Махсус биттәр
6 Июня , 19:00

Йондоҙнамә (8–14 июнь)

Ылаҡ (22.12 – 20.01) Аҙна файҙалы үтмәксе. Бәғзеләр үҙҙәренә ышаныслы фекерҙәш табыр. Шишәмбелә ашыҡмаҫҡа ҡушыла.Алға табан атлар алдынан мәсьәләне бар яҡтан да өйрәнеү мөһим. Кесе йомала бер аҙ аҡса килер.

Йондоҙнамә (8–14 июнь)Йондоҙнамә (8–14 июнь)
Йондоҙнамә (8–14 июнь)

 

Һыуғояр (21.01 – 19.02)

Яҡын арала сәфәргә сығыуығыҙ ихтимал. Унан яңы һәм өмөтлө тәҫьораттарға байып ҡайтырһығыҙ. Сығымдарығыҙ ҡәҙимгенән артыр. Ләкин бының өсөн ҡайғырмағыҙ. Бәғзеләр ҙур һәм мөһим эшкә тотонор.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)

Кемдер был көндәрҙә бурысҡа аҡса һорар, бәлки. Йондоҙҙар бирмәҫкә ҡуша, сөнки аҡсағыҙҙы бөтөнләй юғатыуығыҙ мөмкин. Шаршамбыла бик файҙалы һөйләшеү көтөгөҙ. Йомала нимгәлер күҙегеҙ асылыр.

Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)

Аҙна ҡатмарлы һәм ҡаршылыҡлы булмаҡсы. Һәр хәлдә тыныс ҡалырға тырышығыҙ. Ашыҡмайынса килеп сыҡҡан мәсьәләләрҙе бар яҡтан да тикшереүегеҙ мөһим. Эштәрегеҙ бигүк насар бармай. Ыңғай үҙгәрештәр көтөгөҙ.

Буға (21.04 – 21.05)

Мәл киләсәккә ҡорған маҡсаттарығыҙҙы асыҡлау өсөн уңайлы. Уларҙы яҡындарығыҙ менән тикшереү ҙә файҙалы булыр. Бер юлы фекерҙәштәр ҙә табырһығыҙ. Яҡын арала сәфәргә ҡуҙғалырһығыҙ. Ул күңелегеҙҙе мотлаҡ күтәрер.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)

Иң мөһим эштәрегеҙҙе аҙнаның тәүге көндәренә тәғәйенләүегеҙ дөрөҫ булыр. Был көндәрҙә рәсми ойошмалар менән бәйле мәсьәләне ыңғай хәл итерһегеҙ. Шаршамбынан һуң һис уйламаған мәшәҡәттәр килеп сығыр.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)

Был арала һиҙелерлек алға китә алмаҫһығыҙ һымаҡ. Шулай ҙа шишмәбелә яҡшы хәбәрҙәр алырһығыҙ кеүек. Күптән күрмәгән кешеләр менән осрашырға ла ваҡыт табырһығыҙ. Йорттағы мәшәҡәттәр ҡаплыл күбәйергә оҡшай.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)

Йондоҙҙар һеҙгә өмөтлө көндәр вәғҙә итә. Шишәмбелә эске тауышығыҙ дөрөҫ юл күрһәтер. Шаршамбыла һәм шишәмбелә уңайлы мәлдәр осрар. Йомала аҡсағыҙҙы йәлләмәгеҙ; ваҡыт үткәс, ул икеләтә артып ҡайтыр.

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)

Ҡыйынлыҡтар осрап торор. Шишәмбелә ныҡышмалылыҡ күрһәтергә тура килер. Йыш ҡына үҙ фекерегеҙҙе яҡларға ла кәрәк булыр. Бәғзеләрҙең ошо арала бөтөнләй уйламаған тәҡдим алыуы ихтимал.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)

Аҙналағы хәлдәр һәр саҡ ҡыуандырып торор. Иң ҡатмарлы мәсьәләләр ҙә һеҙҙе ҡурҡытмаҫ һымаҡ. Иғтибарлығығыҙ һәм тырышлығығыҙ арҡаһында һәр саҡ башҡаларҙан өҫтөн булырһығыҙ. Кесе йомала килем алырһығыҙ.

Саян ( 24.10 – 22.11)

Һеҙҙе көсөргәнешле көндәр көтә. Эштәрегеҙ алдан уйлағандан күбәйер. Икенсе кешеләрҙең хаталарын да төҙәтергә тура килер, бәлки. Эш араһында башҡаларҙың йомоштары менән дә булышырһығыҙ.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)

Элек ҡатмарлы күренгән эштәрегеҙ яҡшы барыр. Тик түҙемлек күрһәтеүегеҙ мөһим. Был арала ашыҡмаҫҡа һәм башҡаларҙы ла ашыҡтырмаҫҡа тырышығыҙ. Һеҙҙең тирәләге хәлдәр яй барасаҡ, быны ла иҫәпкә алырға онотмағыҙ.

ӨМӨТБАЙ.

Автор:Рөстәм Илтенбаев
Читайте нас