

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)
Бер аҙ тынысһыҙ осор көтөлә. Ҡайсаҡ үҙегеҙҙе ҡулда тотоу ауырыраҡ булыр хатта. Белгән эштәрегеҙҙә лә эс бошорғос ҡыйынлыҡтар осрар, эшләгән, уҡыған урында ла йыш борсолорһоғоҙ, бәлки.
Балыҡ ( 20.02 – 20.03)
Шәхси мөнәсәбәттәрҙә ыңғай үҙгәрештәр төҫмөрләнә башлар. Ғөмүмән, башҡалар менән аралашыу еңеләйер. Ярҙам кәрәк булғанда уны еңел табырһығыҙ. Йомала аҡсағыҙҙы тотонмағыҙ.
Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)
Йондоҙҙар был арала ашыҡмаҫҡа ҡуша. Түҙемлек күрһәткәндәрҙең артта ҡалыуы ла ихтимл. Бәғзеләр эшендә лә, өйөндә лә шишәмбе һәм йома ҡыйынлыҡтарға осрар. Сыҙамлылыҡ күрһәтеүегеҙ хәйерле.
Буға ( 21.04 – 21.05)
Һуңғы ваҡиғаларҙан һуң һеҙгә бер аҙ ваҡыт кәрәк булыр, моғайын. Ҡайһы бер һорауҙарға үҙегеҙ генә яуап эҙләрһегеҙ, бәлки. Шаршамбынан һуң күңелегеҙҙе күтәрерлек яңылыҡ ишетерһегеҙ, күптәр яҡын киләсәккә билдәләнгән маҡсаттарға тулы асыҡлыҡ индерер.
Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)
Йондоҙҙар ярҙамы менән алдығыҙҙа яңы мөмкинлектәр асылыр. Ихлас күңел менән эш итһәгеҙ, күпкә өлгәшерһегеҙ. Ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл иткәндә яңы ысулдар үҙҙәренән-үҙҙәре табылыр. Башҡалар ҙа һәр саҡ ярҙам итер.
Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)
Ҡыйынлыҡтар осраһа ла, улар һеҙҙе һис тә ҡурҡытмаҫ. Бәғзеләр элекке хаталарын төҙәтер, кемдер эштәрен бер аҙ тәртипкә килтерер. Кесе йомалағы һөйләшеү кәйефегеҙҙе мотлаҡ күтәрер.
Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)
Йондоҙҙар киләсәк һәм үткән ваҡиғалар тураһында күп уйланмаҫҡа кәңәш итә. Төп иғтибарығыҙҙы күберәк бөгөнгө хәлдәргә йүнәлтеүегеҙ дөрөҫ булыр. Был арала төрлө бәхәстәр сығыуы ихтимал, ләкин уларҙың ахыры файҙалы көтөлә.
Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)
Аҙна башында башығыҙҙа өмөтлө фекерҙәр тыуыр, бәлки. Уларҙы киләсәктә тормошҡа ашырыу мотлаҡ ыңғай үҙгәрештәргә килтерәсәк. Бер аҙ түҙергә генә кәрәк. Йомала аҡсағыҙҙы тотонмаҫҡа ҡушыла.
Үлсәү ( 24.09 – 23.10)
Еңел уңышҡа әллә ни өмөт итмәгеҙ. Башта ныҡлап уйлап, мөмкинлектәрегеҙҙе самаларға кңәш ителә. Шаршамбыла тәнҡит һүҙҙәрен ишетерһегеҙ. Кәйефегеҙ боҙолмаһын, улар ихлас күңелдән әйтелер.
Саян ( 24.10 – 22.11)
Был арала берүк ашыҡмағыҙ, һаҡ булығыҙ. Шаршамбыла ниндәйҙер мөһим мөнәсәбәттте боҙоу хәүефе бар. Бәғзеләр кемгәлер элек бирелгән һүҙендә тора алмаҫ һымҡ. Шәмбелә һис тә уйламағанда килем төшөр.
Уҡсы ( 23.11 – 21.12)
Аҙна араһында әүҙемлек күрһәтһәгеҙ һиҙелерлек уңыштарға өлгәшерһегеҙ. Ҡайһы бер нәмәләргә өйрәнергә лә кәрәк булыр кеүек. Кәңәш һорағанда күп һөйләгән һәм күпте өмөт иткәндәргә ышанмағыҙ.
ӨМӨТБАЙ.