыҙҙырҙы, Кутузов маҡтаған һүҙҙәрҙән сығарылған “Любезники, любизар” йырын башҡарҙы. Ҡалаға килгән төрөк сауҙа-гәрҙәренән матур-матур тауар-ҙар алдылар, бигерәк тә яулыҡтары оҡшаны.
Хәлил ҡайтышлай нәҙерен үтәү өсөн риза булырлыҡ сит диндәге ҡыҙҙы эҙләне. Башҡорт иленә күп тә ҡалмағайны, полк бер ауылда ялға туҡтаны. Сыуаштар йәшәй икән. Бирәм тигән ҡолона – сығарып ҡуйыр юлына, тигәндәй, ошо ауылда нәҙере юш килде. Хәлил яугирға ишле ғаиләлә туҡталырға тура килде. Балаларының өлкәндәре гел ҡыҙҙар. Алты ҡыҙҙан һуң ғына малай тыуған. Хәлилде оҡшатты хужалар. Уның дини булыуы күңелдәренә хуш килде. Егет, Франциянан алған тауарҙың бер өлөшөн бүләк итеп биреп, үҙенән ун бер йәшкә кесе Ҡанышты кәләшлеккә һайланы. Ата-әсәһен ризалатып, сыуаш милләтенән булған насрани динендәге ҡыҙҙы мосолман диненә күсереп, үҙе үк никах уҡып, алып ҡайтты ул. Еткән ҡыҙҙы атаһы кейәүгә биреүҙе хуп күргәндер инде.
Ауылда яуҙан ҡайтыусыларҙы Ҡаршы тауҙа көтәләр ине. Бер юлы килен дә төшөрҙөләр. Бик уңған килен булды Ҡаныш. Хәлилгә ете ул табып бирҙе. Ауылда ни, француз яуынан алып ҡайтҡас, француз килен, тип йөрөттөләр.
Азат ХӘЛИЛОВ.
Авторҙан. Хәҙерге Көйөргәҙе районының Туғай Кинйәһе ауылындағы Хәлиловтар ошо сыуаш өләсәйебеҙҙән таралған. Шуға күрә уларҙы, сыуаш араһы, тип йөрөтәләр.