Махсус биттәр
25 Мая , 17:00

Ҡунаҡ ашы (Хикәйә)

Тупһаларына саң ҡундырмай барып йөрөгән, ҡатышып йәшәгән Солтановтар ҡунаҡҡа саҡырҙы бер көндө. Барҙы ниһәң, ни алып, ни биререн белмәй аяғөҫтө баҫып һыйлайҙар улар, Ғәйфулла дуҫым да, ҡатыны Фәниә лә бигерәк ихластар, йомарттар, ҡунаҡсылдар.

Ҡунаҡ ашы (Хикәйә)Ҡунаҡ ашы (Хикәйә)
Ҡунаҡ ашы (Хикәйә)

Пар килеп береккән ундайҙар хаҡында: ”Бер ҡап та бер һап”, тиҙәр ғәҙәттә, ә бәғзеләр инде “Силәгенә күрә ҡапҡасы”, мәҡәлен хәтергә төшөрә. Ғәйфулла ауылдарының буш ятҡан көнсығыш өлөшөн иркен итеп кәртәләп алып ҙур йорт күтәреп ебәргәйне, оҫталыҡҡа ҡулы килешеп, ятып барғас шуны ике йыл эсендә бөтөрөп тә ҡуйҙы, әле өйҙәренең дауамына тәсәйҙәй итеп хужалыҡ ҡаралтыларын теҙҙе; аласыҡ, келәт, мунса, шифер менән көпләнгән ҙур һарай, ары умарта баҙы, ишек алдында төшөр урыны ҡулайлап, ҡыйыҡлап өкәлтәкләп эшләнгән ҡар баҙы. Картуфлыҡ ҡырында таҡтанан, солоҡҡа оҡшатып түмәрҙән эшләнгән ике тиҫтәгә яҡын умарталар теҙелгән. Иртә таңдан бал ҡорттары геүелдеге сығып бал йыя, йүнсел хужалар дыу килтереп донъя көтә. Эшсән, бөтмөр булғастары бер ҙә генә замана ауырлыҡтарына зарланып күктән төшкәнде көтөп ятмайҙар, йән биргәнгә йүн биргән, тигәндәй тырыш-егәрлегә көн итмә тиһәң, яйы табыла.
Был юлы барғаныбыҙҙа ла шулай булды: Солтановтар оло мәжлескә
туған-тыумасаһын, яҡындарын, күршеләрен йыйып ҡунаҡ күрһәтеп ебәрҙеләр, аҙаҡтан оҙон бер урам булып һуҙылған ауылдың бер осонан икенсе осона йәйрәп йөрөп һыйлан¬дыҡ.
Кис еткәс, сираттағы мәжлестән ҡайтышлай ишек алдындағы баҡса
ултырғысына һаҡҡайныҡ, сөкөрҙәшһендәр, тиептер, ҡатындарыбыҙ беҙҙе аулаҡта ҡалдырҙы. Хужа үҙе менән тотоп килгән ҡурайын ойоҫҡотоп уйнап ебәрҙе, шунан килешле, яғымлы ғына итеп оҙон көй ҙә һуҙҙы. Ғүмер буйы аралашып йәшәгәс Ғәйфулланың холоҡ-фиғелен белеп бөткәнмен, ул бына ошолайтып йәшәүенең һәр мәленән матурлыҡ эҙләй, шунан ләззәт таба, көс-дәрт ала.
Йыр-моңдан кинәнес алып һүҙҙе һүҙгә ялғап ултыра торғас ул башынан үткән бер ғибрәтле хәлде һөйләп ташланы. Ғәйфулла артыҡ һүҙсән булмаһа ла телгә бөткән, күргән-кисергәндәрен мауыҡтырғыс итеп еткерә белә, әле лә ҡабарып торған сал сәстәрен усы менән һыпырып ебәреп хәбәргә күсте:
– Ҡорҙаш, беҙҙең ҡыҙҙың Германияға барып шунда кейәүгә сыҡҡанлығын бел-әһең. Берҙән-беребеҙ булғас уны һөйөп, иркәләп, ҡәҙерләп кенә үҫтерҙек. Йәшермәйем, ҡыҙыбыҙ сит тарафҡа юлланып, шундағы институттарҙың береһендә тел буйынса уҡытып, фән кандидаты дәрәжәһенә күтәрелгәс, ҡатын менән бик тә ғорурландыҡ. Күрегеҙ, төпкөлдән сығып та, Европа кимәлендә бирешмәй эшләп йөрөй, ят телдә һөйләшкән студенттарға һабаҡ бирә, йәнәһе лә. Торараҡ, ҡыҙыбыҙ немец егетенә кейәүгә сығам, тигәс, ошоғаса булмышыбыҙҙы ҡымырйытҡан ҡыуанысыбыҙ һүрәнләнде, һүрәнләнеү генә түгел, икәүләп, бот һуҙып ултырып көйәләнә башланыҡ. Күҙ алдына килтер - ейер ризығыңдың яртыһын өҙөп ҡаптырып үҫтергән балаң сит ил егетен яҡын күреп ғаилә ҡорорға йыйынһын сәле! Ниндәйҙер күҙ күрмәгән, ишетеп белмәгән нимес өсөн ҡыҙ үҫтермәгәнбеҙ ҙә баһа! Нимә, беҙҙә, дастуйный, фартауай егеттәр бөткәнме, тип янып киттем башта, ана, беҙҙән ике өй аша йәшәгән агроном Фәнил кемдән кәм дә, алыҫтаныраҡтан һайлайым тиһә күрше ауылдағы ҡорлаштың нефть институтын бөтөргән улы кемдән түбән?! Оҙаҡ туҙындым шулай, йәшерен-батырын түгел, инәнән күргән тун бесә, бөтә бәләнең башында һин генә, тип тел менән ыңғайы бер Фәниәне туҙҙырып әрләп ташланым да пуштыға елтерәп барып ауылдан халыҡ-ара телеграмма ебәреп булмағанлыҡтан ҡош телендәй хат яҙып оҙаттым: ”Кейәүгә сығыуыңа минән, туйыст, беҙҙән рөхсәт юҡ. Ҡалғанын ҡайтҡас һөйләшербеҙ! - Рәсми ҡырыҫлыҡты белдерергә теләп иң аҙаҡҡа былай тип тә өҫтәнем. – Ошо ҡәтғи протесты еткереүсе: Ғәйфулла менән Фәниә Солтановтар.” Үҙемсә план да ҡороп ҡуйҙым: ялға ҡайтып төшһә яйын табып теге Фәнил менән осраштырып, килештереп, тимерҙе ҡыҙыуында һуғып бата ла уҡытып ҡуйырбыҙ әле. Шунан һикрәңләр-һикрәңләр ҙә тынысланыр бер килеп, ҡайҙа ғына барһын, тулап-сыпраңлаған аттың ошоғаса тәртә һындырғаны юҡ әле. Мәктәпте тамамлағансы быларҙың яҡын күреп дуҫлашыуҙарын да урыҡ-һурыҡ ишеткәнебеҙ бар ине. Элек оҡшатҡас, моғайын хәҙер ҙә яҡын күрер, прусты, ситкә киткән дә һыуына төшкән, иҫтән сығарып ебәргән. Уҡытам, тиһә беҙҙә лә юғары уҡыу йорттары етерлек, шуларҙың береһенә урынлашыр, ҡалаға күсһәләр беҙҙең ярҙам менән фатир мәсьәләһен дә хәл итергә мөмкин. Ормаһарҙан ҡорған пландарым бына ошолайыраҡ ине. Уйымды ҡатынға ла еткерҙем. Шик белдерә был: “Кем етте шуға етәкләтеп оҙатырға ҡыҙыбыҙ бүлтерәк һарыҡ бәрәсе түгел дә, ауылса фекерләп, баһалап еткермәһәк тә ғалимә бит әле ул. Фәнил тиһәң дә, хәҙерге йәштәр бит үҙҙәренсә, һөймәгәнгә һөйкәлдереп булырмы икән?” “Булыр! Улайға уҡ китһә фән кандидатының да ата-әсәһе бар, рас бар икән, беҙҙең әйткәндәрҙе, беҙҙең теләкте лә иҫәпкә алһын! Бына хәҙер Фәрит ҡорлашҡа барам да яйын тап килтереп төшөндөрәм.” “Йөрөмәйһең, ике аяғыңдың береһен баҫмайһың, белекһеҙ! Баҙары үтмәгән ултыраҡ ҡыҙ түгел Зөлфиәбеҙ!” Бирәм тигән ҡолона, сығарып ҡуйған юлына, тиҙәрме әле, иртәгеһен Фәрит беҙгә үҙе килеп инмәһенме! Һитәле балдан ҡойолоп, урғылып ҡайнап ултырған балыбыҙҙы мөгәрәптән сығарҙым. Зәхмәтле эсемлек ҡеүәтенән теле сиселә төшкән ҡунағым һүҙ араһында, ҡаға-һуға ғына үҙенә иш таба алмай ҡаңғырған улы хаҡында әйтеп һалды, беҙҙең ҡыҙ хаҡында ла белеште, йәштәр килешә ҡалһалар ни, ҡоҙа булышып татыу, аралашып, әйләнгән һайын саҡырышып йәшәр инек, тип тә ебәрҙе. Ишеткәндәрем йәнемә майҙай яғылды.
Ҡыуанысыбыҙ оҙаҡҡа барманы, ике аҙна үтеүгә яуап телеграммаһы килеп тә төштө. “Генрих менән граждан никахындабыҙ. Ҡунаҡҡа килегеҙ.” Бына һиңә, биш былтыр, тигәндәй, аңламаҫһың хәҙерге йәштәрҙе, йә кейәүгә сығам, тип башты ҡатыралар, рөхсәт итмәйем, тиһәң берәй һылтауын табалар. “Граждан никахы ғәҙәти өйләнеүҙән ҡайһы яғы менән айырыла?”, тип белештем бисәнән. “Йәштәрҙең үҙ-ара бер ниндәй бурыстары ла булмай. Ҡыҙыҡһыныуҙары, мауығыуҙары, ынтылыштары тап килмәүе асыҡланһа икеһе ике яҡҡа китә лә бара.” Бына килде бит көнитмеш, бата уҡытһаң һин ҡорған ғаиләң өсөн Алла ҡашында яуаплыһың, был яңыса өйләнеү сараһы бер ниндәй әхлаҡ ҡалыптарына, тәртип сиктәренә һыймаған еңел-елпе бер нимә икән, ҡороғор. Шулай үҙ алдыбыҙға янып-бөтөрөндөк тә, ни хәл итәһең, башты ташҡа ороп булмай, күндек. Аҙна-ун көндән Зөлфиә ҡабатлап телеграмма һуҡты: “Көтәбеҙ. Килегеҙ.” Ҡатындың күҙ-ҡарашы барам, тип янһа ла, яйымды яйлап өйрәнгән бит инде ул, өнһөҙ тиҫкәреләнеүемде самалап ауыҙ асып һүҙ өндәшмәне. Тағы ла бер нисә көн үтеүгә йәнә саҡырыу килеп төштө. Ниһайәт Фәниәнең сабырлығы һынды шикелле, шырпылай тоҡанып китеп ми¬не борҡолдатып ташланы: “Был тиклем дә һере, таш бәғерле булырһың икән, әйтәгүр, баланың һағынып үҙәге өҙөләлер, юғиһә ҡат-ҡат хәбәр ебәрәме тағы? Теләмәһәң ҡал әйҙә, үҙем барам, алыҫ ер булһа ла бер нисек табырмын әле!» Утты ут менән һүндермәйҙәр, шуға өндәшмәй ҡалһам да алыҫ ҡитғаға юлланырға риза икәнлегемде ылдый ҡылыҡ-фиғелем менән һиҙҙерҙем.
Ҡунаҡҡа күрше ауылға бармайбыҙ бит, әкренләп йыйына башланыҡ; район үҙәгендәге эске эштәр бүлегенә ҡайта-ҡайта мөрәжәғәт итеп сит ил паспортын юллап алдыҡ, медицина тикшереүҙәрен үттек, бараһы еребеҙгә рәсми рөхсәт алыуға ла апаруҡ ваҡыт китте. Ҡатындың хәстәре башҡа, уның бар белгәне алып бараһы күстәнәстәрҙе хәстәрләү. Күрмәгән-белмәгән ҡоҙа-ҡоҙағыйҙың алдында мах бирге килмәй, әҙәм күрке сепрәк бит, шартына тап килтерергә тырышып
өҫ-башты ҡараныҡ, миңә яңы фасонда тегелгән затлы пинжәк, Фәниәгә ҡыҫҡа итәкле күлдәк, осло тағалы туфлиҙар, капрон колготкиҙар һатып алдыҡ. Ҡатыным ғүмерҙә ҡыланмағанын ҡыланып сәсен бөҙрәләп-ҡабыртып лак менән ҡатырып ебәрҙе, ҡарауһыҙ ҡаштарын йолҡоп тигеҙләне, ҡырынғыс менән ҡырылған ҡултыҡ аҫтарына, ҡолаҡ һырттарына хушбый ышҡып, ирендәренә асыҡ ҡыҙыл помада тигеҙеп, көнгә янып, тутланып бөткән бит-йөҙөнә кершән яҡты. Һиңә әйтәйем, хәләл бисәм күҙ менән ҡаш араһында ун-ун биш йәшкә йәшәрҙе лә китте бит, ҡәләмдәй нескә итеп йолҡолған ҡаштары аҫтынан ҡараған күҙҙәре лә һоро түгел, ниндәйҙер, ошоғаса әйтелмәгән сер бөрккән йәшкелт төҫтәләр икән дә баһа, биҙәнеү-яһаныу бына нисек үҙгәртә ҡатын-ҡыҙҙы, һөйкөмлө, ылыҡтырғыс итә. Бал ҡортоноң да күҙҙең яуын алған хуш еҫле сәскәгә йәбешеп ятыуы бер ҙә юҡҡа түгел бит, мин дә Фәниәмдең тирәһендә уралғылайым, яңылыш ҡына әле май бөрөп өлгөрмәгән һырттарына, тығыҙ янбаштарына ҡағылып алған булам, йә шаяртҡанға һалышып нескәлеген юғалтмаған билдән ҡармайым, бер һүҙ менән әйткәндә ошоғаса күҙ уңынан ысҡындырып ебәргән хәләлемә өр-яңынан, башты юғалтып ғашиҡ булдым.
Юлға сыҡтыҡ, Өфөнән Мәскәүгә остоҡ, шунан Домодедово аэропортынан Берлиндың үҙенә. Германияның башҡалаһына ауылдан сығыуыбыҙға өсөнсө көн тигәндә, төштән һуң барып еттек. Самолетҡа трап биргәстәре ҡаршы алыусылар алдында ыҫбай күренергә теләп башымда ялпашҡан фетр эшләпәмде төҙәтә биреп кейҙем, нисәнсе көн инде муйынымды быуып ыҙалатҡан галстугымды тартып төҙәттем. Түбәнгә төштөк, аэропорт пассажирҙары өсөн тәғәйенләнгән, ян-тирәһе асыҡ автобусҡа ултырып барып аэропорттың иркен залына индек. Беҙҙе әллә ҡайҙан күреп ҡалған ҡыҙыбыҙ йүгереп килеп муйыныбыҙға аҫылынды. Танымаҫлыҡ кимәлдә матур, күркәм, шул уҡ ваҡытта беҙҙәгеләргә оҡшатмай ыҫбай кейенгән. Саҡ таныныҡ, бындағы башҡа ҡатын-ҡыҙҙарҙан һис айырырмын тимә. Илай-көлә күрештек, һаулыҡ һораштыҡ. Ҡыҙымдың яңғыҙ килеүе аптырауға ла ҡурҡыуға ла һалды, нисек инде, әллә теге нимес кейәү ҡыуып та сығарғанмы быны? Булмаҫ, тимә, көнбайыш зимагурына, ышпанаһына ышаныс бармы! Минең хафалы уйымды күҙҙәремдән уҡыған Зөлфиәм ыңғайы бер тынысландыра ла һалды: “Бөтәһе лә һәйбәт, атай!”
Һәйбәт булғас һәйбәттер инде, теге, тотошлайы менән быяланан ҡоршалған йорттан сығып ҡиммәтле иномаркаға ултырҙыҡ. Зөлфиә машинаны оҫта йөрөтә, урамдарҙы үтеп тыҡрыҡтарға боролғанда ла һыуҙа йөҙгән балыҡтай иркен ҡылана, ҡаланы биш бармағылай яҡшы беләлер. Ул эргәһендәге миңә һирпелеп алды: “Үҙемдең шәхси машинам, атай. Бында машина байлыҡҡа иҫәпләнмәй, бары уңайлы хәрәкәтләнеү сараһы ғына.” “Ни хаҡ бы машинаң?” “Ике айлыҡ эш хаҡына торошло.” Бына һиңә мә, ә беҙ өйләнешкәндә ҡара төтөн борхотҡан, туҙыуы еткән ”кәзә” матайым ғына бар ине, шуны ла ҡәҙерле мөлкәткә хисаплай инек.
Аҙағы бар.

Мине иң беренсе әйләнә-тирәләге бөхтәлек хайран итте, саң-туҙан, ҡый-һай ҡунған ерҙе күрмәҫһең, урамдар, юл ҡырҙары аллы-гөллө сәскәгә күмелгән, үрмә гөлдәр хатта бағаналарҙы уратып юғарыға үрелгәндәр. Бөтә урында ла күҙҙе сағылдырған йәшеллек. Ожмахҡа барып юлыҡтыҡ, вәлләһи, фани донъяла сәскә атҡан ожмахҡа! Юл ыңғайы туҡтап Зөлфиә беҙҙе супермаркетҡа алып инде, әсәһенә шәшке тун, ҡиммәтле итектәр, миңә костюм-салбар, туфлиҙар бүләк итте. Кәшелүгендәген көндә йөрөткән аҡсалай күреп еңел генә иҫәпләште. Үәт, йәшәй бит бындағы халыҡ, беҙҙәге шәшке түгел, мутон тунды алыр өсөн генә лә билеңде етенән быуып ике-өс йыл бил бөгөргә тура килер ине әле. Тик бер нимә баштан уҡ күңелемә ятманы: бындағы кешеләрҙең ташҡа әүерелгән туң йөҙҙәре. Улар бер ниндәй хис тә, тойғо ла белдермәйҙәр. сағылдырмайҙар, әйтерһең таш балбалдай аҡ мәрмәрҙән юнылғандар. Шаулашмайҙар ҙа, ҡысҡырышмайҙар ҙа, әхирәттән фанилыҡҡа килеп юлыҡҡан тере мәйет ише ҡабаланмай ғына ҡымғырлайҙар, Сит илдә кейгән кейемгә артыҡлап иғтибар итеп бармайҙар икән дә баһа, күптәренең өҫтөндә футболка, төҫө уңған джинсы салбар, аяҡтарында тапалып бөткән кроссовкалар. Ситтән ҡарағанда ҡаҙ көтөүенә яңылыш килеп ингән аҡҡоштар һымаҡбыҙ, шуғалырмы беҙҙең тарафҡа һиҙҙермәҫкә тырышып ятһырап һирпелеп алалар. Ә ҡыҙыбыҙ әсәһенә, миңә яратып ҡарап мауығып, саф башҡортсалап хәбәр һөйләй, юҡтан ҡыҙыҡ табып көлөп ебәрә. Бала саҡтағы асыҡ-ярыҡлығы, алсаҡлығы ҡалмаған, тимәк.
Тәҙрә аша Берлинды күҙәтәм, боронғо менән хәҙерге һыйышып йәшәгән мөһабәт ҡала. Быяланан төҙөлгән замана йортона, бер нисә быуат элек төҙөлгән хараба һыйынып ҡалҡҡан. Иҫкене берәү ҙә дөйөм камиллыҡты боҙа тип һүтеп ырғытмаған. Боронғоноң хәҙерге менән берләшеүе ҡайһылыр кимәлдә ниндәйҙер бөтөнлөк, тамамланғанлыҡ хасил итә. Семәрләп, дәү хәрефтәр менән яҙылған атамаһы әллә ҡайҙан йәлеп итеп саҡырған отель янында туҡтал¬дыҡ, беҙҙең бараһы ер моғайын да ошо тирәләлер тип уйлап ҡуйҙым. Яңылышҡанмын икән, ҡыҙыбыҙ беҙҙе шунда ин¬дереп алдан хәстәрләгән номерға урынлаштырҙы. Аңшайып, юғалып ҡалып асҡан ауыҙыбыҙҙы йома алмай торабыҙ. Зөлфиәбеҙ хәлде ябай ғына итеп төшөндөрҙө: “Һеҙгә ял итергә ҡулай булыр, иң ҡиммәт номерҙы һайланым. Бында бөтә ҡулайлыҡтар ҙа бар, хеҙмәтләндереү юғары кимәлдә. Туҡланыу өсөн борсолорға кәрәкмәй, бүлмәгеҙгә үк килтерерҙәр. Германияла ҡунаҡты өйҙә йоҡлатыу йолаһы юҡ шул. Беҙҙә ҡуна ҡалһағыҙ быны Генрих аңламаҫ, ҡабул итмәҫ.”
– Ә ҡоҙа-ҡоҙағый, кейәү ҡайҙа? - Аптырап һораным.
– Генрих футболға китте. Бөгөн бундеслигала* хәл иткес осрашыу, уны бер нисек тә ҡалдырырға ярамай. Ә ҡайным менән ҡәйнәм этебеҙ ауырып китте, шуны ветеринарға алып бараһы бар, тип шылтыраттылар, ғәфү үтенделәр.
– Ә-ә-ә, шулайҙыр инде, - тип һуҙҙы Фәниә күп нимә аңына барып етмәһә лә.
Йәшерен-батырын түгел, кәйеф китте әй, күңелемдән: “Ер аяғы ер башынан килгән ҡоҙаларына ҡарағанда эттәре ҡәҙерлерәк икән”, тип уйлап ҡуйҙым.
Зөлфиәбеҙ ҙә оҙаҡ тотҡарланманы, кисектергеһеҙ осрашыуға барам, иртәгә сәғәт һигеҙҙә килеп етербеҙ, тип сығып китте. Һағыныуы шул самалыр инде, йәнә, күршең һуҡыр булһа күҙеңде ҡыҫ, тигән мәҡәл дә бар бит әле, ул да йәшәй-йәшәй бындағы халыҡтың хилаф көнитмешенә күнеп баралыр.
Аулаҡта ҡалғас сиратлап ванна бүлмәһендә юл туҙанын сайып алдыҡ. Уңғансы һыйыр телендәй бутерброд менән минералка килтерҙеләр. Үтә лә наҡыҫ тәғәм асығыуҙы баҫаһы урынға оторо ярһытып ҡына ебәрҙе. Киске ашҡа ла шул ҙурлыҡтағы бутерброд менән кефир эләкте. Ҡатыным аппетитым юҡ, тигән булып һыйҙан баш тартты, һиҙәм минең тамаҡты ҡайғыртыуы. Өйҙән инселәп килтергән өй аҙыҡтарына оронманыҡ, төшкә тиклем йыйған балын төштән һуң йыпырған һағыҙаҡ һымаҡ Европаға килеп үҙ күстәнәсеңде үҙең ашап ултырыу килешмәҫ.
Иртәгеһен иртәнсәк теңкәгә тейә башлаған бутердрод менән һыйланып бөтөп кенә тора инек ишекте ҡаҡтылар. Сәғәтемә күҙ аттым, бер минут та һуңламанылар. Теүәллектәре оҡшаны шулай ҙа. Зөлфиә ынтылып икәүбеҙҙе бер юлы ҡосағына ҡыҫты, беҙҙе уйлап төнө буйы йоҡламауын әйтте. “Шул тиклем дә һағынғасың нишләп туп-тура йортоңа апҡайтманың, балам, төн оҙоно һөйләшеп ултырыр инек!” Ишек яғына күҙ аттым, унда сеп-сей һары, ҡолғалай буйлы тыртыҡ кәүҙә һерәйгәйне. Күҙҙәре суртандыҡылай ташбыҡтар, ҡаштары ла бешкән арыш төҫөндә. “Был, ҡойма яуын йылы буй ебәргән сибек көнбағыш ҡайһы ере менән Фәнилдән артыҡ инде?!” “Генрих…” ҡыҙыбыҙ немец телендә нимәлер аңлатты ла тегене беҙҙең яҡҡа этәреп көсләп тиерлек ҡулдарыбыҙҙы тоташтырҙы. Кейәүҙең йөҙөндә шатлыҡ осҡондарын да, ҡыҙыҡһыныу сатҡыларын да күрмәнем. Ул битараф ҡиәфәттә түргә үтеп ҡәнәфигә һеңде лә ризаһыҙ йәмрәйгән йөҙөндәге ташбыҡ күҙҙәрен секрәйтеп үҙе менән тотоп ингән гәзитте ҡараштырырға кереште. “Кисә яратҡан футбол командаһы еңелде, Генрих шуға бошона”, тине Зөлфиә. Ҡайғы-хәсрәте үтә лә ҡаты икән дә баһа был кейәү йоратының!
Ҡоҙа-ҡоҙағыйыбыҙ көтә, тигәс йыйынып, көс етмәҫ күстәнәстәребеҙҙе
эләктереп аҫҡы ҡатҡа төштөк. Номерҙың асҡысын администратор иргә тапшырҙыҡ. Кисә килгәс үк шуға иғтибар иткәйнем, бында барлыҡ хеҙмәтләндереү мәшәҡәттәрен ир-егеттәр башҡара. Администраторҙың яһалма итәғәте, битлек һымаҡ итеп йөҙөнә япҡан һалҡын йылмайыуы оҡшаманы. Бутафор аҙыҡ һымаҡ бит инде ул яһалмалылыҡ, тышы ялтыраһа ла эсе ҡалтырай, йәнә тәме лә таты ла юҡ.
Граждандар никахының айырылғыһыҙ йолаһылыр инде, кейәү менән ҡыҙыбыҙ үҙ машиналарында айырым-айырым, эйәртенешеп килгәндәр икән. Ҡаланың ситенә юлландыҡ, бер ҡатлы, тимер ҡоймаһы асыҡ йәшел төҫкә буялған йорт янына килеп туҡтаныҡ. Овчарка өрөүе ҡаршы алды. Хәрби киноларҙағы концлагерь эттәрен күҙ алдына баҫтырып һипһенеп киттем. Овчарка ысынлап та ата бүре дәүмәле ҙур ине, муйын бауын өҙә яҙып артҡы аяҡтарына баҫҡан, ҡан һауған күҙҙәре ашарҙай итеп ҡарайҙар. “Ярһып абалауына ҡарағанда был йыртҡыс сырхау эткә шыпа ла оҡшамаған”, тип уйлап ҡуйҙым. Ихатаға индек, кирбестән һалынған йорт күркәм һәм ҙур. Ишек алдында күрер күҙгә ят декоратив үҫемлектәр үҫә, таш һуҡмаҡты ҡайсы менән тигеҙ итеп киҫелгән акациялар ҡайыған, ихата түрендәге беседканы тотошлайы менән үрмә гөлдәр ҡаплаған. Көнитмештәрендә көндәлек ҡулланған тәртип, ғәҙәттәренә айырылғыһыҙ булып һеңгән таҙалыҡ йәһәтенән беҙгә немецтарҙан күп нимәгә өйрәнәһе бар әле. Аяҡ кейемдәребеҙҙе күтәрмәлә ҡа¬лдырып инеп үткелектә* туҡталдыҡ. Өй эсендә шылт иткән тауыш та ишетелмәй, ҡунаҡ ҡаршылауҙың билдәһе хуш еҫ тә танауҙы ҡытыҡламай. Әҙерәк урындарыбыҙҙа тапанғас кейәү менән ҡыҙ зал яғына үттеләр ҙә һыуға батҡандай юғалдылар. Беҙ хәйерселәр ише төйөнсәктәребеҙҙе күтәреп ишек төбөнә баҫҡанбыҙ. Үҙ урынымды, кимәлемде, бәҫемде белгәнгә, шуны әйтәм, ошоға саҡлы бер тапҡыр ҙа был тиклем дә мыҫҡыллы түбәнселеккә төшөргә тура килмәгәйне. Биниһая ваҡыттан һуң яныбыҙға 60 йәштәрҙе ашатлаған, бирән ҡорһаҡлы ир һәм ҡаҡланған балыҡтай ҡаҡса кәүҙәле һалам сәстәре һибелеп таралған ҡатын сыҡты. Быларҙың
йөҙҙәрендә лә ирәбелектең семтеме, хатта остоғо ла юҡ. Һонолған ҡулымды алмаһа ла “Гутен таг”* тине ир үркәсле эйәген һелкетеп. Ниһайәт ҡатыным да хәрәкәткә килде, төйөнсәктәрҙе хужаларҙың алдына теҙҙе: “Күстәнәс, - тине ул башҡортсалап, аңлайышлы булһын өсөндөр, “күстинсә”, тип тә өҫтәне.” Ҡоҙа менән ҡоҙағый ҙа кәрәкһеҙ, ерәнес нимәнән һаҡланырға теләгәндәй ҡулдарын сатрашлап болғап, алдарына, иҙәнгә ҡуйылған күстәнәстәребеҙҙе аяҡтары менән беҙҙең яҡҡа эттеләр: «О-о-о, данке шон, найн, найн!»* Шулай тинеләр ҙә кире инеп киттеләр. “Әҙәмсә мөнәсәбәт, аш ҡәҙерен белмәгән таҙҙар! Инәңде…”, тип әсе һүгендем эсемдән. Бер аҙҙан яныбыҙға кейәү менән Зөлфиә сыҡтылар. Ҡулдарына ике кәсә тотоп алғандар. Һыуынып бөткән ҡара кофе икән һыйҙары, үткән быуаттағы йот йылында ас малай теҙеп һандыраған ”үҙе ҡаралай, үҙе ҡоролай, үҙе мәтрүшкә, үҙе көрөшкә” тигән нимә була инде. Ныҡ асыуым килде әй, көйләнеүемде белдермәһәм дә сығырымдан-сығып шартлар сиккә еткәнмен. Кәсәне кире тотторҙом: “Рәхмәт ҡыҙым, минең кофе яратмағанды беләһең!” Сарсап киткәйнем, тип ҡатыным кейәүенең ҡулындағына үрелә. Уны ла ҡырт киҫеп туҡтаттым: “Был нимә һыуһынды ҡандырмай, һыуһаһаң ҡайтҡас самауырҙы йыҡҡансы, эсең йәйелгәнсе сәй һемерерһең!”
Беҙҙе оҙатыусы булманы, бары артыбыҙҙан эттәре генә өрөп ҡалды.
Зөлфиә машинаға сығып ултырғас ғәйепле төҫтә әйтте:
– Сәғәт туғыҙға эшкә. Бында бер минут та һуңларға ярамай!
– Борсолма, беҙҙе әлегә ҡунаҡханаға ғына апар.
– Һеҙгә төш мәлендә килеп китермен.
– Ваҡытың тығыҙ икән, килмәҫкә лә мөмкин, үҙебеҙсә көңгөр-ҡаңғыр итеп нисек тә көндө үткәрербеҙ әле…
Ҡунаҡхананың һыйы был юлы ярайһы ғына мул: тәрилкәләргә бесәй
балаһына һалған миҡдарҙағы бутҡа менән, ике телем ҡара икмәк, йәнә бер йотмалы, ҡоҙалар тәҡдим итеп тә ауыҙ итмәгән һалҡын кофе. “Былай бармай, - тинем ҡатынға, - ниместәргә тигәнде ҡалдыр ҙа, өй икмәген киҫ, ҡаҙыны ҡырҡ әле, эргәһенә һары майҙы ла өҫтә, юғиһә асығыуҙан аяҡтарҙы һуҙырға мөмкин!”
Төш мәленә ҡайтыр әйберҙәребеҙҙе төйнәп бөткән инек инде. Ҡыҙыбыҙ юлға йыйыныуыбыҙҙы күреп аптырап китте:
– Ҡайҙа ҡабаланаһығыҙ ул, килеүегеҙгә яңы. Берлинды күрһәтербеҙ,
Бранденбург ҡапҡаһын…
– Рәхмәт ихласлығыңа, бөгөн үк, хәҙер үк ҡайтабыҙ, Берлинды күргебеҙ
килмәй, Бөрйәнде һағындыҡ, Бранденбург ҡапҡаһын теләгәндәр күҙҙәре талғансы ҡараһын, үҙәгебеҙ өҙөлә яҙып ауыл ҡапҡаһын һағындыҡ! Әсәйең ҡулдарының йылыһын ҡушып ҡайның менән ҡәйнәң ҡабул итмәгән ошо күстәнәстәрҙе әҙерләне, бәлки улар аша тыуған яҡ йылыһы һеңер үҙеңә… - Кинәйәләп әйттем. Ошоға тиклем һиҙгер, зирәк ине ҡыҙыбыҙ, әле лә әйткәндәремде моғайын да бөтә тәрәнлегендә төшөнгәндер.
Аэропортта Зөлфиәбеҙ бер яҡ ситкәрәк баҫып моңайып ҡарап ҡалды. Уны сит-яттарға ҡалдырып китеүе үтә лә йәл ине. Беҙгә белдермәһә лә үҙ мөхитендә тәрбиәләнгән бала моғайын да күңеленә тап килмәгән ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йәпһеҙ тәртиптәрҙе ҡабул итә алмайҙыр. Хатта ағастың ағасы ят тупраҡҡа тамыр ебәрә алмай ҡороп ҡуя бит ҡайһы саҡ. Айырылышыу мәлендә шуларҙы уйлап йөрәгем һыҡрағайны, ҡатыным да мин кисергән тойғоно кисерҙе шикелле, күҙҙәре йәшләнде.
Мәскәүгә төн уртаһында килеп төштөк. Иң беренсе тәүлек әйләнәһенә
эшләгән кафыны табып туйғансы ашап алдыҡ. Беҙҙәге һыуҙың татын, аҙығыбыҙҙың тәмен, туйымлы бәрәкәтен әле генә яңынан тойғандай булдым. Ҡунаҡ аҙ ултыра, күп һынай, ти бит халыҡ мәҡәле, мин дә сит илгә барып халҡыбыҙҙың күңеле бөйөк һәм саф икәнлегенә тағы ла бер тапҡыр инандым. Бар йәһәттән цивилизациялы иҫәпләнгән Европанан артыҡ булмаһаҡ кәм түгелбеҙ.
Шулай тип тамамланы хикәйәһен Ғәйфулла.
Уңғансы Фәниә күпереп бешкән икмәк, ҡаҙы, ҡымыҙ ҡуйылған батмус тотоп килеп сыҡты. Күңелле булып китте, ҡаныбыҙға, булмышыбыҙға һеңгән йомарт ихласлыҡҡа, телеңде йоторлоҡ үҙебеҙҙең милли аҙыҡҡа бер нимә лә етмәй шул. Етмәй!
Иртәгәһен Ғәйфулла менән Фәниә хуш аяғынан һуң мул күстәнәс төрөп ауылдарының осона ҡәҙәр сыҡтылар ҙа, беҙҙе күҙ яҙлыҡҡансы ҡарап тороп, ҡул болғап оҙатып ҡалдылар.


Х.Тапаҡов. 

Автор:Рөстәм Илтенбаев
Читайте нас