Йондоҙнамә (11 – 17 май)

Ылаҡ (22.12 – 20.01) Был арала бәғзеләр арыу ғына килем алыр. Уны нисек тотоноу тураһында етди уйланырға кәрәк булыр. Шаршамбыла осраған мәсьәләне хәл итеү өсөн үҙегеҙҙең көсөгөҙ ҙә етер.

Йондоҙнамә (11 – 17 май)Йондоҙнамә (11 – 17 май)
Йондоҙнамә (11 – 17 май)

 

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)

Һәйбәт осор. Ижади кешеләр, уҡып йөрөгәндәр бигерәк тә уңыр. Бәғзеләрҙең элек беленмәгән һәләттәре асылыр. Кемдер хыялдарға бирелеп, ниндәйҙер мөһим эшен тамамлай алмаҫ. Кесе йома мотлаҡ ҡыуандырыр.

Балыҡ (20.02 – 20.03)

Аҙна үтә мәшәҡәтле көтөлә. Бихисап ваҡ-төйәк эш ҡалҡып сығыр. Бында ғәйеп тулыһынса үҙегеҙҙә генә. Тыныс ҡына элекке хаталарығыҙҙы төҙәтергә тырышығыҙ. Ниндәйҙер бурысығыҙҙы ла ҡайтарырға тура килер.

Буға (21.03 – 20.04)

Был арала күп йүгерерһегеҙ. Бер ҙә уйламаған эш менән булышырһығыҙ, моғайын. Кемдер ашығыс сәфәргә лә сығыр һымаҡ. Сығымдарығыҙ ҡәҙимгенән икеләтә артыр. Эш араһында яҡындарығыҙға ла ярҙам итергә кәрәк булыр.

Ҡуҙы (21.04 – 21.05)

Шишәмбенән һуң яңы мөмкинлектәр асылыр. Ләкин күптәр көндәлек ығы-зығыға бирелеп, уларҙы күрмәүе лә ихтимал. Кесе йомала бер-ике мөһим мәсьәләне ыңғай хәл итерһегеҙ. Йондоҙҙар аҡсағыҙҙы һаҡсыл тотонорға ҡуша.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)

Элекке бурыстарығыҙҙы иҫкә төшөрөү файҙалы булыр. Был көндәрҙә уларҙы тулыһынса хәл итеү өсөн мөмкинлек тыуыр. Кемдер һуңғы арала боҙолған мөнәсәбәттәрҙе яйлар. Бынан ике яҡ та ҡәнәғәт ҡалыр.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)

Аҙна араһында ыңғай ваҡиғалар осрап торор. Борсолоу өсөн сәбәптәр булмаҫ та. Ниндәйҙер күптән көтөлгән һәм ҡыуаныслы мәшәҡәттәр ҙә килеп сығыр. Кесе йомала аҡса йәки бүләк көтөгөҙ.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)

Көндәр яҡшы килер. Ҡайһы бер элек башлаған эшегеҙ уңышлы ғына тамамларһығыҙ. Бәғзеләр был арала өмөтлө танышлыҡ та булдырыр. Шишәмбенән һуң кемдер эш сәфәренә лә сығыр, бәлки.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)

Шишәмбеләге ваҡиғалар кәйефегеҙҙе мотлаҡ күтәрер. Артабан үҙегеҙҙе күпкә ышаныслыраҡ тойорһоғоҙ. Кесе йомала ниндәйҙер юғалтыу кисереүегеҙ ихтимал. Күптәр быға иғтибар ҙа итмәҫ.

Үлсәү (24.09 – 23.10)

Был аҙнала аралашыуҙар өмөтлө булмаҡсы. Теләһә кем менән дә еңел уртаҡ тел табырһығыҙ, моғайын. Үҙ фекерегеҙҙе башҡаларға еңел еткерерһегеҙ ауыр. Матди хәлегеҙ яйлап ыңғай яҡҡа үҙгәрә башлар.

Саян ( 24.10 – 22.11)

Мәл етди мәсьәләләрҙе хәл итеү һәм эшлекле бәйләнештәрҙе нығытыу өсөн уңайлы. Йүнселдәр бигерәк тә уңыр. Шаршамбынан һуң арыуығыҙҙы һиҙерһегеҙ, шуға үҙегеҙгә бер аҙ ял бирегеҙ. Кесе йома яҡшы яңылыҡ килтерер.

Уҡсы (23.11 –21.12)

Ҡәҙимге осор. Шишәмбелә кеше алдында ниндәйҙер һынау аша үтерһегеҙ. Ул уңышлы тамамланыр. Артабан элек тулыһынса хәл ителмәгән мәсьәлә ҡалҡып сығыуы ихтимал. Кесе йомала мөмкинлектәрегеҙ артҡанын асыҡ күрерһегеҙ.

ӨМӨТБАЙ.

Автор:Рөстәм Илтенбаев
Читайте нас