Махсус биттәр
24 Апреля , 17:00

Сәй (Хикәйә)

Башҡарма комитет рәйесе вазифаһында эшләгәндә ауыл Советы ҡарамағындағы Ҡаҙыршала йәшәгән Сәйфетдин олатай менән Мәстүрә инәйҙәргә ирәүән кинәнес, эскерһеҙ ихласлыҡ көҫәп ылғый ингеләп, күренгеләп йөрөй торғайным.

Сәй (Хикәйә)Сәй (Хикәйә)
Сәй (Хикәйә)

Ҡарттарҙың хәлен белергә, йәнә сәйҙәрен эсергә яраттым. Сәй эсеүе - ни эсеүе, тиһәләр ҙә табын изге йола, күркәм сара, матур бер күренеш дәрәжәһенә күтәрелгән ине уларҙа. Ҡасан ғына барһаң да күтәрмәлә һине генә көткәндәй ҙур эсле ялтыр самауыр йылымыс аҡ быуын борхота. Инеп ултырып ҡабаланмай ғына көнитмеште теүәлләп хәл-әхүәл белешкәндән аҙаҡ Сәйфетдин олатай, үҙе әйтмешләй, күңелле йыр һуҙыусы табын йәмен алып инергә тип сығыу яғына ҡарай йүнәлә. Артынан ҡуштан тауыҡтай, мул итәктәрен елпеп, Мәстүрә инәй эйәрә төшә. Үҙе ыңғайы бер хәстәрләп ҡайғыртып ҡарты тирәһендә әйләнгеләгән, бөтөрөнгән була: “Бабай, ипләп, абайлап, ормаһарҙан билеңде биртендермә тағы, тупһаны йәтешләп ашатла, абынып китә күрмә!” Ярҙам итергә, булышырға теләгәндәй өтәләнеп барып, ҡыу бармаҡтары менән семтеп самауыр ҡолағына йәбешкән була, шулайтып үҙенсә еңеләйтә инде ауырлыҡты.

Бына, ниһайәт, һуғылған балаҫ йәйелгән иркен урындыҡҡа аҡ киндер ашаулыҡ йәйелә, еҙ батмус өҫтөнә әлеге самауыр килеп ҡунаҡлай, бисмиллалап ҡабарып бешкән өй икмәге теленә, табын тултырып ризыҡ ҡуйыла. Бындағы һәр нимә, шул иҫәптән маҡбаллы һандыҡ өҫтөнә ябылған сағыу ҡорама, яҫтыҡтар өҫтөндәге, тәҙрәләр ҡорға-нындағы селтәрҙәр, минең өсөн генә ҡуйылған, алдымдағы һыйҙан һығылған табын фәҡәт миңә, яңғыҙ үҙемә генә тәғәйенләп әҙерләнгән һымаҡ. Хөрмәт йөҙөнән, әллә инде ниндәйҙер бер эске яҡынлыҡты тойған олатай менән инәй сиратлап арҡамдан ҡағалар, ҡулымдың һыртын һөйөп-һөйөп алалар. Ә мин инде кинәнестән, ғәзиз балаға ғына күрһәтелә торған иғтибарҙан йырылған ауыҙымды йыйып ала алмай рәхәтләнәм. Асыҡ йөҙлө Мәстүрә инәй күңелле көнитмеш хәлдәрен теҙеп ҡуян ҡанылай ҡуйы сәй яһай, түбәһе суҡлы теүәтәйен ҡырын тартыбыраҡ ебәргән Сәйфетдин олатай әбейенең әйткәндәрен йөпләгәндәй, таҡрарлағандай башын ҡаға-ҡаға сынаяҡтарға ҡаймаҡ туҡылған һөттө һала. Шулай итеп был икәү оло теләк, ниндәйҙер эске ҡәнәғәтлек менән бер кеше эшләр эште уртаҡлап, бергәләп, ҡушарлап башҡара.

Мәстүрә инәй мәрхүмә булып ҡалғас ҡырамалай ҡырылған ҡырҡ эшемде кисектереп мотоциклға атланып Ҡаҙыршаға елдем, ерләү эштәрендә ҡатнаштым: “Яҡшы кеше ине, иманлы йәшәне, йәне йәннәткә олғашһын!” тигән теләктәрҙе эсемдән әйтеп ҡәбергә өс ус тупраҡ ырғыттым. Һуңынан да хәл белергә теләп түң башындағы аҡбалсыҡлы өйгә бик йыш боролоп үтер булдым. Сәйфетдин олатай яңғыҙы ҡалғас күҙгә күренеп шиңде, биреште, бөтөрөнөп китте. Бер ултырғанда ул былай тине:
- Инәйеңде ныҡ юҡһынам, улым, ул ярты, юҡ, тотош донъямды үҙе менән алып китте һымаҡ. Тәғәмләнәм, әммә яңғыҙ-ярты табындың ни йәме лә ҡапҡаныңдың ни тәме! Инәйеңдең ҡайнар сәйен эсмәгәс һалҡын, өшөттөрә килеп тороп, тән генә түгел, йән ҡалтырай. Беҙ бит бер-беребеҙҙе һүҙһеҙ ҙә аңлап көн иттек, ул тормош һауыттарын ҡайнарлыҡ менән мөлдөрәмә тултырһа, мин уға аҡлыҡ, паклыҡ өҫтәй инем.

Оло кешенең йөрәк серен асып һалмаҫы, ауыҙ тултырып хистәрен әйтмәҫе билдәле. Баҡтиһәң инәй менән олатай йөрәктәрендә яҡты, ҡабатланмаҫ тойғо йөрөткән икән дә баһа. Илаһи мөхәббәт төшөнсәһе, саф сығанаҡтай әҙәм тереклек итә башлаған мәлдән килә. Тик нимә һуң әле ул һөйөү, ғашиҡ булыу?! Бер кем дә уны аныҡ ҡына итеп, өҙә әйтеп иҫбатлай алмаҫ, сөнки һәр кем үҙенсә һөйә һәм ярата! Ә Сәйфетдин олатай менән Мәстүрә инәй моғайын да икәүләп, ҡатарлап ултырып, күркәм ғаилә табыны ҡороп яратышҡандарҙыр. Ҡайнар, ҡуйы, ҡаймаҡлы, аҡтан-аҡ сәй яһап!

Хәйҙәр ТАПАҠОВ.

Автор:Рөстәм Илтенбаев
Читайте нас