

Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Аҙна уйламағанса тыныс башланырға оҡшай. Бәғзеләр элек башланған эштәрен тамамлар, эшлекле ҡағыҙҙарҙы тәртипкә килтерер. Кесе йомала көтөлмәгән сығымдар булыуы ихтимал. Кемдер аҡсаһын бушҡа түгер.
Балыҡ ( 20.02 – 20.03)
Осор барышында үҙаллы эш итеү ауырыраҡ булыр, бәлки. Күптәргә ярҙам-терәк эҙләргә лә тура килер. Шаршамбыла бик күптән күрмәгән кеше үҙе хаҡында белгертер. Уның менән арағыҙҙы яңыртыу мотлаҡ файҙа килтерәсәк.
Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)
Ҡайсаҡ эсегеҙ бошор. Ниндәйҙер күптән үткән ваҡиға күңелегеҙҙе һаман өйкәп торор һымаҡ. Уны күптән оноторға ваҡыт, бөгөнгө менән йәшәгеҙ. Кесе йомала мөһим хәбәр килеүе бар, иғтибарлыраҡ булығыҙ.
Буға (21.04 – 21.05)
Осраҡлы ҡайһы бер мөһим һәм өмөтлө уйҙарға этәрер. Бер аҙҙан артабан нисек эш итеү тураһындв асыҡлыҡ килер. Йомала һиҙелерлек сығымдар буласаҡ. Улар көтөлгән һәм файҙалы булыр.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Киләсәккә өмөт менән ҡарағыҙ. Был арала осраған ҡыйынлыҡтар ваҡытлы ғына. Шаршамбыла йондоҙҙар түҙемлерәк булырға ҡуша. Яратҡан кешегеҙ менән бер аҙ ҡытыршылыҡтар килеп сығыр.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Төрлө кимәлдәге етәкселәр был көндәрҙә айырыуса уңыр. Рәсми саралар ҙа һәйбәт үтәсәк. Ниндәйҙер дөйөм эш буйынса аңлаша алырһығыҙ. Һеҙҙең булышлыҡ менән яҡын кешегеҙҙең йомошо хәл ителер.
Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)
Яҡшы аҙна. Әллә ни күп көс түкмәй байтаҡты булдыра алырһығыҙ. Элек туҡталып торған эштәрегеҙгә яңынан ҡарарға мөмкин булыр. Был арала күптәрҙең яңы фекерҙәр һәм маҡсаттар тыуыр, моғайын.
Ҡыҙ ( 24.08– 23.09)
Был көндәрҙә йондоҙҙар һәр саҡ һеҙҙең яҡлы булыр. Ян-яҡҡа ҡарамайынса тыныс ҡына эш итергә форсат сығыр. Шаршамбыла уңайлы мәлдәр ҙә булыуы бар, күңел күтәрерлек ваҡиғалар ҙа мотлаҡ осрар.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Осорҙо яҡшы таныш эштәрҙән башлауығыҙ дөрөҫ булыр. Юғиһә уйламаған ҡыйынлыҡтарға осрарһығыҙ уларҙы хәл итеү көсөгөҙҙән килмәҫ кеүек. Кесе йомала ниндәйҙер ҡатмарлы мәсьләгә асыҡлыҡ индерә алырһығыҙ.
Саян ( 24.10 – 22.11)
Был арала эштәрегеҙгә ҡыҫылырға теләүселәр күбәйер һымаҡ. Уларға артыҡ иғтибар бирмәй, үҙ эшегеҙ менән булығыҙ. Кесе йомала яҡшы яңылыҡтар ишетерһегеҙ, бәлки. Элекке дуҫтарығыҙ үҙҙәре хаҡында даими белгертеп торор.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Ниндәйҙер мөһим мәсьләне тулыһынса хәл итергә мөмкинлек табырһығыҙ. Кәрәк булһа, яҡындарығыҙҙан ярҙам д алырһығыҙ. Ғөмүмән, был арала байтаҡ ҡына эште уңышлы таммларһығыҙ. Шулай ҙа уңайлы мөмкинлектәр ҙә киңәйер.
ӨМӨТБАЙ.