

Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Аҙна күптәр өсөн ҡатмарлы көтөлә. Төрлө мәшәҡәт, эс бошорғос хәл ҡапыл күбәйеп китеүе ихтисмал. Өйҙәге ығы-зығы ла кәйефегеҙҙе төшөрөр. Яратҡан кешегеҙ менән дә аралашыу ҡыйынлыҡ тыуҙырыр.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Шишәмбеләге ваҡиғаларҙан һуң яҡын киләсәккә маҡсаттарығыҙҙы үҙгәртергә тура килер, бәлки. Бәғзеләр мөмкинлектәре аҙ булыуын аңлар, моғайын. Кесе йомала элек башҡарған эшегеҙ өсөн аҡса алырһығыҙ.
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Ысынбарлыҡтан айырылмаған кешеләр уңыр. Хыялдарҙа йөҙгәндәрҙе юғалтыуҙар көтә. Шишәмбелә оло кешенән урынлы һәм өмөтлө кәңәш ишетерһегеҙ. Аҡса менән бәйле тәҡдимдәргә ҡарата һаҡ булығыҙ.
Буға (21.04 – 21.05)
Шишәмбелә артыҡ көс түкмәй генә уңышҡа өлгәшерһегеҙ. Бәғзеләр һуңғы ваҡыт борсоп торған һорауҙарға яуап табыр. Кесе йомала файҙалы һөйләшеү көтөгөҙ.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Үҙегеҙҙе, һәләттәрегеҙҙе күрһәтеүр өсөн уңайлы осраҡтар осрар һымаҡ. Кеше араһында һүҙегеҙ һәр саҡ үтемле булыр. Элек һеҙгә иғтибар итмәгәндәр ҙә ҡараштарын ыңғай яҡҡа үҙгәртер. Йомала өмөтлө тәҡдим ишетерһегеҙ.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Был арала ниндәйҙер етди һәм яуаплы йөкләмә алыуығыҙ ихтимал. Уны үтәүе һеҙгә бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡ тыуҙырмаҫ. Был хәл абруйығыҙҙы мотлаҡ күтәрер. Кесе йомала яҡшы хәбәр ишетерһегеҙ.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Аҙна араһында кәйефегеҙҙе күтәрерлек ыңғай ваҡиғалар осрап торор. Һәр саҡ шикләнергә өйрәнгән кешеләр ҙә үҙен ышаныслыраҡ тойор. Бәғзеләр хатта өр-яңы эштәргә лә тотонор. Күптән борсоп торған мәсьәлә үҙенән-үҙе хәл ителер.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Һеҙҙең тирәләге хәлдәр бик үҙгәреүсән булмаҡсы. Уңайлы мәлдәр шишәмбе һәм шәмбелә көтөлә, уларҙы күрергә тырышығыҙ. Был арала кемдер тормошона өмөтлө үҙгәреш индерә алыр.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Ҡатмарлы осор. Күптәрҙе төрлө өлкәлә юғалтыу көтә. Улар мотлаҡ матди булмаҫ та һымаҡ. Шаршамбыла борсолоу арҡаһында хата яһауығыҙ ҙа мөмкин. Ул үҙен оҙаҡ һиҙҙереп торор.
Саян (24.10 – 22.11)
Был көндәрҙә алдан төҙөгән маҡсаттарығыҙҙы йыш үҙгәртергә тура килер. Ҡайсаҡ бөтөнләй уйламаған эштәр менән дә булышырһығыҙ. Йома ғына ыңғай яҡтан айырылып торор.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Янығыҙҙа фекерҙәштәр күберәк булған һайын эштәрегеҙ яҡшыраҡ барыр. Шаршамбыла ҡыйынлыҡтар осрар, ләкин уларҙы хәл итергә көсөгөҙ етер. Үҙ йомоштары менән мөрәжәғәт итеүселәр күбәйер, барыһына ла риза булмағыҙ.
ӨМӨТБАЙ.