

Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Ниндәйҙер кеше менән асыҡтан-асыҡ һөйләшергә форсат сығыр. Ошонан һуң күңелегеҙ бушап ҡалыр. Ғөмүмән, был көндәрҙә аралашыуҙа мотлаҡ уңырһығыҙ. Кесе йомала һәм шәмбелә ыңғай ваҡиғалар көтөлә.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Осор башында кәйеф күтәрерлек яңылыҡтар ишетерһегеҙ. Улар ҡайһы бер өмөтлө фекергә этәрер, моғайын. Бәғзеләрҙең рәсми ойошмалар менән бәйле ҡағыҙ эше ыңғай хәл ителер.
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Ваҡиғаларҙың һеҙ уйлағанса бармауы ла ихтимал. Үкенескә күрә, быны ваҡытында күрмәҫһегеҙ ҙә. Шаршамбынан һуң бөтә көсөгөҙ хаталарығыҙҙы төҙәтеүгә китер. Шуға күрә әллә ни алға китә алмаҫһығыҙ.
Буға (21.04 – 21.05)
Шишәмбеләге икеле хәлдә бәғзеләр ярҙам эҙләр. Үҙаллы эшләргә өйрәнгәндәргә бигерәк тә ауыр булыр. Яҡшы таныш эштәрегеҙҙе лә аҙағынаса еткереү ҡыйынлыҡ тыуҙырыр. Йоманан һуң барыһы ла яйланыр.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Элек башлаған эштәрегеҙҙе тулыһынса бөтөрөргә тырышығыҙ, юҡһа аҙаҡ быға икеләтә көс-ваҡыт кәрәк булыр. Күптәнге бәйләнештәрҙе яңыртыу ҙа зыян итмәҫ. Киләсәктә улар бик кәрәгер. Йомала мөһим хәбәр еткерерҙәр.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Иң көнүҙәк мәсьәләләләрҙе үҙаллы хәл итергә тура килер. Кеше ярҙамына һис өмөт итмәгеҙ. Кемдер элек биргән вәғәҙәләрегеҙ тураһында иҫегеҙгә төшөрөр. Уны үтәү ҙә елкәгеҙгә төшөр.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Аҙна бер аҙ ҡатмарлы килер. Бәғзеләр ҡыйынлыҡтарға осрап, үҙ көсөнә шикләнә башлар. Улар һеҙҙең хаталар менән бәйле түгел дә һымаҡ. Әйткәндәй, уларҙың күпселеген тап ошо арала төҙәтә алырһығыҙ.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Был көндәрҙә тәгәрмәсегеҙгә таяҡ тығыусылар ҡырҡа күбәйер кеүек. Уларға етди ҡаршылыҡ күрһәтергә тура килер. Кесе йомала кемделер бик кәрәкле һәм мөһим һөйләшеү көтә.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Төп эшегеҙҙә үҙгәрештәр төҫмөрләнә. Ғөмүмән, улар ыңғай булырға оҡшай. Бәғзеләр хатта һеҙҙән көнләшә лә башлар. Кесе йомала күптәргә уңыш йылмайыр.
Саян (24.10 – 22.11)
Был арала бик һаҡ һәм ашыҡмай эш итегеҙ. Шулай ғына хаталарҙан ҡотола алырһығыҙ, моғайын. Юғиһә, уларҙы төҙәтеү ауырға тура килер. Йондоҙҙар яңы таныштарығыҙ алдында асылмаҫҡа ҡуша.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Был арала артыҡ көсәнмәгеҙ, һуңғы ваҡиғаларҙан үҙегеҙгә бер аҙ ял биреү файҙалы булыр. Алда уңайлы мәлдәр осрар әле. Әгәр артабан эш итергә уйлаһағыҙ, күпселек осраҡта үҙ көсөгөҙгә генә таянығыҙ.
ӨМӨТБАЙ.