

Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Был аралағы ваҡиғалар һеҙгә яңы мөмкинлектәр асыр, һәр хәлдә эске тауышығыҙҙы тыңлағыҙ. Ниндәйҙер ысул шаршамбыла һис уйламаған уңышҡа килтерер. Яңы танышлыҡтар мотлаҡ өмөтлө буласаҡ.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Шишәмбеләге хәлдәр көтөлмәгән тәьҫораттар менән иҫегеҙҙә ҡалыр. Күңеле бушауҙан бәғзеләрҙең хата яһауҙары ихтимал. Кемдер яңылыш бер генә һүҙ әйтеп, аҙаҡ ныҡ үкенер. Был арала бер ниндәй ҙә бәхәстә ҡатнашмауығыҙ хәйерле.
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Яҡшы таныш эштәр ҙә ҙур ҡыйынлыҡ менән барыр. Икенсе яҡтан, яңы ысулдар ҡулланыуығыҙ көтөлмәгәнсә уңыштар килтереүе мөмкин. Кесе йомала йондоҙҙар әүҙем эш итергә саҡыра. Яңы таныштарығыҙға берүк ышанмағыҙ.
Буға (21.04 – 21.05)
Был арала һеҙгә матди юғалтыуҙар янай. Бурысҡа аҡса бирһәгеҙ, уны башҡа күрмәүегеҙ ҙә бар. Бәғзеләр ышанысһыҙ кешеләр менән бәйләнешкә инер. Шәхси тормошоғоҙҙа ыңғай үҙгәрештәр көтөгөҙ.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Эшләп һәм уҡып йөрөгәндәрҙе һәйбәт көндәр көтә. Бөтөнләй уйламаған кеше һиҙелерлек ярҙам күрһәтер. Башҡа өлкәләрҙә ыңғай үҙгәрештәр әллә ни булырға оҡшамай. Күптәнге дуҫығыҙҙан хәбәр килер.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Элекке ҡайһы бер уй-фекерегеҙҙе был арала бойомға ашырып ҡарарға мөмкинлек булыр. Быға көсөгөҙ ҙә етер. Ярҙам итергә теләүселәр табылыр, унан баш тартмауығыҙ хәйерле.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Киләсәккә үҙгәрештәргә әҙер булығыҙ. Уларҙы алдан тойоп, әүҙемлек күрһәткәндәр мотлаҡ уңыр. Кемдер мең сәбәп табып, һемәйеп ҡалыуы ла ихтимал. Ғөмүмән, һәр кеше үҙенә яҙғанын үҙе табыр.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Аҙна өмөтлө яңылыҡтар килтерер. Уларҙы ваҡытында күреп, файҙаланып ҡалырға тырышығыҙ. Бик күптән күрмәгән кеше менән осрашыуығыҙ мөмкин. Был ике яҡ өсөн дә өмөтлө булыр. Йондоҙҙар бер саранан да баш тартмаҫҡа ҡуша.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Борсолоу өсөн бер ниндәй ҙә сәбәп юҡ һымаҡ. Шулай ҙа ҡайһы бер артыҡ һиҙгер кешенең, юҡтан эсе бошоуы ихтимал. Кемгәлер эштәре бер урында торған кеүек тойолор. Шуға ҡарамаҫтан осорҙоң йомғаҡтары барыбер яҡшы булыр.
Саян (24.10 – 22.11)
Был арала уңыштар бигүк еңел бирелмәҫ. Бәғзеләр эштәрегеҙгә ҡыҫылырға маташыр. Ләкин уларҙың тырышлығы юҡҡа ғына булыр. Кесе йомала тәжрибәле кеше бик урынлы кәңәш бирер.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Мәл яңы эштәрҙе башлап ебәреү өсөн уңайлы. Хатта дошмандарығыҙ ҙа был көндәрҙә үҙҙәрен һиҙҙермәҫ. Эш иткәндә бәғзеләр яңы ысул табыр. Шаршамбыла өмөтлө күренгән тәҡдим алырһығыҙ.
ӨМӨТБАЙ.