

Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Йондоҙҙар алдығыҙҙа яңы мөмкинлектәр асылғанын вәғәҙә итә. Шаршамбы һис көтөлмәгән уңыштар килтерәсәк. Йомала күберәк эске тауышығыҙға таянығыҙ. Ныҡышмалылыҡ күрһәтһәгеҙ, аҙаҡ үкенмәҫһегеҙ.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Элек ғәмәлгә ашырылмаған уй-фекерҙәрегеҙҙе иҫегеҙгә төшөрөгөҙ. Әле – уларға етди тотоноп ҡарау өсөн уңайлы мәл. Ашыҡмай, барыһын да тыныс уйлап эш итеү өсөн бөтә мөмкинлек булыр һымаҡ.
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Еңел уңышҡа өмөт иткәндәр һемәйеп ҡуйыр. Элек тулыһынса хәл ителмәгән мәсьәләләр ҙә үҙен һиҙҙереүе бар. Кесе йомала төп эшегеҙҙәге бәхәстәрҙән ары тороғоҙ.
Буға (21.04 – 21.05)
Был арала әллә ни ҙур ваҡиғалар көтөлмәй. Ғөмүмән, яҡшы таныш эштәрегеҙ менән булышырһығыҙ. Шаршамбылағы хәлдәр тәжрибәгеҙҙе байытыр һәм киләсәккә һабаҡ бирер.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Көндәр ҡәҙимгесә килер. Шулай ҙа етәкселәрҙең эшегеҙгә даими ҡыҫылыуы ҡайһы саҡ эсегеҙҙе бошорор, бәлки. Ни хәл итәһең, әлегә түҙергә тура килер. Йомала яҡшы хәбәр ишетерһегеҙ.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Аҙна араһында һәләт-оҫталығығыҙҙы күрһәтеү мөмкинлеге сығыр. Хатта бәғзеләр һеҙгә ҡарата мөнәсәбәтен дә үҙгәртер. Шәмбелә иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиға көтөлә.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Йондоҙҙар һеҙгә шишәмбелә өмөтлө осрашыуҙар фаразлай. Унда ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр ҙә ишетерһегеҙ кеүек. Был арала уҡып йөрөгәндәр һәм белемен арттырыусылар мотлаҡ уңыр. Йомала яҡындарығыҙ менән бәхәс килеп сығыуы ихтимал.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Көндәр икеле булмаҡсы. Шишәмбеләге хәлдәр һеҙ уйламаған йүнәлештән китер һымаҡ. Бер аҙ йүгерергә лә тура килер, бәлки. Был арала сығымдарығыҙға ҡарата иғтибарлыраҡ булыуығыҙ хәйерле.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Аралашыуҙар өмөтлө булыр. Кемдер яңы фекерҙәш тә табыр, кемдер элекке бәйләнештәрҙе яңырта алыр. Аҙна араһында бәғзеләр йәмәғәт сараһында ҡатнашыр. Һис тә көтмәгәндә ниндәйҙер аҡса алыуығыҙ ҙа ихтимал.
Саян (24.10 – 22.11)
Был арала матди хәлегеҙ күҙгә күренеп ыңғай яҡҡа үҙгәрер. Аҡса килеп торор. Шәхси тормошоғоҙ ҙа ҡыуандырыр. Асыҡ һөйләшеүҙән һуң, үткән ваҡиғаларҙы оноторға ла мөмкиндер.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Көндәрҙең үтә үҙгәреүсән килеүе бар. Йыш ҡына етеҙ эш итергә, ашығыс саралар күрергә тура килер. Күпселектә ныҡлап уйланырға ваҡытығыҙ булмаҫ та кеүек. Шуға күрә хаталаныуығыҙ бар. Был йәһәттән кесе йома һәм шәмбе хәүефлерәк.
ӨМӨТБАЙ.