

Тотоноуҙан үтеп ныҡ туҙһа ла бөтөнләй үк бәҫтән сыҡмаған ине әле ул, бына-бына дәртле көй һыҙҙырып ебәрергә йыйынғандай ҡый-һай өҫтөндә ҡоласын йәйеп, күреген киреп ебәреп ята. Элекке балалыҡ дуҫымды ташландыҡтар араһында тап иткәнгә көйәләнгәндәй йөрәгем һыҙып әрнеп, күңелем болоҡһоп ҡуйҙы. Һис тә ерәнмәйенсә, тартынмайынса ҡаҡашып ҡатҡан телдәр теҙмәһенә һаҡ ҡына ҡағылғайным, ошо көнгә ҡалыуын үҙенсәлекле аңлатырға теләгән гармун сеңләп илағандай итеп иңрәү ауазын ишеттерҙе. Әүәле эшсән халыҡтың ҡулынан төшмәгән моң сығанағына ихтыяж кәмене шул хәҙер, кәмене, кәмеү генә түгел көндәлек тормошта уның кәрәге, хәжәте ҡалманы, башыңды ташҡа орһаң да баҙар иҡтисадында, аҡса ҡоллоғонда тәрбиәләнгән хисһеҙ, рухһыҙ быуын бөгөн үҙенең файҙаһын, мәнфәғәтен ҡайғыртҡан йырҙы һуҙа, төшөм килтерерҙәй ҡулай таҡмаҡҡа тыпырҙай. Хәйер, көйһөҙ-ниһеҙ көн итеп ятҡанда кемгә кәрәк тиһең боронғо, үткән быуат урталарындағы музыка ҡоралы? Йәшерен-батырын түгел, милли ғорурлығыбыҙ, дәүләтебеҙ символы булып иҫәпләнгән ҡурайҙы ла әлеге мәлдә бәғзе берәүҙәр ябай һыбыҙғылай һыҙғыртып, илдәр ҡыҙырып аҡса һуға, шунан һуң үҙен билдәле ҡурайсымын, тип атай. Ирекһеҙҙән ғәйре юлыҡҡан табышымды ошо килеш ҡалдыра буламмы? Уны контейнерҙан алып ҡулъяулыҡ менән таҙартып һөртөштөрҙөм дә бер яҡ ситкәрәк алып барып ҡуйғас: “бына ошонда ғына ҡалып тор инде әлегә”, тип үҙ алдыма һөйләнеп ғәфү үтенгәндәй бышылданым, һәм артыма баҫҡан ҡарсыҡтың аптырауға ҡалып һөйләнеүен ишеттем: “Вот времена пошли, а? Господи, кому верить, что будет с нами завтра, неизвестно, а сегодня, прилично одетые, уважаемые в городе люди, стали копаться в мусорном баке...” Тамуҡҡа төшөргән тамаҡ хисабында ғына түгел, рух, кимәл йәһәтенән дә хәйерселәр сафына баҫтыҡ шул, ни хәл итмәк?..
Бер мәжлестә ни башҡортса, ни урыҫса йүнләп һөйләшә белмәгән, аҡты ҡаранан айырмаған ауырлы ҡатындың тыуған иле Африканан булған там-там барабанының ҡағыуына эйәреп ырғып-шашыныуына ҡарап, ҡарындағы бәпес көнө, сәғәте еткәс һаңғырау, телһеҙ булып тыуа ғына күрмәһен инде, тип хафаланып ултырҙым. Бала бит яралғы хәлендә лә барыһын да ишетеп, тойоп ята...
Моңландырған, йырлатҡан, дәртле “Наза”ға бейеткән тальян гармун хаҡында яҙмаҡ инем дә баһа, биғәйбә, урынһыҙ һүҙ сыбалтып тағы ситләштем.
Хәтерем яңылышмаһа миңә 9-10 йәштәр тирәһе ине шикелле, ауыл уртаһындағы көнкүреш тауарҙары, шәкәр-сәйлеге бер урында һатылған таш кибеткә һатыуға тип тальян гармун килтерҙеләр. Берҙән-берҙе. Төп өлөштө тәшкил иткән ян-тирәһендәге йоҡа ағасы ҡара көрән лакка ҡатырылған, һарғылт маҡбал беркетеп биҙәлгән, телдәре саф көмөш, артҡы яғының юғары өлөшөндә баҫмалы зыңғырлаҡлы, күреге асыҡ сәскә биҙәкле тауарҙан хасил үтә лә ҡупшы, күрмәлекле нәмәне ҡиммәтле әйберҙәй күреп, күрегеҙ ҙә алығыҙ, тигәндәй күҙҙе ҡыҙҙырып, иң түргә, тәхеткә урынлаштырғандай бейек ергә ҡунаҡлатып ҡуйҙылар. Хаҡы ла ашнаҡсы булып эшләгән әсәйемдең айлыҡ эш хаҡына торошло - 50 һум 70 тин. Уны тәү күргәндә үк екһенеп уйлап ҡуйҙым, сүп өҫтөнә сүмәлә өйгәндәй бынау бер кило шәкәр ҡомо һатып алырлыҡ 70 тин хаҡты өҫтәмәһәләр ни асыу?! Ылғый шул гармунды күҙләргә йөрөй башланым. Көнөм ҡоро түгел. Барам да ер йөҙөндәге ете мөғжизәнең береһенә юлығып арбалғандай башымды түшәм йәнәшәһендәге кәштәгә сөйөп төбәләм. Хатта ҡайһы саҡ иртәрәк килеп һатыусының кибетте асҡанын тупһала көтөп тә ултырам. Шул ултырыуҙа ыңғайы бер әкиәти хыял иленә барып юлығып, тальянды һыҙҙырып ебәреп, ҡаршыға осрағандарҙың һуш-зиһенен алып, хисләндереп ауыл урамы буйлап атлайым, артымдан йәнәһе лә тубы менән түгел, көтөүе менән ҡыйпысыҡ ҡыҙҙар эйәргән: Нәсимә, Зәкиә, Гөлнур, Флүрә, Айһылыу, Зилә, Мәүлиҙә... Ҙурайғас аласаҡ кәләшем Лида мине килештереп ҡултыҡлап алған да һул ҡабырға яғыма һыйынып ҡына, һоҡланып, түбәндән юғарыға наҙлы һирпелеп ҡарап атлай имеш. Кискеһен инде мине түбәнге осҡа туйға әйткәндәр, иртәгеһен Байғужаға саҡырылғанмын, иртәнән һуң Ашҡаҙарға, унан ары инде Ҡаҙыршаға. Бөтә ерҙәге мәжлестә лә урыным табын түрендә, көллөһөнә кәрәкмен, һәммәһе лә килеремде сабырһыҙланып көтә. Шулай булмай тағы, мин бит тирә-яҡ ауылдарҙа әтәс биҙәкле ҡыҙыл күлдәк кейгән, бармаҡтарына күҙ эйәрмәҫ дан гармунсы, күңел астырыусы, йәнде елкендереүсе, арбаусы ҡунаҡ йәме! Хистәр илендә, хыял диңгеҙендә йөҙөүемде шауҙырлап йоҙаҡ асылыуы бүлә, хәйерһеҙ. Инәм дә өй мөйөшөндәге иконаға табынған старовер урыҫ һымаҡ оҙаҡ итеп тальянға текәләм дә торам. Ай самаһы шулай ҡабатланды, шулай дауам итте. Башта бер генә уй: “Берәй аҡсалыһы килеп алып ҡына ҡуймаһын, ул саҡта мин фәҡиргә һоҡланырға тағы нимә ҡала?” Шулай тип эстән көйөп янам да форсат сығыу менән балаҡ остары бөрмәле, бил тапҡырындағы резинкаһы бушаған ҡара сатин ыштанымды йоҙроғома бөрөп тотоп кибет яғына ҡарай юрғалайым. Күктәге Тәңре ихлас, эскерһеҙ үтенесемде ишеткәндер, ҡабул ҡылғандыр күрәһең, гармунды оҙаҡ ваҡыт берәүгә лә тоттороп ебәрмәне.
Бер көн көтмәгәндә, күрше ауылдан ҡайтышлай, тирләп килеп һалҡын шишмә һыуын ҡомһоҙланып һемергәндән, Һаҡмарҙа тән күгәргәнсе ҡойонғандан һуң сәсрәп ауырып киттем. Үпкәһенә һалҡын алдырған, тип ауыл түңендә урынлашҡан участка дауаханаһына һалдылар. Көнөнә әллә нисә тапҡыр янбашымды уколдар менән бешекләһәләр ҙә сәләмәтлегем алға китмәне, нишләптер. Тәүлек әйләнәһенә тән температураһы төшмәй, баш зыңҡып ауырта, быуындар таралып бара, йүнләп атлауҙан яҙҙым һуңғы сиктә, өҫтәүенә ҡан төкөрәм. Әсәйем килтереп алдыма тәм-том өйә, ә минең тамаҡҡа аш ҡына түгел, йотом һыу ҙа үтмәй. “Хәлең нисек, балам?”, ти ул, белә-күрһә лә, маңлайыма шырауланып бөткән һалҡынса усын баҫып. Шул шыраулы йомшаҡлыҡ илаһи йылылыҡҡа әүерелеп йәнемә үтеп инә, ҡан тамырҙары буйлап тарала. Миңә рәхәт, миңә шул тиклем дә рәхәт. Ирендәремде саҡ ҡымғырлатып бышылдайым:
– Әсәй, теге тальянды әйтәм, урынында микән?
– Ҡайҙа ғына китһен, шунда инде.
– Элекке көнгө, йә кисәге хәбәрҙе һөйләйһеңдер, бөгөн һуң, барып
ҡараныңмы?
– Әле генә шул яҡтан килә ятыуым.
– Һатыусыға әйт, орҙо-бәрҙе ҡыланып уны сит-яттарға осороп ҡына
ҡуймаһын берүк!
– Сит-ят, тигәнең кемдәр инде у?
– Осраҡлы үткенселәр, күрше ауылдыҡылар, Васильевка, Ивановканың
аҡсалы урыҫтарының күҙенә эләгеүе лә бар.
– Әгәр беҙҙекеләрҙең берәйһе алһа ни эшләрһең?
– Көн һайын барып ҡарап йөрөрмөн. Күңеле киң тальян хужаһы,
моғайын да уйнап өйрәнергә лә рөхсәт итер, кем белә. Иң мөһиме - ҡот ауылыбыҙҙан китмәһен, ҡөҙрәтле бетеү һымаҡ бит ул гармун!
– Ҡот. Бетеү. Хыялыйһың да инде һин, балам, ерле-юҡта әллә ниндәй сағыштырыуҙар уйлап сығарырға хиресһең. - Әсәйем ауыр көрһөнөп ҡуя ла дауам итә. - Һатып алһын, тип ебәрәләр ҙәһә тауарҙы!
– Икенсе йыл ҡәҙимге ҡул араһына керәм бит, бесән осоронда ат башына сығырмын, юҡ тигәндә күбәләүгә йөрөрмөн. Йәйге хеҙмәт өсөн бухгалтер Яңыбай ағай йомартлығына барып 25 һум самаһы эш хаҡы яҙа тиҙәр. Шулайтып ике йыл йонсоһам тальянлы булырмын. Ә етмеш тиненә килгәндә, татлыға иҫем китеп бармағанды беләһең, бер ай ҡорот ҡабып, ҡаралай сәй эсергә лә ризамын.
– Улайһа шулайтырбыҙ, һатыусыны иҫкәртеп ҡуйырмын, кәнсәгә барып
киләһе йылға һиңә эш тә йәүкәләрмен... - Әсәйем шулай ти ҙә яңынан маңлайыма усын баҫа.
– Улайһа Хәнә апай гармунды юғарынан төшөрөп әҙәм күҙенән ҡасырып йырағыраҡҡа йәшереп ҡуйһын, әйт, бәләһенән баш-аяҡ.
– Уныһын да өҫтәрмен, ағас игәү! - тигән шелтәләүҙе лә ишетәм, ниһайәт, мәгәр аралашыуҙан ҡәнәғәт ҡалып, һөйләшеүҙән арып күҙҙәремде йомам...
Бер көн иртән участка табибы ентекләп тикшереп, арҡа буйымды тыңлап ҡарағандан һуң яныма күрешебеҙҙә йәшәгән фельдшер Татьяна апай инде. Уның ире Нурислам ағай бүлексәлә механик булып эшләй, Лена, Лида исемле ҡыҙҙары, Валерий исемле улдары бар. Татьяна апай әллә кемеңде һатып ебәрер кимәлдә башҡортса ыҡ-мыҡһыҙ таҙа һөйләшә. Күршеләребеҙ, ишетеп белеүемсә, үҫеп буй еткерһә Лиданы миңә бисәлеккә бирмәкселәр икән. Шуға өлөшөмә төшөр үҙ яртымды эҙләп ер аяғы ер башына сабаһы түгел, йәрәшелгәнем, маңлайға яҙылғаным тыз да быз йүгермәләп эргәмдә генә йөрөп ята. Килен төшөрөү йолаһы ла артыҡ мәшәҡәтле, сығымлы булмаҫ, кәләш бирнәһен дә ике өй араһындағы бәләкәй ҡапҡа аша сығарып беҙгә индереү ҙә етә, фиғелдәребеҙ тап килмәй айырылыша-нитә ҡалһаҡ та холоҡһоҙ ҡатындың кейем-һалымын, түшәнер-яҫтанырын өс тапҡыр талаҡ ҡысҡырып баһыу аша теге яҡҡа ырғытып-быраҡтырып ҡотолормон, бөттө-китте! Әлегә үҙ ҡәҙеремде үҙем ебәреп, насар ҡылыҡтарымды күрһәтеп өлгөрмәгәнгә ҡәйнә һәм ҡайны булаһы кешеләр икеһе лә бер тауыштан мине кейәү, тип йөрөтәләр, ошо туғанлыҡ дәрәжәһенә күнеп, күнегеп бөткәнмен, ҙурлауҙы, ололауҙы урынлы, шулай булырға тейеш һымаҡ ҡабул итәм. Әлегә кейәү булыу мәшәҡәттәре лә артыҡ ауырҙан түгел, күршеләрҙең көтөүҙән ҡайтҡан малын ҡыуып индерешергә тейешмен дә, тотош хужалыҡтарын ҡарап, бағып һеперелеп үк ҡыялмаһам да һирәк-һаяҡ ишек алдарын һепереп алырға бурыслымын.
– Йонсоп та киттең, бер-ике көнгә өйгә ҡайтып ял итеп алаһыңмы әллә, врач та шундай фекерҙә? – Был юлы буласаҡ ҡәйнәм нишләптер “кейәү” ҙән һалдырманы.
– Атлап бумай бит әле, апай, башым әйләнә килеп тороп...
– Ә һине Нурислам ағайың, алыҫ ара түгел бит, күтәреп кенә алып ҡайтыр.
– Әлләсе... Әгәр кире килтереп ҡуйырға ҡыйынһынмаһа....
Ошо һүҙҙәрҙе генә көткәндәй асыҡ ишектә Нурислам ағай пәйҙә булды.
Ә өйҙә мине баштан ашҡан оло шатлыҡ, күккә сойорғотор ҡыуаныс көтөп торған. Түрҙәге өҫтәл өҫтөндә теге гармун ултыра, билләһи-валлаһи, икмәк өҫтө - үҙе! Йәмлелеге һиңә әйтәйем, донъябыҙҙы балҡыта, күркәмлеге торлағыбыҙҙы йәмләй. Ҡыуаныстан илап ебәрҙем...
Ниндәй ҙә булһа көй ишаратын сығарырға маташып шул тальянды ике-өс көн тызҡылдаттым, шунан уны ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып дауаханаға алып киттем. Бында инде артыҡ тауышланырға, шауларға ярамағанлыҡты белгәс ҡәҙерле нәмәмде эргәмә һалып һыйпап ятам да ҡосаҡлап йоҡлап китәм. Һәм ни ғиллә, аяҡҡа баҫтым бит теүәл бер ай тигәндә! Шулай итеп гармунсы яһамаһа ла тальян- гармун аяҡҡа баҫтырҙы мине, хатта өҫтәп әйтер инем, әжәлдән әрсәләп алып ҡалды.
Тағы ла ике-өс йыл үтеүгә, сәхнәлә күренер йүнле рәтем, тыңлаусыларҙы хайранға ҡалдырыр самам булмаһа ла, өй шарттарында тальян гармунды апаруҡ килешле генә итеп һыҙҙыра инем инде.
Бер көн беҙгә Өфө опера һәм балет театры артистары “Бер ҡабынһа ғишыҡ уты” музыкаль комедияһы менән килеп төштөләр. Артистары ла ниндәйҙәр ине бит әле: Шамил Ҡолбарисов, Даһи Бакиров, Хөсәйен Мәжитов, Салих Хөснийәров, Мадхиә Әхмәтйәнова, Ғәлиә Солтанова, иҫәпләй китһәң күптәр ине улар. Ул саҡта ауылға килгән артистарҙы өй беренсә тарата торғайнылар. Беҙгә Мәдхиә Әхмәтйәнова менән Ғәлиә Солтановалар эләкте. Бер һирпелеп ҡарауҙан уҡ Ғәлиә Солтановаға үлеп ғашиҡ булдым. Кис етеп, көтөү ҡайтып, һыйырҙар һауылып бөтөү менән тамашаға киттек. Зөләйхаға ғашиҡ Йософ кимәлендәге мәжнүн кеше булараҡ һылыулыҡҡа тотонор кейемдәремде кейеп ҡуҫтарланып алдым; өҫтөмдә ҡыҫҡа еңле аҡ сатин күлдәк, ҡара вилвет салбар, аяҡтарымда ут ҡыҙыл сандалиҙар, үҙемдән нафталины ҡатыш ҡырҡыу одеколон еҫе борхой. Билдәле, артистар төшөргән кеше булараҡ урыныбыҙ иң алғы рәттә. Баҫып торор ғына түгел, алма төшөр урын юҡ, былай ҙа тар клубҡа халыҡ төйөп тыҡҡандай тығылған, барлыҡ тәҙрәләрҙең рамдарын алып, ишекте шар асып ҡуйғандар. Шулай булыуға ҡарамаҫтан мунса эләүкәһендә ултырғандай тын алғыһыҙ эҫе. Даһи Бакиров менән Ғәлиә Солтанова береһе икенсеһенә ғашиҡ егет менән ҡыҙ ролендәләр. Даһи Ғәлиәгә яҡынлай башлаһа көнләшеүҙән күҙҙәренде сытырҙатып йомам, йөрәгем яна, йәнем алҡымға килеп тығылып һулҡылдай “нишләп артист ҡына булып тыуылмаған икән”, тигән бәйләнсек уй өҙлөкһөҙ мейене сүкей. Мөхәббәт комедияһын ауырлыҡ менән ҡарап бөтөрҙөм, унан сәстәрем ағармаһалар ла, ярты ҡартайып килеп сыҡтым шикелле.
Ҡайтып ингәс тә һуң булыуға ҡарамаҫтан әсәйем йәмле табын ҡороп ебәрҙе, күршеләргә йәүкәләне, йырлай-көйләй Хөсәйен Мәжитов менән Салих Хөснийәровтар килеп инделәр. Салих ағай тальян гармунды күреп алыу менән миңә мөрәжәғәт итте: “Әйҙә, һыҙҙыр әле, ҡустым!” Уйнап ебәргәйнем, ике яғымда ултырған Мәдхиә, Ғәлиә апайҙар миңә ҡушылып йырлап та ебәрҙеләр:
Эй Гүзәлем, камышлы күл –
Шул бит беҙҙең һыу юлы.
Ҡара ҡашың, ҡарлуғасым,
Бик һағындым был юлы...
Йыр бөтөүгә Хөсәйен ағай тар өй эсен сәхнәләй күреп, бөйөрҙәренә таянып, һайт-һайтлап бейергә төшөп китте.
Хәҙер уйлап ҡарайым да, булған бит эсмәйенсә лә иҫергән йырлы-моңло, ихлас замандар, хатта ышанғы ла килмәй!
Бөгөн бихисап ауырыуҙар баҫып алды йәмғиәтте, кешенең йөҙөнән нур ҡасты, йәнендәге хис сығанағы һыуы ҡасҡан шишмәләй ҡороно. Ошо афәт моғайын да моңдо һанламауҙан, уны сүп-сар өйөмөнә ырғытыуҙан киләлер, моғайын.
Х.Тапаҡов.