Махсус биттәр
17 Июня , 00:55

«Йондоҙло» табынды Ләйсән Алтынбаева әҙерләй

Бөгөн үҙенең аш-һыу серҙәре менән Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Өфө “Нур” татар дәүләт театры актеры Ләйсән АЛТЫНБАЕВА бүлешә.

Һуғандан
пирожки

Һуған ҡыяҡтарының иң һутлы мәлендә унан төрлө аҙыҡ әҙерләп ҡалырға кәрәк. Телеңде йоторлоҡ бәлештәр өсөн иң тәүҙә эслек әҙер­ләйем: йәшел һуған менән бешкән йоморт­ҡаны ваҡлап турайым да, тоҙ, борос һәм бер ҡалаҡ ҡаймаҡ йәки майонез һалып, яҡшы­лап бутайым.
Ҡамыр өсөн тәүҙә ике стакан йылы һыуға 50 г он, берәр ҡалаҡ ҡоро сүпрә һәм шәкәр һалып бутарға ла,        15 минут ултыртып торорға. Аҙаҡ уға бер балғалаҡ тоҙ, 50 мл үҫемлек майы өҫтәп болғатырға һәм аҙ-аҙлап он (700 г самаһы) өҫтәй-өҫтәй ҡамыр баҫырға. 40 минут тирәһе ҡабартып алғас, бәләкәй генә киҫәктәргә бүлеп йәйергә лә, бәлеш бөрөргә. Уларҙы ике яҡлап үҫемлек майында йөҙҙөрөп кенә ҡыҙҙырып алырға.

“Туҡмалған” ит

Йәш тана итен 80 грамлап яҫы киҫәктәргә турарға, йыуып ҡороторға ла, махсус сүкеш менән 3 мм ҡалынлыҡта ҡалғансы туҡмаҡларға.
50 г онға бер балғалаҡ ит өсөн махсус тәмләткес һалып бутарға һәм унда ит киҫәктәрен әүәләргә. Уларҙы туғылған йомортҡаға манып, сохарый онтағында әүәләргә. Артабан итте тәрилкәләргә теҙеп һалып, бер сәғәт һыуытҡыста ултыртып торорға.
Итте үҫемлек майында ике яҡлап икешәр минут ҡыҙҙырып алырға ла, ҡайнар килеш өҫтөнә лимон һуты бөркөргә. Табынға картуф иҙмәһе йәки бешкән ярма менән бирергә мөмкин.

Бауырҙан салат

200 г тауыҡ бауырын йыуып, һәр береһен ике өлөшкә турарға. Тоҙ, борос һибеп, 7 – 10 минут үҫемлек майында ҡыҙ­ҙырырға. Ике картуфты тоҙло һыуҙа бешереп, һыуынғас шаҡмаҡлап турарға.
Берәр ҡыяр менән боросто – шаҡмаҡлап, 100 г йәшел тәмләткесте, 50 г һуғанды ваҡлап турарға. Уларға картуф менән бауырҙы (ҡыҙҙырылған майы менән бергә) һалып, яҡшылап бутарға. Һауытҡа һалғас, өҫтөн һигеҙ өлөшкә бүленгән бешкән йомортҡа менән биҙәргә.

 Гөлнур ҠЫУАТОВА яҙып алды.

Читайте нас