

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)
Шәхси мөнәсәбәттәрҙә күптәрҙе ҡыйынлыҡ көтә. Кемдер элекке үпкәләрен белдерер йәки күптәнге бигүк күңелле булмаған ваҡиғаларҙы иҫегеҙгә төшөрөр. Ниндәйҙер яңы эшегеҙ өҫтәмә сығым талап итер.
Балыҡ ( 20.02 – 20.03)
Был арала мөмкинлектәрегеҙ әллә ни ҙур булмаясаҡ. Һис уйламаған мәшәҡәттәр әленән-әле сығып торор. Йондоҙҙар мөмкинлегегеҙгә ҡарап эш итергә ҡуша. Кесе йомала рәсми ҡағыҙҙар менән бәйле ниндәйҙер эште тамамларһығыҙ.
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Күптәргә фекерҙәштәр эҙләргә тура килер. Әллә ни ҙур эштәргә тотонорға уйламаһағыҙ ҙа, янығыҙҙа ышаныслы кешеләр булыуы һис тә ҡамасауламаҫ. Элекке бәйләнештәрҙе яңыртыу өсөн уңайлы мөмкинлек сығыр.
Буға ( 21.04 – 21.05)
Был көндәрҙә бәғзеләр өҫтәмә килем сығанағын табыр. Яҡын туғандарығыҙ менән һөйләшеү өсөн ваҡытығыҙҙы йәлләмәгеҙ. Аралашыу һеҙҙең өсөн үтә файҙалы булмаҡсы. Кемдер һеҙ онотҡан нәмәне иҫегеҙгә төшөрөр.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Мәл етди ҡағыҙҙарҙы тәртипкә килтереү, һуңғы эштәрегеҙгә йомғаҡ яһау өсөн уңайлы. Бәғзеләр элекке бурыстарын ҡайтарыуға өлгәшер. Бынан һуң күңелегеҙ бер аҙ тынысланыр. Шәхси мөнәсәбәттәр ҙә ҡыуандырыр.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Ныҡышмалылығыҙ арҡаһында был арала күпте булдыра алырһығыҙ. Шулай ҙа кемдер юҡ-бар менән булышып, иң мөһим мәсьәләләргә иғтибар итмәүе лә ихтимал. Йомала көткән аҡса килер.
Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)
Аҙна һеҙҙең өсөн бигүк тыныс булмаҫ, моғайын. Аңлайышһыҙ ваҡиғалар күбәйер. Етеҙ эш итергә өйрәнгән кешеләргә ауырыраҡ булыр. Был көндәрҙә хаталаныу ихтималлығы арта.
Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)
Иң яҡын кешеләрегеҙ менән генә аралашырға тырышығыҙ. Башҡалар һеҙҙе аңламаҫ та һымаҡ. Шишәмбелә кәрәкмәгән сығымдарҙан һаҡланығыҙ. Уларға ҡарата иғтибарлыраҡ булыуығыҙ хәйерле.
Үлсәү ( 24.09 – 23.10)
Ҡайһы бер өлкәлә ыңғай үҙгәрештәр булыуы мөмкин. Тик үҙегеҙгә лә тормошоғоҙға ниндәйҙер яңылыҡ индерергә кәрәк булыр. Бәғзеләрҙең башында өмөтлө фекерҙәр тыуып, уларҙы бойомға ашырыу мөмкинлеге булыр.
Саян ( 24.10 – 22.11)
Аралашыу һәйбәт барыр. Элек борсағығыҙ бешмәгән кешеләр менән дә еңел уртаҡ тел табырһығыҙ. Уңыштарға өлгәшеү өсөн ҡайһы бер нәмәләрҙе, хатта ял итеүҙе лә ваҡытлыса онотоп торорһоғоҙ.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Иң ҡатмарлы мәсьәләләрҙе лә еңел генә ыңғай хәл итерһегеҙ. Эш иткәндә юҡ-барға иғтибар бирмәҫкә тырышығыҙ. Үҙ йомоштары менән мөрәжәғәт итеүселәрҙе артыҡ өмөтләндермәгеҙ – бының өсөн киләсәктә ваҡытығыҙ булыр әле.
ӨМӨТБАЙ.