

Былары сит илдән килгән гәзит-журналдар алдыра башлаһа, күрше райондың почта машинаһы айына бер түгел, аҙна һайын ваҡытлы матбуғатты таратыр. Ер аяғы ер башынан килгән халыҡтың һаулығы ла ҡайғыртылыр. Медпункттары ла ҡабаттан гөрләп эшләп китер. Биш баланы ла ситкә ебәреп уҡытып ултырмаҫтар бит инде?! Ауыл уҡытыусылары үҙҙәренең ситкә һибелеп белем алып йөрөгән балаларын да йыйып алһа, ҡабаттан урта һәм юғары кластар асылыр. Жади менән Лукас ниндәй өлкәлә эшләй икән? Моғайын, уларҙың һөнәрҙәренә ярашлы эш урындары ла булдырылыр. Хыялдарға бирелгән хәбәрсенең шатлыҡтан күҙҙәре янып китте. Был уникаль ғаилә менән танышыуҙы оҙаҡҡа һуҙмайынса, улар йәшәгән ауылға иртәгәһенә үк барырға ҡарар итте.
Төпкөл ауылдың исемен ишетеү менән водитель сытырайып эсен һыйпаны. Бер нисә минуттан ауыр ыңғырашып бөгөлөп төштө.
– Ҡатындың өс көн элек бешергән ашы, күрәһең, артыҡ ысвежий булмаған, ҡәһәрең, – тип һөйләнде үҙе.
Баш мөхәрриргә кергәс тә шул уҡ хәл ҡабатланды.
– Теләге бар кешегә, әлбиттә, ҡаршы килергә ярамай. Әтеү ауылдарға күптән аяҡ баҫыусы юҡ. Бер-ике әбейҙең ауыл хәбәрен яҙған материалдарына риза булып тик ултырабыҙ. Үҙ көсөң менән барып, бер елләнеп ҡайт әле, – тине ул хәйләкәр генә йылмайып.
Хәбәрселәр ҙә бергилке шау-гөр килеп алды.
– Унда, ней, теге автобустары ла оло юлдан үтә алмайынса батып ултыра, ти бит, – тип иң өлкәне һүҙ башланы.
Ярты сәғәт һайын төрлө компанияның БАД-тарын ҡабул итергә яратҡан икенсеһе:
– Ул ауылда йәшәгән бер ҡыҙ ситтән егетен ата-әсәһе менән таныштырырға алып ҡайтҡан, ти, бер ваҡыт. Тегеһе иртәгәһенә таң менән сығып тайған, ти. “Ғүмер буйы ҡайны-ҡәйнәне күрәм, тип, машиналарымды юлһыҙ юлығыҙҙа туҙҙырырға йыйынмайым”, – тип смс-хәбәр генә ебәргән, ти... – тип хәбәрен теҙҙе лә, ҙур капсуланы йота алмайынса сәсәне. Елкәһенә һуғып, стаканлап-стаканлап һыу эсереп, саҡ үлемдән ҡотҡарып алып ҡалдылар.
– Журналист геройы менән ниндәй шарттарҙа ла осрашырға, ниндәй юл менән булһа ла интервью алырға тейеш, – тине йәш хәбәрсе хеҙмәттәштәре менән хушлашҡанда.
– Ярай, ярай, бер елләнеп ҡайт, – тип баш мөхәррирҙең һүҙен ҡабатланы тегеләр. – Күрмәгәндең күргеһе килә, күргәндең... – тигән һүҙҙәре ишектән ҡыҫылып ҡалды.
Икенсе көнөнә хәбәрсе иртә менән, район үҙәгенән утыҙ саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан ауылға юлға сыҡты. Хозур тауҙар уратып алған ауылға яҡынлашыу менән, юлаусы машина водителе:
– Һылыуҡай, килеп еттек, – тип бер боролошта төшөрөп тә ҡалдырҙы.
– Ә ауыл күренмәй ҙә һуң, – тине ҡыҙ аптырап.
– Теге яғына, һылыуҡай, тәпәйләп, – тине юлдашы. – Юлаусы көтөп ваҡытыңды әрәм итмә. Был ете саҡрымды машинала үтергә теләүселәр һирәк, – тип кәңәшен дә биреп китте.
Соҡорло-саҡырлы юлдарҙа һикереп килеп былай ҙа арыған хәбәрсе ергә баҫыуына эстән генә шатланып та ҡуйҙы. Тик уныһы оҙаҡҡа барманы. Уңайлы аяҡ кейемендә лә ваҡ ҡына һибелгән ташлы, туҙанлы юлдан барыуы ауыр икәнен аңланы. Аптырағас, юлын аҫтан һалынған кәзә һуҡмағынан дауам итте. Ҡояш апаруҡ өҫкә күтәрелеүгә күҙ төбәп килгән ауылға инде. Көйәнтә менән һыу алып ҡайтып барған бер ҡатындан Зиталарҙың ҡайҙа йәшәүен һорашҡас, тегеһе:
– Ана, һүгенеп, һыйырын ҡыуып килә. Хәҙер тыҡрыҡтан үҙе лә күренер, – тине лә юлын дауам итте.
Ысынлап та, тиҙҙән маңлайына яулығын төйнәп бәйләгән, иҫке халат кейгән, аяғына шундай уҡ осһоҙ ҡата эләктергән, сыбыҡ менән һыйырын ҡыуып килгән илле йәштәрҙәге ҡатын күренде.
– Атаҡ, Һиндостанда йәшәүселәр араһында һыйыр изге мал да инде, – тип хәбәрсе уйлап та өлгөрмәне, яңы танышы йәнә шаҡ ҡатырҙы.
– Нейә юл уртаһында тораһың? Күҙең сыҡҡан мәллә? – тине.
– Һеҙ, һеҙ башҡортса һөйләшә беләһегеҙме? – тине район хәбәрсеһе асҡан ауыҙын да ябырға онотоп.
– Ғүмер буйы ошо ауылдан сыҡмай йәшәп ятҡан кеше тағы ниндәй телдә һөйләшергә тейеш?
– Һуң, һеҙ Зита апай түгелме?
– Бынағайыш, Зита булһа ней! Теге ней, нейә, беҙҙекеләр һинд киноларын ҡарамаған, тиһең мәллә? – тип, улар һөйләшкәнгә арала йәшел үләнгә йомолоп ашаған һыйырына берҙе һыҙыра тартып, Зита юлын дауам итте.
Район хәбәрсеһе баҫҡан урынында шаҡ ҡатып бер килке торғас, яңы танышы килеп сыҡҡан тыҡрыҡ яғына ыңғайланы. Уны күптән буяу төҫөн күрмәгән, тәҙрәләре ҡыйшая башлаған, урам-тирәһен кесерткән баҫҡан өй янында ир менән ҡатындың сәрелдәшеп әрләшкән тауышы туҡтатты.
– Бөгөн тағы эсеп ҡайтып ҡара! Урамда, Тузик янында ҡунасаҡһың! – тине күҙ-башы туҙған, һәлберәп бөткән йоҡо кейемендәге ҡатын.
– Артыңа өйрәт! Һин минең закунный ҡатыным түгел, Жади! – тине, иҫке, буйлы һыҙыҡлы, тубыҡтары сығып бөткән триколағы, күптән үҙ төҫөн юғалтҡан футболка кейгән ир. – Эсһәм дә, эшләп эсәм! Һинең кеүек көнө-төнө кино ҡарап ятмайым!
– Лукас, тим, ҡороғор, күрһәтермен мин һиңә тик ятыуҙы! Һин көнө-төнө урам этеләй булып йөрөгәндә биш балаңды кем ҡарай, тиһең! – ҡапҡанан елдереп һыҙып барған ирҙең янынан бер елле генә таш выжт итеп осоп китте.
Ауылға ингән ваҡыттағы күргән-ишеткәндәренән һаман айный алмаған ҡыҙ, өнөммө был әллә төшөммө тип, сытырайып күҙҙәрен бер йомоп, бер асып алды.
– Йүнле ир балалар пособиеһына ҡарап ятамы ни? Бөгөн дә эсеп ҡайтһа, алиментын түләмәй, тип полицияға барып ошаҡлайым! – тип һаман да тыныслана алмайынса сәрелдәп ирен әрләгән ҡатын күҙҙән юғалмаҫ борон:
– Һаумыһығыҙ! Жади апай һеҙ булаһығыҙмы? – тип ҡысҡырып һорарға хәбәрсенең башы етте.
– Мин! Ә һин кем? Әллә? – тине лә яңы танышы ауыҙын ҡапланы. Ҡурҡып ҡына тирә-яғына ҡаранып алды.
– Мин район хәбәрсеһемен. Һеҙҙең ҙур ғаилә тураһында гәзиткә яҙырға тип килдем, – тип хәбәрен теҙә һалды.
– Ә-ә-ә, шулай тиң, – тине күп балалы әсәйҙең эсенә йылы кереп. – Нимә тип яҙмаҡсы булдың инде?
– Был ауыр заманда ла биш балалы ғаилә ауыл ерендә йәшәп ята, тип... Был темаға йыш яҙабыҙ ҙа инде...
– Ул гәзитте этем белһен. Элек почта барҙа, исмаһам, һатылмай ятҡан гәзиттәрҙе убырныйға тип алып ҡайта инек. Хәҙер уныһын да һатып алырға тура килә...
Хужабикә өйгә саҡырмаһа ла, ҡунаҡҡа уның артынан эйәреүҙән башҡа сара ҡалманы. Был уникаль ғаилә тураһында мәҡәлә яҙыу маҡсаты менән килде бит ул бында! Йорт эсе урамдыҡына ҡарағанда ла болараҡ булып сыҡты. Төрлө урында балалар кейемдәре менән бергә уйынсыҡ, икмәк һыныҡтары туҙып ята. Бер мөйөштә пакет-пакет ниндәйҙер әйберҙәр ултыра. Бер-ике урында тимер карауаттар һәм бер мөйөштә оҙон һике! Унда өс бала ҡулдарына планшет, телефон тотоп уйнай. Өй уртаһындағы ҙу-у-у-ур телевизор янында 10 – 12 йәштәрҙәге ике ҡыҙ иҫе китеп кино ҡарай.
– Өй йыйыштырыусы ҡатын әбейҙәренән бушамай, – тине Жади, саҡырылмаған ҡунаҡтың йортто тикшереп тороуын оҡшатмайынса. – Сәйгә лә саҡыра алмайым. Кисә райондан килтерелгән аҙыҡ-түлек урынлаштырылмаған.
– Һеҙҙең өй йыйыштырыусығыҙ бармы? Тағы ла... – бөгөн был ауылға килеп кергәндән бирле аптырауҙан туҡтамаған хәбәрсе саҡ-саҡ телен әйләндереп һорау бирә алды.
– Бәтәс, ҡырғын һымаҡ бер-бер артлы тыуған биш баланы мин нисек ҡарап та, өйҙө йыйыштырып та өлгөрәйем? Етмәһә, ҡышҡылыҡҡа алтынсыһын көтәбеҙ, – Жади йоморолана башлаған эсен һыйпап ҡуйҙы.
– Һуң бая ғына ирегеҙ һеҙ минең ҡатыным түгел, тине бит. Икенсегә кейәүгә сыҡтығыҙмы?
– Лукас – Жадиһыҙ, Жади Лукасһыҙ йәшәй ала тиңме ни? Ауыҙыңдан ел алһын!
– Һуң...
– Уның һүҙенә ышанһаң... Мин бит яңғыҙ әсәй булараҡ пособие алам. Тағы... – “Яңғыҙ әсәй” әйтергәме-әйтмәҫкәме тип бер мәл уйланып торғандан һуң, хәбәрен дауам итте. – Тағы ла, яңғыҙ бала ҡараған, әммә йыш бала табып торған әсәйҙәрҙең һүҙе һәр ваҡыт, һәр ерҙә үтә. Ана, ғүмер буйы фельдшер булып йәшәгән ағинәй, ҡышын юлды таҙартмайҙар, тип ҡайҙа ғына яҙып ҡараманы. Әйткәнен ҡолаҡтарына ла элмәнеләр. Мин Яуызатама йөклө инем. Өфөләге бер депутатҡа интернеттан фәлән дә төгән, тип хәлде аңлатыуым булды, шул кисте үк техника килеп, ялт итеп таҙартып ҡуйҙылар.
– Улай икән... – ҡолғалай булып аңшайып баҫып тороуҙан уңайһыҙлана башлаған ҡунаҡ был ғаилә тураһында нимә яҙып булыр икән, тип борсола башлағайны. Шуға ла: – Балаларығыҙға ят исемдәрҙе ҡайҙан алып ҡуштығыҙ? – тип һораған булды.
– Аны ней, оҙаҡ уйлап торорғамы ни? – тип кеткелдәп көлөп ебәрҙе Жади. – Хәҙер бит көнө-төнө төрөк сериалдарын күрһәтәләр. Шундағы исемдәрҙе алабыҙ ҙа ҡушабыҙ. Оло ҡыҙым Хүррем, икенсеһе Миһриниса, улдарым Яуызата менән Иблистуған, бәләкәс ҡыҙ Маһидевран. Быныһына кем тип исем ҡушырбыҙ, әле ике апаһы исем һайлай, – тип Жади йәнә эсен һыйпаны. Шул мәл:
– Сәй ҡуйҙыңмы? Арғы урам Мәймүнә менән хәбәр һатып ауыҙым кипте, – тип Зита апай ҡайтып керҙе.
– Өлгөрмәнем. Бына район хәбәрсеһенә интервью бирәм. Иртәнге сәйҙе үҙең әҙерлә, – тине Жади, әсәһе яғына ҡырын ғына ҡарап. Уныһы:
– Сәйнүккә һыу ҡойоп, газға ултыртҡандан ҡулың ҡалыр инеме ни? – тип тырт-мырт баҫып хан заманынан ҡалған шаршау менән генә бүленгән аш-һыу бүлмәһенә үтте. – Бала табып ҡына ятырға эшкинәһегеҙ шул, – тип үҙ алдына ризаһыҙ һөйләнгәне ишетелде.
– Әтеү, һин башҡаға эшкингәс ней, – тип Жади әсәһенә яуапҡа уҫал ыҫылданы. – Президент түшеңә таҡҡан миҙал нимә өсөн бирелгән һуң?
– О, Зита апай менән Митхун ағай ҙа күп бала үҫтерҙеме ни? – әсәй менән ҡыҙҙың эләгешеүен тыңлап тороуҙан уңайһыҙланған хәбәрсе алтын тапҡандай шатланып китеп һорауын бирә һалды.
– Эйе, шулай, ти...
Уларҙың әйтешеүенән ҡолағы тоноп, ят исемле башҡорт ғаиләһенән аңҡы-тиңке булып сыҡты йәш ҡыҙ. Хатта саҡырылмай килгән ят ҡунаҡтың сығып киткәнен дә күреүсе булманы. Ете саҡрымлыҡ юлһыҙ юлда атлап, елдә елләнеп ҡайтҡанда: “Бөгөн ауылдарҙа йәшәгән халыҡты ике төркөмгә бүлеп ҡарарға була. Беренсеһе, әлбиттә, бәләкәйҙән ергә ерегеп, уға хеҙмәт итеп йәшәгән рухлы халыҡ. Икенсеһе – кино ҡорбандары. Улар кино ҡарап, телефон һыпырып ултырыуҙан башҡаны белмәй ҙә, күрмәй ҙә. Ауыл күперенән икенсе яҡҡа сыҡҡандары булмаһа ла, балаларына ла ҡолаҡҡа ятмаған, туҙға яҙмаған исемдәр ҡуша. Балалары ла шул мөхиттә тәрбиәләнеп, ата-әсәһенең юлынан китә...” – тип уйланы ла: “Ә район гәзитенә нимә тип мәҡәлә яҙырға һуң?” – тип баш вата башланы. Ул бит тулы эш көнөндә киләһе һанға ҡуйырға геройҙар эҙләп йөрөнө!
Рәзинә УРМАНШИНА-ЗӘЙНЕТДИНОВА