Махсус биттәр
25 Апреля , 19:00

Йондоҙнамә (27 апрель – 3 май)

Ылаҡ ( 22.12 – 20.01) Һеҙҙең тирәләге хәлдәр үтә иғтибарлы булыуҙы талап итәсәк. Яҡын киләсәккә маҡсаттарығыҙҙы йондоҙҙар әлегә сер итеп һаҡларға ҡуша. Сығымдарығыҙҙы ла күҙәтеү кәрәктер. Был бигерәк тә кесе йомаға ҡағыла.

Йондоҙнамә (27 апрель – 3 май)Йондоҙнамә (27 апрель – 3 май)
Йондоҙнамә (27 апрель – 3 май)

 

Һыуғояр (21.01 – 19.02)

Һуңғы ваҡытта хәлегеҙҙән килмәгән эш менән йыш булыштығыҙ һымаҡ. Шуға күрә ҡайсаҡ күңел төшөнкөлөгөнә биреләһегеҙ, буғай. Йондоҙҙар был турала ныҡлап уйланырға кәңәш итә һәм артабан мөмкинлектәрегеҙҙән сығып эш итергә ҡуша.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)

Аралашыуҙа ҡыйынлыҡ килеп сығыуы бик ихтимал. Хатта яҡын туғандарығыҙ менән дә бәхәс ҡубыуы бар. Дөйөм эштәрегеҙ ҙә ауыр барыр кеүек. Шаршамбы ниндәйҙер ыңғай ваҡиға килтерер.

Ҡуҙы ( 21.04 – 20.04)

Күптәргә был көндәрҙә еңел булмаясаҡ. Йыш ҡына көсөргәнешлек һиҙерһегеҙ. Яҡшы таныш эштәрегеҙ ҙә ауырлыҡ менән барыр, моғайын. Был арала йүнһеҙ, алдаҡсы бәндәләр ҙә әүҙем эш итер.

Буға ( 21.04 – 21.05)

Һеҙҙең тирәләге хәлдәр түҙемлек талап итер. Башҡалар эштәрегеҙгә ҡәҙимгенән йыш ҡыҫылырға маташыр. Һәр саҡ яҡындарығыҙға таянығыҙ. Уларҙың ярҙам-терәге күңелегеҙҙе күтәрер.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)

Мәл киләсәккә маҡсаттарығыҙҙы барлап сығыу өсөн уңайлы. Бәғзеләр уларҙы хәл итеүҙең яңы юлдарын күрер. Шишәмбелә кемдәндер ишеткән мәғлүмәт ярҙамы тейер, бәлки. Йомала көсөгөҙҙө һынап ҡарау мөмкинлеге сығыр.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)

Аҙна ыңғай булыуы менән айырылып торор. Ашыҡмай, тыныс ҡына барыһын да булдырырһығыҙ. Шәхси тормошоғоҙҙа ла ҡыуаныслы ваҡиғалар булыр. Күптән көткән аҡса килер.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)

Был арала үҙаллы эш итергә өйрәнгәндәр генә уңыр. Башҡаларҙың кәңәштәре һеҙҙе бутар ғына. Шаршамбыла ниндәйҙер бүләк алырһығыҙ. Һәр осраҡта ла үҙ мәнфәғәтегеҙҙе яҡларға әҙер булығыҙ.

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)

Яңы фекерҙәр һәм мөмкинлектәр осоро. Яҡын арала фекерҙәштәрегеҙ ҙә күбәйер, моғайын. Быға һис тә иҫегеҙ китмәһен – әлегә һеҙгә бер нәмә лә янамай һымаҡ.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)

Был көндәрҙә әүҙем кешеләр мотлаҡ уңыр. Бәғзеләр ҙур эштәргә тотоноу тураһында уйлай башлар. Кемдер башлағанды тамамлап, ҡалғандарын тәртипкә килтерер, бер юлы иҫке хаталарын да төҙәтер. Шәхси тормошоғоҙҙа ла үҙгәрештәр төҫмөрләнә.

Саян (24.10 – 22.11)

Һеҙҙең эшмәкәрлек башҡаларҙың күҙәтеүе аҫтында булыр. Бәләкәй генә яңылыш аҙымдарығыҙ ҙа абруйығыҙға зыян килтереүе ихтимал. Йондоҙҙар был арала үтә һаҡ булырға, ашыҡмаҫҡа һәм барыһын да ентекле тикшерергә ҡуша.

Уҡсы (23.11 – 21.12)

Аҙна һис көтмәгән, ләкин ыңғай ваҡиғалар килтерер, моғайын. Бәғзеләргә яңы йөкләмә йөкмәтерҙәр. Һис икеләнмәгеҙ, уны хәл итергә тәжрибәгеҙ етер. Был арала бурысҡа инмәҫкә тырышығыҙ.

ӨМӨТБАЙ.

Автор:Рөстәм Илтенбаев
Читайте нас