

Оҙон йәшел үләнле, әҙәм баштарына оҡшап торған тумарҙарҙың береһенән икенсеһенә, унан өсөнсөһөнә, ҡыҫҡаһы, тумарҙан тумарға һикереп бара торғас, йәшел генә сиҙәмгә килеп сығырһың. Ҡолас ташлап, иркенләп, тәгәрәп йөрөп, ҡыуанып ғүмер итә торған ер ул! Ожмах! Ҡаҙ-өйрәк көттөниһәң дә бик уңайлы, малға ла иркенлек. Ҡапҡаңды астыңмы, мал-тыуарың үҙе берләм һуҡмаҡҡа төшөп алып, үркәс-үркәс булып күгәреп ятҡан Ирәндеккә менә лә китә. Сыбыртҡыларға ла түгел.
Был ауылға килен булып төшкәнемдә ошо сиҙәмдә халыҡ бура күтәреп, мәж килеп яңы тормош төҙөй ине. Минең ҡайны-ҡәйнәм дә ҡарағайҙан өй күтәреп, башын шифер менән яптырып ҡуйғайны. Тәҙрәләр ҙә уйылмаған ине әле ул ваҡытта. Үҙҙәре, ауылдың “Ай-һайҙар” араһы, тип йөрөтөлгән аҫҡы урамында, төпкөлгә яҡын ғына ерҙә башы ҡалай менән ябылған, иҫкерә төшкән бәләкәй өйҙә ғүмер һөрәләр. Мине, йәп-йәш кенә ҡыҙ баланы, әсә-атам улдарына кейәүгә биреп ебәрҙе.
– Беҙҙең бөртөк кенә балабыҙ берәү өсөн ят булһа ла, беҙҙең өсөн ул – хазина. Ҡыҙым – беҙҙән һеҙгә аманат! – мине оҙатҡан саҡта әсәйем кейәүенә шулай тине.
– Бай дәүләтле, ҡағылмай-һуғылмай, аяҡтарығыҙҙа ныҡ баҫып йөрөгән ғаилә булығыҙ! – әсәйемдең һүҙҙәрен ҡеүәтләп, атайым ҡушылды.
Күмәк балалы өйгә, бындағылар әйтмәксе, “ҡалаҡ батҡыһыҙ” ғаиләгә килен булып төштөм. Ҡәйнәм аяғым аҫтына эре биҙәкле ҙур яҫтыҡ ташланы:
– Төклө аяғың менән, килен, бәхетең, бәрәкәтең артһын.
Билемә уратылған төҫлө таҫманы өс бикәсемдең иң олоһо оялып ҡына сисеп алды. Ҡәйнәм үҙенең ҡатнашҡандарын, күрше-күлән ҡатындарҙы килен сәйенә йыйҙы. Боһорап торған самауырҙан сәйнүккә һыу ағыҙғанда, табын тирәләй гөж килеп ултырған ҡатындарға:
– Шөкөр, киленле булдым, инде түрбашты иртән үк киленгә тапшырам, – тип маһайыңҡырап ултырһа ла, түрбашын миңә бирмәне. Ҡара ҡаҙаны менән икмәк һалған лисен ҡыҙғанғандан түгел. Мине ҡыҙғанғандыр, күрәһең.
Ситке өй, төпкө өй, тип атала бындағы алты мөйөшлө өйҙөң бүлмәләре. Ике бүлмәлә – ике оҙон урындыҡ. Урындыҡ өҫтәрендә, өрлөккә ҡатылған ҙур сөйҙәргә урҙа эленгән. Урҙаға ҡыҙҙарҙың күлдәктәре, малайҙарҙың салбарҙары, ҡайнымдың ҡара кәстүме лә, ҡәҙергә кейеп сыға торған затлыраҡ күлдәк, дебет шәл, яулыҡ, таҫтамалдар – бөтәһе лә аралашып эленгән.
Кәртә-ҡураға малды бикләп, эште теүәлләп, ситке өйҙөң урындығында ашъяулыҡты түңәрәкләп ултырып, киске аш менән һыйланғас, йоҡларға әҙерләнә башланыҡ. Ҡәйнәм төпкө бүлмәнең урындығының бер яҡ ситенә беҙгә урын түшәп, шаршауын тартты ла, урындыҡтың икенсе яғына өс ҡыҙға ҡаралды түшәне. Тағы өс малайға мейес буйына, иҙәнгә урын йәйҙе. Үҙҙәре ситке яҡтағы урындыҡта бәләкәстәрен урталарына алып, ятып киттеләр. Кинйәбайҙары дүртенсе йәше менән бара. Ҡәйнәм шул кинйәкәүенә һаман сәңгелдәк көйөн мөңрәп, тупылдатып һөйөп йоҡлата ине.
Ҡайны-ҡәйнә йортондағы беренсе көнөм! Кисем! Төнөм!
* * *
Беҙ тиҙ генә башҡаланманыҡ. Ҡайны-ҡәйнәмдәр менән бергә йәшәп ятыу. Ирем тракторҙа эшләгәс, иртәнсәктән кискә тиклем ҡырҙа. Мин таш магазинға терәлеп торған ларекка һатыусы булып индем. Ҡайным – һарыҡ көтөүсеһе. Чабан, халыҡ теле менән әйткәндә. Хәләлемә етәге ике ҡәйнешем – фермала малсылар. Ҡәйнәм түрбаштан бушамай. Көнөнә ике лис икмәк һалып ала. Беренсе лисен мейестән сығарып алыуға, оло табаҡҡа баҫҡан ҡамыры ҡалҡып китә. Уныһын тасҡай һала ла, мейескә яңынан ут яға. Ғаилә ишле, малайҙар тамаҡҡа талымһыҙ.
Ҡыштың башы ине. Аҡ ҡына булып, һыҙылып таң атып килә. Ҡәйнәмдәр уянып, иҙәнде шығырлатып атлап йөрөүҙәренә беҙ ҙә уянабыҙ. Иҙәндә ятҡан ҡәйнештәр ырғып тороп, атайҙары менән мал тәрбиәләргә сығып китә. Ҡыҙҙарға – мәктәпкә. Улары сыр-сыу килеп йә тараҡ, йә ҡәләм-дәфтәр эҙләй башлай. Шунан ҡайһы аяғөҫтө, ҡайһы урындыҡ ситендә генә сүкәйеп сәй һемерәләр ҙә, мәктәпкә йүгерәләр. Кинйәкәү генә ирендәрен супылдатып, ҡолас ташлап йоҡлап ятып ҡала.
– Килен, бөгөн һуғым ашатырбыҙ. Күрше-күләнгә кисә үк йөрөп әйтеп сыҡтым, туғандарҙы йыйып алырбыҙ. Һин ларегыңдан мулыраҡ итеп кәмфит, пишинйә үлсәп алып ҡайтырһың. Түрбашҡа ярҙамға Бәҙриҡәмәр апайға әйтәм. Хәҙер ҡайныңдан ит боҙҙорормон, – ҡәйнәм өтәләнеп йөрөп ҡалды, мин эшемә йүгерҙем.
Ап-аҡ ҡар яуып, көндәр һалҡынайтһа, өй һайын һуғым һуйыу, эсәк арытыу, ҡарын-күҙҙекәс ҡырыу, тултырма тултырыу, тояҡ өтөүҙәр, ҡыҫҡаһы, һуғым мәжлестәренә әҙерлек башлана. Ул беҙҙә оло бер байрам бит ул! Табындар мул була, ҡунаҡтар күп саҡырыла: уйын-көлкө, һый-хөрмәт, йыр-моңло мәжлес! Яҡын туғандарың, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарың ғына түгел, ут күршеләрең һинең иң дәрәжәле, абруйлы, ҡәҙерле ҡунаҡтар иҫәбенә инә. Күршеләрең усаҡ өсөн тере ҡуҙ ғына биреүсе түгел. Улар – йөрәгеңде дөрләтерлек ут, ҡот өләшеүсе иң-иң изге йән эйәләре!
Көн кискә ауып, урындыҡҡа ашъяулыҡ йәйелеп, ҡунаҡтарҙы көтөп, түрбашта мәж килеп йөрөй инек. Ҡайным тирләп-бешеп ҡаҙандан ит һоҫоп торған ҡәйнәм эргәһенә килеп һүҙ ҡушты:
– Баҙыян, мәжлескә Гөлйыһанды ла алайыҡ.
– Атаҡ... – ҡәйнәмдең ҡулынан оло табағы төшөп китә яҙҙы. – Юҡ, мин үлгәс саҡырырһың... Яңы өйөңдөң иң түренә мендереп ултыртырһың!
– Баҙыян, минең сабырлыҡты һынауыңмы? Ризамын, тиген, – ҡайным түрбаш менән ишек араһында үрле-ҡырлы кәләп һала башланы.
– Туҡта, башлама яңынан. Үтенәм. Ҡунаҡтар килер алдынан кәйефте боҙма... Йөрәгемде тулатма!
– Баҙыян, ризалығыңды бир. Икенсе ҡатынлыҡҡа алам Гөлйыһанды... Ризалығыңды бир... – ҡайным ҡәйнәмдең ҡулынан итле табаҡты тартып алып, Бәҙриҡәмәр инәйгә тотторҙо ла, ҡәйнәмде үҙенә табан әйләндерҙе. – Баҙыян, ҡунаҡтарым алдында ниәтемде әйтмәксемен. Мәндәғол ҡартҡа ла аңғарттым, бер ыңғайҙан никах уҡып китер.
– Шайморат, килендән, улдарыңдан оялыр инең, исмаһам. Улар менән уҙышмаҡсыһыңмы? Дүрт улыңды башлы-күҙле итәһең бар, – ҡәйнәм ҡаты итеп әйтте. – Ниндәй бисә алыу? Оял!
– Оялмайым, Баҙыян. Яратам уны... Үлеп яратам!
Бәҙриҡәмәр инәй ҡайнымдың һүҙен бүлде.
– Ҡуй, мәжлес йәмен ебәреп, бер-берегеҙҙең йөҙөнән алмағыҙ. Шайморат, Баҙыяныңды аяһаңсы. Ана, күршеләрең йыйыла башланы, соланда ҡыптырҙашалар түгелме?
Ҡәйнәм урындыҡ ситенә саҡ барып ултырҙы ла, йөҙөн устары менән япты. Уның яурындары ҡалтырай ине.
– Өйләнәм, ти ҙә ҡалаһың... Гөлйыһан һиңә килергә ризамы һуң?
– Бөгөн һорармын ризалығын. Йәмәғәт алдында.
– Бөгөн түгел, бабай. Бүтән ваҡытта, мин әҙер түгелмен. Унан Гөлйыһанды ла халыҡ алдында уңайһыҙ хәлгә ҡуйырһың. Бүтән ваҡытҡа ҡалдыр.
– Ҡасан?! – ҡайным оторо ярһыны.
Ҡәйнәм бүтән өндәшмәне. Мин бер – ҡәйнәмә, бер ҡайныма ҡарағанмын да ҡатып ҡалғанмын. Минең өсөн ҡарт булып тойолған ҡайнымдың яратам, тип тороуы аҡылыма һыйырлыҡ ғәмәл түгел ине! Ул арала әбейен эйәртеп, көләмәйҙәп Мәндәғол мулла килеп инде.
– Әссәләмәғәләйкү-ү-үм! Һау тороп ятаһығыҙмы, Баҙыян килен, Шайморат ҡусты?
Ҡайным ҡунағына ҡаршы атланы:
– Баҙыян киленең риза түгел, ағай, – ул Мәндәғол ҡарттың тунын систереп элгәндә шулай тип шыбырҙаны.
Берәм-һәрәм ҡунаҡтар йыйылыша башланы: таяҡҡа таянған ҡарттар, биләүҙәге балларын сәңгелдәге менән ҡуша күтәргән кейәү менән ҡыҙ, һылыу ғына ҡатындарын эйәрткән, баштары өрлөккә етә яҙып торған бәһлеүән ағайҙар, биҙәктәре күҙ яуын алып торған шәл бөркәнгән инәйҙәр. Ҡәҙерле ҡунаҡтар табын тирәләй ултырышып, бишбармаҡ менән һыйланды, ҡоротло һурпа менән хушһынды, мәрәкәләшеп, көлөшөп күңел асты. Ҡурай тарттылар, йырланылар:
Алтын ғына балдаҡ, ҡушалы
һабаҡ,
Ергәлә генә төшһә табылмай!
Уҙған да ғына ғүмер, ҡалған
хәтер
Һатып алам тиһәң дә
табылмай!
Үәй-үәй-үәй...
Оҙон йырҙарҙы төртмә таҡмаҡтар алмаштырҙы.
Сәй эскеләрең киләме,
Ит ашағың киләме?
Ҡымыҙ эсеп, ҡыҙара бүртеп,
Ҡыҙҙар һөйгөң киләме? – таҡмаҡсы мәрәкәләп, ҡайнымдың бөйөрөнә төртөп ебәрҙе. Ҡайным да, ҡунаҡтар ҙа кеткелдеге сығып көлөштөләр.
– Булмаһа, бер һелкенешеп алайыҡ. Ағай, мә, ҡурайыңда һыҙҙырып уйнап ебәр.
– Йә-ә, һинең ҡурайыңа нисек бейей икән еңгәһе!
– Булдырабыҙ уны. Ике еңгәңде бейетерлек көс-ҡеүәт бар әле күкрәктә! – ҡайным йоҙроғо менән түшенә ҡаты итеп һуғып ебәрҙе. – Еңгәләрегеҙҙе түгел, нимес эттәрен эҫе табала ҡурҙаҡ урынына бейетеп ҡайтҡан ағағыҙ!
Ҡайным өҙҙөрөп ҡурайында уйнаны. Өй эсе сихри моңға сорналды. Йөрәктәргә тыныслыҡ, йөҙҙәргә яҡты нур бөрктөмө ни ҡурай моңо! Ә ҡәйнәмсе! Ҡайнымдың ҡурайына һалмаҡ ҡына итеп бейеп тә китте. Уның йөҙө балҡыны, кәүҙәһе һомғолланды. Сөңгөлдәргә осорға әҙерләнгән инә ыласын һымаҡ берсә талпынды, берсә кәйпелеп кенә ергә ҡунды. Таң ҡалмалы!
* * *
Мәжлес тамам булып, ҡунаҡтарҙы оҙатҡас, ҡайным урҙала эленеп торған кейемдәрен тоҡҡа тултырып алды ла, атын егеп, ауылдан сығып китте. Аҫҡурамдың эттәре ауылды сығып киткәнсә ылауҙы абалап оҙатып барҙы. Ирем, ҡәйнештәрем, бикәстәрем йоҡлап китте. Түрбашта сынаяҡтар йыуа инем.
– Ҡуй, килен, иртән йыуырбыҙ. Ул туҫтаҡтар ҡайның артынан ҡасып бараларҙыр шул? Былай ҙа таң һыҙылғандан аяғөҫтөһөң.
Утты һүндерҙем дә, ҡараңғыла һәрмәнеп барып, түшәккә ауҙым. Өй эсе тын. Ҡәйнәм генә тынлыҡты боҙоп, ауыр көрһөнөп ҡуя ине.
Әҙәмдең йәне ни ҡоролом таҙа, ниәте ни ҡоролом йомшаҡ булһа, уның ғүмер юлы шул ҡоролом ауыр һынауҙар менән киләлер. Хоҙай Тәғәлә яратҡан бәндәһенә сабырлыҡты күберәк йөкмәтәлер. Ҡәйнәм иңдәренә төшкәндең барыһын да күтәрҙе. Күркәм сабырлыҡ менән. Тешен ҡыҫып. Илар саҡта көлдө, ҡолар саҡта турайып баҫты.
Ярһып-шашып ергә йәмле яҙҙар килде. Беҙ ирем менән ҡәйнәмдәргә ҡаршы торған бәләкәс кенә йортҡа күсеп сыҡтыҡ. Ҡайным һарыҡтары менән Яланғаскүлгә күсеп килеп, ҡыуышта йәшәй башланы. Ҡәйнәм көн дә икмәк бешерә. Бешерә лә балаларының береһе аша ҡайныма эҫе икмәк ебәрә ине. “Ҡайның минән биҙҙе. Балалары – атаһынан, атаһы балаларҙан биҙмәһен, һыуынмаһындар”, – тигән булды.
Май айында иремә етәрәк ҡәйнешем Иштуғанға военкоматтан “отправка” килде. Ҡайныма ҡәйнәм иртүк сапҡын ебәргән ине. Атын ҡара тиргә төшөрөп ҡайтып ингән ҡайнымды ҡапҡа алдына йыйылған халыҡ геү килеп ҡаршы алды. Бал һемереп, ҡыҙмаса булып алған ҡайнаға бер ҡулы менән аттың теҙгененә йәбеште лә, икенсеһе менән эйәр өҫтөндә ултырған ҡайнымды гөрһөлдәтеп ҡара тупраҡҡа һөйрәтеп төшөрҙө. Уныһы ергә йөҙтүбән барып төштө. Ҡаршылағы өйҙән күнәккә ҡайнар һурпа ҡутарып алып, ҡәйнәмдәр урамына инеп кенә тора инем. Ирҙәр ер өҫтөндә айпалашып киттеләр: берсә ҡайным өҫкә ҡалҡып килеп сыға, йә ҡайнаға еҙнәһенең өҫтөнә менеп ултырып, башын йоҙроғо менән төйгөсләй. Һалдат оҙатырға килгән халыҡ шәм һымаҡ баҫҡан да ҡатҡан. Иштуған ҡәйнеш илай, ҡәйнәм улын йыуата – мәхшәр китте. Ә был мәлдә ҡайнымдың һеңлеһе Муйылбикә апай келәт ишеген шар асып ҡуйып, тимер мискәнән борҡолдоғо сығарып киндер тоҡҡа он тултыра ине...
С. ТАМИМДАР.
(Дауамы бар).
Ҡысҡырыш башланғас, өҫтө-башы онға буялған апай тиҙ генә көрәшселәр эргәһенә килеп баҫты:
– Үлтерешәләр! Милиция!
Ҡатын-ҡыҙҙар сырылдаша башлағас, һурпалы күнәгемде бисәләрҙең береһенә тотторғанмын да, ҡайнаға менән ҡайным араһына барып ингәнмен:
– Туҡтағыҙ, үлтерешеп бөтәһегеҙ бит. Ҡайнаға, имен сағығыҙҙа ҡайтығыҙ!
Ҡайҙан килгәндер миңә ул ҡыйыулыҡ, көс-ҡәүәт? Үҙем ҡысҡырып илайым. Тимербулат ҡайнаға ҡайнымдың муйынына батырған ҡыпһыуырҙай бармаҡтарын бушатты. Аяғүрә баҫып, лыс тупраҡ булған кейемен ҡаҡҡысланы ла, машинаһын үкертеп ауылды сығып китте. Ҡайным, атына һеләүһендәй ырғып менде һәм машина артынан сабып китте.
– Ата-а-ай! – Иштуған һөрәнләп, атаһы артынан йүгереп сыҡты.
Мин, мәж килгән халыҡ уртаһында сәсем-башым туҙған килеш, илап ултырып ҡалдым.
Кис ҡәйнәм беҙгә килде. Йөрәген семетеп-семетеп торған уйҙарын яҙырға, таратырға инеп ултырыуы инде.
– Баллар, ғүмерҙең ҡыҙығы шул бит ул. Берәй көн килеп, ҡағылып-һуғылып йөрөп, мең бәләләрҙән үтеп: “Улдарымды – ир, ҡыҙҙарымды буй еткерҙем, балларымдың балларын һөйҙөм”, – тип ҡыуанып, иҫкә алыу мәлдәре булыу. Килен, шул көндәрҙе күрерменме икән? – йөҙө уйсан ине үҙенең.
– Күрергә яҙһын, ҡәйнәм, – башҡа йыуатыу һүҙе тапманым.
Ғөмүмән, ололарҙы йыуата белмәйем икән мин.
* * *
Улыбыҙ тыуҙы. Олатай булып, ейәнен күрергә ҡайтҡан ҡайным ҡәйнәм, баллары янында ҡалды. Төҙөлөп ятҡан өйҙәренә тәҙрәләр уйҙылар, тирә-яғын ҡойма менән уратып алдылар. Өй һалам, тип әйтеүе генә анһат. Өйгә өйәһең дә өйәһең шул. Иштуған ҡәйнеш армиянан ҡайтты, уға етәгеһе Айтуған армияға китте. Был юлы яуһыҙ ғына оҙатып ебәрҙек.
Беҙ магазин янындағы ҙурыраҡ өйгә күсеп сыҡтыҡ. Ҡыҙыма ауырлы инем. Бер көн ҡәйнәм килеп инде. Эсендәге хәсрәткенәһен бушатырға килеп ултырыуы. Ейәнен тупылдатып һөйһә, йөҙө яҡтырып, күңеле күтәрелеп киткән һымаҡ.
– Ҡайныңды әйтәм... Ҡәҙереңде белмәгән әҙәм, һин ай булһаң да, көн булһаң да, туғыҙ һауһағыңды киҫеп бирһәң дә ҡәҙереңде белмәйәсәк икән. Хатта фәрештә булһаң да... Ҡайның йәнемде генә һурып алмай. Шул яңы өйгә сығып буламы инде? Тау аҡтарырҙай, таштар ярып таштағандай ғәйрәтем бар һымаҡ ине. Әллә ниңә һуңғы ваҡыт хәл етмәй. Юҡҡа-барға ла гөлп итеп ҡабына ла китәм.
Ҡәйнәм бирешеп, йонсоп, бәләкәсәйеп киткән һымаҡ.
* * *
Мейескә икмәк һалған һайын ҡәйнәмдәргә лис алырға төшәм. Үҙебеҙҙеке юҡ, етешеп китә алмайбыҙ. Шулай мейескә яғып ебәрҙем дә, ҡәйнәмдәргә йүгереп төштөм. Ҡайным урмандан ҡайтып, ағастарын бушатып тора ине. Баш һелкеп кенә һаулашып, өйгә индем дә, йомошомдо йомош итеп, ҡайтып киттем. Икмәк яһаным – листә ҡалҡып ултыра. Мейестәге ҡуҙҙарҙы болғап торһам, ҡып-ҡыҙыл булып, кинйәкәү ҡәйнешем килеп инде.
– Еңгәй, әсәй һине саҡыра. Тиҙ генә килеп китһен тине, – инер-инмәҫ хәбәрен теҙҙе малай.
– Аһ-аһ... Улай ашығыс нимә булды?
– Ней, атай ауырый... – ҡәйнеш сығып йүгерҙе.
Ишеккә йоҙаҡ элдем дә, артынса киттем. “Шылдырып һалышырға кәрәкме икән? Ҡалайыраҡ ауырып киткән һуң?” – тип йүгерә-атлай барып индем. Ҡайным урындыҡта ята.
– Нисек ауырый? – үрелеп кенә уға күҙ һалдым.
– Ҡайның... Үлеп ҡуйған әле ул... – ҡәйнәм урындыҡ ситенә ултырып, һығылып илап ебәрҙе.
– Нисек? Утын бушатып ҡына тороп ҡалғайны лаһа... Лис алырға килгәнемдә.
– Эйе... Инеп, ике сынаяҡ сәй эсте лә, Муйылбикә һеңлеләренә китте. Тайын өйрәтергә. Мәктәп яғында бысылған өйәңке өйөп киткәндәр. Шул ерҙән юртып барғанда, кәйпелеп кенә китеп, башы менән шуға барған да төшкән. Яраһы-фәләне юҡ былай...
Аһ, был яҙмыштар, ҡасан – йүкә, ҡасан ҡайыш шартлап өҙөлөрөн әйтеп булмай. Кәләш алам, тип дәрте ташып торған ҡайным донъя ҡуйҙы. Тирә-яҡ ауылдарҙағы туғандарға хәбәр иттеләр. Моргҡа алып барыуҙан ҡәйнәм ҡырҡа баш тартты:
– Юҡ, телгесләргә бирмәйем. Язалатмайым.
– Апай, табиптар үлем сәбәбен белеп, ҡағыҙ яҙып бир. Ҡуй улай итмә. Справкаһы булмаһа, балларыңа пенсия сыҡмаясаҡ бит, – ҡайнымдың ҡустыһы Хөсәйен ҡайнаға аҡыллы кәңәш биреп ҡарай.
Ҡәйнәм һүҙен бирмәй:
– Ҡуй, ярҙырмайым. Кәрәкмәй пенсияһы.
Ҡайнаға районға барып, табиптың үҙен алып килде. Ул мәйеттең башын тотҡослап, мейе ҡумтаһы онталған, тип справка яҙып бирҙе. Ҡәйнәм балаларына пенсия юллап алды.
Аллаһы Тәғәлә әҙәмгә күтәрә алмаҫлыҡ ауырлыҡты йөкмәтмәйҙер. Ул һинең йәнеңдең самаһын беләлер. Был ҡайғыны ла күтәрҙе ҡәйнәм. Күтәрә алмаҫ, был ҡайғы уны бөгөр йә шартлап һындырыр, тип уйлағайным. Ҡайнымдың ҡырҡын уҡытып, ҡәйнәм янында Бәҙриҡәмәр инәй менән мин генә ҡалғайныҡ.
– Әллә Шайморатҡа икенсе бисә алырға ризалығымды бирмәй хата яһаныммы икән? Ҡайғырыр, илар инем дә тынсыр инем... Бәлки, күңелем бөгөн тыныс булыр ине. Олоғайған һайын, әҙәмгә йән тыныслығы, яйлы уй, таҙа аҡыл, бәхетле йөрәк кәрәк. Ә беҙ нимә эшләнек? Тәмһеҙләштек, һүҙгә килештек, янъяллашып, мәсхәрәләргә төшөп бөттөк. Эй, шуныһы үкенесле булды... – тине ул шунда.
Тере кеше тереклеген итә, ҡыбырҙай. Ҡыймылдаған тау ашыр, ти. Ҡәйнәм көн һайын яңы өйөнә йөрөнө. Оҫталар ялланы, улдары менән дә күмәкләп эшләнеләр: иҙән түшәлде, мейес сығартты, тәҙрә ҡуйылды. Иштуған да, Айтуған да ғаилә ҡороп ебәрҙе. Өҙөлөп-йолҡоноп өлкән ҡыҙы Таңһылыуҙы кейәүгә бирҙе. Туйҙы яңы өйҙә яһанылар, соланға иҙән дә түшәлмәгәйне әле. Йонсоно, бөтөрөндө ҡәйнәм. Тешләнеп түҙҙе, сыҙаны. Яңы йортона ингәндә бер арыҡ һыйырға ҡарап тороп ҡалды. Шунан Айсыуаҡ улын әрмегә оҙатты. Ҡышҡа йонсоп, һуғымһыҙ барып инде.
* * *
– Әсәй манный ярмаһы һорарға ебәргәйне, – шығырҙап ишек асылып китте лә, кинйәкәүҙең башы күренде.
– Манныйыбыҙ юҡ шул...
Үҫмер ҡәйнеш эсе бошоп ҡына ҡайтып китте. Бының бутҡа ашағыһы килдеме икән, тип уйлап тороп ҡалдым. Ай үттеме икән, ҡәйнеш тағы килде.
– Әсәй ағайҙы тиҙ генә килһен әле, эштән ҡайтҡас та, тип әйтергә ҡушты, – тине лә, ишекте ҡаҡлыҡтыра ябып сығып югерҙе.
Кисләтеп кенә ҡайтып килгән “Беларусь” тауышы ишетелеү менән ҡаршы йүгереп сыҡтым:
– Айҙар, ҡәйнәм һине тиҙ генә килеп ҡайтһын, тип сәләм ебәргән. Көндөҙ үк кинйәкәү килеп әйтеп китте.
Ирем ҙур тиҙлек менән күпер яғына төшөп китте. Ни булыр был? Ҡәйнәмдең ниндәй кисектергеһеҙ йомошо төштө икән, тип үҙемә урын тапмай, бер аҙ сыпраңлап йөрөнөм дә, балларҙы өйҙә ҡалдырып, ҡәйнәмдәргә киттем. Ҡышҡы селлә ингән, һыйыр мөгөҙөн шартлатып һындырырлыҡ һыуыҡ. Аҡыллы әҙәм бындай көндө этен дә урамға сығармай. Барып инһәм, табынды уратып дүрт улы менән ҡәйнәм әңгәмәләшеп сәй эсеп ултыра. Ябығып, кәкерәйеп киткән. Йотом һыуға сарсаған ыласынға оҡшап ултыра. Инәләре янына йыйылған ирҙәр шымып ҡалып, бөтәһе бер юлы миңә боролдо. Ҡәйнәмдең йөҙөндә йылмайыу ҙа, күҙҙәрендә осҡон сәскән йылылыҡ та юҡ. “Сабырһыҙ!” – тип, өтөп ҡараны ҡараны ул миңә.
– Улдарымды ғына йыйғайным.... Килгәсең, үтеп ултыр, – ҡәйнәм сынаяҡҡа тип үрелеүе булды, мин ишекте шарт ябып сыҡ та кит!
Үсегеүме инде, сабырһыҙлыҡмы... Шул ҡылығым өсөн үҙ-үҙемде оҙаҡ ғәфү итә алманым. Ҡәйнәм ҡаты ауырып китеп, үҙенең хәлен аңғартыу, кәңәш-төңәш итеү, етем-еһер ҡаласаҡ ҡыҙҙарын, кинйәкәүҙе ҡурсыу, бер-береһен тартыу кеүек тормош һабаҡтарын – васыятын күндереү өсөн иң һуңғы кәңәш-ҡорона ыласындарын йыйған булған. Кинйәкәүҙең манный ярмаһы һорап килеүенең сәбәбе лә шул – ҡәйнәмдә яман шеш ауырыуы булып, тамағына аш үтмәй башлаған мәле булған икән.
Ҡәйнәмде Өфөгә дауаханаға һалдылар, оҙаҡ ҡына дауаланып ятты. Бикәстәрем, кинйәкәү уны һағынды, өйҙә йәм тапмай зарыҡты. Операция яһағайнылар, иң бәләкәс бикәсем менән Өфөгә юлландыҡ. Арыуланған булһа, ауылға алып ҡайтырбыҙ, тип тә уйлашҡан булдыҡ. Палатаға индек. Ҡәйнәм бәләкәс кенә булып ята. Бикәсем әсәһенең эргәһендә суҡайып ҡына ултырҙы. Уныһы ҡыҙының етен сәстәренән оҙаҡ итеп һыйпап ятты – ҡулдары ҡурай һымаҡ нәҙек кенә булып ҡалғайны. Һөйләшмәнек – ҡәйнәмдең шыпа хәле юҡ ине. Дауалаусы табипҡа индек.
– Был ҡыҙыҡай әсәһе янында булып торһон. Беҙ, ололар, һөйләшеп алайыҡ, – тип ул Көнһылыуға сығып торорға ҡушты.
– Беҙ ҡәйнәмдең хәле арыуланған булһа, алып ҡайтайыҡ, тип уйлашҡайныҡ... – тамағыма килеп тығылған төйөндө саҡ йотоп ебәрҙем.
Табип миңә һынап ҡараны:
– Өлкәнерәктәр юҡмы? Ир кешеләр? Юлығыҙ алыҫ ҡына. Әсәйегеҙгә юлда бер-бер хәл булып ҡуйһа, ҡыҙығыҙ ҡурҡыр. Ирҙәр килһен. Аңлағанһығыҙҙыр, операция эшләнек. Тик бик һуңлап мөрәжәғәт итеү сәбәпле, ул ярҙам итмәне. Икенсенән, яра урынынан ҡан һарҡып тора. Улдары һарыҡ ите алып килһен. Яраһын сей ит менән ябып алып ҡайтырға тура киләсәк. Йәшәргә күп ҡалмаған. Ныҡ булығыҙ...
Кабинетынан иҫәңгерәп килеп сыҡтым. “Алып ҡайтырбыҙ, йәшәр әле!” – тигән өмөттәр менән килгәйнек бит! Яңы өйөнә ыҙалап, өҙөнөп-йолҡоноп ҡына барып инде. Иркенләп, рәхәтләнеп йәшәп тә өлгөрмәне. Ике ҡыҙын, ике улын башлы-күҙле итәһе бар бит!
Беҙ ҡайтырға ҡуҙғалдыҡ. Көнһылыу палатанан сыҡҡанда әсәһенең аяҡ осона ятып бер һығылып иланы. Ул поезда йоҡланы – юл һуҡты, арыны. Бала бит. Ҡайтып төшкәйнек, кинйәкәү ҡаршы йүгереп сыҡты. Әсәһен таптырып, иҙәндә тәгәрәп йөрөп иланы:
– Мине лә әсәйгә апарығыҙ, күргем килә! Һеҙгә рәхәт, әсәйҙе күреп ҡайттығыҙ...
Айтуған ҡәйнеш Өфөнән ҡәйнәмде алып ҡайттырға китте. Тик поездан төшөрөп алыуға хәле ныҡ мөшкөлләнгәс, юл ыңғайы станцияға яҡын йәшәгән һеңлеһе Хәнифә апайға ҡалдырып ҡайтты. Ҡаршы алырға сыҡҡан кинйәкәү буш сананы күргәс, тағы ла иларға тотондо:
– Әсәйгә апарығыҙ – күргем килә!
– Иртәгәгә саҡлым ғына сабыр ит. Көн кисләп китте бит, иртәгә алып барырбыҙ, – тип тынысландырып ҡарайбыҙ.
Юҡ, буш санала тик ултыра. Кис үтә һалҡын. Тиреҫтән өргән буран да, Ирәндектән иҫкән әсе ел дә һөйәккә тиклем үтә. Ҡәйнеш атты туғарып, бесәнгә ҡушып ҡуйҙы. Санала һыҡтап ятҡан ҡәйнешем янында ҡалтырап ултырам. Йыуатыр һүҙ ҙә табалмайым. Атҡа ҡарағанмын да, тынып ҡалғанмын. “Аҡылы мул хайуанҡай. Ул сабыр, ҡеүәтле, көслө... Уның һымаҡ сабырлыҡты ҡайҙан алмаҡ кәрәк?”
Икенсе көн таң менән ҡәйнештәр кинйәкәүҙе үҙҙәре менән алып, Хәнифә апайҙарға ҡуҙғалдылар. Ҡыҙыл йылғаһын үткәндә ҡәйнәмдең кәүҙәһен алып ҡайтып килгән ылауға тап булғандар: төнөн үтеп киткән икән. Алып ҡайтҡас, өй түренә индереп һалдылар.
– Тере сағында күргем килгәйне... – кинйәкәү тубыҡтарын ҡосаҡлаған килеш өнһөҙ генә ҡалтырап ултырҙы.
Был юлы тамсы ла күҙ йәшен сығарманы.
Шулай итеп ҡайнымдан өс йыл ҡалып, ҡәйнәм гүргә инеп ятты.
Көндәрҙе – төндәр, ҡыштарҙы – яҙҙар, дәүерҙәрҙе дәүерҙәр ялғай. Кисә ер битендә йөрөп ятҡан әҙәмде лә саң-тупраҡ баҫа...
* * *
Ул замандарҙан бирле байтаҡ ғүмер үтеп киткән икән. Юҡ, ғүмер үтмәгән. Шул ғүмерҙе беҙ үҙебеҙ уҙып киткәнбеҙ. Әле ҡайны-ҡәйнәнең илле йыл элек күтәргән өйҙәренең ҡоймаһына тотонғанмын да, һығылып ҡына илап торам. Был өйҙә хәҙер бер кем йәшәмәй, буп-буш. Биш улының бишеһе лә ер битендә юҡ. Ә баҡсала быйыл алма ишелеп уңған! Алмағастың ботаҡтары емешенә көсө етмәй, ҡара тупраҡҡа тиклем эйелеп тора.
“Ботаҡ эйелһә, хәлһеҙ икән, тимә – емешенең күплегенән эйеләлер. Әҙәм эйелһә, мохтаж икән, тимә – һине хөрмәтләгәнгә эйелә...” Ҡәйнәм мәрхүмәнең кинәйәләп һөйләгән һүҙҙәре иҫемә төшә. Ул үҙе лә ошо ҡартайған, бөгөлгән алмағас һымаҡ күҙ алдыма килеп баҫа. Ҡәйнәм бит бөтә кешене хөрмәтләне, уларға үтә изге булды.
Тирә-йүнгә татлы булып алма еҫтәре аңҡып киткән. Ҡәйнәм мәрхүмә тарамыш ҡына ҡулдары менән беҙгә, тереләргә алма өләшә һымаҡ. Ҡойма аша үрелеп кенә бер алманы өҙөп алып тешләнем. Татлы ла, әсе лә ине өҙгәнем...
* * *
Ваҡытында ҡәйнәмә күңелен иретерлек, йөрәгенә май булып яғылыр татлы һүҙҙәремде ниңә йәлләнем икән? Йөрәк кенәһе һыҡтап, йән генәһе меңгә туралып ялбырҙап торған саҡтарында, тыныслыҡ табалмай аҙапланғанында күңелен имләр һүҙҙәрҙе ниңә ҡыҙғандым икән? Ниңә бер генә тапҡыр ҙа уны ҡосағыма алып яратманым? Йыуатманым, иңдәренән тупылдатып һөймәнем... Мин дә ҡатын-ҡыҙ затынан бит! Йөрәгемдәге әйтелмәй ҡалған һүҙҙәрем, йәнде ҡыҫып йөрөгән уйҙарым бөгөн тынғы бирмәй. Берәйһе мине йылы һүҙе менән йыуатһын, иңдәремдән һөйһөн ине!
“Ҡыҙ мыҡты булып тыумай – донъя өйрәтәлер. Ныҡ, мыҡты булырға тырыш. Ҡатындың көсө шул мыҡтылығында бит! Мин дә башҡалар һынған ерҙә турайып баҫтым, яҙмышым һынауҙарының һуңына тиклем сыҙаным. Барыһына күнәһең икән ул. Сабырҙар булып күнәһең, килен...”
Әсе татлы алманы тағы ла тешләнем.
Алтын ғына балдаҡ, ҡушалы һабаҡ,
Ергә лә генә төшһә, табылмай.
Уҙған да ғына ғүмер, ҡалған хәтер
Һатып алам тиһәң дә табылмай!
Үәй, үәй, үәй...
С. ТАМИМДАР.