Махсус биттәр
28 Мая , 17:00

АҠМОРОН (Булған хәл)

***

АҠМОРОН  (Булған хәл)АҠМОРОН  (Булған хәл)
АҠМОРОН (Булған хәл)

Башы.
Байморат, ауыл кешеһе, йәш ваҡыттан алып мал тоторға күнеккән. Шәхси хужалығында һыйыр малы, һарыҡтар көтөү уның өсөн ғәҙәти булған хәл. Кәләш алған сағында ата-әсәһе бер тана, ҡайны-ҡәйнәһе бер-нисә һарыҡ бүләк иткәйне - шунан башлап мал-тыуарлы булды. Тик аты ғына булманы. Бала саҡтан ат яратты ул Байморат. Малайға өс йәш тулғас та атаһы атҡа атландырҙы. Шунан башлап ат ҡараусыһына әйләнеп китте. Йәш ваҡытында ла Байморатҡа ат тоторға тура килде. Педагогия училищеһен тамамлаған һәм армиянан ҡайтҡан егерме бер йәшлек кешене халыҡ ауыл советы рәйесе итеп һайланы, ауылдан-ауылға йөрөргә ат бирҙеләр. Ләкин был аттың ике ҡолағынан башҡа бер нәмәһе лә юҡ ине, хатта йүгәне лә. Тәүҙә иҫке генә йүгән табып кейҙерҙе ул, шунан һуң яйлап-яйлап сбруй, арба-сана эшләтеп алды. Был эштә, йәғни ауыл советында, барыһын да яңынан өйрәнергә тура килде, сөнки уҡыу йорто өйрәткән уҡыу-уҡытыу методикаһы был яңы эштә бөтөнләй бармай ине. Уның бәхетенә күрә район советы етәксеһе булып күпте күргән кеше тап килде. Район күләмендәге түрә тыныс холоҡло, пенсия йәшенә етеп барған билдәле шәхес, бер ҙә әрләп эшләтмәне, киреһенсә өйрәтеп кенә торҙо, йүнәлеш бирер булды. Ҡайһы ваҡытта шылтыратһаң да телефонды алды һәм юҡ ҡына күренгән мәсьәлә буйынса ла аңлатырға йыбанманы. Дөйөм алғанда, район Советы етәксеһе урындағы совет эшмәкәрлегенә ҡағылған закондарҙы ҡат-ҡат уҡып сығырға, артабан белем кимәлен күтәрергә ҡушты. Етәксеһенең кәңәшен тыңлап, ауыл советында эшләгән осорҙа ситтән тороп университетты тамамланы, “тарихсы” тигән һөнәр алды Байморат. Шул йылда уны сит яҡҡа, урман зонаһында урынлашҡан ауылдарҙың береһенә мәктәп директоры итеп биләдәләнеләр. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң булған йылдарҙа юғары белемле уҡытыусылар, етәкселәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ ине.
Емерек хәлендәге мәктәпте ҡабул итеп алды ул. Бында иҙән йыуыр һәм эсер һыуҙы ла ат менән ташырға тура килә ине. Яңы мәктәп төҙөү тураһындағы уйы уны, райсовет рәйесе менән кәңәшләшеп алғандан һуң, Өфөләге Мәғариф министрлығы, Министрҙар Советына йөрөргә мәжбүр итте. Төрлө ҡарар тоттороп, йүнәлеш биреп тороусы район советы рәйесе, әлбиттә, ҙур ярҙам күрһәтте: кемгә ҡасан барырға, нимә тип әйтергә өйрәтеп ебәрә торған булды. Ике йыл буйы йөрөүҙәре бушҡа китмәне, ниһәйәт, кәрәкле аҡса бүленде һәм тағы ике йылдан ике ҡатлы мөһабәт бер мәктәп бинаһы ҡалҡып сыҡты, мәктәп кәрәкле мебель, инструменттар менән тулыландырылды. Яңы мәктәптә эштәр бик ыңғай тәгәрәне, тиҙҙән урта белем алған уҡыусылар күпләп юғары уҡыу йорттарына инә башланылар. Былар бөтәһе дә район үҙәгенән алыҫта ятҡан, урман эсендәге бәләкәй ауыл халҡына ҙур ҡыуаныс булды.
Ауылда торғас шәхси хужалыҡ булып, ғаиләле кешегә мал-тыуар көтөргә тура килә бит инде. Мал тотҡас бесән әҙерләргә кәрәк. Бер-нисә йыл Байморат йәйәүләп йөрөп бесән әҙерләне. “Атһыҙыҙ булмай икән”, тип уйланды өй хужаһы һәм аҡса йыя барып, таныш совхоз директорынан шәхси хужалыҡта йөк тартыуға һәм ултырып бесәнгә барып-ҡайтыуға гел генә кәрәк булып торған хайуан - ат һатып алды. Мороно аҡ булғанға күрә был туры ат “Аҡморон” исеме менән йөрөгән икән, исеме есеменә тап килгәс, яңы хужа яңы исем ҡушмаҫҡа булды. Тағы артҡы һул яҡ янтауында “SS-4” тигән тавроһы бар. Был билдә, йәғни инглиз хәрефтәре аттың “Сибай” совхозыныҡы булыуын, ә дүрт һаны уның дүртенсе бүлексәлә тәрбиәләнеүен аңлата ине.
Был аттың саф башҡорт тоҡомонан булыуы әллә ҡайҙан уҡ күҙгә салынып тора. Байморат йылҡы малы тоҡомдары менән әллә ни ҡыҙыҡһынғаны юҡ, шулай ҙа шуны бик яҡшы белә: башҡорт аттары тоҡомо тарпандарға барып тоташа. Тарпандар, йәғни ҡыр аттары ҡасандыр Себер, Урал киңлектәрен, Ҡаҙаҡ далаларын бер итеп йөрөгәндәр. Ҡарҙы тырнап-тибеп асып ҡыш буйына үҙ-аллы туҡланыу уларға ғына хас булған. Эҫегә лә, һыуыҡҡа ла бирешмәгәндәр улар. Бына шул һыҙаттар башҡорт аттарына күскән дә инде. Башҡа тоҡом аттары тибенлек нимә икәнен бөтөнләй белмәйҙәр.
Ярата ул, Байморат, ат малын! Тәьҫирләнеп китеп Байморат башҡорт аттарына арнап, бер көндө шиғыр ҙа яҙып ташланы, хатта уны көйгә һалырға тырышты. Бына шулай уйламағанда һүҙе лә, көйө лә булған бер яңы йыр килеп сыҡты. Был яңы йырҙы бер-нисә ҡат мейенән үткәреп алып, нотаһы менән яҙып ҡуйҙы. Шунһыҙ онотолоуы бик мөмкин.
Бына ул:

 

Башҡорт аты - тарпан заты

 

Атһыҙ күҙаллап булмай
Ирәндектең далаһын.
Башҡорт ҡышлау, йәйләүҙә
Ат көткән табып сараһын.

 

Киң яланда ҡылғандар,
Шунда аттар тулғандар.
Аттар саба, һай,иркен дала, һай,
Эҙкәйҙәре генә ҡала.

 

Малайҙар сапҡан бәйгелә,
Ир-ат кейек аулаған.
Баҫќынсылар ил баҫҡанда
Атта ирек даулаған.

 

Башҡорт аты - донъя ҡото,
Башҡорт аты - ир ҡанаты.
Башҡорт аты – иң тоғро дуҫ,
Елдән етеҙ тарпан заты.

 

Бер көнө Байморат эштән ҡайтыуға аҙбар ҡапҡаһы ла, урам ҡапҡаһы ла асыҡ тора. Бына һиңә мә! Кемдер йомош менән инеп сыҡҡан да япмағанмы, әллә юрый асып киткәндәрме? Аңлашылмай. Бер үҙе йәшәй әле ул, яңыраҡ ҡатыны вафат булып ҡалды, балаларының өсөһө лә ҡырҙа уҡыу менән шөғөлләнә, шуға күрә хужалыҡта күҙ-ҡолаҡ булырҙай үҙенән башҡа кеше юҡ. Уның да ҡайғыға батҡан мәле, ғүмер буйы уртаҡ тел табып, матур итеп йәшәгән ҡатынының китеп барыуы аптыратты, алйытты. Йәштән йөрәге хәлһеҙ булды шул… Ләкин түҙергә, хужалыҡты элекке кеүек үк ҡарарға кәрәк. Башҡа кеше өсөн “кеше ҡайғыһы – төштән кире”.
Ҡапҡалар шар асыҡ булыу арҡаһында айырым ҡурала торған һыйыр малы, һарыҡтар һәм Аҡморон сығып киткән. Малдарҙың берәүһе булһа ла юғалып ҡуйыуы бар бит тигән уй бөтөнләй Баймораттың башына кереп тә сыҡманы, сөнки көн дә, төш ваќытында эштән ҡайтҡас та, мал-тыуарҙы һыу эсерер өсөн сығарып, йылғаға төшөрөп, өй эргәһенән һыу эскәндәрен ҡарап тора торғайны. Мал, һыу эсеп туйғас, үҙе ҡайта. Был юлы ла шулай булды, сығып киткән мал-тыуар ҡайтты, ләкин Аҡморон ғына күренмәне. Бер аҙ ваҡыт уны тыныс ҡына көттө Байморат, тора биргәс - һыу буйҙарын байҡап сыҡты, күренмәгәс - ауылды арҡыс-торҡос буйлап эҙләп ҡараны, ләкин бер файҙа ла булманы, үкенескә ҡаршы, хайуан бөтөнләй юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы. Бына ғәжәп! Йәй буйына эҙләү ҙә бушҡа булды, яҡын-тирәләге яландарҙы, урманды, ҡат-ҡат ҡарап сығыу ҙа бер файҙа ла бирмәне.
Ул арала мәшәҡәттәре лә күбәйеп китте уның. Туҡһанынсы йылдарҙағы юҡсылыҡ дәүерендә бик кәрәкле аҙыҡ-түлек, эсемлек табып, улынына туй үткәрергә кәрәк булды. Хәл юҡ: ҡатынының вафатынан һуң булған бөтә тормош мәшәҡәттәрен йөкмәргә тура килде уға.
Эйе, балаларыңды үҙ ваҡытында күҙле-башлы итеү ата-әсәнең мөҡәддәс бурысы икәнен ул онотманы. Туй ни гөрләп үтте лә китте, тормош һәүетемсә дауам итте.
Шулай итеп, төрлө мәшәҡәттәр арҡаһында аттың юғалыуы онотола ла башланы. Уны көн һайын иҫкә төшөрөп көйөп ултырыуҙан ни файҙа!
Көҙгә ҡарай Байморат район үҙәгенә күсеп китте һәм шунда өйләнде.
Ошо урында ат тураһында һөйләүгә нөктә лә ҡуйырға була ине, сөнки төрлө сәбәптәр арҡаһында ауыл кешеһенең малы рәткә юғалып тора, яҙғаны - табыла, яҙмағаны юҡ. Донъя йөҙөндә әллә ниндәй һыу баҫыуҙар, цунами йәки башҡа сәбәптәр арҡаһында юғалтыуҙар булып торған заманда ат юғалтыу әллә ни ҙур ваҡиға түгел бит инде.
Ләкин был юлы ат юғалыу ваҡиғаһы икенсе йүнәлештә ҡалҡып килеп сыҡты. Байморат ауылда саҡта уҡ һарайын яңыртырға тип бура бурап бөткәйне, ләкин район үҙәгенә күсеп китер булғас, был эш аҙағына тиклем барып етмәне. Буралған бура ни һерәйеп ултырып ҡалды.


Аҙағы : Район үҙәгенә күсеп килеп йәшәй башлағанға йылға яҡын ваҡыт уҙғас, ул бураны һатырға булды. 90-сы йылдарҙағы болғаныш һәм етешмәгән мәл. Нишләп уны серетеп ултыртып ҡуйырға! 
Июнь уртаһы. Байморат гәзиткә: “Осһоҙ ғына хаҡҡа һарай бураһы һатам” - тигән иғлан бирҙе. Нишләптер шул төндө ул ныҡ һаташып, төш күрә-күрә йоҡланы. “Тауыќ төшөнә тары керә” тигәндәй, Баймораттың төшөнә Аҡморон керҙе. Төш - төш инде: әкиәттәге кеүек ул - кеше, аты –хайуан менән һин дә мин һөйләшә башланы: 
- Нишләп мине килеп алмайһың? Мин бит һине һаман көтәм! - ти был бисара ат. 
- Үҙең ҡапыл ғына юғалдың да ҡуйҙың бит? Күпме эҙләнем - таба алманым, шунан ҡул һелтәргә тура килде. Нишләптер һинең тере икәненә һаман да ышанам, ләкин ваҡыт үтеү менән һирәгерәк иҫкә төшөрәм. Ғәфү ит, малҡай, мин һине онота башлағайным инде. 
- Мин бикле торған һарайға килеп урағайның бит инде. Күрмәнең мине, асып та ҡараманың, әллә ҡайҙа киттең дә барҙың һәм юғалдың. Мине, зинһар, килеп ал! Минең эргәнән гел машина менән үтеп китәһең, ләкин ҡарамайһың да, туҡтамайһың да. Мин һиңә тауыш бирәм, кешәнәйем - ишетмәйһең бит! 
Тертләп уянып китте ул. Ай, әттәгенәһе! Ниндәйҙер бер мистика бит был! Уянғас та атын тағы иҫенә төшөрөп ултырҙы ла иртәнге сәй эсеп алырға булды. Шул саҡ телефон шылтыраны. Алды ул телефонды ҡулына, “тыңлайым”-, тип өндәште. Тауыш ишетелде: 
- Һаумыһығыҙ! 
- Һаумыһығыҙ! 
- Һеҙ һарай бураһы һатаһығыҙмы? 
- Эйе. 
- Күпмегә? 
- Бураны тәүҙә барып ҡарағыҙ, үҙегеҙ ниндәй хаҡ ҡуяһығыҙ - шул хаҡ булыр. 
- Аңлашылды. Хәҙер үк ауылға икәүләп сыға алабыҙмы? Минең машина әҙер. 
- Сыға алабыҙ. 
- Адресыћыҙҙы әйтегеҙ әле! 
- Минең адрес ошолай... 
Ун-ун биш минуттан еңел машина килеп туҡтаны, һатып алыусы өйгәљ инеп танышҡан ыңғайы ауылға ҡарай ҡуҙғалып киттеләр. 
Йәй башының сихри бер мәле. 
Тирә-яҡ йәм-йәшел. Юлдың ике яғы буйлап күк үлән, төрлө төҫтәге сәскәләр әкрен генә иҫкән елгә баштарын еңелтә сайҡап, юлсыларҙы сәләмләгәндәй күренә. Бөтә ерҙә йәшеллек ҡотороноп үҫкән ваҡыт. Байбулат тирә-яҡты күҙәтеп уйлап бара: “Теге донъяла ожмах булһа, тап ошондаћы кеүек матур, йәшел хәтфә үләнле иркен урын булырћа тейеш. Шулай булћас, ожмахҡа кереүҙән ҡурҡырға ярамай. Шулай ҙа был донъяла оҙағыраҡ йәшәп китеүҙән дә ҙурыраҡ бәхет юҡтыр”. 
Юл ситендә урынлашҡан ауылды үтеп, Һаҡмар һыуына яҡынлай башлағанда Байбулаттың күҙенә алдараҡ, юл ситендә торған ат салынды. Үҙе шундай таныш һымаҡ, конфигурацияһы Аҡморондоҡо ла баһа! Бына һиңә мә! Йөрәге “туп-туп” тибеп алып китте. Түҙмәне, машина йөрөтөүсегә өндәште:: 
-Ҡустым! Анау торған ат тапҡырында туҡтап китәйек әле, зинһар! Что-то был хайуан минең юғалған атҡа бик ныҡ оҡшаған. 
Машинанан сығып, ат яғына атлауы булды, шунда уҡ былтыр юғалған атын таныны: 
- Аҡморон! Аҡморон! Был һинме? Һин бит был! Һин шул, һин! 
Бына бит: “Бирә тигән ҡолона сығарып ҡуйған юлына”, тигән башҡорт мәҡәле ҡайһылай тап килеп тора”, - тип уйлап алды Байбулат һәм аты эргәһенә яҡынланы. 
Тышаулы ат Баймораттың тауышын һәм үҙен дә таныны, буғай, әйләнеп иғтибар менән ҡарап торҙо ла ырғый-ырғый килеп, Баймораттың яурынына башын һалды. Байбулат уның башын ҡосаҡлап алды, күҙҙәренә ҡараны. Ни ғәләмәт! Хайуандың күҙенән мөлдөрәп йәш аға ине. Әҙәм ышанмаҫлыҡ хәлгә тап килде машина йөрөөүсе, уның күҙ алдында башын Баймораттың яурынына һалып, тауыш-тынһыҙ ғына ат илай ине... 
Бына һиңә мә! “Яратҡан ҡолона сығарып ҡуйған юлына!”. 
Шул саҡ йүгән тотҡан берәү йүгереп килгәнен шәйләп ҡалды Байморат. Теге әҙәм әллә ҡайҙан уҡ ҡысҡырып килә: 
-Э-эй! Нишләп минең атҡа тейәһең! Кит бынан! Нишләп кеше малына үреләһең? Кит эргәһенән! Эргәһенән кит, тим! Хәҙер кәрәгеңде бирәм… 
Ҡартлас бик агрессив һәм кәйефһеҙ ине. Уның килеп еткәнен абайлап ҡарап торған Байморат: 
- Кәрәгеңде бирәм, тиһеңме, ағай? Улайһа миңә ошо ат кәрәк, бир давай! Сөнки был минең былтыр юғалған ат, - тине. Һәм шунда уҡ өҫтәп ҡуйҙы: 
- Мин был хайуанды хәҙер ҡулымдан ысҡындырмаясаҡмын. 
- Бушты һөйләмә! Был минең ат, - тип яуап бирҙе теге йүгәнле әҙәм, - Кит эргәһенән! 
- Ҡабатлайым: был минең ат, былтыр юғалғайны, бына минең юлға Хоҙай Тәғәлә уны сығарып тора - тип Байморат һүҙен дауам итте, - Һеҙҙә ҡасанан алып тора был ат? 
- Унда һинең ни эшең бар? Мин был атты ҡыш ахырында күрше ауыл кешеһенән һатып алдым. Был ат - минеке, - тип яуап бирҙе ул һәм атҡа йүгәнен кейҙерҙе. 
-Атты һатҡан кешенең исем-фамилияһын беләһеңме? 
- Беләм, кәнишнә, миңә ҡоҙа кеше булып сыға ул. 
- Кем ул? 
- Нимәгә уның исем-аты һиңә? Әйтмәйем! Һәр бер үткенсегә нишләп мин әйтергә тейешмен! 
- Ул саҡта яуаплылыҡтан ҡотолаһың. Бына шуға күрә әйтергә тейешһегеҙ. 
Ҡартлас уйланыңҡырап торҙо ла ысҡынды: ҡоҙаһының исем-фамилияһын атаны. 
- Һеҙҙең өйөгөҙ ҡайҙа? 
- Нимәгә кәрәк ул һиңә беҙҙең өй? 
- Аттың бурын һәм ысын хужаһын асыҡлау өсөн. Өйҙө белмәй тороп бынан берәү ҙә ҡуҙғалмаясаҡ, - тине Байморат ҡаты ғына итеп. 
- Ана, өйөбөҙ юл буйында ғына ултыра, - тип ҡулын һуҙып күрһәтте ул. – Аҙаҡтан түлке минең менән бәйләнгәнеңә үҙеңә үпкәлә. 
Өйҙәре юлдың ситендә генә, һырттың итәгендә, осрашыу нөктәһенән илле-алтмыш метрҙай арала урынлашҡан булып сыҡты. Берҙән-бер айырым ғына ултырған өй-ихата икән. 
- Мин һеҙҙең өйгә тиклем барырға тейешмен. Аттың ҡайҙа торғанына инанырға кәрәк, сөнки милиция нарядын саҡыртырға тура киләсәк. Ат аҙбарынанан сыҡмаһын! Милиция килеүгә урынында торһон, тағы уны ҡасырып алып китергә маташмағыҙ! 
- Миңә бесәнгә барырға кәрәк! Хәҙер ҡуҙғалам. Һине тыңлап торорға ваҡытым юҡ минең. 
- Бесәнгә бармай тороғоҙ! Милиция бер-ике сәғәттән килеп етер, уларға хәҙер мин шылтыратам, күрше ауылға барып әйләнәм һәм кире килеп ҡыҙыл кәпәстәрҙе көтөп ултырасаҡмын. 
Шулай эшләне Байморат, артабан тәғәйен урынына барып етеп кире боролғанда Аҡморон кәртә эсендә, үҙ урынында баҫып тора ине. Ысын хужаһын таныған малҡай иркенгәрәк сығырға ынтыла башланы, сыҙап тора алмай күкрәге менән һайғауҙы этеп ҡарай, тегеләй-былай әйләнә-тулғана, ысын хужаһынан күҙен алмай. Ә өй хужаһы бик тыныс күренә, шулай ҙа тулҡынлана, шикелле, ни эшләргә белмәй йә тегеләй, йә былай үтеп-һүтеп йөрөп ята. Байморат эстән генә: “Ай-һай, был әҙәм урланған атты һатып алыуын һиҙгәндер, күрәһең, сөнки бик тиҙ йыуышланып ҡалғандай булды”, - тип уйлап ҡуйҙы. Уның уйы әллә дөрөҫ – әллә юҡ, уй –уй ғына булып ҡала. 
Был юлы милиция хеҙмәткәре әллә ни оҙаҡ көттөрмәне, тиҙ арала килеп етте, бөтәһе ярты сәғәт тирәһе генә ваҡыт үткәйне. 
- Был аттың тағы билдәләре бармы? Көйҙөрөп номермы йәки икенсе бер тамға ҡуйылмағанмы? - тип һораны участковый йорт хужаһынан. 
- Юҡ, бер-ниндәй тамғаһы юҡ, - тип яуап бирҙе йорт хужаһы. – Нисек һатып алдым – шулай йөрөй. Нимәгә ул тамға миңә– унһыҙ ҙа яҡшы таныйым. 
Участковый шул уҡ һорауҙы Байморатҡа бирҙе. 
- Мин әллә ҡайҙан уҡ уның конфигурацияһынан таныйым. Был бер, икенсенән, уның тавроһы бар. Аттың артҡы һул яҡ янтауында латинса “ SS-4” тип яҙылған. Шифровкаһы: “Сибай совхозы, 4- cе бүлексә” - тигәнде аңлата, сөнки атты мин Сибай совхозының 4-cе бүлексәһенән һатып алғайным. 
Участковый шыпырт ҡына атҡа яҡынлап, Байморат күрһәткән урынды, йәғни һул яҡ янтауҙы ҡулы менән һыпырып ебәрҙе. Аҡморондоң тавро баҫылған урынындағы йөнөн уның өҫкә ҡарай һыпырып ебәреүе булды, тамға тулыһынса күренде лә ҡуйҙы. 
- Ысынлап та шулай икән, - тип һығымта яһаны милиция хеҙмәткәре, бына хәҙер мин дә тулыһынса был аттың һеҙҙеке икәненә инандым, - тип ул Байморатҡа башын һелкте. 
Шунан һуң протокол яҙып, өй хужаһынан һәм Байбулаттан “Бында яҙылғандар дөрөҫ” тигәнде раҫлаған имза алды һәм күрше ауылға, ат һатҡан кешене бында килтерергә булды. 
- Һеҙ берәй сәғәт көтөп ултырығыҙ, беҙ бурҙың өйөнән барып ошонда килтерербеҙ, - тине лә участковый машинаһына ултырып, күрше ауылға елде. 
Сәғәт тә үтмәгәндер участковый уғры тип һаналған әҙәм менән килеп төштө һәм нимәлер яҙа-яҙа уға һорау яуҙыра башланы: 
- Ошо атты һеҙ һаттығыҙмы? 
- Эйе, мин һаттым. 
- Ҡасан һаттығыҙ? 
- Ике ай самаһы элек булды, буғай. 
- Был атты ҡайҙан алдығыҙ? Ҡайҙан урлағайнығыҙ? 
- Урламаным, үҙемдең атым ине, аҡса кәрәк булғас һатып ебәрҙем. Мин чисный кеше. 
- Тавроһы бармы был аттың? 
- Юҡ уның тавроһы, юҡ! Ҡайҙан булһын! Шәхси ат бит ул минең, шуға тавро ҡуйып торманым. Миңә тавроның кәрәге бер тин, үҙ атымды йомоҡ күҙ менән дә таныйым. 
Милиция хеҙмәткәре Байморатҡа әйләнде: 
- Ағай! Һеҙ юғалтҡан атмы был? 
- Ошо, әлбиттә, ошо. Бына ҡарағыҙ: ат минән бөтөнләй ситләшмәй. 
- Тавроһы бармы? 
- Бар, әлбиттә, бар. 
- Күрһәтегеҙ әле! 
Байморат тавроны асып күрһәтте һәм эргәһендә торған уғрының ҡолаҡ төбөнә йән асыуы менән ултыртты, үҙе лә аңғармай ҡалды, шикелле. Тегенеһе тәкмәсләп барып төштө. 
- Ағай! Теймә уға! Юғиһә һеҙгә протокол төҙөп, штраф һалдыртырға тура киләсәк. 
Шунан һуң ғына бурҙың кикереге кинәт кенә төштө. Күрше ауылға ат урларға әҙерләнеп барыуын һәм йылға буйындағы хайуанҡайҙы ҡайырып алып китеүен бәйнә-бәйнә һөйләп бирҙе. Ә аҙаҡтан: 
- Былай итеп тотолоромдо белһәм, давно атты һуйып ашап бөткән булыр инем, - тине ул уҫал һәм үсеккән тауыш менән. - Тотор инегеҙ ҡойроғомдо шул саҡ! 
Шулай итеп, бур был атты ысынлап та урлағанын танып, нисек урлап алып киткәнен һөйләп биргәндән һуң, яҙылған протоколға имзаһын ҡуйҙы. 
Байморат шунда уҡ атты кәртәнән йүгәне менән сығарып алып, күрше ауылда йәшәгән туғандарына алып барып ҡуйып торҙо. Һуңынан суд булып бурға штраф һалынды. 
Атты ҡышҡа тиклем ауылда ҡалдырып тороп, аҡ “себендәр” оса башлаған осорҙа, ул Аҡморондо һуйҙыртырға мәжбүр булды, сөнки ҡалала уны артабан көтөрлөк мөмкинлек юҡ ине. 
Шулай итеп, ғәжәйеп булған төш юғалған атты табыуға этәргес булды, шикелле. Күрәһең, кеше менән яратҡан хайуан араһындағы энергетик бәйләнеш булыуын һиҙһәк тә, белеп етмәйбеҙҙер әлегә.

Борис ХӘЙРЕТДИНОВ.

Автор:Рөстәм Илтенбаев
Читайте нас