Махсус биттәр
22 Мая , 17:00

Бешмәгән егеткә өмөтләнмә икән…

Гөлназ апай (апай тиһәм дә, минән ул тиклем үк оло ла түгел инде) менән ихаталағы уйын майҙансығында танышып киттек. Ҡиәфәтенә ҡарағанда 50-гә яҡынлаған ҡатындың 6 – 7 йәш-тәрҙәге ҡыҙ баланы ҡур­салауын күреп, бала ҡараусы булып эшләүселер, тип уйлағайным. Аҙаҡ үтә лә яҡын мөнәсәбәттә икән­дәренә шаһит булырға тура килде.

Бешмәгән егеткә өмөтләнмә икән…Бешмәгән егеткә өмөтләнмә икән…
Бешмәгән егеткә өмөтләнмә икән…


– Һуңлап ҡына тапҡан ҡыҙ балам, – тине ул минең һо­ра­ға­нымды ла көтмәй. – Аптыраулы ҡараштарға өйрәнеп бөттөм ин­де. Ҡала ерендә ке­шелә кешенең эше юҡ, тиһәләр ҙә, күптәр өсөн олоғайып барған ҡатындың йәш бала эйәртеп йөрөүе ғәҙәти хәл түгел.
Һүҙҙең ниндәйҙер кимәлдә миңә лә ҡағылыуын ҡабул итеп, аҡланырға тотондом:
– Хәҙер бер нәмәгә лә ап­ты­рарға кәрәкмәй, медицина көс­лө. Йәш саҡта күптәрҙең мөм­кин­леге лә булмай. Һөнәр алыр­ға, фатир хәстәр­ләргә, донъя ҡорорға кәрәк…
– Ой, юҡ. Ғаилә ҡормай, бала тапмай йөрөүемдең сәбәбе унда түгел. Донъя артынан ҡыуған, нәфсем артып торған кеше тү­гелмен. Барына шөкөр итеп, һәүе­темсә генә йәшәп өйрән­гәнмен. Барыһына ла бешмәгән, ҡыйыуһыҙ ғына бер егеттең «өлгөрөп етеүен» көтөп йөрөүем ғәйепле. Берәй ваҡыт батыр­сылыҡ итеп яныма килер, тип өмөтләндем дә йөрөнөм.
– Килдеме һуң?
– Тот ҡапсығыңды! Булмағас булмай икән ул йүкәлә сәтләүек, тиҙәр бит, дөрөҫ икән.
Ҡыҙыҡһыныуымды еңә ал­май, Гөлназ апай янына терәлеп үк тиерлек килеп ултырҙым да төпсөнә башланым.
– Икенсегә өйләндеме? Ә ҡы­ҙы­ғыҙҙың атаһы кем?
– Өйләнгән булһа, күптән өмө­­төмдө өҙгән булыр инем. Яңғыҙ булғанға көттөм дә йөрөнөм шул, – тип әңгәмәсем ауыр һулап ҡуйҙы. – Ә ғүмер тигәнең үтә лә китә икән… Роберт менән беҙ бер мәктәптә, параллель клас­тарҙа белем ал­дыҡ. Ҡап-ҡара сәсле, түңәрәк йөҙлө, ҡыҫығыраҡ күҙле малай миңә һәр ваҡыт оҡшаны. Ике класс та дуҫ, татыу булғас, төрлө байрам, эш гел бергә ойошторолдо. Шуға ла Роберт менән йыш күрешергә, аралашырға тура килде. Хис­тәремде һиҙ­ҙер­мәҫкә тырыша инем, сөнки уның тарафынан ҡыҙыҡһыныу булманы. Күңелем башҡаларға ятманы. Класташ ҡыҙҙар менән егеттәр араһында төрлө мө­хәббәт “тарихтары” булып тор­ҙо, тик мин генә яуапһыҙ һөйөү утында яндым. Ә Роберт ҡыҙҙар менән бөтөнләй аралашманы. Икенсе егет менән дуҫлашып йөрөгән ҡыҙҙы яраталыр, тип фаразланым. Унынсы класты тамам­лаған йылда Талҡаҫ күле­нә походҡа бар­ғайныҡ. Роберт шым ғына килеп, ҡулымдағы ауыр сумканы алып китте. Кискеһен палатка ҡор­ғанда ла ярҙам итте. Шул саҡта ғына уның да миңә ҡарата битараф булмауын аң­ланым. Күңелдә өмөт сатҡылары уянды. Тик бушҡа ғына: усаҡ тирәләй йыйылышып, бер аҙ йырлашып ул­тырғас, күптәр парланышып, ситкәрәк китте. Мин һөйгә­немдең килеп етәк­ләп алыуын, аңлашыу өсөн һүҙ башлауын көттөм. Ә ул хатта яныма килеп тә ултырманы. Тәүҙә усаҡ өсөн утын әҙерләп йөрөгән булды, аҙаҡ бер нисә егет менән балыҡ тоторға төшөп китте.
Мәктәпте тамамлағас, төр­лөбөҙ төрлө яҡҡа таралыштыҡ. Мин медицина училищеһын тамамлап, үҙе­беҙҙең ауыл дауа­ханаһына эшкә ҡайттым. Роберт әрме хеҙ­мә­тенән һуң электрик һөнәрен алып, район үҙәгендә эшләп йөрөй ине. Йөрөгән ҡыҙы барлығы ла һиҙелмәне, һаман яңғыҙы булды. Ауылға ҡайтҡан сағында осрашһаҡ, ул ихлас күрешә, хәл белешә. Бер тапҡыр ҡыйыулығымды йыйып, сәй эсергә саҡырып ҡараным. “Бу­лыр әле берәй ваҡыт, бөгөнгә килеп сыҡмай”, – тип яуапланы.
Башҡа дуҫтар, һабаҡташтар бе­рәм-берәм туйҙар үткәрә баш­­ланы. Наилә күршемдең туйы­нан һуң йәштәр менән йыйы­лышып, тәбиғәт ҡосағына сыҡ­тыҡ. Роберт шунда ҡәҙимге генә эсеп алды ла, миңә иғтибар күрһәтә башланы. Тәүге (һәм һуңғы) тапҡыр бергә бейенек, аулаҡ ҡалған саҡта ҡосаҡлап алды ла, һурып-һурып ирен­дә­ремдән үпте.
– Мин һине 5-се кластан алып яратам, Гөлназ. Һәр ваҡыт бергә булғым килә, – тигәс, ишет­кә­немә ышаныр-ышанмаҫ ултыр­ҙым.
– Мин дә һине яратам бит, – тип кенә әйтә алдым.
Ул төндә иң бәхетле кеше инем. Роберт өйгә тиклем оҙата килде дә, бик оҙаҡ ҡапҡа төбөндә айырыла алмай ҡо­саҡлашып торҙоҡ. Ҡыҫып ҡо­саҡлаған ҡулдары, әйткән һүҙ­ҙәре, үпкән ирендәре һаман да иҫемдә.
Тағы ла осрашыу, аңлашыу көтөп, бәхетле киләсәккә өмөт итеп йәшәү башланды. Әйтер­һең дә, ул кис бөтөнләй бул­маған – Роберт тарафынан баш­ҡаса иғтибар ҙа, дуҫлыҡ ту­раһында һүҙ ҙә булманы. Ос­рашҡанда башын эйеүенән, ҡа­рашын йәшереүенән генә уның теге кисте яҡшы хәтер­ләүен һи­ҙендем. Тик быға тиклем ул нисектер яныма килеп һаулыҡ һорашһа, һүҙ ҡушһа, шул кистән һуң минең яныма бөтөнләй килмәне. Был ҡы­лығын һис аңламаным: мин ул кисте иҫенә төшөрмәнем, бер нәмә лә талап итмәнем.
Аң­лайышһыҙ хистәр һәм буш өмөттәр менән тағы ла бер ни тиклем ваҡыт үтте. Йәшем 38-гә еткәс, туғандар кейәүгә сығырға, үҙ ғаиләмде ҡорорға өгөтләй башланы. Хәлемде белгән әсәйем:
– Иҫерек кешенең телендә нимә генә булмаҫ? Булыр-бул-маҫ егеткә ышанып, былай ҙа йәш ғүмерең заяға үтте. Эсендә йәне булған кеше, ысынлап яратһа, күптән килеп аңлашыр, тәҡдим яһар ине. Тимәк, яратмай. Ирҙәргә ни, ваҡыттары күп – 50-лә өйләнһә лә була. Ә ҡатын-ҡыҙ ғүмере сәскә кеүек кенә, көҙ етһә, һулый ҙа ҡуя. Мөхәббәт тип балаһыҙ, ирһеҙ ҡалаһың бит! – тип әрләне.
Ул хаҡлы ине. Бер аҙ уйланып йөрөнөм дә, ҡоҙа тейеш Ринат исемле егеткә димләйҙәр ине, кейәүгә сығырға ризалыҡ бир­ҙем. Туй үткәреп торманыҡ, никахтан һуң иремдең Сибай ҡалаһындағы фатирына күсеп йәшәй башланыҡ. Бер нисә йыл үткәс кенә класташ егеттәр минең никах көндө Роберттың иҫергәнсе эсеүен, йылға буйына төшөп илауын һөйләне. “Ғәйе­бем нимәлә һуң? Уны бит былай ҙа 20 йылдан артыҡ көттөм”, – тинем, күҙҙәрем йәшкә төйөлөп. “Һине түгел, үҙен ғәйепләй ул. Ҡыйыулығым етмәне, тип әйт­те”, – тинеләр.
Яратмай сыҡҡанғалыр, ғаилә тормошо килеп сыҡманы. Бәл-ки, иремә наҙ, йылылыҡ биреп еткермәгәнмендер. Хәйер, кү­ңелдә булмаған хисте ҡайҙан алып бирәһең инде?! Ул да миңә ҡарата битараф булды. Ҡыҙыма ике йәш тулғас, айырылырға теләүемде әйттем. Ҡаршы булманы. Өфөгә күсеп килдем дә, ҡала дауаханаларының бере­һенә һөнәрем буйынса эшкә урынлаштым. Әле ҡуртымға алынған фатирҙа йәшәйем, йый­ған аҡсам төҙөлә башлаған йорттан фатир алырға ғына етте. Ә Роберт бөтөнләй өй­лән-мәне. Һаман да атаһының йортона ҡайтып-китеп йөрөй, ра-йон үҙәгендә эшләй.
Ике йыл элек, мәктәпте та­мамлауға 30 йыл тулыу айҡанлы осрашыу үтте. Шунда күрештек беҙ. Һаман да ҡыйыуһыҙ, аҙ һүҙле. Өҫтәлдең икенсе башынан миңә текәлеп ултырҙы ла ул­тырҙы, әммә яныма килеп һүҙ башларға батырсылыҡ итмәне. Ә бит бер ҡараһаң, беҙгә бергә булырға хәҙер бер ни ҙә ҡа­масауламай – ике яңғыҙаҡ.
Тормошом килеп сыҡмаһа ла, теге саҡта кейәүгә сыҡҡаныма үкенмәйем. Робертҡа өмөт итеп йөрөһәм, ысынлап та япа-яңғыҙ ҡалыр инем. Хәҙер ҡыҙым бар. Аллаһы Тәғәлә уны үҫтереп, белем биреп, ғаилә ҡороуын күрерлек һаулыҡ һәм мөм­кинлек бирһен ине, тип те­ләйем. Атаһы һәйбәт кеше, ярҙам итә, бала менән аралаша. Ә Робертты көтөп йөрөһәм, уның да, минең дә ғүмер заяға уҙыр ине. Уның өсөн дә, башҡа ҡыйыуһыҙ, оялсан башҡорт егеттәре өсөн дә йәнем әрней. Күпме ҡыҙ мө­хәббәт утында янып, йылы һүҙгә, наҙға, парлы тормошҡа зар-интизар булып йөрөй! Күптәре өмөт өҙөп, яратмаған кеше менән яҙ­мы­шын бәйләй, хатта сит милләт ирҙәренә тормошҡа сыға. Заман үҙгәрә, тиһәң дә, беҙҙең мосолман ҡыҙҙары барыбер ғорур – хистәрен бел­дер­мәй, егет артынан үҙе йүгермәй. Минең урын-да берәй мәрйә ҡыҙы булһа, Роберттың эскән мәленән фай-ҙа­ланып, теге туй көнөндә үк ҡу­йы­нына кереп ятыр ҙа, үҙенә өйләндерер ине, тип уйлап ҡуям. Тик мин был аҙымға ба­рыу тураһында уйлап та ҡара­маным.
Шулай, һеңлем, бер бешмәгән генә егеткә ғашиҡ булып, бар ғүмеремде заяға үткәрә яҙҙым. Үткәндәргә үкенергә ярамай, тиһәләр ҙә, ҡайһы саҡ үкендерә икән. Хәҙер ҙә уға ҡарата хис­тәрем бар ул. Ирем менән айырылғанды ишетеп, класташтар Роберт менән икебеҙҙе ҡа­уыштырырға маташып, план да ҡороп бөткәйне. Тыйып ҡуйҙым. Кәрәкмәй. Йәш саҡта, хистәрҙең дөрләгән мәлендә, яратылып йәшәге килгән саҡта бергә бул-мағас, хәҙер фәтүә юҡ. Тор-мо-шомдоң йәме, ғәме бул­ған ҡыҙым бар. Икенсенән, өмөт­тәремде ҡабат уятҡым килмәй. Сөнки белеп торам, яныма килергә ҡыйыулығы етмәйәсәк барыбер…
Гөлназ апайҙың һөйләгән­дәрен тыңлағас, иң тәүҙә өй­ләнмәй йөрөгән туғандарым, таныштарым күҙ алдына килде. Кемеһе – шундай уҡ ҡыйыу­һыҙлыҡтан, кемеһе – йәшлектә яратҡан йәрен онота алмауҙан, кемеһе эскелеккә мауығып, ғүмерен заяға үткәрә. Араларында ялҡауҙары, донъя көтөргә күңел һалмағандары ла осрап ҡуя. Берәй ваҡыт уларҙы ғүмер буйы яратҡан, көткән ҡатын-ҡыҙҙар ғына түгел, үҙҙәре лә үкенерме икән? Мөхәббәт тигән иң матур, саф тойғоно һанға һуҡмай ғүмер иткәндәрен берәй көн аңларҙармы?

Гөлнур ҠЫУАТОВА.

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас