

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)
Аҙнаны әүҙем үткәрерһегеҙ. Тәүге уңыштарҙан һуң кәйефегеҙ күтәрелер, ярҙам итергә теләүселәр ҙә табылыр. Яҡындарығыҙ менән үткән ваҡиғаларҙы телгә алмаҫҡа кәңәш ителә, юғиһә үпкәләшеүегеҙ ихтимал.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Тыныс ҡына эш итеү өсөн мөмкинлегегеҙ булмаҫ. Бер юлы күп нәмә тураһында уйларға, ҡапыл килеп сыҡҡан мәсьәләләрҙе хәл итергә тура килер. Был арала күптән күрмәгән туғанығыҙ менән осрашырһығыҙ.
Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)
Әүҙем, тәүәккәл кешеләргә йондоҙҙар һәр саҡ ярҙам итеп торор. Бар осраҡта ла яуаплылыҡты үҙ өҫтөгөҙгә алыуҙан ҡурҡмағыҙ. Бәғзеләр был арала фекерҙәш тә табыр. Осрашыуҙар, аралашыуҙар файҙалы уҙыр.
Буға ( 21.04 – 21.05)
Элек тотонорға баҙнат итмәгән мәсьәләләрҙе урынынан ҡуҙғатып ебәрерһегеҙ, бәлки. Һәр саҡ яҡындарығыҙҙың ярҙам-терәген тойорһоғоҙ. Кесе йомала ниндәйҙер өмөтлө күренгән тәҡдим алыуығыҙ бар. Уға ризалашырға кәңәш ителмәй.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Был арала үҙ-ара бәхәстәр күбәйер. Шуға күрә әллә ни ырата алмаҫһығыҙ һымаҡ. Шулай ҙа бәғзеләр был осраҡта ла, араларҙы боҙмай, бер аҙ алға китә алыр. Яратҡан кешегеҙҙән яҡшы хәбәр ишетерһегеҙ.
Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)
Ваҡ-төйәк уңышһыҙлыҡтар осрап торор. Уларға иғтибар бирмәҫһегеҙ. Күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәҫкә тырышығыҙ. Йондоҙҙар был арала һеҙгә үҙегеҙҙе аңлаған кешеләр янында күберәк булырға кәңәш итә.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Дүшәмбенән үк эшкә егелеп, аҙнаны файҙалы үткәрерһегеҙ. Шаршамбыла эштәгеләр менән ҡытыршылыҡ килеп сығыуы бар. Шәмбелә йорт-хужалыҡ хәлдәре өҫтәмә сығымдар талап итер.
Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)
Шишәмбелә эш урынығыҙҙа ҡыйынлыҡтар осрар. Кемгәлер икенсе кешенең бурыстарын йөкмәтерҙәр йәки һеҙ башҡарған эш өсөн икенсене маҡтарҙар. Шәхси тормошоғоҙҙа ыңғай үҙгәреш төҫмөрләнер.
Үлсәү ( 24.09 – 23.10)
Һәр хәлдә лә йондоҙҙар ашыҡмаҫҡа ҡуша. Шишәмбеләге һөйләшеүгә ныҡлап әҙерләнерһегеҙ. Уның һөҙөмтәләре мөһим буласаҡ. Был арала һис тә уйламаған ерҙән аҡса килеүе бар. Шәмбелә кәрәкмәгән әйберҙәрегеҙҙән ҡотолорһоғоҙ.
Саян ( 24.10 – 22.11)
Был арала элек боҙолған мөнәсәбәттәрҙе тергеҙергә мөмкинлек булыр, моғайын. Ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр ҙә осрар. Бәғзеләр ярҙам да эҙләр, бәлки. Йомала, киреһенсә, һеҙҙән ярҙам һорарҙар.
Уҡсы ( 23.11 – 21.12)
Йондоҙҙар был көндәрҙә күберәк үҙ тәжрибәгеҙгә таянырға саҡыра. Кеше кәңәштәре зыян ғына килтерәсәк. Шишәмбелә яҡындарығыҙ менән килеп сыҡҡан бәхәс кәйефегеҙҙе боҙор. Кесе йоманан һуң үҙегеҙҙе ышаныслыраҡ тойорһоғоҙ.
ӨМӨТБАЙ.