

Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Йондоҙҙар был көндәрҙә үтә һаҡ булырға ҡуша. Шулай ғына етди хаталарҙан ҡотола алырһығыҙ. Шуны ла онотмағыҙ: һеҙҙе күрә алмаусылар бер ҙә йоҡлап ятмай кеүек. Йомала кемдер башығыҙҙы бутарға маташыр, бәлки.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Аҙна еңел булырға оҡщамай һымаҡ. Буш һөйләшеүҙәр, кеше йомоштары башығыҙҙы бутап торор. Шаршамбы көнө етди һөйләшеүҙәр өсөн уңайлы буласаҡ. Ғөмүмән, күптәр был арала алға табан етди аҙым яһай алыр.
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Дүшәмбе һәм шишәмбене бик әүҙем үткәрерһегеҙ кеүек. Артабан йыйылып киткән мәсьәләләрҙе өйрәнеү файҙалы булыр. Кесе йомала бер-нисә уңайлы мәлр булыуы ихтимал. Файҙалы һөйләшеүҙәр ҙә булыр, моғайын.
Буға (21.04 – 21.05)
Был арала күптәр төп эшендә уңыр шикелле. Ҡайһы бер уй-фекерҙәрегеҙ башҡалар тарафынан яҡлау һәм ярҙам табыр һымаҡ. Кесе йомалағы ҡыйынлыҡтар һеҙҙән урау юлдарҙы эҙләргә мәжбүр итер.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Яҡындағы кешеләрҙән байтаҡ яңы нәмә белерһегеҙ. Тик һорауҙар бирергә тартынмағыҙ. Алған мәғлүмәт киләсәккә булған маҡсаттарҙы асыҡларға мотлаҡ ярҙам итер. Шаршамбылағы хәлдәр күңелегеҙҙе бер аҙ күтәрер.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Был арала әллә ни еңел көндәргә өмөт итмәгеҙ. Эш тә, бараһы урындар ҙа күп булмаҡсы. Йондоҙҙар һәр саҡ һеҙгә ярҙам итеп тормаҫ, ләкин иң мөһим мәсьәләрҙе ыңғай хәл итә алырһығыҙ, моғайын.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Уңыштарға өлгәшеү өсөн һәр хәлдә лә ныҡышмалыраҡ булыу мөһим. Яҡындағылар менән дә күп нәмә бәйле булыр. Һеҙҙе һәр саҡ тәнҡитләгән, ҡаршы булған кешеләрҙән ары тороу хәйерле.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Уҡып һәм белем арттырып йөрөгәндәр мотлаҡ уңыр. Шаршамбыла кемдер һеҙгә фекерҙәш булыуын белдерер, бәлки. Йома көнө ниндәйҙер мөһим һөйләшеү көтөгөҙ. Ул һеҙгә яңы мөмкинлектәр асыр.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Күптәнге уй-фекерегеҙҙе был арала тормошҡа ашырыу еңелерәк булыр, буғай. Һеҙгә ярҙам итергә теләүселәр ҙә табылыр, моғайын. Элекке тәжрибә һәр саҡ ярҙам итер. Ғөмүмән, яҡындағылар менән арағыҙ һиҙелерлек йылыныр.
Саян (24.10 – 22.11)
Алдығыҙҙа ҡатмарлы мәсьәләләр килеп сығыуы бар. Уларҙы хәл итеү өсөн көсөгөҙ етмәүе лә мөмкин. Бәғзеләргә ярҙам эҙләргә лә тура килер, бәлки. Кесе йоманан һуң мөмкинлектәрегеҙ күҙгә күренеп киңәйер.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Ҡайһы бер ваҡиғаларҙан һуң тормошоғоҙға яйлап үҙгәрештәр инә башлар шикелле. Тик бер аҙ түҙемлерәк булыу мөһим. Ҡайсаҡ ярҙам да эҙләргә тура килер, моғайын. Кесе йомала сығымдарығыҙҙы йәлләмәгеҙ, улар файҙаға булыр.
ӨМӨТБАЙ.