

Тик бер генә ҡатын: “Ғүмереңде әрәм итмә, һеңлекәшем! Ике лә уйлап тормай иреңдән айырыл. Балаларға эскән, ҡул күтәргән атай кәрәкмәй ул!” – тип яҙғайны. Ҡыҙыҡһыныуымды еңә алмай, уның шәхси битләүенә инеп, тормошона “күҙ һалдым”. 53 йәш кенә булыуға ҡарамаҫтан, берҙән-бер фотонан таушалған, арыған ҡиәфәтле, үҙ-үҙенә ҡул һелтәгән ханым баға ине. Бөгөнгө заманда 60 – 70 йәшлек инәйҙәрҙең дә биҙәнеп-төҙәнеп, матур кейенеп йөрөүен күреп өйрәнгәс, бер аҙ ситен тойолдо. Битләүендә – гел тормош әселеген һүрәтләгән һағышлы йырҙар һәм яҙмалар. Медицина хеҙмәткәре икән, республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарының береһенән. Ғаилә хәле, балалары, ҡыҙыҡһыныуҙары тураһында мәғлүмәт бөтөнләй юҡ.
Битләүенән сығып китергә уйлағайным да, ниңәлер туҡталып ҡалдым. Фотолағы һағышлы, хатта ғазаплы күҙҙәрҙә сағылыш тапҡан яралы күңелде йыуатҡым килде. “Апай, һәр көндә тормоштоң матурлығын тойорға була. Бирешмәгеҙ!” – тип сәләм юлланым уға. Мөлдөрәмә тулы күңелен бер аҙ бушатҡыһы килгәндер, икенсе көндө Урания апай тормошон бәйән иткән оҙон хат юллағайны...
“Тормош матурлығын тойорға иңрәү-һағышҡа тулы күңел ҡамасаулай, күрәһең. Һәр көндө, бөгөн ниндәй ыҙғыш, талаш булыр икән, тип ҡурҡып ҡына ҡаршылайым. Йәшәү мәғәнәһен юғалттым мин. Йыш ҡына социаль селтәрҙәге төркөмдәрҙә ҡатын-ҡыҙҙарҙың эскән ирҙәренә түҙеп йәшәүе хаҡындағы яҙмалар сыға. Шулай тейеш, ҡайҙа барам, тип уйлайҙар, теге әхирәтемдең ире сәпсим айнымай эсә әле, тип үҙҙәрен йыуаталар һәм йылдар буйы үҙ бәхетен ҡорбан итеп йәшәйҙәр. Ҡатын-ҡыҙҙың асылына хас ул сабырлыҡ һәм күндәмлек. Үҙем дә шулар рәтендәмен.
Тик бөгөн бар донъяға яр һалып: “Эскән иргә түҙеп йәшәмәгеҙ!” – тип ҡысҡырғым килә. Әммә мине ишетмәйәсәктәр. Аңламаҫтар ҙа. Үҙем дә 25 – 30 йыл элек шундай инем. Ә бөгөн үкенәм: сабырлығым менән үҙемдең генә түгел, улымдың да яҙмышын емерҙем.
Талип менән йәш саҡтан дуҫлашып йөрөп, яратышып өйләнештек. Ул саҡта эсергә яратыуын һиҙмәнем. Бергә йәшәй башлағас ҡына көн аша тиерлек һуҡмыш ҡайтыуын (иҫерек тә түгел, айныҡ та) аңлап ҡалдым. Ҡул күтәрмәй, йорт тирәһендә ҡулынан килгән барлыҡ эште атҡара, минең өсөн өҙөлөп тора – тауыш сығарманым. Тик уйламағанда ул эшләп йөрөгән “Газ-сервис” ойошмаһына тикшереү килде һәм алты ир, шул иҫәптән Талип та, эскән килеш тотолоп, ҡыуылдылар. Беҙҙең ауыл артыҡ ҙур түгел, башҡа эш урыны юҡ. Ирем ҡайғыһын “араҡы” менән йыуа башланы: хәҙер инде ул лаяҡыл иҫергәнсе эсә, төнө буйы илап йә һөйләнеп сыға. Был ваҡытта инде берҙән-бер улыбыҙ Айратҡа биш йәш тулғайны. Кейәүенең эшһеҙ эсеп ятҡанын ишеткәс, әсәйем айырылыуымды теләне. Туғандарым да, һабаҡташтарым да: “Әгәр айнырға теләһә, күптән үҙен ҡулға алыр ине. Башҡалар, эшһеҙ ҡалдыҡ, тип ҡайғырмай, йә Себергә китә, йә ғаиләһе менән ҙурыраҡ ҡалаға күсә, бик булмаһа мал ишәйтеп, донъя көтә. Ялҡау Талипҡа һылтау ғына булды. Айырыл, ғүмереңде заяға үткәрмә”, – тип кәңәш бирҙе. Ә мин, яҡшы яҡҡа үҙгәрер, тип өмөтләнеп, яңғыҙ ҡалдырһам үлер, тип йәлләп, Талипты ташламаным. Тәү сиратта Айратты уйланым. Яңғыҙым нисек үҫтерәм, атайһыҙ, тигән мөһөр менән йәшәһә, оялыр, тип борсолдом.
Хәҙер генә аңлайым: был ҡорбандар кәрәкмәгән. Хәҙер миңә 53 йәш, һаулыҡ та, матурлыҡ та ҡалманы, кешесә донъя ла ҡора алманыҡ – Талип “шабашка” менән тапҡан-таянғанын эскегә тыҡты, минең фельдшер булып эшләп алған аҡса ашауҙан, кейенеүҙән үтмәне. Мал да исем өсөн аҫыралды, йәй көнө кешегә эшләп йөрөп, үҙебеҙгә бесәнде етерлек әҙерләмәгәс, ике бөртөк һыйыр ҡыш ахырына аҙыҡһыҙ ҡала. Икеләтә хаҡҡа рулонлы бесән алып, бурысҡа батам.
Иң әсендергәне – Айрат улымдың юлдан яҙыуы. Атайлы булһын, тип йөрөп, мин уның барлыҡ тормошон боҙҙом. Эскән иргә бала ла, ғаилә лә кәрәкмәй икән. Үҫә килә Айрат менән Талиптың араһынан “ҡара бесәй” үтте. Улыбыҙ иҫерек атаһынан ситләште, уны тыңламай башланы, ә тегеһе ихтирам талап итте. Тәүҙә уның асыуын ҡабартмаҫ өсөн Айрат уның күҙенә һирәк күренергә тырышты – йә ихаталағы эш менән булды, йә спорт түңәрәгенә китер ине. 11-се класты яҡшы билдәләргә генә тамамлағас, етмәһә, спортта ла алдынғылыҡты бирмәй, уҡытыусылары уны Өфөгә, аграр университетҡа барырға өгөтләне. Юл һәм уҡыу сығымдарын ҡапларлыҡ мөмкинлегем юҡ ине, ултырып һөйләштем. Улым хәлемде аңланы, күрше район үҙәгендәге һөнәрселек училищеһына барырға булды. Тик шул көндән уның холҡо тағы ла насар яҡҡа үҙгәреп, атаһына ҡаршы өндәшә, мыҫҡыл итә башланы, ҡушҡан эштәрен үтәмәне. Уҡыуға ла, спортҡа ла ҡыҙыҡһыныуы бөттө, ә 2-се курста уҡығанда төн уртаһында тәүге тапҡыр иҫереп ҡайтты. Артабан эсеүе йышланы. Аҡылына килһен өсөн һөйләшергә теләгәйнем, килеп сыҡманы. Шунда миңә үпкәләүен белдерҙе:
– Атай миңә ниндәй тәрбиә бирҙе? Уның айыҡ сағын да, матур итеп һөйләшеүен дә, эшләгәнен дә, аҡса алып ҡайтҡанын да хәтерләмәйем. Бар күргәнем һаҡал баҫҡан йөҙ, һаҫыҡ еҫ, ҡысҡырыныу һәм аҡсаһыҙлыҡ булды. Ә һин ваҡытында айырылып, мине лә, үҙеңде лә бәхетле итә ала инең. Уҡыуының рәте булмаған балалар институтта уҡып йөрөй, ә мин тырышып-тырышып та, уҡытырға хәлегеҙҙән килмәне. Белә-белгәнемдән алып “алкаш балаһы” тигән ҡушамат менән йөрөнөм. Яратҡан ҡыҙым да дуҫлашырға теләмәне. Әсәһе: “Эскесенән – эскесе, ялҡауҙан ялҡау тыуа”, – тигән. Һин белә тороп миңә шундай тормош бүләк иттең, әсәй! – тине лә сығып китте.
Хәҙер инде Айратҡа 25 йәш. Күрше ауылда иретеп-йәбештереүсе булып эшләп йөрөй. Атаһын һанға һуҡмай. Талип былтыр, уны аҡылға ултыртам, тип ҡул күтәргәйне, үҙенең яғаһынан алып һелкетте. “Тағы ла бер миңә көс күрһәтеп йәки тауышланып ҡына ҡара: ғүмер буйы эскән араҡыңды ҡоҫторормон!” – тине. Ирем инде уға өндәшергә ҡурҡа, бар көсөн ул өйҙә булмағанда миңә төшөрә башланы. Иркәләп боҙҙоң, мине яманлап һөйләп, ҡаршы ҡуйҙың, ти.
Элек Талип өсөн ҡайғыра инем, хәҙер улымды уйлап, йәнем әсей. Киләсәге нисек булыр, тип борсолам, үткәндәрҙе уйлап үкенәм. Ул атайлы үҫһен тип, барлыҡ тормошон юҡҡа сығарғанмын икән. Хәҙер инде тормошто үҙгәртергә һуң. Ярҙам итергә атай-әсәйем дә юҡ – алты йыл элек вафат булдылар. Эшкә урынлашыу ҙа мөмкин түгел. Ауылдарҙа ФАП-тар ябылып, эшһеҙ ултырғандар былай ҙа күп. Айрат ошо ауылдан уҡ икенсе өй алып, күсергә тәҡдим итә лә бит, кешенән уңайһыҙ. Һүҙ итеп киткән икән, ҡырға китергә ине. Ауылда булһа, Айрат та яңғыҙ ҡаласаҡ, сөнки беҙҙә уның менән дуҫлашырлыҡ, кейәүгә сығырлыҡ бер бөртөк тә ҡыҙ ҡалманы. Аҙып-туҙып йөрөгән оло йәштәге тол ҡатындар менән сыуалып ҡуймаһын, тип тә борсолам. Үҙе атаһының тормошон ҡабатлап, ни ҡырға эшкә китмәй.
Ғаилә тормошоноң йәме ҡалманы. Өс бөртөк булып, бер табын артына ултырмайбыҙ, аралашҡан да юҡ. Ҡасан һуңғы тапҡыр көлгәнемде лә хәтерләмәйем: шатланырлыҡ сәбәп юҡ. Заяға үткән ғүмер, тигәндәре шул икән. Шуға ла эскесе ир менән “бала хаҡына” тип йәшәп ятҡан йәш ҡатындарға әйтергә теләйем: уларға һеҙҙең ҡорбан килтереүегеҙ кәрәкмәй. Эскән атайҙы күреп үҫкән балалар уларҙың юлын ҡабатлаясаҡ. Әлегә ярҙам итер атай-әсәйегеҙ иҫән саҡта, үҙегеҙҙең һаулығығыҙ булғанда, яңы тормош башлағыҙ, балағыҙ яҙмышын уйлағыҙ. Уларға яҡшы атай кәрәк, ә насарының булғанынан булмағаны артыҡ...”
Урания апайға нимә тип тә яуап ҡайтарырға белмәнем. 53 йәштә бар донъяһына ҡул һелтәгән кешегә нимә тип әйтергә һуң? Әсәлек инстинкты бер тамсы ла ҡалмағанмы икән ни? 25 йәшлек кенә улын (бала сағын юғалтҡанға күрә, алдағы ғүмере бар бит әле!) эскелек һаҙлығынан ҡотҡарыр өсөн нимәлер эшләргә һуң түгел бит. Буласаҡ киленен һәм ейәндәрен киләсәктә нимә көтәсәген уйларға тейеш бит ҡатын кеше.
Һәр хәлдә был яҙмала мин сараһыҙлыҡтың сигенә еткән түгел, ә үҙ-үҙен йәлләгән, урынынан ҡуҙғалып китергә теләмәгән ҡатынды күрҙем...
Гөлнур ҠЫУАТОВА.