Махсус биттәр
12 Мая , 09:51

Һеңлем, һеңлекәшем

***

Һеңлем, һеңлекәшемҺеңлем, һеңлекәшем
Һеңлем, һеңлекәшем

Дилә менән Вилә өс туған булһалар ҙа, яҡын әхирәттәр, хатта бер туғандар кеүек буй еткерҙеләр. Йәш айырмаһы өс йыл булһа ла, әллә йәшәгән урамдарының ул осор балалары араһында башҡа ҡыҙҙар булмағанғамы, гел бергә йөрөнөләр. Уйынсыҡтары ла, ашаған аштары ла, мәктәп кәрәк-яраҡтары ла уртаҡ ине. Китапханала алған китаптарына тиклем алмаш-тилмәш уҡынылар. Дилә Виләне яратып, һәр ваҡыт: «Һеңлекәшем», – тип кенә йөрөттө. Вилә: «Апайым», – тип хәбәр һөйләһә, үҙенең бер туған апай­ҙары булыуға ҡарамаҫтан, бөтәһе лә һүҙҙең Дилә хаҡында барыуын белә ине. Дөрөҫөн әйткәндә, уның исеме лә Вилиә ул, тик апаһыныҡына оҡшаш булһын өсөн бер хәрефен төшөрөп ҡалдырҙы.
Серҙәре лә, һүҙҙәре лә беректе ҡыҙ­ҙарҙың. Һаҡсыл, бөхтә Дилә үҙенең бәләкәсәйгән кейемен Виләгә бирҙе. Кейелгәне лә беленмәгән күлдәктәрҙе уныһы рәхәтләнеп кейҙе. Тик ул әйбер ҡәҙерен белеп еткермәгәнгәме, тиҙ генә туҙҙыра ла ташлай. Апаһы быға һис бошонмай:
– Кейем туҙырға тейеш инде ул. Йәтеш иттең әле, юғиһә минән дә, һинән дә шап-шаҡтай ҡалһа, тағы кемгәлер би­рергә тура килер ине, – тип көлөп кенә ҡуя.
Ҡыҙҙарҙың үтә дуҫ булыуынан кө­лөпмө, көнләшепме, алыҫ ҡына туған апалары:
– Йәл, беҙҙең илдә күп ҡатынлылыҡ тыйылған. Ирегеҙҙе лә уртаҡ итер инегеҙ, – тип ҡуйғайны.
– Ярай, ғәрәп әмирлеге шәйехенә сығырбыҙ, – тип көлөштө Вилә менән Дилә.
Танауҙарына еҫ инә башлаған ваҡыт ине, әгәр апаларының һыуға баҡҡандай дөрөҫтө юрауын белһәләр, моғайын да: «Аллаһ һаҡлаһын», – тип тәүбә итерҙәр ине. Хәйер, ул саҡта көндәшлектең, уртаҡ йәр һөйөүҙең ғазаптарын аңлап та бөтмәгәндәрҙер...
Дилә мәктәпте тамамлағас, медицина университетына уҡырға инде. Уның артынан Вилә Өфөгә, педагогия институтына, килде. Конкурстан үтә алмағас, колледжға бармаҡсы ине лә, атаһы:
– Башҡа ҡалаларҙа ла юғары уҡыу йорттары бар. Өфө барыһын да һый­ҙырырға сикһеҙ түгел. Ана, имтихан һөҙөмтәләрен Стәрлетамаҡҡа йә Сибайға ебәр. Уҡыған, күңел һалған кешегә ниндәй ҡала булыуы мөһим түгел ул! – тип ҡаршы төштө.
Вилә мәктәпте тамамлағансы, тип кенә өс йылға айырылған ҡыҙҙар тағы ла бергә була алманы – ул Сибайға китте. Әммә дуҫлыҡ, туғанлыҡ хистәренә саҡрымдар кәртә түгел ине. Ҡыҙҙар көнөнә ике-өс тапҡыр телефондан аралашып, бер-береһенә хәлдәрен энәһенән ебенә тиклем һөйләп торҙо.
Дилә буласаҡ һөнәрен яратһа ла, уҡыу ауыр бирелде. Шуға күрә ваҡытын башҡа бер нимәгә лә сарыф итергә теләмәне. Көнө-төнө китап ҡосаҡлап йөрөп, ул шәхси тормошо тураһында уйланманы. Йәйге ялдарында тәүҙә санитарка, аҙаҡ шәфҡәт туташы булып эшләне – аҡсаһы ла артыҡ түгел, һөнәрҙе үҙләштерергә лә ярҙам итә. Күңеле егеттәргә битараф ине. Фильмдарҙа күрһәтелгән, шиғырҙарҙа данланған бөйөк хисте татып, бер генә кешене яратып йәшәргә хыялланған ҡыҙҙы ғашиҡ иттерерҙәй егет табылманы.
Ә Вилә, киреһенсә, беренсе курста уҡ Дауыт исемле егет менән танышып, тәү ҡараштан ғашиҡ булды. Уныһы институтта ситтән тороп белем ала икән, үҙе хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләп йөрөй. Киләсәктә адвокат булырға теләй икән. Спорт мастеры, оҙон буйлы, матур, аҡыллы, уҡыу алдынғыһы – ҡыҙ Дилә апаһына уның тураһында теле талғансы һөйләне лә һөйләне. Егеттең иғтибарын яулау өсөн ниндәй батырлыҡтарға барыуын, нимәләр ҡыланыуын да Вилә апаһы менән уртаҡлашты.
Йәштәр осраша башлағас, Дилә һең­леһе өсөн ихлас шатланды. Ниәттәре етди ине, 3-сө курсты тамамлауға улар бер-береһенең ата-әсәләре менән танышты. Дәүләт практикаһы булып, Дилә ул мәлдә ауылға ҡайта алманы. Быға артыҡ бошонманы: фотоларҙан күреп, Дауытты күптән үҙ туғанылай күрә инде ул. Бер нисә тапҡыр видеобәйләнеш аша һөйләшеп тә алдылар. «Иҫ китерлек егет түгел-түгеллеккә, күңеленә оҡшағас, ни хәл итәһең? Һөйгәндәр генә сибәр, тип юҡҡа әйтмәйҙәрҙер. Табышҡандар, инде ҡауышырға насип булһын», – тип теләне.
Диплом алғас, Дилә Өфө дауаха­на­һында эшкә ҡалды. Ординатурала тағы ла ике йыл уҡыйһы бар ине әле. Өләсәһе менән әсәһенең: «Кейәүгә сыҡырға ваҡыт. Йәшлек мәле сәскә кеүек кенә ул, һә тигәнсе үтә лә китә. Үҙ ояңды булдыр», – тигән өгөтләүҙәренә ҡолаҡ һалып, шул уҡ дауахананың финанс бүлегендә эшләгән Исмәғил исемле егет менән аралаша башланы. Хистәргә ул бөтөнләй ҡул һелтәне. «25-кә етеп ғашиҡ булмағанды, бынан һуң да булмаҫ инде. Ысын химияны формулалар аша ятлай торғас, мөхәббәт химияһы мине урап үтергә булғандыр. Иң мөһиме – Исмәғил ышаныслы, төплө егеткә оҡшаған. Бәхетте һынап ҡарарға кәрәк», – тип фекер йөрөттө. Әгәр егет яғынан тәҡдим булһа, кейәүгә сығыуҙан баш тартмаҫҡа уйланы.
Яңы йыл алдынан ғына Вилә апаһына ах та ух килеп шылтыратты:
– Апайым, ике лә уйламаҫтан байрамға беҙгә кил. Нисә көн ялың бар, бөтәһен дә ал!
– Әлләсе… – Дилә аптырап ҡалды. – Яңы эшләй башлағас, мине дежурға ҡуйырҙар ул. Икенсенән, Исмәғил, йыл­ды бергә ҡаршылайыҡ, ти ине.
– Бик һәйбәт! Икәүләп бында килегеҙ!
– Беҙҙең барыу мөһимме ни? Ниңә улай ҡапыл ғына ҡунаҡ саҡырырға булып киттең?
– Мөһим! Беләһеңме, әхирәттәр сер итеп кенә әйтте: Дауыт миңә тәҡдим яһаясаҡ. Балдаҡ алған, дуҫ егеттәре менән сюрприз яһамаҡсылар. Мин, әлбиттә, бер ни ҙә белмәйем дә, һиҙ­мәйем дә. Шундай мәлдә һеҙ мотлаҡ беҙҙең янда булырға тейеш, шулай бит?!
– Вәғәҙә итмәйем, шулай ҙа…
– Юҡ, киләһең! Юғиһә үпкәләйем!
Ҡунаҡҡа саҡырыуҙарын әйткәйне, Исмәғил шатланды ла китте: «Ҡышҡы көндә машина менән юлға сығыу хәүефле. Элекке кеүек поезд менән барайыҡ. Ҡайтыр юлда тау саңғыһы базаһында берәй көн ял итербеҙ!»
Йәштәр байрам кәйефе менән юлға сыҡты. Уларҙы «хужалар» үҙҙәре ҡаршы алды. Был осрашыу тормошона ниндәй һынауҙар, боролоштар килтеререн белһә, Дилә мең сәбәп табып, ҡунаҡҡа бармай ҡалыр ине лә бит… Улай тиһәң, яҙмышҡа яҙылғандан ҡасып булмай, тиҙәр.
Ҡараштары ниңәлер ҡолас йәйеп уларға табан килгән Виләгә түгел, ә уның янында шат йылмайып торған Дауытҡа ҡаҙалды ла ҡуйҙы. Быға тиклем фо­толарҙа мең тапҡыр күргән егет тормошта бөтөнләй икенсе булып тойолдо. Күрештеләр, таныштылар, хәл белеш­теләр. Дауыттың баҙап, бер аҙ юғалып ҡалыуын күреп, Дилә ҡараштарын йәшерә һалды. «Тишерҙәй текәлеүемә уңайһыҙланды, шикелле. Тыныслан, барыһы ла һәйбәт булыр», – тип үҙен ҡулға алырға тырышты ул. Әммә кү­ңеленә бығаса татылмаған, ят һәм ниндәйҙер рәхәтлек биреүсе хис инеп оялағанын һиҙҙе. «Яратыу шулай буламы икән? Бәлки үтер, һоҡланыу ғыналыр…» – тигән уйҙар тынғы бирмәне.
Байрам өсөн ҡуртымға алынған коттеджды Вилә әхирәттәре менән матур итеп биҙәп ҡуйған. Төш мәле генә булыуға ҡарамаҫтан, табын да әҙер тиерлек. Сәй эсергә ултырғас, Вилә һәр кемгә эш ҡушып сыҡты. Егеттәр мунса яғырға, шешлек бешерә башларға тейеш икән. Ә ул апаһы менән билмән эшләйәсәк, башҡалар килеүгә һауыт-һабаны барлаясаҡ.
– Ярай-ярай, борсолма. Барыһын да эшләрбеҙ, – тип йылмайған Дауыттың ҡараштары һөйгәненә түгел, Диләгә төбәлгәйне.
Кискә тиклем дә, табын артында ла, иртәгәһенә лә уларҙың ҡараштары йыш осрашты. Икеһе араһында һүҙҙәр берекмәне – егет тә, ҡыҙ ҙа бер-береһенә нимә әйтергә белмәне. Шулай ҙа араларында ниндәйҙер осҡон ҡабыныуын һиҙгәйнеләр инде.
Байрамға ҙур ғына компания йыйылды. Виләнең әхирәттәре, Дауыттың дуҫтары, бер туған һеңлеһе егете менән килгәйне. Һәр береһе Яңы йылды ғына түгел, ниндәйҙер ваҡиға – сер итеп кенә һөйләнгән, ниәтләнгән тәҡдим яһалыуҙы көттө. Сәғәт төнгө 12-гә тиклем тышта шау-гөр килделәр. Сана егелгән, дуғалары, тәртәләре таҫмалар менән биҙәлгән ат ишек алдына килеп ингәс, бөтәһе лә Дауытҡа текәлде.
– Ҡыҙҙар, егеттәр! Йыл хужаһы килә! Әйҙәгеҙ, ҡыҙыҡ итеп, ҡала урамдары буйлап атта йөрөп ҡайтайыҡ. Кемгә урын етмәй, икенсе урауға ҡала, – тип санаға менеп ултырҙы.
Ҡунаҡтар көлә-көлә кемуҙарҙан янынан урын алырға тырышты. Дуҫтары ғына нимә эшләргә белмәй аптыранып, бер-береһенә ҡарашып, баҫҡан урындарынан ҡуҙғалманы.

Гөлнур ҠЫУАТОВА.

(Аҙағы бар).

...Кире ихатаға ингәндә Дауыттың ҡоса­ғында роза сәскәләре ине. Ул табынға йыйылған ҡатын-ҡыҙҙарға кемеһенә – биш, кемеһенә ете сәскә бүләк итеп сыҡты. “Байрам менән! Ер йөҙөндәге барлыҡ ҡатын-ҡыҙ ихтирамға, иғтибарға лайыҡ”, – тигән булды. Иң аҙаҡтан ҡулында ҡалған 15-ләп розаны Виләгә тапшырып:
– Минең яратҡаным бигерәк тә! – тип өҫтәне.
Ихатала бер аҙға уңайһыҙ тынлыҡ урынлашты. Ҡунаҡтар бер-береһенә ҡа­раш­ты, егеттәр урындарында тапанды. Нимә эшләргә белмәй торған Вилә ахырҙа:
– Яңы йылға һанаулы минуттар ғына ҡалды бит! Әйҙәгеҙ, өҫтәл артына, – тип өйгә инеп китте. 
Тәүҙәрәк табын һүренке генә барһа ла, байрам кәйефе һәм шампан шарабы үҙенекен итте – ҡунаҡтар яйлап ҡына уйын-көлкөгә әүрәне. Дилә генә һеңле­һенең бына-бына иларға етешеп, күңеле тулыуын һиҙҙе. Тик һөйләшер, йыуатыр форсат сыҡманы: таң һыҙылғансы йәш­тәр күңел асты.
Үҙҙәренә тәғәйен бүлмәгә инеп ятыу менән иҫереп киткән Исмәғил йоҡлап китте. Ә Дилә байтаҡ ваҡыт борғаланып ятты. Уйҙары Дауыт тирәһендә уралды. Виләнең хыялдары, ниәттәре аҡланмауға ихлас күңелдән ҡайғырһа ла, күңелендә ниндәйҙер өмөт ҡабыныуын һиҙҙе. “Юҡ, был ваҡытлы ғына ҡыҙыҡһыныу, хатта аңлашылмаусанлыҡ. Иртәгә үк юлға сығырбыҙ ҙа, барыһы ла яйланыр. Вилә менән Дауыт та аңлашыр, өйләне­шер­ҙәр... Туғанлыҡ, дуҫлыҡ хистәренә хыя­нат итергә ярамай. Мауығыуҙы яратыу менән бутарға ярамай. Бер күреп кенә кешенең ниндәй икәнен белеп булмай”, – тигән уйҙар менән үҙен тынысландырҙы, өмөтөн һүндерергә, намыҫын уятырға тырышты.
Иртәнсәк тә йорт мәж килде: йоҡонан тороусылар сәй эсте, тамаҡ ялғаны, “баш төҙәтеүсе”ләр мунса тоҡандырҙы, табын хәстәрләне, ирҙәр – ихатаны, ҡатындар йортто тәртипкә килтерҙе. Юлға сығырға теләүҙәрен әйтһә, һеңлеһенең ҡаршы булырын белгән Дилә шым ғына әйбер­ҙәрен йыйҙы, һиҙҙермәй генә Белорет яғына барған юлаусы машина әҙерләне. Һирәк эскән Исмәғил дә юлға сығыу яғында ине – тыныс ҡына ерҙә ятып ял иткеһе килде. Һәр береһе эсергә өгөт­ләүенән дә ялҡҡайны – кисә артығыраҡ тейәгәнлектән, бөгөн иҫерткестәр яғына ҡарағыһы ла килмәй.
Улар машина килергә бер сәғәт ҡалғас ҡына ниәтен әйтте. Кисәнән бирле күңеле тулып йөрөгән Вилә ҡапыл иланы ла ебәрҙе.
– Һөйләшеп тә ултыра алманыҡ бит. Күргәндәй ҙә булманым.
– Күрешербеҙ әле... Бөгөн кискә үк шыл­тыратырмын, рәхәтләнеп һөйлә­шербеҙ. Ҡунаҡтарығыҙ былай ҙа күп, күңелһеҙ булмаҫ. Ә беҙгә Өфөнән сығып китеү һирәк эләгә, шуға юл төшкәндә башҡа ерҙәрҙе лә күрергә ине.
Ҡапҡа төбөнә оҙатырға сыҡҡан Дауыт уға оҙаҡ текәлде. Үҙе ҡарамаһа ла, йәне-тәне менән һиҙҙе Дилә. Машинаға ултырыр алдынан үҙенең дә, уның да өмөтөн өҙөргә була, теленә килгән хәбәрен әйтте:
– Йәйгелеккә әллә ике туйҙы бер юлы үткәрәйекме? Әйҙәгеҙ, йәштәр, уйла­шығыҙ. Беҙҙән артта ҡалмағыҙ, тип кенә әйтеүем...

*  *  *
“Дилә, бер генә күрешеп, аңлашайыҡ әле. Мин бит һиңә тәү ҡараштан ғашиҡ. Һин дә битараф түгелһең, шикелле. Кейәүгә сығырға ашыҡма, Исмәғилде яратмайһың бит. Вилә әйтеүе буйынса ла быны беләм...”
“Беҙ бергә булһаҡ та, булмаһаҡ та, мин Виләгә өйләнмәйәсәкмен. Әгәр осра­шырға, һөйләшергә теләмәүеңдең сәбәбе шул икән, икеләнмә. Һеңлең менән араны өҙгәс тә осраша башлауҙы килеш­термәйһең икән, телефон аша ғына булһа ла аралашып торайыҡ”.
“Мин Себер тарафтарына эшкә китергә булдым. Әйҙә минең менән. Унда ла ординатура барҙыр бит. Түләүле бүлеккә булһа ла барырһың. Һинең дә миңә ҡарата хистәрең барлығын беләм...”
Дилә Дауыттан килгән хәбәрҙәрҙең иҫәбе-һанын юғалтты. Береһенә лә яуап бирмәне, әммә юйманы ла. Икеләнгән, уйланған саҡтарында ҡат-ҡат уҡыны, хыялланды, әллә нисә тапҡыр шылты­ратырға ла уҡталды. Һуңғы мәлдә үҙен тыйып ҡалды.
Сибайҙа йөрөп ҡайтыуҙарына өс аҙна ваҡыт үтте, тик күңеле тынғылыҡ тапманы. Вилә менән дә аралары һыуынған кеүек: ғәйебе булмаһа ла, үҙе шылты­ратырға уңайһыҙланды. Ә һеңлеһе ниңәлер һирәк шылтырата. “Әллә һиҙе­нәме? Улай тиһәң, уның яғынан бер ниндәй ҙә хилафлыҡ булманы бит...” – тип икеләнгәндә үҙен үҙе йыуатып ҡуйҙы.
“Дауыт “яратмайым” тине. Яңы йыл кисендә ул мине атҡа ултыртып, роза гөлләмәһе бүләк итеп, тәҡдим яһарға тейеш булған. Ә мәле еткәс, кире уйлаған. Башҡаға ғашиҡ булғанмы инде, әллә минең берәй оҡшамаған яғым булдымы – аңламайым. Апайым, нимә эшләргә икән?” – һеңлеһенән хәбәр килгәс, шатланып та ҡуйғайны, яҙғанын уҡығас, нимә тип яуапларға белмәй ыуаланды.
“Барыһы ла яйланыр, сабыр бул. Һеҙ бит нисәмә йыл бергә булдығыҙ...”
“Минең инициатива менән генә булды барыһы ла. Осраша башлағанда уҡ ул битараф ине. Мин артынан йөрөнөм, мин яуланым, ғашиҡ иттерҙем. Ә уның хистәре тураһында бер ҡасан да уйламаным”.
“Яратмаһа, йөрөмәҫ ине бит. Тимәк, уның да һиңә ҡарата хистәре бар. Бергә булырға яҙһа, булырһығыҙ. Яҙмаһа инде, һин бит төшөп ҡалған ҡыҙ түгел, насибы табылыр. Унан да һәйбәтерәге булыр әле”.
“Булды, ти...”
Вилә башҡаса Дауыт тураһында һүҙ ҡуҙғатманы. Уның тыныс булыуына ҡарап, Дилә ҡабат уйлана башланы. “Әгәр шулай айырылһалар, Вилә икенсе бере­һен тапһа, мин Дауыт менән бергә була алырмынмы икән? Әле түгел, бер нисә йылдан... Осраҡлы ғына Өфөлә осраштыҡ та, аралаша башланыҡ, тип әйтергә була бит. Әлегә һирәкләп кенә телефондан һөйләшеп торорға була...” Күңелендә өмөт ҡабат ҡабынды.
Ғашиҡтар көнө яҡынлаша ине. Ярат­маған, әммә сикһеҙ ихтирам иткән Исмәғил менән нисек аңлашырға белмәй йөрөгәндә, уныһы байрамды бергә үткә­рергә тәҡдим итте. Дилә шаяртыу ҡатыш:
– Ҡуй әле, ниндәй ғашиҡлыҡ та, ниндәй байрам ул? Башҡалар ҡылана тип, беҙ ҙә сәскә тотоп йөрөмәҫбеҙ инде урам буйлап, – тине.
– Бергә йөрөрлөк тиңең итеп тә күрмәйһеңме ни мине?
– Күрәм, әлбиттә. Тик, байрамды билдәләрлек хыялый йәштә түгелбеҙ бит.
– Ҡартайып киттеңме ни? Беҙгә әле 30  тулмаған.
– 18 ҙә түгел...
– Дилә, һине мин аңлап етмәйем. Миңә ҡарата битарафһың, шикелле.
– Һин дә миңә, яратам, тип әйткәнең юҡ.
– Оҡшатмаһам, осрашып йөрөмәҫ инем бит. Ә ғашиҡ булыр, яратыр өсөн бер-береңде белергә кәрәк. Бергә ваҡыт үткәрергә, һөйләшеп ултырырға. Аҙна­һына бер осрашып ҡына аралар йылынмай инде ул.
Дилә араларын өҙөр форсат сығыуға шатланып ҡуйҙы. Тик үҙенә лә асырға теләмәгән дөрөҫлөктө – Дауытты оҡша­тыуын әйтергә теләмәне.
– Исмәғил, танышҡанда уҡ әйткәйнем бит инде: электән үк яратыу хисе мине урап үтте. Һине ихтирам итәм, һәйбәт ир, атай булырыңды беләм. Әммә минән мөхәббәт талап итмә, йәме...

   Гөлнур ҠЫУАТОВА.

Егет бер һүҙһеҙ янынан сығып китте. Башҡаса аңлашманылар. Фатирынан кейем-һалымы, кәрәк-яраҡтары юҡҡа сыҡты. Ә бер көндө дөйөм бүлмәлә ҡалған тун кеҫәһенә асҡысты ла ҡалдырып китте Исмәғил. Дилә уның был ҡылығына үпкәләмәне, киреһенсә еңел һулап ҡуйҙы. Ул инде хәҙер яуап яҙмаһа ла, Дауыттан көн дә хәбәр көтә ине. “Хәйерле иртә”, “Яҡшы кәйеф һиңә”, “Осрашыу көтәм” кеүек ҡыҫҡа ғына хәбәр ҙә тауҙай бәхет булып тойолдо.
Март айының йәмле бер кисе ине. Телефоны тауыш биргәнгә экранына күҙ һадды. “Сәләм. Киләһе аҙнала Өфө аша ҡайтам. Бәлки, беҙгә күрешеп, барыһын да асыҡтан-асыҡ һөйләшергәлер?” Ике айҙан ашыу яуған сәләмдәргә Дилә тәүге тапҡыр яуап яҙҙы. “Күрешербеҙ. Бер көн алдан хәбәр итерһең”. “Һинән сәләм алыу бәхетен дә татыр көн булды. Осрашыу көтәм. Йәл, бөгөн үк юлға сығыр инем”.
Дилә ҡыҫҡа ҡына хәбәрҙәр килтергән наҙға илереп, бер талай хыялланып ултырҙы. Киләсәктәре нисек булырын белмәһә лә, күңел түрен яулап алған егет менән бер ултырып һөйләшкеһе, аңлашҡыһы килде. Ниндәйерәк холоҡло икән ул? Шаянмы? Етдиме? Нимә ярата, ниндәй ҡыҙыҡһыныуҙары бар? Яҡынданыраҡ белһә, күңеле ҡайтмаҫмы? Йәки үҙе Дилә нисек бар, шулай яратырмы? Мөхәббәт хисе бөрөлөнгән саҡта билдәһеҙлек тә ҡурҡытмай икән ул? Киреһенсә, алдағы аҙнаны көтөү ҡыҙға ниндәйҙер серле рәхәтлек биргәндәй тойолдо. Ҡайҙа осрашырҙар икән? Тәүге күрешеүҙә үк үҙенә килмәҫ бит инде? Мең һорау менән баш ҡатырған арала телефоны шылтыраны.
– Сәләм, апайым.
– Вилә һеңлем, хәлдәрең нисек? Ниңә улай һуң шылтыратаһың? Берәй нәмә булдымы әллә?
– Эйе. Әрләмә лә, аптырама ла йәме. Табип булараҡ кәңәшең кәрәк ине. Ауырға ҡалғанмын. Нисектер һиҙмәй йөрөгәнмен, ваҡыты үтеп киткән. Дүртенсе ай, ти. Нимә эшләй алам, апай?
Дилә бер аҙға ғына шаңҡып ҡалһа ла, үҙен тиҙ генә ҡулға алды.
– Нисек нимә эшләйһең? Табаһың!
– Дауыт белмәй. Әйткем дә килмәй. Теге юлы киткәне бирле бер тапҡыр ҙа шылтыратҡаны юҡ...
– Үҙең шылтырат та, хәлеңде һөйләп бир. Ул белергә тейеш. Мин ышанам, бала һеҙҙе ҡабат ҡауыштырасаҡ!
– Әллә инде... Бала менән бәйләгән кеүек була бит.
– Бала яһауҙа ул да ҡатнашҡан бит. Әгәр ысын ир-егет икән, ҡабул итер. Ә инде итмәһә... Икәүләп үҫтерербеҙ. Уҡып бөтәһең, һөнәрең була. Беҙ бит икәү. Икәү генә түгел, туғандарыбыҙ күп.
– Рәхмәт, апай. Уйлармын йәме?
– Табаһың. Табип кәңәше шул: һаулығыңды уйла!
Телефонын һүндергәс, Дилә бер талай шым ғына ултырҙы. Аҙаҡ тумалып ҡына килгән хистәренең өмөтһөҙлөгөн бар күңеле менән аңлап, иланы ла иланы. Иртәнсәк сирләү һылтауы менән эшкә бармаҫҡа ла уйлағайны, эш чатына бүлек мөдире: “Төшкө ял алдынан йыйылышып алайыҡ. Мөһим иғлан бар”, – тип яҙҙы. Ҡыҙ тороп, үҙен тәртипкә килтерә башланы. “Откуск алыусылар урынына эшләү өсөн график төҙөйҙәрҙер”, – тип уйланы ул.
– ...Бер кемде лә үҙ иркенән тыш ебәрмәйбеҙ. Бары тик теләк буйынса. Илебеҙгә килгән һынауҙы бергәләп күтәрергә тейешбеҙҙер. Беләһегеҙ, былтыр ҙа дүрт табип барып, һалдаттарға ярҙам күрһәтеп ҡайтты...
Дилә мөдирҙең тәүҙә нимә һөйләгәнен аңламаймы, тыңламаймы ултырҙы. Шуға бергилке һүҙҙең нимә тураһында барғанын аңламаны. Бүлмәлә тынлыҡ урынлашты. Етәксе тағы ла һүҙ ҡуҙғалтты:
– Ҡатын-ҡыҙҙарҙы, бигерәк тә йәштәрҙе ебәреүгә ҡаршымын. Бәлки, ир-егеттәр уйлап ҡарар? Эш хаҡы юғарыраҡ була. Ҡайтҡас, өҫтәлмә ял бирербеҙ. Бәлки, льготалар, ярҙамдар ҙа булыр киләсәктә.
– Ә ниңә йәштәргә бармаҫҡа, ти? Как раз шунда тәжрибә туплап ҡайталар ҙа инде. Бындағы шарттар менән улар биш-алты йыл өйрәнсектә йөрөйәсәк әле, – оло ғына ҡатын үҙ фекерен еткерә һалды.
– Хәүеф ҙур, шуға ғына шәхсән ҡарашымды белдерҙем. Ә инде барырға теләктәре булһа...
Нимә тураһында һүҙ барғанын аңлап ҡалған Дилә урынынан тороп баҫты:
– Илдар Маратович, әгәр мин барырға теләһәм, уҡыу менән нимә була? Әллә барыр өсөн ординатура тамамлау мотлаҡмы?
– Юҡ, ҡайтҡас имтихандарыңды тапшыраһың да ҡуяһың.
– Ә күпме ваҡытҡа ебәрәләр?
– Өс, алты ай, бер йыл – үҙегеҙҙең теләк буйынса. Яралылар күп, бәләкәй генә ярҙам да әллә күпме ғүмерҙе ҡотҡарырға ярҙам итәсәк.
– Улайһа, мин барам.
– Дилә һеңлекәш, уйларға ваҡыт бар әле...
– Мин хәл иттем. Ҡасан юлға?
– Төркөм йыйылыу менән Луганск йүнәлешенә ҡуҙғалырға. Яҡынса ике-өс көндән. Документтар, кәрәк-яраҡ әҙерләргә кәрәк булыр. Һәр дауахана, шул иҫәптән беҙ ҙә гуманитар ярҙам тупларбыҙ. Һеҙҙең ылау аша юллайбыҙ.
...Бер мәл Дилә яуҙан яраланып ҡайтҡан ирҙе дауалағайны. Аяғы, ике ҡул суғы селпәрәмә килгән яугирҙы хәрби госпиталдә бөртөкләп тигәндәй йыйып алғандар. Реабилитация осорон өйҙә үткәрә ине ул. Хәлен һорашҡас:
– Бында, тыныс ерҙә, үҙ йортоңда һаулыҡ шәптән булмаһа ла, хәлдәр һәйбәт, кәйеф көр. Ә бына тегендә, тормош бөтөнләй икенсе. Әле ихатаға сығып, күрше-тирә, йәш елкенсәк менән бер аҙ һөйләшеп тора башланым. Аҡса юҡлыҡҡа, йә ғаилә проблемаларына зарлана башлаһалар: “Бер генә сәғәткә барып ҡайтығыҙ. Бындағы тормош ожмахтай тойолор”, – тим. Эх-х, һеңлекәш, донъя тыныс булһын ине. Тауҙай тойолған проблемалар – ваҡ ҡына мәшәҡәт бит ул. Үтә лә китә. Ултырып илаһаң, күңел бушана. Өйөңдә ашарға булмаһа, күршеңдән, туғаныңдан һора – бөгөн бер кем дә буш сығармаҫ – ризыҡ мул. Элек мин дә юҡ-барға ҡайғыра инем. Йәшәү ҡәҙерен тегендә аңланым... – тине.
Үҙ-үҙенәнме, әллә күңелендәге хистәрҙәнме, әллә тәү ҡараштан әсир иткән Дауыттанмы – ҡасырға хәл итте ул. Миҙгелгә яраҡлы кейем-һалымын, ярты йыл тирәһе йәшәрлек кәрәк-яраҡ әҙерләп бөткәс, тәүҙә ата-әсәһенә ҡайҙа юлланасағын хәбәр итте. Унан Дауытҡа сәләм юлланы: “Алыҫ юлға сығам, әле осраша алмайбыҙ. Ҡайтҡанымда, моғайын, туғандар булып күрешербеҙ. Вилә менән балағыҙҙы парлашып, бер-берегеҙгә терәк булып үҫтерерһегеҙ, тип ышанам”.
Юлланыр алдынан байтаҡ документ эше менән булды ул. Командировка ҡағыҙын тултырғанда, хәрби комиссариат белгесе уның кисәге студент икәнен күреп:
– Табиптар һәр ерҙә кәрәк. Бәлки, Мәскәүгә, Бурденко госпиталенә генә барырһығыҙ? “Утлы зона”ға уҡ барып тороу кәрәкмәҫ, – тип кире дүндерергә тырышты.
– Юҡ, ниәтләгән ергә юлланам.
– Мәйелегеҙ... Ауыр буласағын аңлайһығыҙҙыр? Ошо анкетаны тултырығыҙ. Һәм тағы ла... Унда төрлө хәл була. Шуға күрә, ул-был була ҡалһа, кемгә хәбәр итергә яҙығыҙ.
– Барыһын да аңлайым.
– Позывной алаһығыҙмы?
– Кәрәкһә алам, – Дилә бер аҙ уйланып торҙо ла: – Һеңлекәш, тип яҙығыҙ, – тине.
...Юлға ул нисектер тыныс күңел менән сыҡты. Туғанлыҡ, дуҫлыҡ хистәренә һынау булған хистәрҙән арына алырына, Виләнең киләсәктә бәхетле булырына ышанды. Һәм мотлаҡ иҫән ҡайтып, һеңлеһенең бәхетле тормошон күрәсәк ул.
“Һеңлем минең! Дауыт һинең хәлде белә. Матур итеп һөйләшегеҙ, аңлашығыҙ. Һеҙҙе хәҙер ғүмерлеккә бәйләр балағыҙ буласаҡ. Шуға үткәндәрҙә булған һөйләшеүҙе онотоп, өр-яңынан мөнәсәбәт ҡороғоҙ. Мин һине яратам! Осрашырбыҙ...” Виләнең телефонына был хәбәр килгәндә, Дилә Башҡортостан сиген үткәйне инде...

Гөлнур ҠЫУАТОВА.

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас