Махсус биттәр
15 Мая , 19:00

Йондоҙнамә (17 – 24 май)

Ылаҡ ( 22.12 – 20.01) Аҙна уңышлы көтөлә. Уңыштарығыҙ тураһында артыҡ һөйләшмәйенсә эшегеҙҙә булығыҙ. Кәрәк кешеләр уларҙы үҙҙре лә күрер. Шаршамбылағы һөйләшеү башығыҙҙа яңы фекерҙәр тыуыр. Матди хәлегеҙ ыңғайға үҙгәрә башлар.

Йондоҙнамә (17 – 24 май)Йондоҙнамә (17 – 24 май)
Йондоҙнамә (17 – 24 май)

 

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)

Ҡайһы бер ваҡиғалар һеҙ уйлағанса бармаҫ, моғайын. Йондоҙҙар был хәлгә әҙер булырға һәм етеҙ эш итергә ҡуша. Һәр осраҡта ла тыныс ҡалырға тырышығыҙ һәм эске тауышығыҙҙы тыңлағыҙ. Шаршамбынан һуң күңелегеҙ күтәрелер.

Балыҡ (20.02 – 20.03)

Осор әллә ни ҡыйынлҡтар килтермәҫ, тыныс эш итерһегеҙ. Яҡындарығыҙға ла тейешле иғтибар бирергә тырышығыҙ, был араларҙы нығытыр. Шаршамбыла ишеткән тәҡдимгә яуап бирергә ашыҡмағыҙ.

Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)

Башҡалар менән аралашыуҙа ҡыйынлыҡ күбәйер. Хатта иң яҡын кешеләрегеҙ менән дә уртаҡ фекергә килеүе ауырлашыр. Әгәр артыҡ үҙ һүҙле булмаһағыҙ, был хәл тиҙ онотолор. Кесе йомалағы тиҙ үҙгәреүсән ваҡиғаларға әҙер тороғоҙ.

Буға ( 21.04 – 21.05)

Ҡайсаҡ күңел төшөнкөлөгөнә бирелерһегеҙ. Үкенескә күрә, янығыҙҙа кәйефегеҙҙе күтәрерлек кешеләр аҙ шул. Шаршамбылағы мәсьәләләр тәү ҡарашҡа ғына ауыр күренәсәк. Уларҙы хәл итергә тәжрибәгеҙ етер.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)

Был арала ныҡышма кешеләр өр-яңы эшкә тотонор. Йондоҙҙар еңел юл вәғәҙә итмәй, ләкин уның ахыры өмөтлө буласаҡ. Шишәмбелә тәжрибәгеҙ ниндәйҙер бәләнән ҡотолорға булышлыҡ итер.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)

Аҙна араһында ниндәйҙер ышаныслы кеше менән осрашыуығыҙ ихтимал. Уның барышында ҡайһы бер көнүҙәк һорауҙарға яуап алырһығыҙ. Кесе йомала еңел генә аҡса эшләй алырһығыҙ, моғайын.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)

Осорҙо файҙалы үткәрерһегеҙ. Бәғзеләр яңы белем алыр, элек белмәгән нәмәгә төшөнөр. Шаршамбыла һеҙҙе аңлаған, фекерҙәш булған кеше менән осрашырһығыҙ, бәлки. Бер юлы аҡыллы кәңәш тә ишетерһегеҙ.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)

Көтөлмәгән хәлдәр күбәйер. Йыш ҡына үҙ тәжрибәгеҙгә генә ышанып эш итерһегеҙ. Йондоҙҙар шаршамбыла үтә иғтибарлы булырға ҡуша. Йомала яҡын кешеләр ҙә һеҙҙе аңламауы тураһында белдерер.

Үлсәү (24.09 – 23.10)

Аҙнала һиҙелерлек уңыштар көтөлә. Тик кеше ярҙамына өмөт итмәгән үҙ көсөнә таянғандар ғына уңыр. Шаршамбыла бер аҙ ҡыйыныраҡ булыр. Аҙ ғына түҙегеҙ, бик тиҙҙән дөйөм хәлегеҙ ыңғай яҡҡа үҙгәрер.

Саян ( 24.10 – 22.11)

Был арала ашыҡмаҫҡа кәңәш ителә. Тап шулай ғына етди хаталарҙан ҡотола алырһығыҙ. Аҡсалар килеп торор. Кесе йомала бөтөнләй көтөлмәгән килем алыуығыҙ бар. Шәмбелә файҙалы һөйләшеү буласаҡ.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)

Юҡ-бар өсөн йыш борсолорһоғоҙ һымаҡ. Шул арҡала әүҙемлегегеҙ кәмер, яңлыш аҙымдарығыҙ күбәйер. Был хәл кәрәкмәгән эш өҫтәр. Йондоҙҙар яҡын туғандарығыҙ менән мөнәсәбәттәргә лә иғтибар бирергә ҡуша.

ӨМӨТБАЙ.

Автор:Рөстәм Илтенбаев
Читайте нас